БСТ | Яңылыҡтар – Telegram
БСТ | Яңылыҡтар
2.24K subscribers
5.35K photos
9.46K videos
1 file
215 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Башҡортостан өлкән класс уҡыусылары өсөн тарих буйынса яңы дәреслектәр һатып алған

Бының өсөн 50 миллион һумдан ашыу аҡса тотонолған. 74 меңдән ашыу дәреслектең 2 меңе Луганск мәктәптәренә тәғәйенләнә. Башҡортостанға китаптар 15 сентябргә тиклем килтерелергә тейеш. Ил өсөн берҙәм дәреслектә 20-се быуат аҙағы, 21-се быуат башындағы тарих тулыландырып яҙылған, махсус хәрби операция тураһында мәғлүмәттәр урынлаштырылған.
😱1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Телеканал БСТ продолжает принимать работы для участия в конкурсе Остаз (Наставник). Сроки акции продлены до октября 2023 г.. Заявки можно направлять до 1 сентября 2023 г.

Условия конкурса:

Рассказать чему вас научил ваш Учитель и как изменилась ваша жизнь.

Оформить его либо в формате видео или как письменная работа.

Опубликовать свою работу на своей странице в ВК с хештегом #остаз2023

Быть подписчиком программ-организаторов телеканала.

Телеканал БСТ , выбрав наиболее ярких представителей, подготовит телевизионный цикл о тех, кто создает будущее.
Все новости и видео публикуются в группах:

https://vk.com/bahetnama,

https://vk.com/chastlivichas_na_bst,

https://vk.com/salyam_bst

#остаз2023

Программы участники: "Салям", "Счастливый час" и "Бэхэтнаме"
Бөгөн Өфөлә йәштәр хоккей командалары араһында миҙгел алды турниры старт ала

Ул "Салауат Юлаев" клубы тәрбиәләнеүсеһе Родион Әмиров исемен йөрөтә. Турнирҙа йәш юлаевсылар -"Толпар", Силәбенән "Аҡ айыуҙар", Тольяттиҙан" Ладья", "Красноярск һеләүһендәре", "Югра мамонттары" һәм Магнитогорскиҙан "Ҡорос төлкөләр" ҡатнаша.
👍1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан Башлығы Родион Әмировтың яҡындарының ҡайғыһын уртаҡлашты

Бөтә спорт донъяһы Салауат Юлаев хоккей командаһы тәрбиәләнеүсеһе Родион Әмиров менән хушлаша. Йәштәр һәм һәләтлеләр китә, бик йәл. Родиондың яҡындарының ҡайғыһын уртаҡлашам, тип яҙған Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәләрендә.
Башҡортостанда уҙған ял көндәрендә 7 урман янғыны булған

11 гектар биләмәгә зыян килгән. Хәйбулла, Белорет һәм Ейәнсура райондарында өс янғын әле лә һүндерелмәгән. "Хәл контролгә алынған. Ауылдарға хәүеф юҡ", тип хәбәр итәләр Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан. Был аҙнала Башҡортостанда көндәрҙең һалҡынса булыуы көтөлә. Ут сығыу хәүефе лә кәмергә тейеш.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Рафаэль Байдәүләтов 80 йәшлек юбилейы уңайынан Халыҡтар дуҫлығы ордены менән бүләкләнде

Башҡортостан Хөкүмәтенең элекке премьер-министры Рафаэль Байдәүләтов 80 йәшлек юбилейы уңайынан Халыҡтар дуҫлығы ордены менән бүләкләнде. Оператив кәңәшмә барышында республика башлығы Радий Хәбиров күренекле дәүләт эшмәкәренең төбәк үҫешенә индергән өлөшөн билдәләп үтте.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан төҙөүселәре көсө менән Красный Луч ҡалаһында күп функциялы үҙәк сафҡа инде

