БСТ | Яңылыҡтар – Telegram
БСТ | Яңылыҡтар
2.24K subscribers
5.35K photos
9.45K videos
1 file
215 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда Салауат Юлаев исемендәге икенсе батальон штабы филиалдары асылды

Стәрлетамаҡ, Туймазы, Нефтекама, Баҡалы һәм Малаяҙҙа Салауат Юлаев исемендәге икенсе ирекле батальон штабы филиалдары асылды. Яңы батальон сафында хәрби хеҙмәт үтергә теләп 200-ҙән ашыу кеше мөрәжәғәт иткән. Салауат Юлаев исемендәге батальон Рәсәй милли гвардияһы ҡарамағында ойошторола һәм хәрбиҙәргә дәүләт тарафынан ҡаралған бөтә социаль льготалар бирелә.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Дәүләт хеҙмәттәре» порталы аша һалым түләүҙә яңы мөмкинлектәр

Һалым түләүҙең яңы ысулы. Хәҙер ҡаҙнаға аҡсаны «Дәүләт хеҙмәттәре» порталы аша өйҙән сыҡмайынса күсерергә мөмкин. Яңы ысулдың үҙенсәлектәре хаҡында репортаж.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Республика мәктәптәре 1 сентябргә балаларҙы ҡабул итергә әҙерләнә

Белем усаҡтарында ремонт эштәре тамамланыу алдында. Бынан тыш, янғынға ҡаршы тәртип тикшерелә. Уттан һаҡланыу системаһы, эвакуация юлдары, электр ҡоролмаларына иғтибар ителә. Сираттағы профилактик сара барышын БЮТ ижади төркөмө күҙәтте.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Башҡортостан ихаталары» программаһы буйынса Туймазы ҡалаһында тренажерҙар урынлаштырылды

Үҫмер егеттәр хәҙер телефондарына бик һирәк текләй. Уларҙың күп ваҡыттыры йорт ихатаһында, саф һауала үтә. Малайҙар турникта күтәрелеү буйынса ярышһа, кескәйерәктәр ҡулдарына таянып кәүәҙәһен күтәрә, ҡулдар бысрамай, майҙанға йомшаҡ япма түшәлгән. 450 квадрат метрлыҡ футбол майҙансығы туп һуҡҡанда бөгөлмәүсе биш метрлыҡ ҡойма менән уратып алынған. Бында баскетбол уйнарға ла мөмкин. Майҙансыҡ күбәләк формаһында эшләнгән. Ихата проекты яҙыусы Аксаков әкиәттәре темаһына арналған.
💩1
Башҡортостанда Бөтә Рәсәй уйын фестивале уҙғарыла

Республика Башлығы ошо турала Указға ҡул ҡуйҙы. Бер майҙансыҡта фән, мәғариф, сәнәғәт, йәмәғәтселек вәкилдәре осраша. Балалар үҫеше өсөн уйын мөмкинлектәрен киңерәк файҙаланыуға иғтибар була. Фестиваль 14-17 сентябрҙә Өфөлә, Совет майҙанында ойошторола. Көн һайын уйынсыҡтар күргәҙмәләре эшләйәсәк.
Яғыулыҡҡа хаҡ күтәрелеүе арҡаһында республика ауыл хужалығында сығымдар өс миллиард һумға артҡан

Вице-премьер, ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов белдереүенсә, бөгөн урып йыйыу эштәренә, ужым сәсеү, баҫыуҙарҙы эшкәртеүгә 80 мең тонна тирәһе дизель яғыулығы талап ителә. Бер тонна йәйге яғыулыҡтың ваҡ күмәртә хаҡы 72 мең һумға тиклем күтәрелгән. Июль башынан хаҡ 35 процентҡа артҡан. Былтырғы осор менән сағыштырғанда 22 процентҡа күберәк.
1 сентябрҙән мәктәп уҡыусылары һәм студенттар ҡала яны поездарында ярты хаҡҡа йөрөй ала

Башҡортостан ҡала яны пассажирҙар компанияһынан белдереүҙәренсә, 50 процентлыҡ ташлама республика биләмәһендә ғәмәлдә була. Ташламалы хаҡҡа билеттар алыу өсөн уҡыусыларға мәктәптән белешмә, студенттарға шәхес таныҡлығын күрһәтеү талап ителә.
👍1
Өфө аш-һыу байрамына әҙерләнә

