БСТ | Яңылыҡтар – Telegram
БСТ | Яңылыҡтар
2.24K subscribers
5.35K photos
9.46K videos
1 file
215 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров Күмертау халҡын ҡаланың 70 йыллығы менән ҡотланы

Күмертау күгенә уның төп символдарының береһе - вертолеттар күтәрелде. Тап ошо осоу аппараттарын етештереү арҡаһында ҡала әле донъя кимәлендә танылыу алған. Әммә ул үҙенең барлыҡҡа килеүе менән һуғыштан һуңғы йылдарҙа илгә бик кәрәк булған һоро күмер ятҡылығына бурыслы. Республиканың иң көньяҡ ҡалаһы үҙенең тыуған көнөн билдәләне. 70 йыллыҡ юбилейына ҡала халҡын байрам менән ҡотларға Башҡортостан Башлығы ла килде. Радий Хәбиров Күмертау хакимиәте башлығы менән бергә тәүҙә Мәңгелек утҡа сәскәләр һалды. Бынан һуң төбәк башлығы тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейына инде. Музейға күптән түгел ремонт яһалған.
👍1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров Стәрлетамаҡта махсус хәрби операцияла һәләк булғандарҙың ғаиләләре менән осрашты

Стәрлемаҡҡа эш сәфәре барышында Башҡортостан башлығы махсус операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам үҙәге эшмәкәрлеге менән танышты. Ҡалала 15-се февралдә эш башлаған үҙәктә яугирҙарға һәм уларҙың яҡындарына медицина, юридик, психологик ярҙам күрһәтелә. Радий Хәбиров махсус операцияла һәләк булған ватан һаҡсыларының ғаиләләренә Миңлеғәле Шайморатов ордендарын тапшырҙы. Яугирҙарҙың ата-әсәләренә республика кардиология үҙәгендә реабилитация һәм башҡа ярҙам саралары еткерелде.
Башҡортостанда солоҡ күстәрен 5 меңгә еткереү көтөлә

2030 йылға тиклем яңы программа әҙерләнгән. Республика Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә яҙыуынса, әле Башҡортостанда 1 мең 600 солоҡ бар. - Солоҡсолоҡ менән шөғөлләнеүселәргә субсидия бирә башлайбыҙ. Башҡорт тоҡомло бал ҡорто, техника, кәрәк-яраҡ алыу өсөн сығымдар ҡаплана. Ғаризалар Ауыл хужалығы министрлығында ҡабул ителә. Тәүге субсидиялар бирелде. Боронғо кәсеп менән шөғөлләнеүселәр араһында йәштәр ҙә бар. Ярҙам итәсәкбеҙ, - тип яҙа Радий Хәбиров.
Рәсәйҙә 2024 йылға ял һәм байрам көндәре раҫланды

Премьер-министр Михаил Мишустин тейешле ҡарарға ҡул ҡуйҙы. Уға ярашлы, яңы йыл каникулы 10 көнгә һуҙыла - 2023 йылдың 30 декабренән 2024 йылдың 8 ғинуарына тиклем була. Байрамға тура килгән ял көндәре күсерелә. Ватанды һаҡлаусылар, Ҡатын-ҡыҙҙар көндәрендә, Яҙ һәм Хеҙмәт, Еңеү байрамдарында бер нисә көнлөк ял ҡаралған.
Хоккейсы Родион Әмиров менән хушлашыу иртәгә була

Сара "Өфө-Арена"ла уҙғарыла, иртәнге 8-ҙә башлана. Родион Әмиров Ишембай районы Богдановка ауылында ерләнә. "Салауат Юлаев" мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе 14 августа 21 йәшендә яман шештән вафат булды.
Башҡортостанда йәшәү минимумын арттырыу көтөлә

Республика хөкүмәте ҡарары проекты менән Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы сайтында танышырға мөмкин. Йәшәү минимумын 13 мең ярым һумға еткереү планлаштырыла. Әле уның күләме 12 мең 650 һум.
"Салауат Юлаев" Блинов кубогы өсөн турнирҙы һуңыраҡ башлай

Юлаевсылар тәүге матчын йәкшәмбе уҙғарырға тейеш ине. Әммә ул кисектерелде. Бөгөн команда клубтың тәрбиәләнеүсеһе Родион Әмиров менән хушлаша, ошонан һуң Омскиға миҙгел алды турнирына юллана. Кубок өсөн шулай уҡ "Авангард", "Барыҫ", "Локомотив" һәм "Нефтехимик" көрәшә.
Башҡортостанда ике миллион тоннаға яҡын иген һуғып алынған