Башҡортостан төҙөүселәре көсө менән Луганск халыҡ республикаһы Красный Луч ҡалаһында күп функциялы үҙәк сафҡа инде. Объект 80 меңдән ашыу кешене хеҙмәтләндереүгә иҫәпләнгән. Унда халыҡҡа 40 төрҙән ашыу дәүләт хеҙмәте күрһәтеләсәк. Луганск халыҡ республикаһы Красный Луч районы 112-се башҡорт атлы дивизияһы командиры Миңлеғәли Шайморатов һәм уның яуҙаштарының һуңғы төйәге. Шуға ла республика башлығы Радий Хәбировтың башланғысы менән Башҡортостан был төбәкте шефлыҡҡа алды.
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Республикала хәрби хирург Әхмәт Дәүләтов тураһында кинофильм төшөрөлә

«Башҡорт батальоны» телеграм-каналы ошо турала хәбәр итә. Әхмәт Дәүләтов 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы медицина-санитар эскадроны командиры була. Һуғыштың аҙағына тиклем алғы һыҙыҡта яралы һалдаттарҙы дауалай. Легендар табип 3 мең 600 яугирҙең ғүмерен ҡотҡарып ҡала тигән мәғлүмәт бар. Табип хаҡындағы картинаның сценарийы тулыһынса әҙер. Ижади төркөмгә геройҙың бүләсәре Ангелина ярҙам итә. Башҡортостанда Әхмәт Дәүләтов исемендәге медицина ротаһы төҙөлдө. Ул «Башҡортостан» мото уҡсылар полкы составына инә.
Башҡортостанда билдәле хирург һәм хәрби табип Әхмәт Дәүләтов тураһында фильм төшөрөлә

Был турала "Башҡорт батальоны" телеграм-каналы хәбәр итә. Фильм геройҙың тормош юлына нигеҙләнеп төшөрөлә. Рәсми мәғлүмәттәр буйынса Әхмәт Дәүләтов 3 мең ярымдан ашыу һалдаттың ғүмерен ҡотҡара. Бөйөк Ватан һуғышына тиклем үк ул ҡулдарҙы һәм яраларҙы эшкәртеү өсөн шыйыҡса уйлап таба. Әле "Башҡортостан" мотоуҡсылар полкы составында Әхмәт Дәүләтов исемендәге медицина ротаһы булдырылған.
Башҡортостанда милли сәйәсәткә ярты миллиард һумдан ашыу аҡса бүленә

2028 йылға тиклем иҫәпләнгән дәүләт программаһы әҙерләнгән. Аҡсаның ҙур өлөшө төбәк ҡаҙнаһһынан ҡаралған. Документ менән рәсми мәғлүмәттәр порталында танышырға мөмкин. Программа ярашлы, халыҡтар берҙәмлеген нығытыу, башҡорттарҙың мәҙәниән үҫтереү эштәре, сит ил кешеләре өсөн социаль һәм мәҙәни адаптация сараларын уҙғарыу ҡаралған.
Өфөлә "Тулҡын" паркы төҙөкләндерелә

Затон микрорайонындағы биләмәлә эштәрҙең икенсе этабы бара. Күл тирәләй һуҡмаҡтар тәртипкә килтерелә, халыҡ хәүефһеҙлеге өсөн ҡоролмалар урынлаштырыла. Ремонт өсөн аҡса республика ҡаҙнаһынан бүленгән, эштәр быйыл сентябрь аҙағына тамамланырға тейеш.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда күп фатирлы йорттарҙы капиталь ремонтлауға 6 миллиард ярым һумға яҡын аҡса йүнәлтелгән

Сираттағы оператив кәңәшмә барышында подъездар, ихата һәм йәмәғәт биләмәләрен төҙөкләндереү буйынса тормошҡа ашырылған программалар үтәлеше ҡаралды. «Сәләмәт республика - сәләмәт төбәк» акцияһы һөҙөмтәләре һәм хеҙмәт баҙарындағы хәл барланды.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда иген һәм ҡуҙаҡлы культураларҙы йыйыу 54 процентҡа теүәлләнгән

