БСТ | Яңылыҡтар – Telegram
БСТ | Яңылыҡтар
2.24K subscribers
5.35K photos
9.47K videos
1 file
215 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Республикала быйыл 40 спорт залы төҙөкләндерелә

Уларҙың 22-һе әҙер, ҡалғандары яңы уҡыу йылы башланыуға тиклем сафҡа индереләсәк. Бының турала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрге сәхифәләрендә яҙып сыҡты. Ҡайҙа ғына йәшәһәләр ҙә, ҙур ҡалала йәки бәләкәй ауылдарҙамы, балалар спорт менән шөғөлләнә алһын өсөн шарттар тыуҙырыу - мөһим бурыстарҙың береһе, тигән республика етәксеһе. Төбәктә «Һәр баланың уңышы» проекты уңышлы ғәмәлгә ашырыла. Уға ярашлы ремонт эштәре 2019 йылдан алып барыла. Төп маҡсат 2024 йылға тиклем 288 мәктәп һәм 33 мең уҡыусыны йәлеп итеү.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан табиптары өс миллион һум алыу мөмкинлегенә эйә

Өс йыл дауамында берәр миллион һумлыҡ ярҙам. Башҡортостанда бәләкәй медицина учреждениеларына юғары квалификациялы кадрҙар йәлеп итеү буйынса яңы төбәк программаһы эшләй башланы. Түләүҙәргә 2021 йылдан юғары уҡыу йортон тамамлаған йәш белгестәр, шулай уҡ республикаға икенсе төбәктәрҙән килгән медицина хеҙмәткәрҙәре дәғүә итә.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан Башлығы гранттары фонды быйыл биш конкурс ойоштора

Һәр проект изге күңелле кешеләр менән бәйле. Башҡортостан Башлығы гранттары фонды быйыл биш конкурс ойоштора. Шул иҫәптән беренсе тапҡыр бәләкәй гранттар уйнатылған. Кино төшөрөүселәр ҙа грант отоуға дәғүә итә. «Башинформ» агентлығында үткән матбуғат конференцияһында ошо турала белдерелде.
Башҡортостандың бөтә мәктәптәрендә лә хәүеф тураһында иҫкәртеүсе төймә ҡуйылырға тейеш

Ғәҙәттән тыш хәл, янғын тураһында тиҙ арала хәбәр итеү мөмкинлеге була. Был турала Республика менән идара итеү үҙәгендә Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан идаралығы матбуғат хеҙмәткәре вазифаһын башҡарыусы Андрей Зайцев белдерҙе.
Башҡортостан юлдарын камералар күҙәтә

Яңы приборҙар Өфөлә һәм Стәрлетамаҡта 59 урында ҡуйылды. Әле республика юлдарында 1 мең 809 күҙәтеү комплексы урынлаштырылған. Камералар аварияларға төп сәбәптәрҙең береһе булған тиҙлек арттырыу осраҡтарын да теркәй, тип хәбәр итәләр Юл хәрәкәтен ойоштороу үҙәгенән. Быйыл Башҡортостанда 2 меңдән ашыу авария булған. Уларҙа 209 кешенең ғүмере өҙөлгән.
👍1
Өфөлә “Кейеҙ” фестивале ойошторола

Ул 23 августа башлана. Ойоштороусылар хәбәр итеүенсә, баш ҡалаға Рәсәй төбәктәре һәм Ҡаҙағстандан 500 оҫтаның килеүе көтөлә. Республиканың башҡа ҡала һәм райондарында ла семинар, ижади осрашыу, дефиле һәм квест үткәрелә.
Республиканың сигелгән картаһы тәүге тапҡыр ситкә сығарыла

Ул Чебоксар ҡалаһында үтәсәк "Сигелгән Рәсәй" фестивалендә күрһәтелә. Сара иртәгә башлана. Унда илдең ҡул оҫталары ҡатнаша. Башҡортостандың сигелгән картаһы тәүге тапҡыр Өфөлә уҙған "Китап байрамында" тамашасыға тәҡдим ителде. Уны 30-ға яҡын оҫта эшләгән.
Быйыл Ишембайҙа Башҡорт нефтен тәүге асыусылар майҙанын төҙөкләндереүҙең икенсе этабы тамамлана