Фестиваль 25-27 августа уҙғарыла. "Өфө-Арена" янындағы майҙансыҡта 80-дән ашыу ресторан аш-һыу тәҡдим итә. Ашнаҡсылар, бармендар араһында конкурстар ҡаралған. Балалар өсөн оҫталыҡ дәрестәр уҙғарыла. Шулай уҡ билдәле артистар сығыштары көтөлә, тип хәбәр итәләр мэриянан.
👍1
Рәсәй халыҡтар йорто “СВОи – Үҙебеҙҙекеләр” проектының яңы этабын башланы

Ул махсус хәрби операция барышында милләт-ара дуҫлыҡҡа арнала. Ойоштороусылар яугирҙәрҙең батырлығын сағылдырған материалдар туплай. Алғы һыҙыҡта алышҡан һалдаттар хаҡында фото, видео әҙерләргә кәрәк. Герой тураһында тулы белешмә биреү, уның милләтен күрһәтеү мотлаҡ. “Батырҙарыбыҙ менән ғорурланабыҙ. Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ. Беҙҙең маҡсат – ил халҡы өсөн мөһим булған архив туплау”, - тип белдерә ойоштороусылар. Проект тураһында тулыраҡ мәғлүмәт менән Рәсәй халыҡтар йорто сайтында һәм социаль селтәрҙә танышырға мөмкин.
🤮1
"Салауат Юлаев" Омскиҙа миҙгел алды турнирын уңышлы башланы

Юлаевсылар тәүге уйынын Түбәнге Каманан "Нефтехимик" менән уҙғарҙы һәм 5-2 иҫәбенә еңеү яуланы. Бөгөн "Салауат Юлаев" Ярославлдән "Локомотив" менән көс һынаша. Турнирҙа шулай уҡ майҙан хужалары - "Авангард" һәм Ҡаҙағстандан "Барыҫ" сығыш яһай.
Башҡортостанда биш пенсионер бәшмәк менән ағыуланып реанимацияға эләккән

Был хәл Салауат районында булған. Өфөнән 60 йәштән өлкән бер нисә кеше Лаҡлы ауылына ҡунаҡҡа килгән. Бергәләшеп бәшмәккә барғандар. Йыйғанды бешереп ашағас үҙҙәрен насар тойғандар. Улар Малаяҙ үҙәк дауаханаһына оҙатылған. Белгестәр әйтеүенсә, ағыуланыуҙың тәүге симптомдары асыҡланыу менән ашығыс ярҙам саҡыртырға кәрәк, үҙ аллы дауаланырға ярамай.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Өфө-Арена» янындағы майҙанда ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан яугирҙарҙы оҙатыу тантанаһы үтте

Ғаиләләре янында улар ике аҙна булған. Мобилизацияға алынып, хәрби бурыстарын намыҫ менән башҡарған яҡташтарыбыҙ тураһында киләһе яҙма.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Атайсал» проекты сиктәрендә Шәйехзада Бабичтың илһамланып ижад иткән шишмә сығанағы төҙөкләндерелә

Башҡорт шағиры Шәйехзада Бабичтың илһамланып ижад иткән шишмә сығанағы төҙөкләндерелә. Бының өсөн Мишкә районы Ҡыйғаҙытамаҡ ауылында йәшәүселәр 250 мең һумдан ашыу аҡса йыйған. «Атайсал» проекты сиктәрендә башҡарылған изге эштәр бөгөн тамамланыу алдында.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә «Волга буйы театрҙары» фестиваленең төбәк этабы еңеүселәре спектаклдәре ҡуйлды

Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының бәләкәй сәхнәһендә «Волга буйы театрҙары» округ йәмәғәт фестиваленең төбәк этабы еңеүселәре спектаклдәре тамашасы хөкөмөнә сығарылды.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда Волга буйы федераль округының «Йыйын-2023» 4-се йәштәр граждандар форумы үтә

Бөрйән районында дүрт көн дауам иткән сара палаткалы лагерь форматында ойошторола. Форум Башҡортостан һәм Волга буйы федераль округы төбәктәре йәштәрен, Мәскәүҙә, Санкт-Петербургта, Ҡазанда белем алған республика студенттарын берләштерҙе. Башҡортостанда дүртенсе йыл рәттән үткән форумда ҡатнашыусылар һаны буйынса быйыл рекорд ҡуйылды - Йыйында 1 мең ярымдан ашыу кеше эшлекле һәм ижади майҙансыҡтарҙа осрашты
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан игенселәре 2 миллион тоннанан ашыу ашлыҡ урып һуҡҡан

