БСТ | Яңылыҡтар – Telegram
БСТ | Яңылыҡтар
2.24K subscribers
5.34K photos
9.43K videos
1 file
215 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда күләүектә һыу ингән айыуҙы күргәндәр

Видеояҙма «Башҡортостан тәбиғәте» телеграм каналында урынлаштырылған. Автор тайыш табанды Ҡариҙел-Таҙтүбә юлында осратыуы тураһында яҙған. Кадрҙан күренеүенсә, айыу арҡаһында ятып күләүектә табандарын таҙарта. Мауығып китеп ул хатта үҙенең янында туҡтаған автомобилгә лә иғтибар итмәгән. Шулай итеп һыу яратҡан айыу тарихҡа инеп ҡалған.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда «Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит» хәйриә акцияһы тамамлана

1 июлдә старт алған акция барышында республиканың төрлө ойошма-предприятиелары һәм айырым граждандар ауыр тормош хәлендә ҡалған ғаиләләргә мәктәп кәрәк-яраҡтары туплауҙа ҡатнашты. Балаларға мәктәп формалары, спорт костюмдары, аяҡ кейемдәре, канцелярия тауарҙары һәм башҡа кәрәкле әйберҙәр йыйылды. Иглин районында акцияның һуңғы көндәрендә аҙ тәьмин ителгән, күп балалы ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән һәм яҡындары махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан балаларға мәктәп кәрәк-яраҡтары менән портфелдәр тапшырылды. Быйыл 13 тапҡыр ойошторолған акцияла район халҡы ҙур әүҙемлек күрһәткән.
Башҡортостан мәктәптәрендә яңы уҡыу йылында тағы 30 стоматология кабинеты асыла

Республика Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә шулай тип яҙа. “Ҡанатлан!” проектының “Сәләмәт йылмайыу” модуленә ярашлы мәктәп уҡыусыларына медицина ярҙамы күрһәтелә. Белем усаҡтарында 214 теш дауалау бүлмәһе эшләй. Уҙған уҡыу йылында стоматологтар 130 меңдән ашыу уҡыусыны һәм 5 мең самаһы уҡытыусыны ҡараған.
“Айыҡ ауыл” республика конкурсы яңыса ойошторола

Хөкүмәт ултырышында сараны үткәреү тәртибенә үҙгәреш ҡаралды. Конкурс 1 августан 30 апрелгә тиклем ике өлөшкә бүлеп уҙғарыла. 1 декабргә тиклем район этабы ойошторолорға тейеш. Онлайн тауыш биреүҙә бер кеше бер ауылды ғына һайлай ала. Быға тиклем конкурста еңгән ауылдар икенсегә ҡатнаша алмай. Бүләкләү фонды 40 миллион һум булып ҡала.
👍1
Көйөргәҙелә “Башҡорт оҙон ғүмерлелеге“ проекты буйынса район маршруты булдырылған

Өлкән йәштәгеләр тарихи урындар, агрохужалыҡтар, аҙыҡ-түлек етештергән предприятиелар менән таныша. “Һаулыҡты нығытыуға ла иғтибар бүленә”, - ти район хакимиәте башлығы урынбаҫары Данил Акилов. Быйыл республикала ғәмәлгә ашырылған “Башҡорт оҙон ғүмерлелеге” проектында 14 мең ярым самаһы кеше ҡатнашҡан. 60 йәшкә еткән ирҙәр һәм 55 йәштән өлкәнерәк ҡатындар йылына бер тапҡыр бушлай сәфәр ҡыла ала.
👍1
Рәсәй компьютер спортсыларына флаг һәм гимн менән сығыш яһарға рөхсәт ителде

Халыҡ-ара киберспорт федерацияһы шундай ҡарар ҡабул иткән. Ултырышта 32 делегат ыңғай тауыш биргән. Рәсәй вәкилдәре халыҡ-ара турнирҙарҙа тулы хоҡуҡлы спортсылар булараҡ ҡатнаша ала.
👍1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Өфө, Учалы һәм Нефтекама ҡалаларында йәшлек хаустар асыла

Йәштәр өсөн махсус майҙансыҡтар селтәрен киңәйтеү тураһында Башҡортостан башлығы социаль селтәрҙәге сәхифәләрендә яҙып сыҡты. Әүҙем йәштәр бик уңайлы формат. Бер урында төрлө ойошмалар тупланған, тауыш яҙҙырыу студиялары, коворкингтар, тематик майҙансыҡтар эшләй тип билдәләгән Радий Хәбиров.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Яңы уҡыу йылынан мәктәп ашханаларында яңы туҡланыу нормалары индерелә

