БСТ | Яңылыҡтар – Telegram
БСТ | Яңылыҡтар
2.24K subscribers
5.35K photos
9.45K videos
1 file
215 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
2023 йылда баланы мәктәпкә әҙерләү күпмегә төшә

Августың һуңғы көндәрендә сауҙа үҙәктәрендәге иң үтемле тауар мәктәп кәрәк-яраҡтары. Ата-әсәләр ғаилә бюджетын планлаштырып малай-ҡыҙҙарҙы уҡыу йылына әҙерләй. Мәктәп тауарҙарына хаҡтар нисек? Тулыраҡ мәғлүмәт видеояҙмала.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Бөрйән районында «Урал батыр» эпосын яттан һөйләүсе балаларҙың 25-се юбилейлы ижад байрамы үтте

Башҡортостандың мәғариф министрлығы Бөрйән районы хакимиәте менән берлектә халҡыбыҙҙың шиғри һәм проза ҡомартҡыһы «Урал батыр» эпосын яттан һөйләүсе балаларҙың 25-се юбилейлы ижад байрамын үткәрҙе. Сирек быуат эсендә төбәк-ара йәш сәсәндәр конкурсында 5 меңгә яҡын уҡыусы һәм мәктәпкәсә йәштәге балалар ҡатнашҡан.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Стәрлетамаҡ ҡалаһында «Юлдаш» радиоһы «Беҙ бергә!» йыр фестивален үткәрҙе

«Юлдаш»тар йәнә тамашасыһы менән бергә. Стәрлетамаҡ ҡалаһының Юрий Гагарин исемендәге ял паркында радио хеҙмәткәрҙәре башҡорт эстрадаһы йырсылары ҡатнашлығындағы «Беҙ бергә» фестивален үткәрҙе. Мәҙәни-ял үҙәгенең төп сәхнәһенән танһыҡ көй-моңдар, мауыҡтырғыс уйындар, оҫталыҡ дәрестәре лә ойошторолдо.
👍1
Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт драма театрына “Килен” төшә

Коллектив яңы ижад миҙгелен премьера менән башлай. Артистар йәш яҙыусы Заһиҙә Мусинаның повесын сәхнәләштерә. “Килен” ғаилә мөнәсәбәттәре тураһында”, - ти автор. Премьера 4 һәм 5 октябрҙә була.
Йылытыу миҙгеленә әҙерлек аҙағына яҡынлаша

Быйыл яңы федераль программа аҡсаһы ла ҡулланыла, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ объекттары яңыртыла. Коммуналь өлкәлә иң ҙур проблемаларҙың береһе - иҫкергән торбалар, ти тармаҡ хеҙмәткәрҙәре. Республикала йорттарҙы йылытыуға әҙерлек 15 сентябргә тиклем тамамланырға тейеш.
Башҡортостанда күп фатирлы йорттарҙа подъездар төҙөкләндерелә

21
муниципалитетта 760-ҡа яҡын подъезда комплекслы ремон ҡаралған. Был маҡсатта 732 миллион һум аҡса бүленгән, шул иҫәптән республика бюджетынан – 660 миллион һум. “Күп фатирлы йорттарҙың подъездарын ремонтлауҙы 21 ноябргә тамамлау күҙаллана”, - тип белдерҙе Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә республиканың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Ирина Голованова.
26 августа Санкт-Петербургта Башҡортостан көнө үтә

Илдең төньяҡ баш ҡалаһында бер нисә рәсми осрашыу ҡаралған. “Петербургта Республика көнөн уҙғарыу ҙур ваҡиға. Был ҡаланың яңы парктар булдырыу буйынса тәжрибәһе ҙур. Уны өйрәнергә кәрәк”, - тип белдерҙе республика етәксеһе Радий Хәбиров.
Башҡортостан бадминтон оҫталары Бөтә Рәсәй турнирында алтын миҙалдар яуланы

Ярыштар Һарытауҙа үтте. Унда илдең төрлө төбәктәренән 140 спортсы ҡатнашты. Ҡатнаш парҙар араһында беҙҙең республиканан Родион Әлимов һәм Алина Дәүләтова еңеүсе булды. Бынан тыш Родион Әлимов ирҙәр турнирында тағы бер алтын миҙалға лайыҡ булды. Алина Дәүләтова ҡатын-ҡыҙҙар араһында ярыштарҙа бронза награда алды.
Башҡортостанда "Юлдың ҡаршы һыҙаты" тигән акция башланды

