БСТ | Яңылыҡтар – Telegram
БСТ | Яңылыҡтар
2.25K subscribers
5.35K photos
9.45K videos
1 file
215 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Өфө аш-һыу байрамына әҙерләнә

Фестиваль 25-27 августа уҙғарыла. "Өфө-Арена" янындағы майҙансыҡта 80-дән ашыу ресторан аш-һыу тәҡдим итә. Ашнаҡсылар, бармендар араһында конкурстар ҡаралған. Балалар өсөн оҫталыҡ дәрестәр уҙғарыла. Шулай уҡ билдәле артистар сығыштары көтөлә, тип хәбәр итәләр мэриянан.
👍1
Рәсәй халыҡтар йорто “СВОи – Үҙебеҙҙекеләр” проектының яңы этабын башланы

Ул махсус хәрби операция барышында милләт-ара дуҫлыҡҡа арнала. Ойоштороусылар яугирҙәрҙең батырлығын сағылдырған материалдар туплай. Алғы һыҙыҡта алышҡан һалдаттар хаҡында фото, видео әҙерләргә кәрәк. Герой тураһында тулы белешмә биреү, уның милләтен күрһәтеү мотлаҡ. “Батырҙарыбыҙ менән ғорурланабыҙ. Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ. Беҙҙең маҡсат – ил халҡы өсөн мөһим булған архив туплау”, - тип белдерә ойоштороусылар. Проект тураһында тулыраҡ мәғлүмәт менән Рәсәй халыҡтар йорто сайтында һәм социаль селтәрҙә танышырға мөмкин.
🤮1
"Салауат Юлаев" Омскиҙа миҙгел алды турнирын уңышлы башланы

Юлаевсылар тәүге уйынын Түбәнге Каманан "Нефтехимик" менән уҙғарҙы һәм 5-2 иҫәбенә еңеү яуланы. Бөгөн "Салауат Юлаев" Ярославлдән "Локомотив" менән көс һынаша. Турнирҙа шулай уҡ майҙан хужалары - "Авангард" һәм Ҡаҙағстандан "Барыҫ" сығыш яһай.
Башҡортостанда биш пенсионер бәшмәк менән ағыуланып реанимацияға эләккән

Был хәл Салауат районында булған. Өфөнән 60 йәштән өлкән бер нисә кеше Лаҡлы ауылына ҡунаҡҡа килгән. Бергәләшеп бәшмәккә барғандар. Йыйғанды бешереп ашағас үҙҙәрен насар тойғандар. Улар Малаяҙ үҙәк дауаханаһына оҙатылған. Белгестәр әйтеүенсә, ағыуланыуҙың тәүге симптомдары асыҡланыу менән ашығыс ярҙам саҡыртырға кәрәк, үҙ аллы дауаланырға ярамай.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Өфө-Арена» янындағы майҙанда ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан яугирҙарҙы оҙатыу тантанаһы үтте

Ғаиләләре янында улар ике аҙна булған. Мобилизацияға алынып, хәрби бурыстарын намыҫ менән башҡарған яҡташтарыбыҙ тураһында киләһе яҙма.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Атайсал» проекты сиктәрендә Шәйехзада Бабичтың илһамланып ижад иткән шишмә сығанағы төҙөкләндерелә

Башҡорт шағиры Шәйехзада Бабичтың илһамланып ижад иткән шишмә сығанағы төҙөкләндерелә. Бының өсөн Мишкә районы Ҡыйғаҙытамаҡ ауылында йәшәүселәр 250 мең һумдан ашыу аҡса йыйған. «Атайсал» проекты сиктәрендә башҡарылған изге эштәр бөгөн тамамланыу алдында.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә «Волга буйы театрҙары» фестиваленең төбәк этабы еңеүселәре спектаклдәре ҡуйлды

Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының бәләкәй сәхнәһендә «Волга буйы театрҙары» округ йәмәғәт фестиваленең төбәк этабы еңеүселәре спектаклдәре тамашасы хөкөмөнә сығарылды.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда Волга буйы федераль округының «Йыйын-2023» 4-се йәштәр граждандар форумы үтә

Бөрйән районында дүрт көн дауам иткән сара палаткалы лагерь форматында ойошторола. Форум Башҡортостан һәм Волга буйы федераль округы төбәктәре йәштәрен, Мәскәүҙә, Санкт-Петербургта, Ҡазанда белем алған республика студенттарын берләштерҙе. Башҡортостанда дүртенсе йыл рәттән үткән форумда ҡатнашыусылар һаны буйынса быйыл рекорд ҡуйылды - Йыйында 1 мең ярымдан ашыу кеше эшлекле һәм ижади майҙансыҡтарҙа осрашты
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан игенселәре 2 миллион тоннанан ашыу ашлыҡ урып һуҡҡан

