Быйыл Ишембайҙа Башҡорт нефтен тәүге асыусылар майҙанын төҙөкләндереүҙең икенсе этабы тамамлана
Бында нефтселәргә монумент урынлаштырылған. Былтыр ҡаланың төп майҙаны 30 миллион һумға төҙөкләндерелде. Быйыл реконструкцияның икенсе этабы ҡаралған. Бөгөн Радий Хәбиров Ишембай районына эш сәфәре барышында төҙөкләндереү менән танышты. Әле эштәр 90 процентҡа теүәлләнгән. Киләһе йылда майҙанда реконструкцияның өсөнсө этабы ҡаралған. - 2024 йылда был комплексты төҙөкләндереү тамамлана, - тине Радий Хәбиров.

Благовещен менән Павловканы тоташтырыусы юлды ремонтлау быйыл тамамлана
13 километрлыҡ трассаны төҙөкләндереү милли проект барышында тормошҡа ашырыла. Юлдың өҫкө өлөшөн һалғандар, хәҙер унда асфальт түшәйҙәр. Ҡаланы һыуһаҡлағыс менән тоташтырыусы трасса республика транспорт артерияһы өсөн әһәмиәтле. Бынан көнөнә меңдәрсә автомобиль уҙа.

Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге журналистар премияһы 500 мең һумға еткерелде
Тейешле ҡарарға Республика Башлығы Радий Хәбиров ҡул ҡуйҙы. Ул киләһе йылдың 1 ғинуарынан көсөнә инә. Премия йыл һайын иң яҡшы әҫәрҙәр өсөн хәбәрселәргә һәм ижади коллективтарға тапшырыла. Быйыл конкурс еңеүселәре 100 мең һум ала. Премияға ғаризалар 1 сентябргә тиклем ҡабул ителә.

Нияз Мәжитовтың 90 йыллыҡ юбилейына бағышланған сараларҙы ойоштороу комитеты составы үҙгәрҙе
Радий Хәбиров ошо турала документҡа ҡул ҡуйҙы. Комитет составына беренсе вице-премьер-Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов, Башҡортостан мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау идаралығы етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Салауат Ҡолбахтин, һәм "Республика археология йәмғиәте" етәксеһе Илшат Бахшиев индерелде. Комитеттан беренсе вице-премьер Азат Бадранов, Олег Полстовалов һәм Евгений Русланов сығарылды. 20 августа Нияз Мәжитовтың тыуыуына 90 йыл тула.

Башҡортостан, Ҡабарҙы-Балҡар һәм Ҡарасәй-Черкес бер уҡытыу-педагогика округына берләште
Был турала илдең Мәғариф министрлығы хәбәр итә. Яңы округ Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге университет нигеҙендә ойошторола. Кадрҙар әҙерләү сифатын яҡшырыу, мәғариф өлкәһендә һөҙөмтәле тәжрибәләрҙе өйрәнеү маҡсаты ҡуйылған. Мәғариф министры Сергей Кравцов белдереүенсә, киләсәктә бөтә 89 төбәк берләштерелә. Был эш илдә белем һәм тәрбиә биреү сифатын яҡшыртыуға йүнәлтелә.

👍1
Башҡортостанда эшҡыуарҙар транспортты газ яғыулығына күсереү өсөн субсидия ала
Быйыл бының өсөн 90 миллион һум ҡаралған. Әлегә ете эшҡыуарға ярҙам күрһәтелгән, тип хәбәр итәләр Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан. Документтар ҡабул ителә. Республикала газ яғыулығында йөрөүсе машина хужалары өсөн ташлама ҡаралған. Улар транспорт һалымының яртыһын ғына түләй.

Быйыл баҡса йорттарындағы янғында 13 кеше һәләк булған
Уҙған йылда өс кешенең ғүмере өҙөлгән. Был турала Республика Хөкүмәтендә белдерелде. Ут сығыуҙың төп сәбәбе - электр ҡорамалдарын дөрөҫ ҡулланмау. Быйыл баҡсасылыҡ ширҡәттәренә ярҙам өсөн республика ҡаҙнаһынан 250 миллион һум бүленә. Был аҡсаға шулай уҡ янғын һүндереү өсөн кәрәк-яраҡ алына.

Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров эш сәфәре менән Ишембай районына барҙы
Башҡортостан нефтен тәүге асыусылар майҙанын реконструкциялау 2024 йылдың аҙағына тамамланасаҡ. Ошо осорҙа Ишембай ҡалаһының Александр Матросов исемендәге мәҙәниәт һәм ял паркы ла яңыртыласаҡ. Бөгөн республика башлығы ҡалала йәмәғәт биләмәләрен төҙөкләндереү барышы менән танышты. Шулай уҡ Ишембай районына эш сәфәре барышында Радий Хәбиров Верхотор ауылында булды.

This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров Ишембай районында мобилизацияланған хәрбиҙең ғаиләһе менән осрашты
Ишембай районына эш сәфәре барышында республика башлығы мобилизацияланған хәрбиҙең ғаиләһе менән осрашты. Радий Хәбиров 6-сы майҙа Донбаста яугирҙар менән осрашҡанда, уның яҡындарына барырға вәғәҙә биргәйне. Республика башлығы ғаиләгә улдарынан, иренән һәм аталарынан сәләм тапшырҙы. Мобилизацияланған һалдаттың ҡатыны төбәк етәксеһенә яугирҙарға ғына түгел, уларҙың ғаиләләренә лә шәхси иғтибар биргәне өсөн рәхмәт белдерҙе.

Төбәктә Салауат Юлаев исемендәге батальонды ойоштороу буйынса штабтың өс филиалы эшләй башланы
Улар Стәрлетамаҡта, Туймазыла һәм Салауат районының Малаяҙ ауылында асылды. Батальонға 120-нән ашыу кеше яҙылған. Уны ойоштороу 10 сентябргә тиклем дауам итә. Яугирҙәр махсус операция үткәреү зонаһына юлланыр алдынан хәрби уҡыуҙар үтә. Подразделение Росгвардия структураһында. Салауат Юлаев исемендәге икенсе батальонға 55 йәшкә тиклемге яугирҙарҙы һәм 60 йәшкә тиклемге офицерҙарҙы ҡабул итәләр. Контрактты хеҙмәт итмәгән, әммә хәрби билеты булған кешеләр ҙә төҙөй ала. Батальонға инеү өсөн Өфөләге штабҡа йәки республика буйынса филиалдарға мөрәжәғәт итергә кәрәк. Контракт төҙөргә теләүселәр өсөн телефон һандары 8 987 023 76 00.

Башҡортостанда «Мобиль участка һайлау комиссияһы» пилот проекты эш башланы
Электрон программа ярҙамында 10 сентябрҙә үтәсәк Берҙәм тауыш биреү көнө тураһында халыҡҡа адреслы мәғлүмәт-аңлатыу эше алып барыла. Өфө буйынса был проектҡа 12 участка комиссияһы йәлеп ителгән, уларҙың икәүһе Дим биҫтәһенә ҡарай.
Электрон программа ярҙамында 10 сентябрҙә үтәсәк Берҙәм тауыш биреү көнө тураһында халыҡҡа адреслы мәғлүмәт-аңлатыу эше алып барыла. Өфө буйынса был проектҡа 12 участка комиссияһы йәлеп ителгән, уларҙың икәүһе Дим биҫтәһенә ҡарай.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөнөң Черниковка биҫтәһендәге Республика инженер лицей- интернатына капиталь ремонт яһалды
Яңы уҡыу йылына төҙөк лицей. Өфөнөң Черниковка биҫтәһендәге Республика инженер лицей- интернатына капиталь ремонт яһалды. Әле эштәр йомғаҡланыу алдында. Мәғариф учреждениеһындағы үҙгәрештәрхаҡында репортаж.
Яңы уҡыу йылына төҙөк лицей. Өфөнөң Черниковка биҫтәһендәге Республика инженер лицей- интернатына капиталь ремонт яһалды. Әле эштәр йомғаҡланыу алдында. Мәғариф учреждениеһындағы үҙгәрештәрхаҡында репортаж.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөнөң Гагарин урамында йәшәүселәр көтмәгәндә зәңгәр яғыулыҡһыҙ тороп ҡалған
Айға яҡын газһыҙ. Өфөнөң Гагарин урамында йәшәүселәр көтмәгәндә зәңгәр яғыулыҡһыҙ тороп ҡалған. Идарасы компания быны халыҡтың газ торбаларын диагностикалауҙан баш тартыуы менән аңлата. Ә был йортта йәшәүселәр беҙ диагностика үткәреүгә ҡаршы түгел, газ тәьминәтен туҡтатыу хаҡында беҙҙе алдан иҫкәртеүсе булманы, тигән дәғүә белдерә.