Был турала Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итәләр. Баҫыуҙарҙың яртыһынан күбеһендә эштәр теүәлләнгән. Ужым игенен йыйыу тамамланған. Һәр гектарҙан уртаса 20 центнер уңыш алына. Быйыл республика иген менән үҙебеҙҙе тулыһынса тәьмин итә, ситкә һатыр өсөн дә ҡала, - ти ауыл хужалығы белгестәре.
Өфө йылғаһы аша паром ебәрелде

Шаҡша күперендә ремонт арҡаһында ошондай ҡарар ҡабул ителгән. Унда ремонт башланды. Йөк машиналары йөрөшө тыйылды. Еңел машиналар өсөн ике яҡҡы берешәр һыҙат ҡалдырылды. Паром хәрәкәт тығыҙлығын кәметеү өсөн ебәрелгән. Ул октябрь аҙағына тиклем йөрөйәсәк.
Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрында реконструкция аҙағына яҡынлаша

Ҡала хакимиәте етәксеһе Ратмир Мәүлиев социаль селтәрҙә ошо турала хәбәр итә. Бинаны биҙәү эштәре башланған. Реконструкция Өфөнөң 450 йыллығына әҙерлек барышында эшләнә. Ремонт миллиард ярым һумға төшә. Аҡса "Мәҙәниәт" милли проектына ярашлы бүленгән.
Башҡортостан өлкән класс уҡыусылары өсөн тарих буйынса яңы дәреслектәр һатып алған

Бының өсөн 50 миллион һумдан ашыу аҡса тотонолған. 74 меңдән ашыу дәреслектең 2 меңе Луганск мәктәптәренә тәғәйенләнә. Башҡортостанға китаптар 15 сентябргә тиклем килтерелергә тейеш. Ил өсөн берҙәм дәреслектә 20-се быуат аҙағы, 21-се быуат башындағы тарих тулыландырып яҙылған, махсус хәрби операция тураһында мәғлүмәттәр урынлаштырылған.
😱1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Телеканал БСТ продолжает принимать работы для участия в конкурсе Остаз (Наставник). Сроки акции продлены до октября 2023 г.. Заявки можно направлять до 1 сентября 2023 г.

Условия конкурса:

Рассказать чему вас научил ваш Учитель и как изменилась ваша жизнь.

Оформить его либо в формате видео или как письменная работа.

Опубликовать свою работу на своей странице в ВК с хештегом #остаз2023

Быть подписчиком программ-организаторов телеканала.

Телеканал БСТ , выбрав наиболее ярких представителей, подготовит телевизионный цикл о тех, кто создает будущее.
Все новости и видео публикуются в группах:

https://vk.com/bahetnama,

https://vk.com/chastlivichas_na_bst,

https://vk.com/salyam_bst

#остаз2023

Программы участники: "Салям", "Счастливый час" и "Бэхэтнаме"
Бөгөн Өфөлә йәштәр хоккей командалары араһында миҙгел алды турниры старт ала

Ул "Салауат Юлаев" клубы тәрбиәләнеүсеһе Родион Әмиров исемен йөрөтә. Турнирҙа йәш юлаевсылар -"Толпар", Силәбенән "Аҡ айыуҙар", Тольяттиҙан" Ладья", "Красноярск һеләүһендәре", "Югра мамонттары" һәм Магнитогорскиҙан "Ҡорос төлкөләр" ҡатнаша.
👍1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан Башлығы Родион Әмировтың яҡындарының ҡайғыһын уртаҡлашты

Бөтә спорт донъяһы Салауат Юлаев хоккей командаһы тәрбиәләнеүсеһе Родион Әмиров менән хушлаша. Йәштәр һәм һәләтлеләр китә, бик йәл. Родиондың яҡындарының ҡайғыһын уртаҡлашам, тип яҙған Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәләрендә.
Башҡортостанда уҙған ял көндәрендә 7 урман янғыны булған

