БСТ | Яңылыҡтар – Telegram
БСТ | Яңылыҡтар
2.24K subscribers
5.34K photos
9.44K videos
1 file
215 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Өфө-Арена» комплексы янында ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан яугирҙарҙы оҙатыу тантанаһы үтте

Майҙанда Рәсәй һәм Башҡортостан гимндары яңғыраны, тигеҙ сафҡа баҫҡан ҡыйыу яҡташтарыбыҙ алдында Хәрби комиссариат, урындағы хакимиәт вәкилдәре сығыш яһаны. Ир-егеттәрҙең күбеһе мобилизацияның тәүге көндәренән үк хәрби хеҙмәткә алынған. Ғаиләләре янында улар ике аҙна булған.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров Санкт-Петербургта үткән Башҡортостан көндәрен ойоштороусыларға рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе

Радий Хәбиров Санкт-Петербургта үткән Башҡортостан көндәрен ойоштороусыларға, артистарға рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. 25 августан 27-нә тиклем дауам иткән сараға 115 меңдән ашыу кеше килгән.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, илдең төньяҡ баш ҡалаһында республиканың иҡтисади, инвестиция мөмкинлектәре тәҡдим ителде, төбәк предприятилары тарафынан йөҙҙән ашыу бизнес-осрашыу уҙғарылды. Башҡортостан Хөкүмәте Дәүләт Эрмитажы менән хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөнө.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә «Төньяҡ амурҙары» анимация фильмының презентацияһы үтте

«Төньяҡ амурҙары» ҙур экранға сыға! Анимация фильмының презентацияһы Рәсәй киноһы көнөндә «Родина» кинотеатрында үтте. Башҡортостанда донъя күргән йәнһүрәт тәүге тапҡыр Рәсәй тамашасыһына тәҡдим ителәсәк.
Башҡортостанда тағы өс логистика үҙәге төҙөлә

Был проекттарҙы ғәмәлгә ашырыу өсөн 1 миллиард 930 миллион һум бүленә, тип белдерҙе Сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев. Иң ҙур үҙәк Өфөлә урынлаша. Икенсеһе Өфө районы Михайловка ауылында була. Өсөнсөһөнөң урыны әлегә һайланмаған. Быға тиклем Өфөнөң Дим районында 7 миллиард һумлыҡ логистика үҙәгенә нигеҙ һалынды.
"Башҡорт оҙон ғүмерлелеге. Туризм" программаһының географияһы киңәйтелә

Унда ҡатнашыусыларға "Бишбүләк- балыҡсылыҡ төбәге" тигән тур тәҡдим ителә. Районда әлегә Өфө һәм Ишембай туристары булған. Башҡортостанда ғәмәлгә ашырылған проект өлкән йәштәгеләргә тәғәйенләнә. Быйыл унда 14 мең 400 кеше ҡатнашҡан. 60 йәшкә еткән ирҙәр һәм 55 йәштән ҡатын-ҡыҙҙар йылына бер тапҡыр сәфәр ҡыла ала.
👍1
Өфө ҡалаһында яңы сквер булдырыла

Ял итеү урыны Дәүләткилдеев бульвары янында барлыҡҡа килә. Тротуарҙар төҙөкләндерелә, аллея быйыл көҙ "Йәшел Башҡортостан" акцияһы барышында ултыртыла. Бында йүкә һәм муйыл ағастары була. Шулай уҡ яңы эскәмйәләр ҡуйыла, тип хәбәр итәләр ҡала хакимиәтенән.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡорт телен өйрәнеүҙә инновацион алымдар

Донъяуи киңлектәрҙә башҡорт мөхите. Әкренләп, әммә етди аҙымдар менән үҙ урынын таба килә, тип әйтергә мөмкин. Әсә телен сәсән теленә тиңләгән Рәми Ғариповтың телмәре социаль селтәрҙәрҙә; йомартлығын, олпатлығын һәм дә бөйөклөгөн билдәләгән Зәйнәб Биишева теле кеҫә телефондары клавиатураһында. Башҡортса ижад иткән Мостай Кәрим телендә, ғөмүмән, яҙырға ғына түгел, аҡыллы колонка аша ишетергә, һөйләшергә лә мөмкин буласаҡ.
Был турала тулыраҡ, Башҡортостан Юлдаш телевидениеһы хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин әҙерләгән махсус репортажда.
👍2
Ауыл урамдары тағы ла яҡтыраҡ буласаҡ