Балаларға ике меню әҙерләнгән. Уларҙа сәләмәт туҡланыу талаптары, диетолог һәм нутрициологтарҙың тәҡдимдәре иҫәпкә алынған. Был турала Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү федераль хеҙмәте идаралығының бүлек етәксеһе Регина Аҡмалова белдерҙе. Мәктәп ашханаһында порциялар балаларҙың йәшенән сығып талап ителгән калорийҙар күләме буйынса иҫәпләгән. Уҡыусыларға тәҡдим ителгән аш-һыу төрлөләндереп тәҡдим ителә.
Шишмә районының «Туҡланыу үҙәге «нә балаларҙы тәмле һәм файҙалы ризыҡтар менән туҡландырыу бурысы йөкмәтелгән. «Сифат йондоҙо» федераль наградаһына эйә булған ойошма эшмәкәрлеге хаҡында ентекләберәк видеояҙмала.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Журналистар өсөн Республика перинаталь үҙәгенә махсус тур ойошторолдо

Әсә наҙын бүләк итеүсе бала табыу йортона сәфәр. Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре өсөн Республика перинаталь үҙәгенә махсус тур ойошторолдо. Журналистар медицина учреждениеһының бөгөнгө мөмкинлектәре менән яҡындан танышты. Йылына 10 меңдән ашыу сабый ауаз һалған перинаталь үҙәк ил кимәлендә иң ҡеүәтлеләрҙән иҫәпләнә.
Башҡортостан мәктәптәрендә капиталь ремонт тамамлана

Быйыл 28 район һәм ҡалала 77 бина төҙөкләндерелгән. Улар 17 мең баланы ҡабул итә. 1 сентябргә тиклем эштәр тулыһынса тамамланырға тейеш. Мәктәптәрҙе капиталь төҙөкләндереү буйынса федераль программа ғәмәлгә ашырыла башлағас Башҡортостан 8 миллиард 610 миллион һум йәлеп иткән. Ремонтланған мәктәптәр һаны буйынса беҙҙең республика ил төбәктәре араһында икенсе урында. 2026 йылға тиклем Башҡортостанда 365 мәктәп бинаһын капиталь ремонтлау планлаштырыла. 1 сентябрҙә республикала 500 меңдән ашыу бала мәктәпкә бара.
1 сентябрҙән Башҡортостан электричкаларында спорт кәрәк-ярағын бушлай йөрөтөп була

Билет алғанда велосипед, самокат, гироскутер, скейтборд, саңғы, сноуборд, балалар санаһы өсөн айырым түләргә кәрәкмәй. Бер билет менән бер генә спорт кәрәк-ярағын алырға мөмкин, тип хәбәр итәләр "Башҡортостан ҡала яны пассажирҙар компанияһы"нан.
Республикала һыуһаҡлағыстар тәртипкә килтерелә

Башҡортостан хөкүмәтендә республика ҡарамағындағы гидротехник ҡоролмаларҙы капиталь ремонтлау барышы ҡаралды. 2005 йылдан 84 быуа һәм һыуһаҡлағыс төҙөкләндерелгән. Бының өсөн башлыса федераль аҡса тотонолған. Быйыл биш ҡоролманы ремонтлау өсөн 34 миллион һумға яҡын аҡса бүленгән. Алдағы ике йылда Күгәрсен районындағы Йомағужа һәм Баймаҡтағы Һаҡмар һыулағыстарында төҙөкләндереү эштәре ҡаралған. Бының өсөн 642 миллион һум тотонола. Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы тейешле заявка әҙерләп тапшырған.
Быйыл "Һөт иле" фестивале яңы урында уҙғарыла

Байрам Өфөлә, Дуҫлыҡ монументы янында ойошторола. Республика сауҙа-сәнәғәт палатаһы вице-президенты Роман Ситдиков белдереүенсә, фестиваль ҡунаҡтары өсөн фермерҙар баҙары, авиация тамашаһы, төрлө конкурстар әҙерләнә.
Башҡортостанда "Атҡаҙанған халыҡ художество кәсептәре оҫтаһы" исеме тураһында положение раҫланды

Документ менән рәсми мәғлүмәттәр порталында танышырға мөмкин. Был исем халыҡ кәсептәре әйберҙәрен эшләү оҫталарына, кәсепселекте үҫтереүгә ҙур өлөш индереүселәргә бирелә. Уларға танытма һәм атҡаҙанған оҫта билдәһе тапшырыла.
Торлаҡ төҙөлөшөнә аҡса индереп алданыусылар 8 миллиард 900 миллион һумдан ашыу компенсация алған

Был турала "Төҙөлөш сәғәте" кәңәшмәһендә белдерелде. Аҡса 3 мең кешегә күсерелгән. Төҙөлөш һәм архитектура министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, әле республикала 31 проблемалы йорт бар. 12 объект республика ҡаҙнаһы иҫәбенә төҙөлөп бөтә. 1 мең 300 кеше торлаҡлы була. Шулай уҡ федераль фонд аҡсаһына эштәр алып барыла. Торлаҡ төҙөлөшөндә алданыусылар проблемаһы быйыл хәл ителеп бөтөргә тейеш.
Быйыл Башҡортостанда тағы 117 ауылда мобиль элемтә булдырыла