11 гектар биләмәгә зыян килгән. Хәйбулла, Белорет һәм Ейәнсура райондарында өс янғын әле лә һүндерелмәгән. "Хәл контролгә алынған. Ауылдарға хәүеф юҡ", тип хәбәр итәләр Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан. Был аҙнала Башҡортостанда көндәрҙең һалҡынса булыуы көтөлә. Ут сығыу хәүефе лә кәмергә тейеш.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Рафаэль Байдәүләтов 80 йәшлек юбилейы уңайынан Халыҡтар дуҫлығы ордены менән бүләкләнде

Башҡортостан Хөкүмәтенең элекке премьер-министры Рафаэль Байдәүләтов 80 йәшлек юбилейы уңайынан Халыҡтар дуҫлығы ордены менән бүләкләнде. Оператив кәңәшмә барышында республика башлығы Радий Хәбиров күренекле дәүләт эшмәкәренең төбәк үҫешенә индергән өлөшөн билдәләп үтте.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан төҙөүселәре көсө менән Красный Луч ҡалаһында күп функциялы үҙәк сафҡа инде

Башҡортостан төҙөүселәре көсө менән Луганск халыҡ республикаһы Красный Луч ҡалаһында күп функциялы үҙәк сафҡа инде. Объект 80 меңдән ашыу кешене хеҙмәтләндереүгә иҫәпләнгән. Унда халыҡҡа 40 төрҙән ашыу дәүләт хеҙмәте күрһәтеләсәк. Луганск халыҡ республикаһы Красный Луч районы 112-се башҡорт атлы дивизияһы командиры Миңлеғәли Шайморатов һәм уның яуҙаштарының һуңғы төйәге. Шуға ла республика башлығы Радий Хәбировтың башланғысы менән Башҡортостан был төбәкте шефлыҡҡа алды.
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Республикала хәрби хирург Әхмәт Дәүләтов тураһында кинофильм төшөрөлә

«Башҡорт батальоны» телеграм-каналы ошо турала хәбәр итә. Әхмәт Дәүләтов 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы медицина-санитар эскадроны командиры була. Һуғыштың аҙағына тиклем алғы һыҙыҡта яралы һалдаттарҙы дауалай. Легендар табип 3 мең 600 яугирҙең ғүмерен ҡотҡарып ҡала тигән мәғлүмәт бар. Табип хаҡындағы картинаның сценарийы тулыһынса әҙер. Ижади төркөмгә геройҙың бүләсәре Ангелина ярҙам итә. Башҡортостанда Әхмәт Дәүләтов исемендәге медицина ротаһы төҙөлдө. Ул «Башҡортостан» мото уҡсылар полкы составына инә.
Башҡортостанда билдәле хирург һәм хәрби табип Әхмәт Дәүләтов тураһында фильм төшөрөлә

Был турала "Башҡорт батальоны" телеграм-каналы хәбәр итә. Фильм геройҙың тормош юлына нигеҙләнеп төшөрөлә. Рәсми мәғлүмәттәр буйынса Әхмәт Дәүләтов 3 мең ярымдан ашыу һалдаттың ғүмерен ҡотҡара. Бөйөк Ватан һуғышына тиклем үк ул ҡулдарҙы һәм яраларҙы эшкәртеү өсөн шыйыҡса уйлап таба. Әле "Башҡортостан" мотоуҡсылар полкы составында Әхмәт Дәүләтов исемендәге медицина ротаһы булдырылған.
Башҡортостанда милли сәйәсәткә ярты миллиард һумдан ашыу аҡса бүленә

2028 йылға тиклем иҫәпләнгән дәүләт программаһы әҙерләнгән. Аҡсаның ҙур өлөшө төбәк ҡаҙнаһһынан ҡаралған. Документ менән рәсми мәғлүмәттәр порталында танышырға мөмкин. Программа ярашлы, халыҡтар берҙәмлеген нығытыу, башҡорттарҙың мәҙәниән үҫтереү эштәре, сит ил кешеләре өсөн социаль һәм мәҙәни адаптация сараларын уҙғарыу ҡаралған.
Өфөлә "Тулҡын" паркы төҙөкләндерелә

Затон микрорайонындағы биләмәлә эштәрҙең икенсе этабы бара. Күл тирәләй һуҡмаҡтар тәртипкә килтерелә, халыҡ хәүефһеҙлеге өсөн ҡоролмалар урынлаштырыла. Ремонт өсөн аҡса республика ҡаҙнаһынан бүленгән, эштәр быйыл сентябрь аҙағына тамамланырға тейеш.
👍1