Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Салауат районында биш кеше бәшмәктән ағыуланып дауаханаға эләккән
Пациенттарҙың бөтәһе лә өлкән йәштә. Зыян күреүселәргә ярҙам күрһәтелгән, хәлдәре тотороҡло. Инфекция госпиталдәре уяу: бәшмәк миҙгеле башланды. Йылдағыса нәҡ август аҙаҡтарында палаталарҙа майлы үҫемлектән ағыуланған пациенттар арта. Бәшмәкте нисек хәүефһеҙ йыйырға һәм ашарға? Яуап видеояҙмала.

😱1
Өфөнөң үҙәк урамдары машиналар өсөн ябыла
Баш ҡалала ҙур саралар – урам театрҙары фестивале, “Геройҙар дәүере” Бөтә Рәсәй конкурсы финалы һәм гала-концерты, шулай уҡ полиция патруль-пост хеҙмәтенең 100 йыллығына арналған тантана үткәрелә. Сикләүҙәр ошоға бәйле индерелә. 26 августа иртәнге сәғәт 8-ҙән көндөҙгө 3-кә тиклем Ленин урамының Коммунистик урамынан алып Краснодон урамына тиклемге өлөшө ябыҡ була. Коммунистик урамының Ленин – Мостай Кәрим, Мостай Кәрим урамының 8-се йорттан алып Коммунистик урамына тиклемге арауығында машиналар йөрөшө туҡтатыла. 26, 27 һәм 29 августа Пушкин һәм Совет урамдарында өлөшләтә транспорт хәрәкәте сикләнә.

Бүздәктә республиканың иң ҙур бәлеше бешерелде
Диаметры 140 сантиметр, ауырлығы 185 килограмм. Бүздәк ауылында республиканың иң ҙур бәлеше бешерелде. Рекорд райондың туризм брендына әйләнгән «Бәлешфест» байрамында ҡуйылды.

🔥2
Өфөлә халыҡты саф һауала кино ҡарарға саҡыралар
Бөгөн "Кино төнө" Бөтә Рәсәй акцияһы уҙғарыла. Уға Башҡортостан да ҡушыла. Баш ҡалала Салауат Юлаев һәйкәле янындағы амфитеатрҙа "Чебурашка" комедияһын, тарихи драма һәм йыһанда төшөрөлгән фильм ҡарарға мөмкин була. Улар бушлай күрһәтелә, сеанс киске сәғәт 8-ҙә башлана.

Башҡортостанда урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү проекттары 889 миллион һумға финансланған
Был сумманың 600 миллионы республика ҡаҙнаһынан бүленгән, 140 миллионды район һәм ҡала бюджеттары өҫтәгән, ҡалған сумма - бағыусылар һәм халыҡ өлөшө. Быйыл программаға ярашлы, 700-ҙән ашыу проект ғәмәлгә ашырылған. Уйын һәм спорт майҙансыҡтары, скверҙар, шишмәләр тәртипкә килтерелгән, юлдар төҙөкләндерелгән, һыу торбалары ремонтланған. Программа киләһе йылда ла ғәмәлгә ашырыла.

Өфөлә «Геройҙар ваҡыты» патриотик йырҙар фестивале!
26-27 августа Өфөлә 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының данлы командиры Миңлеғәле Шайморатовтың тыуған көнө айҡанлы күләмле саралар үтә. Шуларҙың береһе – «Геройҙар ваҡыты» патриотик йырҙар фестивале!
"Геройҙар ваҡыты" патриотик йырҙар конкурсының финалы һәм гала-концертында Асҡар Абдразаҡов, Таисия Повалий, Мәрйәм Мирабова, Иван Замотаев, Игорь Демарин, Варвара, Глеб Матвейчук, Инна Рудник, Екатерина Гладышева, "Республика" һәм "Бабкины внуки" төркөмдәре сығышын ҡарарға мөмкин!
Урыны - Совет майҙаны, 26 август, 18.00; 27 август - 17.00.
Тулыраҡ мәғлүмәт - видеола.

👎1
Санкт-Петербургта Башҡортостан көндәре үтә
Беҙҙең республика делегацияһын Радий Хәбиров етәкләй. Программала эшлекле осрашыуҙар, һөйләшеүҙәр, мәҙәни сараларҙа ҡатнашыу ҡаралған. Эшлекле форумда Башҡортостандың инвестиция һәм иҡтисади мөмкинлектәре менән таныштырыу була. Радий Хәбировтың Санкт-Петербург губернаторы Александр Беглов менән осрашыуы, стратегик килешеүҙәргә ҡул ҡуйыу көтөлә. Бөгөн кис "Башҡортостан дуҫтарын йыя" тигән концерт планлаштырылған.

