БСТ | Яңылыҡтар – Telegram
БСТ | Яңылыҡтар
2.24K subscribers
5.34K photos
9.44K videos
1 file
215 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Өфөлә «Геройҙар ваҡыты» патриотик йырҙар фестивале!

26-27 августа Өфөлә 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының данлы командиры Миңлеғәле Шайморатовтың тыуған көнө айҡанлы күләмле саралар үтә. Шуларҙың береһе – «Геройҙар ваҡыты» патриотик йырҙар фестивале!

"Геройҙар ваҡыты" патриотик йырҙар конкурсының финалы һәм гала-концертында Асҡар Абдразаҡов, Таисия Повалий, Мәрйәм Мирабова, Иван Замотаев, Игорь Демарин, Варвара, Глеб Матвейчук, Инна Рудник, Екатерина Гладышева, "Республика" һәм "Бабкины внуки" төркөмдәре сығышын ҡарарға мөмкин!

Урыны - Совет майҙаны, 26 август, 18.00; 27 август - 17.00.

Тулыраҡ мәғлүмәт - видеола.
👎1
Санкт-Петербургта Башҡортостан көндәре үтә

Беҙҙең республика делегацияһын Радий Хәбиров етәкләй. Программала эшлекле осрашыуҙар, һөйләшеүҙәр, мәҙәни сараларҙа ҡатнашыу ҡаралған. Эшлекле форумда Башҡортостандың инвестиция һәм иҡтисади мөмкинлектәре менән таныштырыу була. Радий Хәбировтың Санкт-Петербург губернаторы Александр Беглов менән осрашыуы, стратегик килешеүҙәргә ҡул ҡуйыу көтөлә. Бөгөн кис "Башҡортостан дуҫтарын йыя" тигән концерт планлаштырылған.
👍1
Бөгөн Өфөлә “Геройҙар дәүере” икенсе Бөтә Рәсәй конкурсы финалы уҙғарыла

Ул композиторҙар һәм шағир-башҡарыусылар араһында ойошторола. Проекттың маҡсаты – балалар һәм йәштәргә патриотик тәрбиә биреү, илһөйәрлек темаһына арналған йырҙарҙы популярлаштырыу. Сараның приз фонды 1 миллион һум. Бөгөн Совет майҙанында конкурстың финалы була.Ул сәғәт алтыла башлана. Иртәгә Гала-концертта Рәсәй эстрадаһы йондоҙҙары сығыш яһай.
Бәләбәй ҡалаһында икмәк бешереү һәм тәм-том әҙерләү селтәре булдырыла

Йылдам үҫеш биләмәһендә яңы резидент теркәлде. Ул проектты ғәмәлгә ашырыу өсөн 7 миллион ярым һум тотонорға әҙер. Беренсе вице-премьер-Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов белдереүенсә, әле республикала 129 компания йылдам үҫеш биләмәләре резиденты статусын алған. Уларға һәр төрлө ташламалар ҡаралған. "Бәләбәй" йылдам үҫеш биләмәһендә 22 резидент теркәлгән.
Башҡортостан делегацияһы Санкт-Петербургта парктарҙы төҙөкләндереү менән танышты

Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы, Ҡалалар үҫеше институты вәкилдәре йәмәғәт биләмәләрендә булды. Исаакиев майҙанында баҡса 2023 йылда булдырылған. Бында үҫентеләр тупраҡҡа түгел, айырым һауыттарға ултыртылған, уларҙың төрлө тәртиптә урынлаштырып була. "Яңы Голландия паркы" айырым утрауҙа булдырылған. Бында тарихи ҡоролмалар реставрацияланған. Башҡортостан делегацияһы Санкт-Петербургта коллегалары менән осрашты, тәжрибә уртаҡлашты.
Сибайҙа урамдар тағы яҡтыраҡ була

Ҡала хакимиәте яҡтыртыу системаһын яңыртыу өсөн 200 миллион һум бүлергә әҙер. Әле эште башҡарасаҡ компания асыҡлана. 8 ай эсендә 5 меңдән ашыу лампа алмаштырылырға тейеш. Энергияны һаҡсыл ҡулланыуға өҫтөлөк бирелә. Урамдарҙағы бөтә фонарҙәр менән берҙәм диспетчер хеҙмәт идара итә.
👍1
Санкт-Петербурта Башҡортостан Республикаһы көндәре башланды