Һанлы үҫеш министрлығынан ошо турала хәбәр итәләр. Эштәр федераль программаға ярашлы алып барыла. Быйыл республикала 125 станция урынлаштырылған. 30 мең кеше өсөн мобиль элемтә ҡулланыу мөмкинлеге булдырылған.
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Ял көндәрендә Өфөнөң тарихи үҙәгендә урамдар ябыла

Сикләүҙәр Өфө халыҡ-ара марафонын уҙғарыуға бәйле индерелә. 2 сентябрҙә көндөҙгө 12-нән Зәки Вәлиди урамының Карл Маркс һәм Совет урамына тиклемге өлөшөнән транспорт менән үтеп булмай. Был арауыҡ 3 сентябрҙә төнгө 11-ҙән һуң асыла. 3 сентябрҙә иртәнге сәғәт 7-нән көндөҙгө дүртенсе яртыға тиклем Зәки Вәлиди, Мәжит Ғафури, Пушкин, Карл Маркс, Ленин, Революция, Мостай Кәрим, Достоевский, Крупская, Киров, Коммунистик һәм Театр урамдары өлөшләтә ябыла. 5-се һәм 16-сы трамвайҙар хәрәкәте ваҡытлыса туҡтатыла.
Быйыл "Башҡорт ихаталары" программаһы буйынса 206 ихата төҙөкләндерелә

Бының өсөн 1 миллиард 272 миллион һум тотонола. Бөгөнгә 17 муниципаль берәмектә 97 ихатала эш теүәлләнгән. Башҡаларында ремонтты 30 сентябргә тиклем тамамлау маҡсаты ҡуйылған. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, эштәр контролгә алынған, көн һайын мониторинг уҙғарыла. 2019 йылдан алып "Башҡорт ихаталары" программаһы буйынса 1 мең 120 биләмә тәртипкә килтерелгән.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда гриппҡа ҡаршы вакцинация башланды

Быйыл республикала 1,8 миллион кешенең грипптан прививка эшләтеүе көтөлә. Вакцинацияға тәүгеләрҙән булып Һаулыҡ һаҡлау министрлығы хеҙмәткәрҙәре ҡушылды. Прививка сирҙе иҫкәртеү, ауырыуҙан ҡатмарлы осраҡтарға юл ҡуймау, кеше ғүмерҙәрен һаҡлап ҡалыу өсөн һөҙөмтәле алымдарҙың береһе булып тора.
3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә «Атайсал. Беҙҙекеләр.» проекты сиктәрендә Тамыр телеканалы әҙерләгән видеофильмдар күрһәтелде

«Атайсал. Беҙҙекеләр.» проекты сиктәрендә «Тамыр» телеканалы әҙерләгән документаль фильмдар шәлкеменең исем туйы үтте. Медиа-проект буйынса Өфөнөң «Родина» кинотеатрында балалар өсөн халҡыбыҙҙың тарихи шәхестәре тураһында видеофильмдар күрһәтелде. Кинйә Арыҫланов, Кәрим Хәкимов, Фатима Мостафина, Зәйнәб Биишева, Исмәғил Тәсимов һәм башҡа арҙаҡлы шәхестәр тормошо иғтибарға алынды. Презентацияла балалар өсөн медиаконкурс, оҫталыҡ дәрестәре һәм уйындар ойошторолдо. Проект Башҡортостан башлығы гранты ярҙамында тормошҡа ашырылды.
5
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Август айында Башҡортостанда 900-ҙән ашыу кеше хәрби хеҙмәт үтеүгә контракт төҙөгән

Август айында Башҡортостанда 900-ҙән ашыу кеше хәрби хеҙмәт үтеүгә Рәсәй Оборона министрлығы менән контракт төҙөгән. Ә йыл башынан алып 5 меңдән ашыу яҡташыбыҙ Ватан алдында бурысын үтәргә теләк белдергән.
Хәрби хеҙмәткә 18 йәштән 60 йәшкә тиклемге ир-егеттәр, айырым осраҡта 65 йәштәгеләр ҙә ҡабул ителә. Рядовойҙар өсөн контракт төҙөү ваҡыты алты айҙан башланһа, офицерҙар өсөн 3 йылдан 5 йылға тиклем. Хәрби комиссариаттан белдереүҙәренсә, контрактты армияла булмағандар ҙа төҙөй ала. Һайлап алыу пункттарында Рәсәй ҡораллы көстәре сафына инергә теләүселәрҙе ҡабул итеү дауам итә.
5