Бында нефтселәргә монумент урынлаштырылған. Былтыр ҡаланың төп майҙаны 30 миллион һумға төҙөкләндерелде. Быйыл реконструкцияның икенсе этабы ҡаралған. Бөгөн Радий Хәбиров Ишембай районына эш сәфәре барышында төҙөкләндереү менән танышты. Әле эштәр 90 процентҡа теүәлләнгән. Киләһе йылда майҙанда реконструкцияның өсөнсө этабы ҡаралған. - 2024 йылда был комплексты төҙөкләндереү тамамлана, - тине Радий Хәбиров.
Благовещен менән Павловканы тоташтырыусы юлды ремонтлау быйыл тамамлана

13 километрлыҡ трассаны төҙөкләндереү милли проект барышында тормошҡа ашырыла. Юлдың өҫкө өлөшөн һалғандар, хәҙер унда асфальт түшәйҙәр. Ҡаланы һыуһаҡлағыс менән тоташтырыусы трасса республика транспорт артерияһы өсөн әһәмиәтле. Бынан көнөнә меңдәрсә автомобиль уҙа.
Бөгөн республика милли музейында “Самауыр байрамы” үтә

Программала самауыр иленә экскурция, фотоға төшөү, балалар өсөн оҫталыҡ дәрестәре, тәмле сәй эсеү ҡаралған. Музейҙың бүлек мөдире Рәзилә Салауатова шулай тип белдерҙе.
Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге журналистар премияһы 500 мең һумға еткерелде

Тейешле ҡарарға Республика Башлығы Радий Хәбиров ҡул ҡуйҙы. Ул киләһе йылдың 1 ғинуарынан көсөнә инә. Премия йыл һайын иң яҡшы әҫәрҙәр өсөн хәбәрселәргә һәм ижади коллективтарға тапшырыла. Быйыл конкурс еңеүселәре 100 мең һум ала. Премияға ғаризалар 1 сентябргә тиклем ҡабул ителә.
Нияз Мәжитовтың 90 йыллыҡ юбилейына бағышланған сараларҙы ойоштороу комитеты составы үҙгәрҙе

Радий Хәбиров ошо турала документҡа ҡул ҡуйҙы. Комитет составына беренсе вице-премьер-Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов, Башҡортостан мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау идаралығы етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Салауат Ҡолбахтин, һәм "Республика археология йәмғиәте" етәксеһе Илшат Бахшиев индерелде. Комитеттан беренсе вице-премьер Азат Бадранов, Олег Полстовалов һәм Евгений Русланов сығарылды. 20 августа Нияз Мәжитовтың тыуыуына 90 йыл тула.
Башҡортостан, Ҡабарҙы-Балҡар һәм Ҡарасәй-Черкес бер уҡытыу-педагогика округына берләште

Был
турала илдең Мәғариф министрлығы хәбәр итә. Яңы округ Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге университет нигеҙендә ойошторола. Кадрҙар әҙерләү сифатын яҡшырыу, мәғариф өлкәһендә һөҙөмтәле тәжрибәләрҙе өйрәнеү маҡсаты ҡуйылған. Мәғариф министры Сергей Кравцов белдереүенсә, киләсәктә бөтә 89 төбәк берләштерелә. Был эш илдә белем һәм тәрбиә биреү сифатын яҡшыртыуға йүнәлтелә.
👍1
Башҡортостанда эшҡыуарҙар транспортты газ яғыулығына күсереү өсөн субсидия ала

Быйыл бының өсөн 90 миллион һум ҡаралған. Әлегә ете эшҡыуарға ярҙам күрһәтелгән, тип хәбәр итәләр Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан. Документтар ҡабул ителә. Республикала газ яғыулығында йөрөүсе машина хужалары өсөн ташлама ҡаралған. Улар транспорт һалымының яртыһын ғына түләй.
Быйыл баҡса йорттарындағы янғында 13 кеше һәләк булған