👎1🔥1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда тимер юлы янғын һүндереүселәре араһында ярыштар башланды
Чемпионатта илдең төрлө округынан 7 команда ҡатнаша. Кемдәр улар - тимер юл янғын һүндереүселәре? Уларҙың таһыллығы нисек баһалана? Ентекләберәк видеояҙмала.

🔥1
Башҡортостанда 1 миллион 500 мең тоннанан ашыу иген йыйып алынған
Ауыл хужалығы министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, ураҡ 52 районда алып барыла. Әлегә барлыҡ майҙандарҙың 46 процентында урып-йыйыу эштәре теүәлләнгән, гектарынан 20 центнерҙан ашыу уңыш алына. Стәрлетамаҡ, Ауырғазы һәм Ҡырмыҫҡалы райондары юғары күрһәткестәргә өлгәшә.

Өфө юлдарында яңы уҡыу йылы башланғанда тығындар көтөлә
Был ҙур ҡалалар өсөн ғәҙәти күренеш, тип хәбәр итәләр хакимиәтенән. Халыҡ отпускынан сыға, студенттар һәм уҡыусылар мәктәпкә бара. Бынан тыш ҡала бер нисә урында ҙур ремонт бара. Ағиҙел аша иҫке күпер ябылды. Пугачев һәм генерал Рыленко урамдары төҙөкләндерелә, Шаҡша күперендә ремонт башланды. Халыҡҡа маршруттарын алдан уйлап билдәләргә кәңәш ителә.

Башҡортостанда балалар өсөн сәләмәтлек үҙәге -“Шифа” һауыҡтырыу комплексы төҙөлә
Сибайҙағы ял һәм һауыҡтырыу базаһының беренсе өлөшө киләһе йылдың сентябрендә ишеген асырға тейеш. Дөйөм хаҡы 3 миллиардҡа баһаланған обьектты финанслау өсөн республика ҡаҙнаһы 756 миллион һум бүлә. Лагерь сменаһына 350 баланы хеҙмәтләндерә ала.

Өфөнөң “Урал” волейболсылары миҙгел алды турнирында ҡатнаша
22 августа Санкт-Петербургта Платонов мемориалына ярыштар башлана. Унда “Урал” һәм майҙан хужаһы “Зенит”тан тыш, Ленинград өлкәһенән “Динамо”, Сорғоттан “Газпром-Югра”, Новокуйбышевскиҙан “Нова” һәм Беларуссиянан “Строитель” клубтары ҡатнаша. Командалар ике төркөмгә бүленеп уйнай, тәүге ике урында яулаусы ярым финалға сыға.

Өфөнөң Әр-Рәхим мәсетенә яңы көмбәҙ ҡуйылды
Иман йортоноң бер манараһы 13 мартта көслө елдән зыян күргәйне. Көмбәҙҙе урынлаштырыу өсөн башня краны ҡулланылды.
“Мәсет үҙенсәлекле объект. Уның көмбәҙе лә уникаль”, - ти Башҡортостан Мосолмандар диниә назараты рәйесе Айнур Бирғәлин.
Башҡортостан Башлығы ҡушыуы буйынса быйыл июндә Әр-Рәхим мәсетендә эштәр яңынан башланды. Төҙөлөш һәм архитектура министрлығынан белдереүҙәренсә, төҙөлөш меценаттар аҡсаһына финансланасаҡ. Радий Хәбиров бер ай эсендә төҙөлөш доументтарын тикшерергә, объекттың торошон баһаларға һәм оператив штаб булдырырға ҡушты.