БСТ | Яңылыҡтар – Telegram
БСТ | Яңылыҡтар
2.16K subscribers
5.37K photos
9.67K videos
1 file
216 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Баймаҡта беренсе тапҡыр «Йәш шайморатовсылар балы» үтте

Шайморатов кластарынан 100-яҡын бала ҡатнашты. Хәрби-спорт байрамы хаҡында киләһе яҙмала.
2👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Иглин районының Урман ауылы ирекмәндәр штабына-ике йыл

Махсус хәрби операция башланыу менән Иглин районында 20-гә яҡын ирекмәндәр төркөмө төҙөлә. Урман ауылы халҡы ла изге эштән ситтә ҡала алмай. Ике йыл элек фронтҡа ярҙам итеү маҡсатында штаб ойошторола, урындағы халыҡ маскировка селтәрҙәре үреү, окоп шәмдәре ҡойоу, йылы ойоҡбаштар бәйләү эшенә тотона.
👏5
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Баҡалы районында МХО-ла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың яҡындарына берҙәм ярҙам үҙәге асылды

Баҡалы районында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың яҡындарына берҙәм ярҙам үҙәге асылды. Тантаналы сара дәүләт һәм йәмәғәт ойошмаһы ағзалары, ветерандар, ирекмәндәр ҡатнашлығында үтте.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә шәхси медицина клиникаһында эш хаҡын түләмәү факты тикшерелә

Башҡортостан Дүәләт хеҙмәт инспекцияһы Өфөләге шәхси медицина клиникаларының береһендә тикшереү башлаған. Медицина үҙәге етәкселеге үҙ хеҙмәткәрҙәренә былтырҙан алып эш хаҡын түләмәй. Клиниканың ябылыуы һәм эшһеҙ ҡалыуҙары тураһында ла бер көн эсендә хәбәр итәләр.
👍3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ҡариҙел районы гәзите өсөн яңы редакция бинаһы асылды

«Ҡариҙел» район гәзите яңы бина туйлай! 63 йылдан ашыу «Ҡариҙел» район гәзите редакцияһы иҫке бүрәнә йортта урынлаша, ваҡыт үтеү менән ул авария хәленә килә. Бинала эшләү йылдан-йыл ҡатмарлы ғына түгел, хатта хәүефле була. 2025 йылдың көҙөндә, оҙаҡ фекер алышыуҙарҙан һуң, төҙөлөш башлана. Яңы бина «Башҡортостан республикаһы» нәшриәт йортоноң үҙ аҡсаһына төҙөлгән һәм хәҙерге Башҡортостан тарихында тормошҡа ашырылған беренсе ошондай проект булып тора.
👍3👏1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ауырғазы районы үҙәге Талбазыла хоккей буйынса район-ара турнир үтте

Спорт ярышы «Әжемәк» хоккей клубының элекке ҡапҡа һаҡсыһы, хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған Салауат Ғәлиәскәров иҫтәлегенә арналды. «Ауырғазы» командаһы турнирҙа 7:3 иҫәбе менән еңеү пьедесталына күтәрелде. Спорт һәм хәтер сараһы хаҡында киләһе яҙмала.
2👍1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Ҡырмыҫҡалы районы Һарт-Шишмә ауылы «Айыҡ ауыл» финалын байрам менән ҡаршыланы

Ҡырмыҫҡалыла-ҡышҡы һабантуй. Байрам райондың Һарт-Шишмә ауылы «Айыҡ ауыл» республика конкурсы финалына үтеүенә бәйле ойошторолдо. Сараға Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге йылы уңайынан республиканың 11 районы вәкилдәре лә саҡырылғайны. Ҡатнашыусылар саңғы һәм хоккей эстафеталарында, арҡан тартыуҙа, гир күтәреүҙә һәм уҡтан атыуҙа ярышты.
2👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Фольклор мираҫын һаҡлаусы ғалимә: Фәнүзә Нәҙершина 90 йәшлек юбилейын билдәләй

Фәнүзә Нәҙершинаның исеме Рәсәй гуманитар фәндәр йыльяҙмаһы тарихында төплө урын алып тора. Быуаттар төпкөләнән килгән йыр-моңдарҙы, ауыҙ-тел ижадын өйрәнеүсе, киң ҡатлам уҡыусыларға еткереүсе ғалимә фәнни эҙләнеүҙәре менән ҡобайырҙар, эпик әҫәрҙәрҙән алып бишек йырҙарына тиклем башҡорт халыҡ ижадының меңәрләгән өлгөләрен һаҡлап ҡалыуға булышлыҡ иткән. 90 йыллыҡ күркәм юбилейын билдәләүсе күренекле шәхес, филология фәндәре докторы Фанүзә Нәҙершина менән БЮТ ижади төркөмө осрашты.
4👍2🔥1
“Башҡортостандан һөйөү менән” акцияһының сираттағы этабы старт алды