Планға ярашлы, 3 миллион тоннанан ашыу иген йыйыу бурысы ҡуйылған. Бөртөклө культура ултыртылған дөйөм майҙандың өстән ике өлөшө, йәки миллион гектарҙар ашыу баҫыу эшкәртелгән. Гектар ҡеүәте яҡынса 21 центнер тәшкил итә. Бынан тыш, республикала ужым арышын йыйыу тамамланған. Был культура 670 тоннанан ашыу уңыш алып килгән. Шул уҡ ваҡытта иртә культураларҙы урыу буйынса эш дауам итә. Ырҙын табаҡтарына 700 тонна арпа, 370 тонна яҙғы бойҙай оҙатылған. Бының менән бергә баҫыу уңғандары ужым культураларын сәсеүгә төшкән.
Башҡортостанда баҡсасылар өсөн Республика Башлығы гранттары биреү тәртибе раҫланды

Документ менән рәсми мәғлүмәттәр порталында танышырға мөмкин. Спорт, уйын, ял итеү биләмәләре төҙөлөшө, видеокүҙәтеү системаһын булдырыу, янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса проекттарға өҫтөнлөк бирелә. Һәр муниципалитеттан иң күбе өс ғариза ҡабул ителә. Республика Башлығы Радий Хәбиров иң яҡшы баҡсасылыҡ ширҡәттәре өсөн йыл һайын 10 грант биреү тураһында Указға ҡул ҡуйҙы. Киләһе йылда бының өсөн бюджеттан 5 миллион һум ҡаралған.
Шишмә районы Алкин ауылында башланғыс мәктәп ябылды

Унда санитар нормалар үтәлмәгән. Был турала муниципалитет етәксеһе Ришат Мансуров хәбәр итә. Мәктәп кластары балалар баҡсаһы менән бер бинала урынлашҡан булған. Был санитар-эпидемиологик талаптарға ҡаршы килә. Быйыл уҡытыу өсөн рөхсәт алып булмаған. Балалар Алкин-2 һәм Йоматау ауылы мәктәптәрендә белем аласаҡ. Улар мәктәп автобусы менән алып барыла.
Башҡортостан милли һәм Олимпия төрҙәре булмаған тәүге Евразия уйындарына әҙерләнә

Спорт байрамы иртәгә башлана һәм 28 авгусҡа тиклем үтә. Өфөгә 20-нән ашыу илдән 800-гә яҡын кеше килеүе көтөлә. Программала армрестлинг, гер спорт, компьютер уйындары, арҡан тартыш, полиатлон, бысаҡ ташлау ярыштары ҡаралған. Фестиваль барышында Евразия халыҡтарының спорт өлкәһендә хеҙмәттәшлеге буйынса конференция ла уҙғарыла.
Рәсәй иҡтисады донъяла иң эреләр рәтенә ингән

Был турала Президент Владимир Путин белдерҙе. -2022 йыл һөҙөмтәләре буйынса Рәсәй иҡтисады Германияныҡын үтеп китте һәм бишенсе урынға күтәрелде. Был иң мөһим күрһәткестәрҙең береһе, - тине ул. Бөтә донъя банкы төҙөгән исемлектә беренсе урындарға Ҡытай, Америка ҡушма штаттары, Һиндостан һәм Япония иҡтисадтары ҡуйылған.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров Волга буйы федераль округының «Йыйын-2023» 4-се йәштәр граждандар форумында ҡатнашты

Башҡортостанда Волга буйы федераль округының «ЙЫЙЫН-2023» 4-се йәштәр граждандар форумы үтә. Бөрйән районында дүрт көн дауам иткән сара палаткалы лагерь форматында ойошторола. Форум Башҡортостан һәм Волга буйы федераль округы төбәктәре йәштәрен, Мәскәүҙә, Санкт-Петербургта, Ҡазанда белем алған республика студенттарын берләштерҙе. Башҡортостанда дүртенсе йыл рәттән үткән форумда ҡатнашыусылар һаны буйынса быйыл рекорд ҡуйылды - Йыйында 1 мең ярымдан ашыу кеше эшлекле һәм ижади майҙансыҡтарҙа осрашты. Шулай уҡ ҡыҫҡа метражлы йәштәр киноһы фестивале, дизайнерҙар конкурсы, «Атайсал» йәш яҡташтар һәм «Беренселәр хәрәкәте» осрашыуы ойошторола. Форумда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та ҡатнашты.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров күләмле агросәнәғәт паркы төҙөлөшөнә старт бирҙе