Уның барышында автоинспекторҙар ҡаршы һыҙатҡа сығыуҙың хәүефе тураһында әңгәмәләр уҙғара. Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, быйыл ошо сәбәпле 93 авария булған. Уларҙа 33 кешенең ғүмере өҙөлгән, 154 кеше йәрәхәттәр алған. Акция аҙна аҙағына тиклем дауам итә.
Башҡортостанда "Атайлыҡ даны" наградаһына 191 кеше дәғүә итә

Конкурсты ойоштороу комитетында ғаризалар ҡабул итеү һөҙөмтәләре барланды. Еңеүселәр 4 октябрҙә Өфөлә бүләкләнә. Уларға "Атайлыҡ даны" билдәһе һәм диплом тапшырыла. Быйыл номинанттар араһында күп балалы аталар, ирекмәндәр, спортсылар, музыканттар, ҡотҡарыусылар, экологтар, донорҙар бар. Йәмәғәт палатаһы "Атайлыҡ даны" наградаһын 2020 йылда булдырҙы. Ирҙәрҙең балалар тәрбиәләүҙәге һәм йәмғиәт үҫешендәге ролен баһалау маҡсат итеп ҡуйыла.
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Рәсәйҙә бөгөн Дәүләт флагы көнө билдәләнә

Илебеҙҙең өс төҫлө әләме 300 йылдан ашыу тарихҡа эйә. Дәүләт флагы 17-се быуат аҙағында барлыҡҡа килә. Тәүге тапҡыр сәмерғош сигелгән был байраҡ «Орел» хәрби карабында күтәрелә. Аҙаҡ Петр Беренсе указына ярашлы флагтың өлгөһө, горизонталь һыҙаттарҙың тәртибе раҫлана. Өс төҫлө байраҡ 1991 йылдың 22 авгусында тергеҙелә.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Президент Владимир Путин Рәсәй Федерацияһының дәүләт флагы көнө уңайынан ил халҡына мөрәжәғәт итте

Дәүләт флагы беҙҙең берҙәмлек сағылышы. Ул аратабан да беҙҙе алға барырға , еңеүгә һәм Рәсәй данын күтәрергә илһамландырыр тип ышаныс белдергән дәүләт башлығы.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда солоҡ балын етештереү күләме биш тапҡырға арттырыла

2030 йылға Башҡортостанда солоҡ балын етештереү күләмен биш тапҡырға арттырып, йылына 30 тоннаға тиклем еткереү планлаштырылған. Был турала Радий Хәбиров ҡатнашлығында үткән оператив кәңәшмәлә билдәләнде. Солоҡсолоҡто һаҡлау, башҡорт бал ҡорто популяцияһын арттырыу һәм туристик маршруттар булдырыу маҡсатында быйыл республикала түмәр-солоҡ умартасылығына ярҙам программаһы тормошҡа ашырыла башланы. Ошо маҡсатты төбәк ҡаҙнаһынан 20 миллион һум йүнәлтелгән. Дәүләт ярҙамы бал ҡорто күсе, техника һатып алыу, балға лаборатор тикшеренеү уҙғарыу буйынса сығымдарҙың илле процентҡа тиклем суммаһын ҡайтарыу мөмкинлеген бирә. Әлегә төбәктә туғыҙ умартасы был мөмкинлек менән файҙаланған.
Сүп-сар ваҡытында сығарыла башланы

Башҡортостандың ҡайһы бер ҡалаларында сүп-сар сығарыуҙа ҡатмарлыҡтар арҡаһында индерелгән ғәҙәттән тыш тәртип бөтөрөлгән. Краснокама, Тәтешле, Яңауыл райондарында, Ағиҙел һәм Нефтекама ҡалаларында хәл яҡшырған. Был биләмәләрҙә көнкүреш ҡалдыҡтарын сығарыу туҡтатылыу сәбәпле инфекция ауырыуҙары таралыу хәүефе булды. Шуға махсус хеҙмәттәр юғары әҙерлек режимында эшләне. Хәҙер хөкүмәт ҡарары менән ғәҙәттән тыш хәл тәртибе ғәмәлдән сығарылды.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡорт телен өйрәнеү өсөн яңы уҡыу әсбабы презентацияһы үтте