👍1
Бөгөн Өфөлә “Геройҙар дәүере” икенсе Бөтә Рәсәй конкурсы финалы уҙғарыла
Ул композиторҙар һәм шағир-башҡарыусылар араһында ойошторола. Проекттың маҡсаты – балалар һәм йәштәргә патриотик тәрбиә биреү, илһөйәрлек темаһына арналған йырҙарҙы популярлаштырыу. Сараның приз фонды 1 миллион һум. Бөгөн Совет майҙанында конкурстың финалы була.Ул сәғәт алтыла башлана. Иртәгә Гала-концертта Рәсәй эстрадаһы йондоҙҙары сығыш яһай.

Бәләбәй ҡалаһында икмәк бешереү һәм тәм-том әҙерләү селтәре булдырыла
Йылдам үҫеш биләмәһендә яңы резидент теркәлде. Ул проектты ғәмәлгә ашырыу өсөн 7 миллион ярым һум тотонорға әҙер. Беренсе вице-премьер-Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов белдереүенсә, әле республикала 129 компания йылдам үҫеш биләмәләре резиденты статусын алған. Уларға һәр төрлө ташламалар ҡаралған. "Бәләбәй" йылдам үҫеш биләмәһендә 22 резидент теркәлгән.

Башҡортостан делегацияһы Санкт-Петербургта парктарҙы төҙөкләндереү менән танышты
Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы, Ҡалалар үҫеше институты вәкилдәре йәмәғәт биләмәләрендә булды. Исаакиев майҙанында баҡса 2023 йылда булдырылған. Бында үҫентеләр тупраҡҡа түгел, айырым һауыттарға ултыртылған, уларҙың төрлө тәртиптә урынлаштырып була. "Яңы Голландия паркы" айырым утрауҙа булдырылған. Бында тарихи ҡоролмалар реставрацияланған. Башҡортостан делегацияһы Санкт-Петербургта коллегалары менән осрашты, тәжрибә уртаҡлашты.

Сибайҙа урамдар тағы яҡтыраҡ була
Ҡала хакимиәте яҡтыртыу системаһын яңыртыу өсөн 200 миллион һум бүлергә әҙер. Әле эште башҡарасаҡ компания асыҡлана. 8 ай эсендә 5 меңдән ашыу лампа алмаштырылырға тейеш. Энергияны һаҡсыл ҡулланыуға өҫтөлөк бирелә. Урамдарҙағы бөтә фонарҙәр менән берҙәм диспетчер хеҙмәт идара итә.

Санкт-Петербурта Башҡортостан Республикаһы көндәре башланды
Уның барышында бизнесмендар өсөн майҙансыҡтар ойошторолдо. Уларҙа 140 предприятие ҡатнашты. Шулай уҡ Башҡортостан тауарҙары йәрминкәһе эшләй, аш-һыу фестивале бара. Дәүләт академия капеллаһы биләмәһендә мәҙәни программа ойошторолған. -Бындай ҙур, ҡыҙыҡлы, мәҙәни саралар Башҡортостан һәм Санкт-Петербург араһында хеҙмәттәшлекте нығытыу мөмкинлеге бирә. Беҙҙең мәҙәниәт, йолалар менән танышыусыларҙың беҙгә килеүҙәрен көтәбеҙ, тип хәбәр итәләр Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министрлығынан. Санкт-Петербургтағы Һарай майҙанында башҡорт халҡының мәҙәниәтен, аш-һыуын, көнкүрешен сағылдырған биш тирмә ҡоролған.

Санкт-Петербургта Башҡортостан көндәре пушка залпы менән рәсми асылды
Был турала бөгөн Башҡортостан башлығы социаль селтәрҙәге сәхифәләрендә яҙып сыҡты. Өс быуат элек Петропавлов ҡәлғәһе Нарышкин бастионындағы пушка тауышы көн башланыуы һәм ҡояш байыуы тураһында хәбәр иткән. Тарихи йола илебеҙҙең дәүләтселек тарихы менән бәйле. Бөгөн беҙ ҙә туптан атып Санкт-Петербург ҡалаһында Башҡортостан көнөдәренә рәсми старт бирҙе.