Башҡортостанда иген һәм ҡуҙаҡлы культураларҙы йыйыу 54 процентҡа теүәлләнгән, ике миллион тоннаға яҡын уңыш келәттәргә оҙатылған. Уртаса гектар ҡеүәте 20 центнер. Был миҙгелдә ярауайға ҡарағанда, ужым бойҙайының уңдырышлығы 8-10 центнерға юғары. Ауыл эшсәндәре иртә майлы культуралар йыйыуҙы ла тамамлау алдында. Ведомство етәксеһе билдәләүенсә, ураҡ эштәрен тамамлау өсөн республика хужалыҡтарына тағы ла 80 мең тонна дизель яғыулығы һатып алырға кәрәк.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан хужалыҡтары ужым культураларын сәсеүгә төштө

Шишмә районынында 300 гектар майҙанда арыш орлоғо сәселгән. Ауыл эшсәндәре әле ужым бойҙайы баҫыуына күскән.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда яңы уҡыу йылы алдынан мәктәптәрҙе ремонтлау тамамлана

1 сентябрҙә республиканың 77 мәктәбе уҡыусылары төҙөкләндерелгән шарттарҙа уҡыу йылын башлаясаҡ. Төҙөүселәр төп ремонт эштәрен тамамлаған, әле етештеҙһеҙлектәрҙе бөтөрөү бурысы тора.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
2023 йылда баланы мәктәпкә әҙерләү күпмегә төшә

Августың һуңғы көндәрендә сауҙа үҙәктәрендәге иң үтемле тауар мәктәп кәрәк-яраҡтары. Ата-әсәләр ғаилә бюджетын планлаштырып малай-ҡыҙҙарҙы уҡыу йылына әҙерләй. Мәктәп тауарҙарына хаҡтар нисек? Тулыраҡ мәғлүмәт видеояҙмала.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Бөрйән районында «Урал батыр» эпосын яттан һөйләүсе балаларҙың 25-се юбилейлы ижад байрамы үтте

Башҡортостандың мәғариф министрлығы Бөрйән районы хакимиәте менән берлектә халҡыбыҙҙың шиғри һәм проза ҡомартҡыһы «Урал батыр» эпосын яттан һөйләүсе балаларҙың 25-се юбилейлы ижад байрамын үткәрҙе. Сирек быуат эсендә төбәк-ара йәш сәсәндәр конкурсында 5 меңгә яҡын уҡыусы һәм мәктәпкәсә йәштәге балалар ҡатнашҡан.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Стәрлетамаҡ ҡалаһында «Юлдаш» радиоһы «Беҙ бергә!» йыр фестивален үткәрҙе

«Юлдаш»тар йәнә тамашасыһы менән бергә. Стәрлетамаҡ ҡалаһының Юрий Гагарин исемендәге ял паркында радио хеҙмәткәрҙәре башҡорт эстрадаһы йырсылары ҡатнашлығындағы «Беҙ бергә» фестивален үткәрҙе. Мәҙәни-ял үҙәгенең төп сәхнәһенән танһыҡ көй-моңдар, мауыҡтырғыс уйындар, оҫталыҡ дәрестәре лә ойошторолдо.
👍1
Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт драма театрына “Килен” төшә

Коллектив яңы ижад миҙгелен премьера менән башлай. Артистар йәш яҙыусы Заһиҙә Мусинаның повесын сәхнәләштерә. “Килен” ғаилә мөнәсәбәттәре тураһында”, - ти автор. Премьера 4 һәм 5 октябрҙә була.
Йылытыу миҙгеленә әҙерлек аҙағына яҡынлаша

Быйыл яңы федераль программа аҡсаһы ла ҡулланыла, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ объекттары яңыртыла. Коммуналь өлкәлә иң ҙур проблемаларҙың береһе - иҫкергән торбалар, ти тармаҡ хеҙмәткәрҙәре. Республикала йорттарҙы йылытыуға әҙерлек 15 сентябргә тиклем тамамланырға тейеш.
Башҡортостанда күп фатирлы йорттарҙа подъездар төҙөкләндерелә

21
муниципалитетта 760-ҡа яҡын подъезда комплекслы ремон ҡаралған. Был маҡсатта 732 миллион һум аҡса бүленгән, шул иҫәптән республика бюджетынан – 660 миллион һум. “Күп фатирлы йорттарҙың подъездарын ремонтлауҙы 21 ноябргә тамамлау күҙаллана”, - тип белдерҙе Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә республиканың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Ирина Голованова.