БСТ | Яңылыҡтар – Telegram
БСТ | Яңылыҡтар
2.24K subscribers
5.35K photos
9.46K videos
1 file
215 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров ялға ҡайтҡан бер төркөм хәрбиҙәргә дәүләт наградалары тапшырҙы

Мобилизацияға эләккән һәм үҙ теләге менән Ватан һағына баҫҡан яҡташтарыбыҙға орден һәм миҙалдар тапшырылды. Шулай уҡ Сибай филармонияһы артистары почетлы исем һәм Рәхмәт хатына лайыҡ булды.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Армия -2023 форумында Башҡортостандың тиҫтәнән ашыу оборона-сәнәғәт предприятиелары ҡатнаша

Бөгөндән башлап йәкшәмбегә тиклем Мәскәү өлкәһендәге «Патриот» паркында ойошторолған хәрби-техник күргәҙмә киң тамашаға асыҡ. Армия -2023 форумында Башҡортостандың тиҫтәнән ашыу оборона-сәнәғәт предприятиелары ла ҡатнаша. Экспозицияға Рәсәй һәм сит илдәрҙең хәрби технологиялар өлкәһендәге иң һуңғы ҡаҙаныштары, ҡорал өлгөләре сығарған. Йәмғеһе 28 медән ашыу техника һәм һуғыш кәрәк -яраҡтары менән танышырға мөмкин. Халыҡты иң ҡыҙыҡтырғаны махсус хәрби операцияла ҡулға алынған трофей ҡоралдар.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Шаҡша күперен төҙөкләндереү эштәре осорона Өфө йылғаһы аша паром йөрөй башланы

Автомобилдәр һәм йәйәүлеләргә тәғәйенләнгән транспорт сараһы Князев ауылы янында халыҡ уңайлығы өсөн ойошторолған. Өфө ҡала хакимиәтенән белдереүҙәренсә, тарифтар ҡаланың йылға паром кисеүҙәре тарифтарына ярашлы билдәләнгән.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Республикала йәш ғалимдарҙы дәртләндереү саралары күрелә

Йәш ғалимдарға дәртләндереү сараһы. Был турала Башҡортостан башлығы социаль селтәрҙәге сәхифләрендә яҙып үткәйне. Былтыр мәҫәлән, 70 ғалим торлаҡ мәсьәләһен хәл итһә, 262-е Рәсәй һәм сит ил юғары уҡыу йорттарында ғилми-ғәмәли стажировка үтергә мөмкинлеге бирелде. Исемлек быйыл да тулылана. Программаға үҙгәрештәр ҙә индерелде.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Республика йәмәғәтселеге мәшһүр йырсы Абдулла Солтановты һуңғы юлға оҙатты

Хушлашыу сараһы бөгөн Башҡортостандың халыҡ артисы йәшәгән Учалы районының Ҡобағош ауылында үтте. Башҡорт йыр сәнғәтенең бейеклеген, бөйөклөгөн билдәләгән шәхес. Махсус музыка белеме булмаһа ла, тәбиғи һәләте менән моңдо тоя, уны еткерә белеүсеһе лә булды.
Башҡортостанда ВУЗ-ара кампуста башҡа төбәктәр һәм сит ил студенттары һаны бер ярым тапҡырға арта

Был турала Мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин белдерҙе. Кампуста студенттар, йәш ғалимдар һәм уҡытыусылар өсөн 4 мең 300-ҙән ашыу урын булдырыла. Әле объекттың тәүге өлөшө 70 процентҡа әҙер, уны быйыл файҙаланыуға тапшырыу көтөлә. Икенсе өлөшө 2025 йылда сафҡа инергә тейеш.
Шаҡша-Карпов юлы ремонтланасаҡ

Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, был урында ауыр йөк машиналары күп йөрөү арҡаһында асфальт ҡатламы таушалған. Шуға 1 сентябргә тиклем соҡорҙарҙы тигеҙләү бурысы ҡуйылған. Өфөнән Көнсығыш юл төҙөлөшө тамамланғас Шаҡша һәм Карпов араһындағы трасса капиталь төҙөкләндерелә.
Өфөнөң 450 йыллығын билдәләү буйынса ойоштороу комитеты составына үҙгәреш индерелде