Уның барышында бизнесмендар өсөн майҙансыҡтар ойошторолдо. Уларҙа 140 предприятие ҡатнашты. Шулай уҡ Башҡортостан тауарҙары йәрминкәһе эшләй, аш-һыу фестивале бара. Дәүләт академия капеллаһы биләмәһендә мәҙәни программа ойошторолған. -Бындай ҙур, ҡыҙыҡлы, мәҙәни саралар Башҡортостан һәм Санкт-Петербург араһында хеҙмәттәшлекте нығытыу мөмкинлеге бирә. Беҙҙең мәҙәниәт, йолалар менән танышыусыларҙың беҙгә килеүҙәрен көтәбеҙ, тип хәбәр итәләр Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министрлығынан. Санкт-Петербургтағы Һарай майҙанында башҡорт халҡының мәҙәниәтен, аш-һыуын, көнкүрешен сағылдырған биш тирмә ҡоролған.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Санкт-Петербургта Башҡортостан көндәре пушка залпы менән рәсми асылды

Был турала бөгөн Башҡортостан башлығы социаль селтәрҙәге сәхифәләрендә яҙып сыҡты. Өс быуат элек Петропавлов ҡәлғәһе Нарышкин бастионындағы пушка тауышы көн башланыуы һәм ҡояш байыуы тураһында хәбәр иткән. Тарихи йола илебеҙҙең дәүләтселек тарихы менән бәйле. Бөгөн беҙ ҙә туптан атып Санкт-Петербург ҡалаһында Башҡортостан көнөдәренә рәсми старт бирҙе.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда «шайморатов кластары» уҡыусылары өсөн икенсе смена башланды

Шайморатов тоҡомдары сигенә белмәй. Бөгөн республиканың төрлө мәктәптәрендә Шайморатов кластарында белем алыусы 7,8, класс уҡыусылары өсөн Рәсәй Геройы Максим Серафимов исемендәге «Патриот» паркында профиль сменаһы башланды. Малай һәм ҡыҙҙар биш көн дауамында хәрби әҙерлек күнекмәләре үтәсәк. Көндөң тәүге яртыһында балалар физик һәм хәрби дәрестәр алһа, төштән һуң мәҙәни программа әҙерләнгән.Шайморатовсылар сменаһы башҡаларҙан айырыла, ти инструкторҙар.
👎1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан археологтары үҙенсәлекле артефактарға юлыҡты

Ҡомартҡылар Бөрө ҡәберлегендә табылған. Тарихи урынды 65 йыл элек Нияз Мәжитов ҡаҙа башлаған. Бөгөн тарихсы эшен йәш быуын дауам итә.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан ғалимы Рәсәй генетиктарының топ 5 исемлегендә

Рәсәй фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеү үҙәге Биохимия һәм генетика институты етәксеһе Эльза Хөснөтдинова ҡаҙаныштары рейтингта юғары баһаланды.
🔥2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Баш ҡалала 4-се гастрономия фестивале үтә

«Өфө-арена» боҙ һарайы янындағы майҙан асыҡ һауалағы ресторанға әйләнде. Баш ҡалабыҙҙа 4-се гастрономия фестивале үтә. Быйыл унда 100-ҙән ашыу ресторатор ҡатнаша. Барыһы ла урындағы халыҡты һәм баш ҡала ҡунаҡтарын үҙҙәре әҙерләгән аш-һыу менән һыйлап ҡалырға тырыша.
9🔥4🥰1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров Санкт-Петербургта ойошторолған Башҡортостан көндәрендә республиканың рәсми делегацияһын етәкләне

Эшлекле Форум барышында төбәктең инвестиция һәм иҡтисади мөмкинлектәре тәҡдим ителде, мәғариф, мәҙәниәт, туризм өлкәләре буйынса мөһим килешеүҙәргә ҡул ҡуйылды. Дәүләт академия капеллаһы ихаталарында башҡорт халҡының йола, ғөрөф-ғәҙәттәре күрһәтелһә, Төп майҙанда Башҡортостан артистары ҙур концерт программаһы ҡуйҙы.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ҡыйғы районы Ибрай ауылында күп функциялы клуб асылды

Ҙур байрамға әйләнгән сарала урындағы үҙешмәкәр коллективтар концерт тәҡдим итте. Теманың дауамы киләһе яҙмала.
🔥4👏1
Башҡортостанда иген баҫыуҙарының өстән ике өлөшө урылған