«Башҡорт теле: яңы ҡараш 2.0» проектының маҡсаты-башҡорт телен һаҡлау, үҫтереү һәм популярлаштырыу, республикала һәм Рәсәй төбәктәрендә уны уҡытыу шарттарын яҡшыртыу, Башҡорт телен республикала дәүләт теле булараҡ ҡулланыу тәжрибәһен киңәйтеү. Проект сиктәрендә шулай уҡ уҡыу мобиль ҡушымтаһы эшләнгән һәм өйрәнелгән материалды нығытыу өсөн 10 видеоклип төшөрөлгән. Проект Башҡортостан башлығы гранты ярҙамында тормошҡа ашырылған.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә Нияз Мәжитовты хөрмәтләп иҫкә алдылар

Милли интеллигенция вәкилдәре, уҡыусылары башҡорт археологияһына нигеҙ һалыусы, тарих фәндәре докторы, академик, Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры Нияз Абдулхаҡ улы Мәжитовты хөрмәтләп иҫкә алды.
Мосолман зыяратында ерләнгән шәхес ҡәберенә сәскәләр һалды. Башҡорт халҡының арҙаҡлы улы хаҡында уҡыусылары йылы хәтирәләре менән бүлеште.Оҫта лектор, төплө фәнни эштәр авторының, тарихи асыштары хәҙерге заманда ла фәнгә һәм халыҡҡа хеҙмәт итә.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә «Башҡортостанда Рәсәйҙе өйрәнәбеҙ» туристик программаһы ойошторолдо

24 июндән 22 августҡа тиклем юғары уҡыу йорто Рәсәйҙең яңы субъекттарынан :Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларынан, Запорожье өлкәһенән Рәсәй субьекттарынан 511 өлкән класс уҡыусыларын ҡабул итте. Тәүге дүрт сменала 227, ә ҡалған өсәүһендә 284 уҡыусы өҫтәмә үҫтереү программаһы буйынса профилле лагерҙа ял иткән. 14-17 йәшлек үҫмерҙәр профориентация, мәҙәни -ағартыу, ижтимағи- сәйәси йүнәлеш буйынса программаларҙа ҡатнашҡан. Башҡортостан миҫалында Рәсәйҙе өйрәнеү прграммаһының маҡсаты- буласаҡ абитуриенттарға дөрөҫ һөнәри йүнәлеш биреү, тарих һәм бөгөнгө ысынбарлыҡҡа таянып илһөйәр йәштәр тәрбиәләү.
Башҡортостандың өҫтәмә белем биреү педагогтары Бөтә Рәсәй конкурсы финалында ҡатнаша

"Йөрәгемде балаларға бирәм" тигән бәйге Педагог һәм остаз йылына бағышлана. Унда беҙҙең республиканан Өфө һәм Нефтекама уҡытыусылары - Татьяна Воробьева һәм Дилара Хәбирова ҡатнаша. Финал сентябрь аҙағында Санкт-Петербургта була, тип хәбәр итәләр Мәғариф һәм фән министрлығынан.
Өфөлә Йылы күл тәртипкә килтерелә

Был турала ҡала хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев социаль селтәрҙә яҙа. - Быйыл яр буйы, пляж, пикник биләмәһе, йәйәүлеләр өсөн һуҡмаҡтар төҙөкләндерелә, - ти ул. Эштәр Өфөнөң юбилейы алдынан тамамланырға тейеш. Киләһе йылда Республика баш ҡалаһы 450 йыллығын билдәләй.
Быйыл Башҡортостанда күп фатирлы йорттарҙы капиталь ремонтлау өсөн 6 миллиард ярым һум тотонола

Был турала Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығынан хәбәр итәләр. Ошо сумманан 400 миллион һум иҫке лифттарҙы алмаштырыу өсөн тәғәйенләнә. 100 миллион һумдан ашыу аҡса ҡыйыҡтарҙы ремонтлауға бүленгән. Капиталь ремонт барышында 700-ҙән ашыу эш башҡарыла.
"Һөт иле" ғаилә фестивале быйыл 2 сентябрҙә уҙғарыла

Ул Ағиҙел яры буйында - Дуҫлыҡ монументы янында ойошторола. Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, республикала һөт етештереү арта бара. 80-гә яҡын предприятие һөт эшкәртеү менән шөғөлләнә. "Һөт иле" фестивале Башҡортостанда 2011 йылдан уҙғарыла. Маҡсаты - һөт һәм һөт ризыҡтарын ҡулланыуҙы арттырыу, халыҡты сәләмәт тормошҡа ылыҡтырыу.