Етештереү, логистика, инженер инфраструктураһы булған «Таврос Агропарк» Өфө районының Подымалов ауылы янында урынлаша. Унда ауыл хужалығы тауарҙары етештереүселәр өсөн бар уңайлыҡтар ҡаралған. Төп арендаторҙар «Евразия» күмәртә-ваҡлап һатыу үҙәге һәм республиканың сауҙа селтәрҙәре. Шулай уҡ сит ил импортерҙары өсөн дә урын бүленәсәк.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостандың ЗАГС бүлексәләрендә ике йөҙҙән ашыу пар теркәлде

Аҙна уртаһы булыуға ҡарамаҫтан, матур дата - 2023 йылдың 23 авгусында законлы никахҡа инеүселәр күп булды. Башҡортостандың ЗАГС бүлексәләрендә ике йөҙҙән ашыу пар теркәлде. «Именлек» республика геронтология үҙәгендә йәшәүсе ғаиләләр һаны ла берәүгә артты. Харьков өлкәһенән Башҡортостанға күсенеп килгән Екатерина Тендитная социаль учреждениела үҙ бәхетен осратҡан. Тулыраҡ видеояҙмала.
🎉2
Өфөлә Ағиҙел яры буйында йәнә автомобилдәр хәрәкәте сикләнә

Иҫке күперҙе капиталь ремонтлауға бәйле 5 сентябрҙән яңы йылға тиклем Ағиҙел йылғаһының Яр буйы урамы өлөшләтә ябыла. Баш ҡала хакимиәтенән белдереүҙәренсә, был осорҙа ҡалаға ингән урында тығындар булыуы ихтимал. Аркалы Ағиҙел күперенә капиталь ремонт 2022 йылдың мартында башланды. Ул Өфөнөң 450 йыллығына төҙөлгән объекттарҙың береһе. Күпер файҙаланыуға тапшырылғандан һуң баш ҡаланың көньяҡ ҡапҡаларында 11 һыҙат буйынса автомобилдәр хәрәкәт итә аласаҡ.
Башҡортостанда социаль эшҡыуарҙарға ярты миллионлыҡ гранттар таратыла

500 мең һумлыҡ финанс ярҙамға ғаризалар 24 августа ҡабул ителә башлай. Гранттар конкурсы “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарҙар башланғысына ярҙам” милли проекты барышында үткәрелә. Грант алғандан һуң еңеүселәр өс йыл эсендә социаль эшмәкәрлеген дауам итергә һәм социаль предприятие статусын раҫларға тейеш. Аҡса биналарҙы ҡуртымға алыу һәм ремонт үткәреү, оргтехника, ҡорамалдар, сеймал һатып алыу, шулай уҡ лизингка, коммуналь хеҙмәттәргә түләүгә йүнәлтелергә тейеш. Конкурсҡа документтар Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығында 18 сентябргә тиклем ҡабул ителә.
Өфөлә Аксаков исемендәге баҡсала скейт-парк булдырылды

Шулай уҡ инженер коммуникациялары үткәрелгән, киоск, китапхана, сәхнә, амфитеатр урындары билдәләнгән. Был турала социаль селтәрҙә ҡала хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев хәбәр итә. Аксаков баҡсаһы реконструкцияға ябылды. Эштәр нояргә тиклем тамамланырға тейеш.
👍2
Өфө халҡын саф һауала кино ҡарарға саҡыралар

Был шәмбе "Кино төнө" Бөтә Рәсәй акцияһы уҙғарыла. Уға Башҡортостан да ҡушыла. Өфөлә Салауат Юлаев һәйкәле янындағы амфитеатрҙа "Чебурашка" комедияһын, тарихи драма һәм йыһанда төшөрөлгән фильм ҡарарға мөмкин була. Улар бушлай күрһәтелә, сеанс киске сәғәт 8-ҙә башлана.
Башҡортостанда мәктәп ашханаларында Италия аш-һыуы тәҡдим ителә

Рецептарҙың яңыртылыуы тураһында социаль селтәрҙә Сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев яҙа. Уҡыусылар "Наполи" тигән фрикаделька, митбол, тауыҡ итенән наггетс, ризотто һәм башҡа ризыҡ менән һыйлана ала. Меню ашханаларҙа файҙаланыу өсөн тәҡдим ителгән.
👍2