Уға ярашлы, Мәскәүҙә уҡыған студент- аспиранттарға посылка ебәрергә була. Ылау туплау тотош республика буйынса ойошторола. Маршрут ҡалалар һәм район үҙәктәре аша үтә. Йәштәр сәйәсәте министры Вито Сабиров белдереүенсә, уҙған йыл илебеҙ баш ҡалаһына 3 тонна ауырлығында 100-ҙән ашыу посылка алып барылған. Студенттарға тиҙ боҙолмай торған аҙыҡ-түлек, йорт кәрәк-яраҡтары, кейем-һалым ебәрергә була, посылканың дөйөм ауырлығы 32 килограмдан артмаҫҡа тейеш. Проект Республика Башлығы ярҙамында тормошҡа ашырыла.
2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Бөйөк шағирыбыҙ Мостай Кәримдең хәтирәләре, уйланыуҙары һәм ижады, уның яу юлы, халҡыбыҙ батырлығы тураһындағы әҫәрҙәре бөгөн дә айырыуса әһәмиәтле.

28 февраль, 7:45, БСТ телеканалында «Мостайҙың Алтын мираҫы» фильмы: «Ҡалһа, ҡалыр ошо ораным».
5
Радий Хәбиров коммуналь селтәрҙәрҙә аварияларҙы кәметеү бурысын ҡуйҙы

Коммуналь инфраструктураны яңыртыу-көнүҙәк мәсьәлә. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров район-ҡалаларҙа инженер селтәрҙәргә бәйле аварияларҙы кәметеү бурысын ҡуйҙы. Оператив кәңәшмәлә шулай уҡ соҡорҙарҙы ямау, янғын хәүефһеҙлегенә бәйле мәсьәләләр ҡаралды. Шулай уҡ төбәк етәксеһе мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡованың аресына бәйле фекерен белдерҙе. Тулыраҡ киләһе материалда.
1 сентябрҙән Рәсәйҙә ғаилә ҡорған студенттар торлаҡ менән тәьмин ителә башлай

Яңы закон проекты дөйөм ятаҡта йәштәр өсөн фатир шарттары ойоштороуҙы, ғаиләгә уҡыу, эшләү өсөн ярҙам итеүҙе күҙ уңында тота. Башҡортостанда был тәжрибә былтырҙан уҡ уңышлы тормошҡа ашырыла. Өфө фән һәм технологиялар университетында студенттар ғаилә ҡороп дөйөм ятаҡта яҡшыртылған шарттарҙа йәшәй. Тулыраҡ мәғлүмәт киләһе яҙмала.
Өфөлә Граждандарҙы яҡлау идаралығы хеҙмәткәрҙәре белемен һынаны

Күнекмә ваҡытында ҡотҡарыусыларҙың юл фажиғәһендә эшләү, ҡар өйөмө аҫтында ҡалған кешене сығарыу тәжрибәһе камиллаштырылды.
Республикала «Кадрҙар» милли проекты буйынса бушлай ҡайтанан уҡытыу башланды

Республикала «Кадрҙар» яңы милли проекты буйынса хеҙмәт баҙарында талап ителгән йүнәлештәр буйынса граждандарҙы бушлай ҡайтанан уҡытыу программаһы эшләй.
Проект буйынса «Рәсәйҙә эш» платформаһында 1000 белем биреү программаһы бар. 2026 йылға раҫланған һөнәрҙәр исемлегенә хеҙмәт баҙарындағы иң кәрәкле 186 һөнәр ингән.
Башҡортостан бал менән илде тәьмин итеүсе төп төбәк булып ҡала

Бал дефицит булыуы ихтимал. Был хаҡта Рәсәйҙең аҙыҡ-түлек тауарҙары менән тәьмин итеүселәр һәм етештереүселәр ассоциацияһы яҙа. Сәбәптәр иҫәбендә ҡайһы бер төбәктәрҙә һауа торошо аномалиялары һанала. Шулай уҡ 1 марттан умартасылыҡ продукттарына мотлаҡ маркировка индеререлеүе татлы алтынға ҡытлыҡ тыуҙырыуы ихтимал. Башҡортостан илде бал менән тәьмин итеүсе төп төбәктәрҙең береһе булып тора. Татлы ризыҡ барыһына ла етерме?
Мәскәүҙә «Еңеү хаҡына берҙәмлек» тигән ғәҙәти булмаған күргәҙмә асылды

Башҡортостандың тулы хоҡуҡлы вәкиллеге Пресненский районының йәштәр палатаһы менән берлектә тарих һәм нейроселтәрҙе берләштергән. Экспозицияла баш ҡаланы фашист илбаҫарҙарынан һаҡлаған башҡорт хәрбиҙәре, шул иҫәптән Миңлеғәле Шайморатов менән Таһир Кусимов бирелгән.
«Байыҡ» бәйгеһе яңы миҙгелен башлай

«Байыҡ» бәйгеһе яңы миҙгелен башлай! 19-сы йыл рәттән халҡыбыҙ бейеүҙәрен һаҡлауға, үҫтереүгә ҙур өлөш индергән телевизион конкурс быйыл да бейеүселәрҙе берләштерҙе.