Республика программаһы буйынса быйыл эштәрҙе башҡарасаҡ компания һайланды. 97 ауыл һәм ҡалала электр селтәрҙәре яңыртыла, лампалар алмаштырыла. Эштәр ай ярымда башҡарылырға тейеш. Радий Хәбиров программаны тергеҙергә ҡушты. Бының өсөн йыл һайын 300 миллион һум бүленә. Был проект 2018 йылда башланы, әммә коронавирус пандемияһы ваҡытында туҡтатылды.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә суррогат алкоголь һатыусылар менән көрәште көсәйтергә ҡушты

Аҙ ғына уяулыҡты кәметһәк, улар килеп тә сыға. Күрәһең, килемле бизнес. Әммә беҙ уларҙы юҡ итәсәкбеҙ. Радий Хәбиров аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә суррогат алкоголь һатыусылар менән көрәште көсәйтергә ҡушты. Илдең төрлө төбәктәрендә ялған спиртлы эсемлектәр менән ағыуланыу осраҡтары теркәлеп тора. Башҡортостан был афәт менән етди көрәш алып бара. Һөҙөмтәләр бар, әммә баҫымды кәметергә ярамай, тине республика башлығы.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда «Сәләмәт республика- сәләмәт төбәк» акцияһы дауам итә

Ауыл халҡына медицина ярҙамын күрһәтеү мөмкинлеген арттырыу, социаль әһәмиәтле сирҙәрҙе, хроник инфекцион булмаған ауырыуҙары иртә асыҡлауға йүнәлтелгән күләмле сара быйыл 17 апрелдән үткәрелә. Өфө районының Лебяжий ауылы халҡы ла бөгөн беренсел медицина тикшереүен үтте.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Нефтекама 60 йыллығын лайыҡлы ҡаршы алды

Юбилей датаһы уңайынан ҡаланың Үҙәк майҙанында мәҙәни-спорт саралары үтте. Урындағы халыҡты республиканың билдәле артистары йыр-бейеүҙәре менән тәбрикләне, шулай уҡ биләмәлә төрлө милләт халыҡтарының ихаталары, халыҡ кәсептәре өлгөләре күргәҙмәһе эшләне, төрлө оҫталыҡ дәрестәре уҙғарылды. Сара сиктәрендә ике йөҙ килограммлыҡ «Ҡырмыҫҡа иләүе» торты ла бешерелде. Байрам ҡунаҡтары «Йондоҙ менән зарядка» акцияһында, велоуҙышта ҡатнашты.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ишембайҙа ҡала көнө уңайынан байрам саралары үтте

Ишембай ҡалаһына нигеҙ һалыныуға 83 йыл. Башҡортостандың тәүге нефть табылған төбәге -Юрматы ерендә ҙур байрам саралары бер-нисә көн дауам итте. Тантаналарҙың иң мөһимдәренән, халыҡсан ретро-шлягер конкурсы гала-концертына БЮТ ижади төркөмө лә тамаша ҡылды.
👍51
Башҡортостанда пенсионерҙар ял итеү һәм белем биреү сараларына сертификаттар менән файҙалана ала

“Өлкән быуын” төбәк проектына ярашлы хаҡлы ялдағыларға 2 мең һум бирелә. Был аҡсаға төрлө курстарға яҙылырға йәки спорт түңәрәктәренә йөрөргә була. Мәҫәлән, бейеү, йога, сигеү менән шөғөлләнергә, бассейнға барырға йәки балыҡсылыҡҡа өйрәнергә мөмкин. Быйыл программаға ярашлы 2,5 миллион һум бүленде. Сертификат юллау өсөн Күп функциялы үҙәккә йәки Республика халыҡты социаль яҡлау ойошмаһы бүлексәләренә мөрәжәғәт итергә кәрәк.
Башҡортостанда 2 миллион 250 мең тонна ашлыҡ йыйылған

