БСТ | Яңылыҡтар – Telegram
БСТ | Яңылыҡтар
2.24K subscribers
5.34K photos
9.44K videos
1 file
215 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Башҡортостан йәмәғәт палатаһында һайлау кампанияһы өсөн күҙәтеүселәр әҙерләнде

Берҙәм тауыш биреү көнөндә улар 3 мең 273 участка һайлау комиссияһында эшләй. Күҙәтеүселәр араһында төрлө йәштәге төрлө һөнәр эйәләре бар. Уларҙың төп маҡсаты - һайлауҙың законға ярашлы уҙғарылыуын, тауыш биреүселәр хоҡуҡтары үтәлешен күҙәтеү. Быйыл Берҙәм тауыш биреү көнө 10 сентябргә тура килә. Башҡортостанда парламент депутаттары һайлана.
Белорет районы Һүренйәк йылғаһы аша күпер ремонтлана

Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан белдереүҙәренсә, күперҙең оҙонлоғо 49 метр. Ремонтты киләһе йылдың октябрендә тамамлау көтөлә. Башҡортостанда "Хәүефһеҙ сифатлы юлдар" милли проекты буйынса быйыл 5 күперҙе ремонтлап бөтөп файҙаланыуға тапшырыу планлаштырыла.
Фестиваль патриотической песни «Время героев»: прямой эфир

26 и 27 августа в Уфе Советской площади состоятся масштабные мероприятия приуроченные ко дню рождения прославленного командира 112-й Башкирской кавалерийской дивизии генерал-майора Минигали Шаймуратова – фестиваль патриотической песни «Время героев»!

На сцене выступят победители конкурса «Время героев» на одной сцене с приглашенными артистами: Марьям Мирабовой, Иваном Замотаевым, Игорем Демариным, Варварой, Глебом Матвейчуком, Инной Рудник, Таисией Повалий, группой «Республика», группой «Бабкины внуки» и Аскаром Абдразаковым.

Не пропусти «Время героев»!

https://vk.com/video-27097047_456272787
👎1
Башҡортостан һыу системаларын яңыртыу өсөн өҫтәмә аҡса ала

Премьер-министр Михаил Мишустин ошо турала документҡа ҡул ҡуйҙы. Уның менән рәсми мәғлүмәттәр порталында танышырға мөмкин. Өҫтәмә субсидия 11 төбәк өсөн ҡаралған. 843 миллион һум бүленә. Федераль аҡса "Таҙа һыу" проектына йүнәлтелә. 2024 йылға тиклем илдә халыҡтың 88,8 процентын үҙәк һыу системаһынан тәьмин итеү маҡсаты ҡуйыла.
Санкт-Петербургта Башҡортостан Республикаһы көндәре уңайынан сараларға 115 мең кеше килгән

Был турала ойоштороусылар хәбәр итә. Төньяҡ баш ҡалала беҙҙең республиканың инвестиция һәм иҡтисади мөмкинлектәре менән таныштырҙылар, бизнес-осрашыуҙар булды, ҙур күргәҙмәләр ойошторолдо. "Ҡаҙ һәм бал" фестиваленә Башҡортостандан 3 тонна ярым бал һәм 2 мең 500 литр ҡымыҙ килтерелде. Продукция өс көндә һатылып бөттө. Башҡортостан көндәре уңайынан ойошторолған биләмәләрҙә Республика Башлығы Радий Хәбиров, Санкт-Петербург губернаторы Александр Беглов булды.
Өфөлә Колгуев урамы 31 августа асыла

Был турала ҡала хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев хәбәр итте. Бында май айында һыу торбалары яңыртыла башланы. Инфраструктура проектына ярашлы 4 миллион квадрат метр яңы торлаҡты һыу менән тәьмин итеү маҡсаты ҡуйыла. Урамда әле эштәр аҙағына яҡынлаша, асфальт түшәлә.
Өфөлә Совет майҙанында хәтер вахтаһы булдырылды

Бында почет ҡарауылы дежур итә. Радий Хәбиров ошо турала белдерҙе. - Генерал Шайморатов орденын һәм миҙалы бар. Генерал Шайморатов ордены кавалерҙары клубы ойошторола. Уҙған йылда Ватанды һаҡлаусыларға хөрмәт күрһәтеү урыны булараҡ ошо комплексты астыҡ, - тине ул һәм почет ҡарауылы менән хәтер вахтаһына старт бирҙе. Ҡарауыл генерал Шайморатов һәйкәле янында йәйге ваҡытта көн һайын киске етенән 9-ға тиклем була. Ҡышын сәғәт 12-нән 13 сәғәт 30 минутҡа тиклем вахтала торалар.
👎1
Башҡортостандан фехтование буйынса беренсе Олимпия чемпионы Әнүәр Ибраһимов вафат булған