Премьер-министр Михаил Мишустин ҡарары менән Башҡортостан хөкүмәтенең беренсе вице-премьеры Азат Бадранов комитеттан сығарылды. Азат Бадранов үҙ ирке менән махсус хәрби операцияла ҡатнаша. Өфөнөң юбилейын ойоштороу комитеты 2021 йылда булдырылды. Уны Рәсәй хөкүмәте вице-премьеры Алексей Оверчук етәкләй. Комитет рәйесе урынбаҫары - Республика Башлығы Радий Хәбиров. Өфөнөң 450 йыллығы киләһе йылда билдәләнә.
Бөгөн Радий Хәбиров Стәрлетамаҡҡа эш сәфәре барышында яңы мәсет асыу тантанаһында ҡатнашты

Уға 2012 йылда нигеҙ һалынған. Бында шулай уҡ мәҙрәсә, машиналар өсөн парковка, парк, ҡунаҡхана, кафе бар. - Яҡшы мәсет. Кешеләрҙең бында килеп намаҙ ҡылыу мөмкинлеге бар. Беҙҙең республика халҡы татыу йәшәй, - тине Радий Хәбиров.
Радий Хәбиров ҡунаҡсыллыҡ байрамында ҡатнашты

Бөгөн Стәрлетамаҡта ҡунаҡсыллыҡ фестивале үтте. Байрам Салауат Юлаев исемендәге скверҙа ойошторолдо. 20-се быуат башына тиклем тап ошондай сауҙагәрҙәр йәрминкәләре уҙғарылған. Бөгөн фестивалдә Республика Башлығы Радий Хәбиров булды. Ул йәрминкәләрҙе ҡараны, кәсепселәр һәм оҫталарҙың эше менән танышты. - Ныҡ сағыу фестиваль. Республикала иң яҡшыларҙың береһе һәм бик файҙалы. Беренсенән - фестиваль, икенсенән - байрам, өсөнсөнән - халыҡ кәсептәрен танытыу, дүртенсенән - мәҙәниәт, Тыуған илгә һөйөү. Был ныҡ яҡшы фестиваль, -тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты Радий Хәбиров.
Өфөләге иң популяр пляж аталды

Ҡаланың граждандарҙы һаҡлау идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, быйыл йәй "Ҡашҡаҙан"ға халыҡ күпләп йөрөгән. Бында 63 меңгә яҡын кеше килгән. Быйыл Өфөлә рәсми асылған пляждарҙа фажиғәләргә юл ҡуйылмаған. Ҡотҡарыусылар батып барыусы 41 кешене сығарған. Өфө янында рөхсәт ителмәгән урындарҙа 16 кеше батып үлгән.
"Төньяҡ амурҙары" йәнһүрәте Рәсәй кинотеатрҙарында күрһәтелә

Өфөлә төшөрөлгән картина 31 августан киң экрандарға сыға. Йәнһүрәттә 1812 йылғы Ватан һуғышында башҡорт яугирҙәренең ҡаһарманлығы һүрәтләнә. Анимация фильмы башҡорт һәр рус телдәрендә күрһәтелә.
Ишембай районында ташландыҡ завод туристик биләмә итеп үҙгәртелә

Проект - "Верхотор - дәүерҙәр театры" тип атала. Уны ғәмәлгә ашырыу өсөн 65 миллион һумдан ашыу федераль грант бүленгән. Хәҙер боронғо баҡыр иретеү заводы биләмәһе төҙөкләндерелә. Бында туристар өсөн уңайлыҡтар булдырыла.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров Стәрлетамаҡ ҡалаһында Мөхәмәтсәлим мәсетен асыу тантанаһында ҡатнашты

Стәрлетамаҡ ҡалаһында Мөхәмәтсәлим мәсете сафҡа инде. Иман йортон асыу тантанаһында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, республиканың дини йәмәғәтселеге, урындағы халыҡ һәм күрше райондарҙа йәшәүселәр ҡатнашты.
Һәр кем үҙ сығышында мәсеткә халыҡтың күпләп йөрөүенә, унда йәмәғәт намаҙҙары ғына түгел, дини байрамдар, никахтар уҙғарылыр, дәрестәр үткә­релер тип ышаныс белдерҙе.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда Һауа флоты көнө билдәләнде

Был осоусыларҙың ғына түгел, аэропорт инженерҙары, механиктары, багаж тейәүселәре һәм авиацияға ҡағылышлы башҡа һөнәр эйәләре байрамы. Дата уңайынан самолеттар, парашютистар ҡатнашлығында төрлө һауа шоуҙары күрһәтелде, лайыҡлылар маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнде.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Бөгөн тарих фәндәре докторы, академик Нияз Мәжитовҡа 90 йәш тулған булыр ине