Уҙған йылда өс кешенең ғүмере өҙөлгән. Был турала Республика Хөкүмәтендә белдерелде. Ут сығыуҙың төп сәбәбе - электр ҡорамалдарын дөрөҫ ҡулланмау. Быйыл баҡсасылыҡ ширҡәттәренә ярҙам өсөн республика ҡаҙнаһынан 250 миллион һум бүленә. Был аҡсаға шулай уҡ янғын һүндереү өсөн кәрәк-яраҡ алына.
Өфөгә халыҡ-ара марафон уҙғарыу өсөн федераль ярҙам бүленә

Ил хөкүмәте 5 миллион 900 мең һум йүнәлтеү тураһынла ҡарар сығарған. Өфөлә марафон 3 сентябрҙә уҙа. Быйыл спорт байрамында 7 меңдән ашыу кеше ҡатнашыуы көтөлә. Марафон 9-сы тапҡыр үткәрелә.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров эш сәфәре менән Ишембай районына барҙы

Башҡортостан нефтен тәүге асыусылар майҙанын реконструкциялау 2024 йылдың аҙағына тамамланасаҡ. Ошо осорҙа Ишембай ҡалаһының Александр Матросов исемендәге мәҙәниәт һәм ял паркы ла яңыртыласаҡ. Бөгөн республика башлығы ҡалала йәмәғәт биләмәләрен төҙөкләндереү барышы менән танышты. Шулай уҡ Ишембай районына эш сәфәре барышында Радий Хәбиров Верхотор ауылында булды.
👍1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров Ишембай районында мобилизацияланған хәрбиҙең ғаиләһе менән осрашты

Ишембай районына эш сәфәре барышында республика башлығы мобилизацияланған хәрбиҙең ғаиләһе менән осрашты. Радий Хәбиров 6-сы майҙа Донбаста яугирҙар менән осрашҡанда, уның яҡындарына барырға вәғәҙә биргәйне. Республика башлығы ғаиләгә улдарынан, иренән һәм аталарынан сәләм тапшырҙы. Мобилизацияланған һалдаттың ҡатыны төбәк етәксеһенә яугирҙарға ғына түгел, уларҙың ғаиләләренә лә шәхси иғтибар биргәне өсөн рәхмәт белдерҙе.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Төбәктә Салауат Юлаев исемендәге батальонды ойоштороу буйынса штабтың өс филиалы эшләй башланы

Улар Стәрлетамаҡта, Туймазыла һәм Салауат районының Малаяҙ ауылында асылды. Батальонға 120-нән ашыу кеше яҙылған. Уны ойоштороу 10 сентябргә тиклем дауам итә. Яугирҙәр махсус операция үткәреү зонаһына юлланыр алдынан хәрби уҡыуҙар үтә. Подразделение Росгвардия структураһында. Салауат Юлаев исемендәге икенсе батальонға 55 йәшкә тиклемге яугирҙарҙы һәм 60 йәшкә тиклемге офицерҙарҙы ҡабул итәләр. Контрактты хеҙмәт итмәгән, әммә хәрби билеты булған кешеләр ҙә төҙөй ала. Батальонға инеү өсөн Өфөләге штабҡа йәки республика буйынса филиалдарға мөрәжәғәт итергә кәрәк. Контракт төҙөргә теләүселәр өсөн телефон һандары 8 987 023 76 00.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда «Мобиль участка һайлау комиссияһы» пилот проекты эш башланы

Электрон программа ярҙамында 10 сентябрҙә үтәсәк Берҙәм тауыш биреү көнө тураһында халыҡҡа адреслы мәғлүмәт-аңлатыу эше алып барыла. Өфө буйынса был проектҡа 12 участка комиссияһы йәлеп ителгән, уларҙың икәүһе Дим биҫтәһенә ҡарай.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөнөң Черниковка биҫтәһендәге Республика инженер лицей- интернатына капиталь ремонт яһалды

Яңы уҡыу йылына төҙөк лицей. Өфөнөң Черниковка биҫтәһендәге Республика инженер лицей- интернатына капиталь ремонт яһалды. Әле эштәр йомғаҡланыу алдында. Мәғариф учреждениеһындағы үҙгәрештәрхаҡында репортаж.
👍1