Уға 57 йәш ине. Әнүәр Ибраһимов 1988 йылда Сеулдағы Уйындарҙа командалар араһында рапирала алышта еңеү яулай. 2004 йылда уның тәрбиәләнеүселәре Реналь Ғәниев һәм Руслан Нәсибуллин Афиналағы Олимпиадала бронза миҙалдарға лайыҡ була.
Өфөлә Спорттың милли һәм Олимпия булмаған төрҙәре буйынса халыҡ-ара уйындар тамамланды

Баш ҡаланың 5 спорт обьектында уҙған ярыштарҙа Европа, Азия һәм Африканың 28 иленән 700-ҙән ашыу спортсы ҡатнашты. Армрестлинг, гер күтәреү, арҡан тартыу, полиатлон, бысаҡ ырғытыу, компьютер спортында иң яҡшылар асыҡланды. Рәсәй йыйылма командаһы составында 14 сығыш яһаны, шуларҙың 7-әүһе - Башҡортостандан вәкилдәре.
"Төньяҡ амурҙары" Рәсәй кинотеатрҙарына 12 октябрҙә күрһәтелә башлай

Был турала Радий Хәбиров хәбәр итте. "Беҙҙең тулы метражлы йәнһүрәт әҙер. Ул 31 августа ҙур экранға сыға. Иң беренсе булып Башҡортостанда күрһәтелә, унан һуң Рәсәй төбәктәрендә ҡарарға була", - тине ул. Йәнһүрәтте рус һәм башҡорт телдәрендә ҡарарға мөмкин, телде тамашасылар үҙҙәре һайлай. Бында 1812 йылғы Ватан һуғышында башҡорт яугирҙәре батырлығы һүрәтләнә.
Өфө студенттарын пилотһыҙ осоу аппараттары менән идара итергә өйрәтәләр

Проект Өфө фән һәм технологиялар университетында, IQ-паркта ғәмәлгә ашырыла, тип хәбәр итәләр Республика хөкүмәтенән. Белем биреү барышында уйын технологиялары ҡулланыла, - дрон менән идара итеү киберспорт менән бергә алып барыла. Рәсәй электрон спорт федерацияһының төбәк бүлексәһе етәксеһе Святослав Пегов белдереүенсә, киберспорт клубтары Өфөләге бөтә ҙур уҡыу йорттарында булдырылған. Уларҙа пилотһыҙ осоу аппараттары менән идара итеү курстарын ойошторорға мөмкин.
Дәүләт Думаһында мәктәп формаһын ябайыраҡ итеү башланғысы менән сыҡтылар

Мәғариф министры Сергей Кравцов исеменән ошо турала документ тапшырылған. Әле дәүләт стандарттары ҡабул ителмәгән. Һәр мәктәп уҡыусылар өсөн үҙ талаптарын ҡуя. Йыш ҡына мәктәп формаһы өлкәндәрҙең эш костюмына оҡшатып тегелә. Депутаттар фекеренсә, бындай кейем балалар өсөн тура килеп бөтмәй. Иң мөһиме форма уңайлы, хәүефһеҙ, хаҡы ҡулай булырға тейеш ти улар.
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостандан 35-се гуманитар ылау махсус хәрби операция биләмәһенә юлға сыҡты

Ирекле батальондар һәм мобилизацияланған яугирҙар өсөн ярҙам илтә. Ылау 13 йөк машинаһы, 3 тралдан тора. Ярҙам тотош республиканан тупланған. Яугирҙар өсөн эш ҡоралдары, аҙыҡ-түлек, техника оҙатылһа, Луганск халыҡ республикаһының мәғариф учреждениеларфы өсөн канцелярия тауарҙары, уыҡ кәрәк-яраҡтары һәм спорт формалары әҙерләнгән. Красный Луч ҡалаһы поликлиникаһынан стоматалогия кабинеты йыһаздары ла гуманитар ылау менән Донбасҡа юланды.
👎1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Баймаҡ районы халҡы «Башҡортостан» мотоуҡсылар полкы өсөн гуманитар ярҙам тупланы