Планға ярашлы, 3 миллион тоннанан ашыу иген йыйыу бурысы ҡуйылған. Бөртөклө культура ултыртылған дөйөм майҙандың өстән ике өлөшө, йәки миллион гектарҙар ашыу баҫыу эшкәртелгән. Гектар ҡеүәте яҡынса 21 центнер тәшкил итә. Бынан тыш, республикала ужым арышын йыйыу тамамланған. Был культура 670 тоннанан ашыу уңыш алып килгән. Шул уҡ ваҡытта иртә культураларҙы урыу буйынса эш дауам итә. Ырҙын табаҡтарына 700 тонна арпа, 370 тонна яҙғы бойҙай оҙатылған. Бының менән бергә баҫыу уңғандары ужым культураларын сәсеүгә төшкән.
Башҡортостанда баҡсасылар өсөн Республика Башлығы гранттары биреү тәртибе раҫланды

Документ менән рәсми мәғлүмәттәр порталында танышырға мөмкин. Спорт, уйын, ял итеү биләмәләре төҙөлөшө, видеокүҙәтеү системаһын булдырыу, янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса проекттарға өҫтөнлөк бирелә. Һәр муниципалитеттан иң күбе өс ғариза ҡабул ителә. Республика Башлығы Радий Хәбиров иң яҡшы баҡсасылыҡ ширҡәттәре өсөн йыл һайын 10 грант биреү тураһында Указға ҡул ҡуйҙы. Киләһе йылда бының өсөн бюджеттан 5 миллион һум ҡаралған.
Шишмә районы Алкин ауылында башланғыс мәктәп ябылды

Унда санитар нормалар үтәлмәгән. Был турала муниципалитет етәксеһе Ришат Мансуров хәбәр итә. Мәктәп кластары балалар баҡсаһы менән бер бинала урынлашҡан булған. Был санитар-эпидемиологик талаптарға ҡаршы килә. Быйыл уҡытыу өсөн рөхсәт алып булмаған. Балалар Алкин-2 һәм Йоматау ауылы мәктәптәрендә белем аласаҡ. Улар мәктәп автобусы менән алып барыла.
Башҡортостан милли һәм Олимпия төрҙәре булмаған тәүге Евразия уйындарына әҙерләнә

Спорт байрамы иртәгә башлана һәм 28 авгусҡа тиклем үтә. Өфөгә 20-нән ашыу илдән 800-гә яҡын кеше килеүе көтөлә. Программала армрестлинг, гер спорт, компьютер уйындары, арҡан тартыш, полиатлон, бысаҡ ташлау ярыштары ҡаралған. Фестиваль барышында Евразия халыҡтарының спорт өлкәһендә хеҙмәттәшлеге буйынса конференция ла уҙғарыла.
Рәсәй иҡтисады донъяла иң эреләр рәтенә ингән

Был турала Президент Владимир Путин белдерҙе. -2022 йыл һөҙөмтәләре буйынса Рәсәй иҡтисады Германияныҡын үтеп китте һәм бишенсе урынға күтәрелде. Был иң мөһим күрһәткестәрҙең береһе, - тине ул. Бөтә донъя банкы төҙөгән исемлектә беренсе урындарға Ҡытай, Америка ҡушма штаттары, Һиндостан һәм Япония иҡтисадтары ҡуйылған.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров Волга буйы федераль округының «Йыйын-2023» 4-се йәштәр граждандар форумында ҡатнашты

Башҡортостанда Волга буйы федераль округының «ЙЫЙЫН-2023» 4-се йәштәр граждандар форумы үтә. Бөрйән районында дүрт көн дауам иткән сара палаткалы лагерь форматында ойошторола. Форум Башҡортостан һәм Волга буйы федераль округы төбәктәре йәштәрен, Мәскәүҙә, Санкт-Петербургта, Ҡазанда белем алған республика студенттарын берләштерҙе. Башҡортостанда дүртенсе йыл рәттән үткән форумда ҡатнашыусылар һаны буйынса быйыл рекорд ҡуйылды - Йыйында 1 мең ярымдан ашыу кеше эшлекле һәм ижади майҙансыҡтарҙа осрашты. Шулай уҡ ҡыҫҡа метражлы йәштәр киноһы фестивале, дизайнерҙар конкурсы, «Атайсал» йәш яҡташтар һәм «Беренселәр хәрәкәте» осрашыуы ойошторола. Форумда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та ҡатнашты.