Бөгөнгә 2 миллион 200 мең тонна уңыш йыйылған. Һәр гектарҙан 20 центнер алына. Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Стәрлетамаҡ, Ауырғазы, Ҡырмыҫҡалы һәм Дәүләкән райондарында уңыш юғары. Башҡортостанда иген һәм ҡуҙаҡлы культуралар 1 миллион 720 мең гектарҙа сәселгән. Шулай уҡ майлы культуралар һәм шәкәр сөгөлдөрө баҫыуҙары бар.
Башҡортостан йәмәғәт палатаһында һайлау кампанияһы өсөн күҙәтеүселәр әҙерләнде

Берҙәм тауыш биреү көнөндә улар 3 мең 273 участка һайлау комиссияһында эшләй. Күҙәтеүселәр араһында төрлө йәштәге төрлө һөнәр эйәләре бар. Уларҙың төп маҡсаты - һайлауҙың законға ярашлы уҙғарылыуын, тауыш биреүселәр хоҡуҡтары үтәлешен күҙәтеү. Быйыл Берҙәм тауыш биреү көнө 10 сентябргә тура килә. Башҡортостанда парламент депутаттары һайлана.
Белорет районы Һүренйәк йылғаһы аша күпер ремонтлана

Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан белдереүҙәренсә, күперҙең оҙонлоғо 49 метр. Ремонтты киләһе йылдың октябрендә тамамлау көтөлә. Башҡортостанда "Хәүефһеҙ сифатлы юлдар" милли проекты буйынса быйыл 5 күперҙе ремонтлап бөтөп файҙаланыуға тапшырыу планлаштырыла.
Фестиваль патриотической песни «Время героев»: прямой эфир

26 и 27 августа в Уфе Советской площади состоятся масштабные мероприятия приуроченные ко дню рождения прославленного командира 112-й Башкирской кавалерийской дивизии генерал-майора Минигали Шаймуратова – фестиваль патриотической песни «Время героев»!

На сцене выступят победители конкурса «Время героев» на одной сцене с приглашенными артистами: Марьям Мирабовой, Иваном Замотаевым, Игорем Демариным, Варварой, Глебом Матвейчуком, Инной Рудник, Таисией Повалий, группой «Республика», группой «Бабкины внуки» и Аскаром Абдразаковым.

Не пропусти «Время героев»!

https://vk.com/video-27097047_456272787
👎1
Башҡортостан һыу системаларын яңыртыу өсөн өҫтәмә аҡса ала

Премьер-министр Михаил Мишустин ошо турала документҡа ҡул ҡуйҙы. Уның менән рәсми мәғлүмәттәр порталында танышырға мөмкин. Өҫтәмә субсидия 11 төбәк өсөн ҡаралған. 843 миллион һум бүленә. Федераль аҡса "Таҙа һыу" проектына йүнәлтелә. 2024 йылға тиклем илдә халыҡтың 88,8 процентын үҙәк һыу системаһынан тәьмин итеү маҡсаты ҡуйыла.
Санкт-Петербургта Башҡортостан Республикаһы көндәре уңайынан сараларға 115 мең кеше килгән

Был турала ойоштороусылар хәбәр итә. Төньяҡ баш ҡалала беҙҙең республиканың инвестиция һәм иҡтисади мөмкинлектәре менән таныштырҙылар, бизнес-осрашыуҙар булды, ҙур күргәҙмәләр ойошторолдо. "Ҡаҙ һәм бал" фестиваленә Башҡортостандан 3 тонна ярым бал һәм 2 мең 500 литр ҡымыҙ килтерелде. Продукция өс көндә һатылып бөттө. Башҡортостан көндәре уңайынан ойошторолған биләмәләрҙә Республика Башлығы Радий Хәбиров, Санкт-Петербург губернаторы Александр Беглов булды.
Өфөлә Колгуев урамы 31 августа асыла

Был турала ҡала хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев хәбәр итте. Бында май айында һыу торбалары яңыртыла башланы. Инфраструктура проектына ярашлы 4 миллион квадрат метр яңы торлаҡты һыу менән тәьмин итеү маҡсаты ҡуйыла. Урамда әле эштәр аҙағына яҡынлаша, асфальт түшәлә.