Махсус хәрби операция биләмәһенә автомобилдәр, күсмә мунса, маскировкалау селтәрҙәре һәм шәхси посылкалар оҙатылды. Тулыраҡ видеояҙмала.
👎1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Өфө-Арена» комплексы янында ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан яугирҙарҙы оҙатыу тантанаһы үтте

Майҙанда Рәсәй һәм Башҡортостан гимндары яңғыраны, тигеҙ сафҡа баҫҡан ҡыйыу яҡташтарыбыҙ алдында Хәрби комиссариат, урындағы хакимиәт вәкилдәре сығыш яһаны. Ир-егеттәрҙең күбеһе мобилизацияның тәүге көндәренән үк хәрби хеҙмәткә алынған. Ғаиләләре янында улар ике аҙна булған.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров Санкт-Петербургта үткән Башҡортостан көндәрен ойоштороусыларға рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе

Радий Хәбиров Санкт-Петербургта үткән Башҡортостан көндәрен ойоштороусыларға, артистарға рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. 25 августан 27-нә тиклем дауам иткән сараға 115 меңдән ашыу кеше килгән.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, илдең төньяҡ баш ҡалаһында республиканың иҡтисади, инвестиция мөмкинлектәре тәҡдим ителде, төбәк предприятилары тарафынан йөҙҙән ашыу бизнес-осрашыу уҙғарылды. Башҡортостан Хөкүмәте Дәүләт Эрмитажы менән хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөнө.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә «Төньяҡ амурҙары» анимация фильмының презентацияһы үтте

«Төньяҡ амурҙары» ҙур экранға сыға! Анимация фильмының презентацияһы Рәсәй киноһы көнөндә «Родина» кинотеатрында үтте. Башҡортостанда донъя күргән йәнһүрәт тәүге тапҡыр Рәсәй тамашасыһына тәҡдим ителәсәк.
Башҡортостанда тағы өс логистика үҙәге төҙөлә

Был проекттарҙы ғәмәлгә ашырыу өсөн 1 миллиард 930 миллион һум бүленә, тип белдерҙе Сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев. Иң ҙур үҙәк Өфөлә урынлаша. Икенсеһе Өфө районы Михайловка ауылында була. Өсөнсөһөнөң урыны әлегә һайланмаған. Быға тиклем Өфөнөң Дим районында 7 миллиард һумлыҡ логистика үҙәгенә нигеҙ һалынды.
"Башҡорт оҙон ғүмерлелеге. Туризм" программаһының географияһы киңәйтелә

Унда ҡатнашыусыларға "Бишбүләк- балыҡсылыҡ төбәге" тигән тур тәҡдим ителә. Районда әлегә Өфө һәм Ишембай туристары булған. Башҡортостанда ғәмәлгә ашырылған проект өлкән йәштәгеләргә тәғәйенләнә. Быйыл унда 14 мең 400 кеше ҡатнашҡан. 60 йәшкә еткән ирҙәр һәм 55 йәштән ҡатын-ҡыҙҙар йылына бер тапҡыр сәфәр ҡыла ала.
👍1
Өфө ҡалаһында яңы сквер булдырыла

Ял итеү урыны Дәүләткилдеев бульвары янында барлыҡҡа килә. Тротуарҙар төҙөкләндерелә, аллея быйыл көҙ "Йәшел Башҡортостан" акцияһы барышында ултыртыла. Бында йүкә һәм муйыл ағастары була. Шулай уҡ яңы эскәмйәләр ҡуйыла, тип хәбәр итәләр ҡала хакимиәтенән.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡорт телен өйрәнеүҙә инновацион алымдар

Донъяуи киңлектәрҙә башҡорт мөхите. Әкренләп, әммә етди аҙымдар менән үҙ урынын таба килә, тип әйтергә мөмкин. Әсә телен сәсән теленә тиңләгән Рәми Ғариповтың телмәре социаль селтәрҙәрҙә; йомартлығын, олпатлығын һәм дә бөйөклөгөн билдәләгән Зәйнәб Биишева теле кеҫә телефондары клавиатураһында. Башҡортса ижад иткән Мостай Кәрим телендә, ғөмүмән, яҙырға ғына түгел, аҡыллы колонка аша ишетергә, һөйләшергә лә мөмкин буласаҡ.
Был турала тулыраҡ, Башҡортостан Юлдаш телевидениеһы хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин әҙерләгән махсус репортажда.
👍2