Вице-премьер – Ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов ураҡ барышы менән таныштырҙы. Иген һәм ҡуҙаҡлылар 1 миллион 160 мең гектарҙан ашыу майҙанда йыйып алынған. План 68 процентҡа үтәлгән. 32 районда аграрийҙар рапс, гәрсис һәм етен йыйыуға тотондо. “Хужалыҡтарҙа ужым культураларын сәсеү, тупраҡты эшкәртеү һәм шәкәр сөгөлдөрөн йыйыуға техника әҙерләү эштәре ла бара”, тине Илшат Фәзрахманов.
Өфөлә Йәштәр инновацион проекттар үҙәге барлыҡҡа килә

Республика Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, үҙәнсәлекле ойошма Евразия фәнни-мәғариф үҙәге студент ҡаласығында урынлашасаҡ. “Яңы бизнес биләмәһе” тип аталған үҙәктә йәш эшҡыуарҙар тәжрибә уртаҡлашып проекттарын тормошҡа ашыра ала. Бында бизнес алып барыу өсөн уңайлы шарттар булдырыла, шулай уҡ семинар, тренинг, конференциялар ойошторола.
Радий Хәбиров ауылдар һәм ҡалаларҙа көҙгө өмәләр ойошторорға ҡушты

Башҡортостан Башлығы муниципалитет етәкселәренә ҡышҡы миҙгелгә әҙерлекте ойоштороу бурысын ҡуйҙы. Радий Хәбиров йәйге осорҙа ҡалалар һәм ауылдарҙа тәртип һәм таҙалыҡ булған өсөн хакимиәт башлыҡтарына рәхмәтен дә белдерҙе.
👍1
Башҡортостанда киләһе йылда урамдарҙы яҡтыртыу программаһына 200 миллион һум бүленә

Республика Хөкүмәтендә оператив кәңәшмәлә шул турала әйтелде. Быйыл мәктәп һәм балалар баҡсаларына илткән юлдарҙа 5 мең яҡтыртҡыс ҡуйыла. Бынан тыш, “Башҡорт ихаталары” программаһына ярашлы 206 йорт алдында меңдән ашыу яҡтыртҡыс ҡорола. Быйыл урамдарҙы яҡтыртыу өсөн ҡаҙнала 300 миллион һум һалынған.
Башҡортостанда кино төшөрөүселәр федераль субсидияға онлайн ғариза бирә ала

Рәсәй Мәҙәниәт министрлығына документтарҙы “Дәүләт хеҙмәттәре” порталы аша ебәрергә рөхсәт ителде. Республика кино төшөрөүселәренә Башҡортостан Башлығы грантына дәғүә итергә лә була. Заявкалар 1 сентябргә тиклем ҡабул ителә. Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса быйыл проекттар өсөн 50 миллион һум бүленде.
Республикала инвалидтар араһында елкәнле спорт буйынса фестиваль уҙа

“Мәңгелек оран” тип аталған төбәк-ара ярыш Павловка һыуһаҡлағысында ойошторолған. Унда Ленинград, Свердловск, Силәбе, Ырымбур өлкәләре, Пермь крайынан вәкилдәр, шулай уҡ хәрби-патриотик клубтар кадеттары ҡатнаша. Параспортсылар яхтинг, сап-серфинг һәм башҡа ярыштарҙа көс һынаша. Елкәнле спорт буйынса фестиваль 31 августа тамамлана.
👍1
Башҡортостанда хәмер һатыусылар тикшерелә

Радий Хәбиров рөхсәтһеҙ һатылған хәмер менән көрәште әүҙемләштерергә ҡушты. Башҡортостан Башлығы хоҡуҡ һаҡсылары һәм яуаплы ведомстволарға мөрәжәғәт итеп рейдтар ойошторорға саҡырҙы. Башҡортостанда былтыр 52 кеше хәмерҙән ағыуланып үлгән. Һуңғы 20 йылда бындай түбән күрһәткес теркәлгәне юҡ ине.
Башҡортостанда Сумо федерацияһы ойошторолдо

Спорт ойошмаһы президенты вазифаһына Руслан Зарипов тәғәйенләнде. Мәскәүҙә Рәсәй Сумо федерацияһы етәкселеге менән осрашыу уҙҙы. Унда беҙҙең республикала боронғо япон алышын үҫтереү мәсьәләләре ҡаралды. Руслан Зарипов әйтеүенсә, Башҡортостанда сумо менән шөғөлләнеү өсөн шарттар булдырыла. Айырыуса балаларға иғтибар биреләсәк.