Башҡортостанда «шайморатов кластары» уҡыусылары өсөн икенсе смена башланды
Шайморатов тоҡомдары сигенә белмәй. Бөгөн республиканың төрлө мәктәптәрендә Шайморатов кластарында белем алыусы 7,8, класс уҡыусылары өсөн Рәсәй Геройы Максим Серафимов исемендәге «Патриот» паркында профиль сменаһы башланды. Малай һәм ҡыҙҙар биш көн дауамында хәрби әҙерлек күнекмәләре үтәсәк. Көндөң тәүге яртыһында балалар физик һәм хәрби дәрестәр алһа, төштән һуң мәҙәни программа әҙерләнгән.Шайморатовсылар сменаһы башҡаларҙан айырыла, ти инструкторҙар.

Башҡортостан археологтары үҙенсәлекле артефактарға юлыҡты
Ҡомартҡылар Бөрө ҡәберлегендә табылған. Тарихи урынды 65 йыл элек Нияз Мәжитов ҡаҙа башлаған. Бөгөн тарихсы эшен йәш быуын дауам итә.
Ҡомартҡылар Бөрө ҡәберлегендә табылған. Тарихи урынды 65 йыл элек Нияз Мәжитов ҡаҙа башлаған. Бөгөн тарихсы эшен йәш быуын дауам итә.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан ғалимы Рәсәй генетиктарының топ 5 исемлегендә
Рәсәй фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеү үҙәге Биохимия һәм генетика институты етәксеһе Эльза Хөснөтдинова ҡаҙаныштары рейтингта юғары баһаланды.
Рәсәй фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеү үҙәге Биохимия һәм генетика институты етәксеһе Эльза Хөснөтдинова ҡаҙаныштары рейтингта юғары баһаланды.
🔥2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Баш ҡалала 4-се гастрономия фестивале үтә
«Өфө-арена» боҙ һарайы янындағы майҙан асыҡ һауалағы ресторанға әйләнде. Баш ҡалабыҙҙа 4-се гастрономия фестивале үтә. Быйыл унда 100-ҙән ашыу ресторатор ҡатнаша. Барыһы ла урындағы халыҡты һәм баш ҡала ҡунаҡтарын үҙҙәре әҙерләгән аш-һыу менән һыйлап ҡалырға тырыша.

❤9🔥4🥰1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров Санкт-Петербургта ойошторолған Башҡортостан көндәрендә республиканың рәсми делегацияһын етәкләне
Эшлекле Форум барышында төбәктең инвестиция һәм иҡтисади мөмкинлектәре тәҡдим ителде, мәғариф, мәҙәниәт, туризм өлкәләре буйынса мөһим килешеүҙәргә ҡул ҡуйылды. Дәүләт академия капеллаһы ихаталарында башҡорт халҡының йола, ғөрөф-ғәҙәттәре күрһәтелһә, Төп майҙанда Башҡортостан артистары ҙур концерт программаһы ҡуйҙы.

Ҡыйғы районы Ибрай ауылында күп функциялы клуб асылды
Ҙур байрамға әйләнгән сарала урындағы үҙешмәкәр коллективтар концерт тәҡдим итте. Теманың дауамы киләһе яҙмала.

🔥4👏1
Башҡортостанда иген баҫыуҙарының өстән ике өлөшө урылған
Бөгөнгә 2 миллион 200 мең тонна уңыш йыйылған. Һәр гектарҙан 20 центнер алына. Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Стәрлетамаҡ, Ауырғазы, Ҡырмыҫҡалы һәм Дәүләкән райондарында уңыш юғары. Башҡортостанда иген һәм ҡуҙаҡлы культуралар 1 миллион 720 мең гектарҙа сәселгән. Шулай уҡ майлы культуралар һәм шәкәр сөгөлдөрө баҫыуҙары бар.

Башҡортостан йәмәғәт палатаһында һайлау кампанияһы өсөн күҙәтеүселәр әҙерләнде
Берҙәм тауыш биреү көнөндә улар 3 мең 273 участка һайлау комиссияһында эшләй. Күҙәтеүселәр араһында төрлө йәштәге төрлө һөнәр эйәләре бар. Уларҙың төп маҡсаты - һайлауҙың законға ярашлы уҙғарылыуын, тауыш биреүселәр хоҡуҡтары үтәлешен күҙәтеү. Быйыл Берҙәм тауыш биреү көнө 10 сентябргә тура килә. Башҡортостанда парламент депутаттары һайлана.