Тарихтан киләссәккә күпер һалыусы. Башҡорт халыҡ йыры «Шәүрә» ны яратып башҡарған археология ҡомартҡылары иле батшаһы. Был һүҙҙәр алҡыбыҙҙың арҙаҡлы улы, билдәле ғалим Нияз Мәжитовҡа ҡарата әйтелгән. Уны замандаштары шулай уҡ башҡорт археологияһына нигеҙ һалыусыһы булараҡ та белә. Бөгөн тарих фәндәре докторы, академик Нияз Мәжитовҡа 90 йәш тулған булыр ине.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров Стәрлетамаҡ ҡалаһында үткән Сауҙагәрҙәр 2.0 фестивалендә ҡатнашты

Стәрлетамаҡ ҡалаһында үткән Сауҙагәрҙәр 2 нөктә 0 фестивале меңәрләгән кешене берләштерҙе. Кәсепселәр һәм эшҡыуарҙар әҙерләгән күргәҙмә менән Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров танышты. Стәрлетамаҡҡа эш сәфәре барышында республика етәксеһе яңы иман йортон асыу тантанаһына йыйылған халыҡты тәбрикләне, сәнәғәт предприятиеһы эшмәкәрлеген баһаланы.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров Күмертау халҡын ҡаланың 70 йыллығы менән ҡотланы

Күмертау күгенә уның төп символдарының береһе - вертолеттар күтәрелде. Тап ошо осоу аппараттарын етештереү арҡаһында ҡала әле донъя кимәлендә танылыу алған. Әммә ул үҙенең барлыҡҡа килеүе менән һуғыштан һуңғы йылдарҙа илгә бик кәрәк булған һоро күмер ятҡылығына бурыслы. Республиканың иң көньяҡ ҡалаһы үҙенең тыуған көнөн билдәләне. 70 йыллыҡ юбилейына ҡала халҡын байрам менән ҡотларға Башҡортостан Башлығы ла килде. Радий Хәбиров Күмертау хакимиәте башлығы менән бергә тәүҙә Мәңгелек утҡа сәскәләр һалды. Бынан һуң төбәк башлығы тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейына инде. Музейға күптән түгел ремонт яһалған.
👍1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров Стәрлетамаҡта махсус хәрби операцияла һәләк булғандарҙың ғаиләләре менән осрашты

Стәрлемаҡҡа эш сәфәре барышында Башҡортостан башлығы махсус операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам үҙәге эшмәкәрлеге менән танышты. Ҡалала 15-се февралдә эш башлаған үҙәктә яугирҙарға һәм уларҙың яҡындарына медицина, юридик, психологик ярҙам күрһәтелә. Радий Хәбиров махсус операцияла һәләк булған ватан һаҡсыларының ғаиләләренә Миңлеғәле Шайморатов ордендарын тапшырҙы. Яугирҙарҙың ата-әсәләренә республика кардиология үҙәгендә реабилитация һәм башҡа ярҙам саралары еткерелде.
Башҡортостанда солоҡ күстәрен 5 меңгә еткереү көтөлә

2030 йылға тиклем яңы программа әҙерләнгән. Республика Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә яҙыуынса, әле Башҡортостанда 1 мең 600 солоҡ бар. - Солоҡсолоҡ менән шөғөлләнеүселәргә субсидия бирә башлайбыҙ. Башҡорт тоҡомло бал ҡорто, техника, кәрәк-яраҡ алыу өсөн сығымдар ҡаплана. Ғаризалар Ауыл хужалығы министрлығында ҡабул ителә. Тәүге субсидиялар бирелде. Боронғо кәсеп менән шөғөлләнеүселәр араһында йәштәр ҙә бар. Ярҙам итәсәкбеҙ, - тип яҙа Радий Хәбиров.
Рәсәйҙә 2024 йылға ял һәм байрам көндәре раҫланды

Премьер-министр Михаил Мишустин тейешле ҡарарға ҡул ҡуйҙы. Уға ярашлы, яңы йыл каникулы 10 көнгә һуҙыла - 2023 йылдың 30 декабренән 2024 йылдың 8 ғинуарына тиклем була. Байрамға тура килгән ял көндәре күсерелә. Ватанды һаҡлаусылар, Ҡатын-ҡыҙҙар көндәрендә, Яҙ һәм Хеҙмәт, Еңеү байрамдарында бер нисә көнлөк ял ҡаралған.