БСТ | Яңылыҡтар – Telegram
БСТ | Яңылыҡтар
2.24K subscribers
5.34K photos
9.43K videos
1 file
215 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Белем көнөндә республикала иҫерткес эсемлектәр һатыу тыйыла

Магазиндар был турала иғлан урынлаштыра. Кафе, бар һәм ресторандарға сикләү тәртибе ҡағылмай. Башҡортостанда Яңы йыл каникулдары, Һуңғы ҡыңғырау байрамы һәм Йәштәр көнөндә, шулай уҡ һабантуйҙар үткәрелгән көндә лә алкоголь һатылмай. “Ҡоро закон”ды боҙоусыларға штраф һалына.
Табиптар ауыл халҡының һаулығын тикшерә

“Сәләмәтлек поезы” белгестәре акция барышында 140 меңдән ашыу кеше ҡабул иткән. 37 мең тикшеренеү үтеп, йүнәлтмәләр алған. Бөгөн күсмә бригадалар Хәйбулла районының Подольск, Дыуандың Вознесенка, Илештең Груздевка, Әлшәйҙең Тавричанка, Стәрлетамаҡтың Гончаровка, Өфөнөң Чесноковка ауылындарында эшләй. Алдан яҙылыу кәрәкмәй. Күсмә бригадаларҙың эш теҙмәһе менән Һаулыҡ һаҡлау министрлығы сайтында танышырға мөмкин.
👍1
Хәйбулла районында яңы фельдшер-акушер пункты асылды

Баҡал ауылында йәшәүселәр хәҙер заманса йыһазландырылған учреждениела тәүге медицина ярҙамын ала. Ул 200-ҙән ашыу кешене хеҙмәтләндерә. Программа "Һаулыҡ һаҡлау" милли проекты нигеҙендә ғәмәлгә ашырыла.
👍31
Бөгөндән мәктәп уҡыусылары һәм студенттар ҡала яны поездарында ярты хаҡҡа йөрөй ала

Башҡортостан ҡала яны пассажирҙар компанияһынан белдереүҙәренсә, 50 процентлыҡ ташлама республика биләмәһендә ғәмәлдә була. Ташламалы хаҡҡа билеттар алыу өсөн уҡыусыларға мәктәптән белешмә, студенттарға шәхес таныҡлығын күрһәтеү талап ителә.
👍2
Башҡортостанға инвестиция арта

Быйыл ярты йылда республика иҡтисадына йәлеп ителгән финанс уҙған йылдың ошо осорондағы менән сағыштырғанда 6 ярым процентҡа артҡан. 186 миллиард һумдан ашыу инвестиция килгән. Был күрһәткес буйынса беҙҙең республика Волга буйы округында Татарстан һәм Түбәнге Новгород өлкәһенән генә ҡалыша, тип хәбәр итәләр Статистика хеҙмәтенән. 2022 йылда Башҡортостанға инвестиция суммаһы тәүге тапҡыр ярты триллион һумдан ашты.
👍1
Башҡортостандан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар шифаханала һаулығын нығыта

Әле 220 яугир ошондай мөмкинлек менән файҙаланған. Был турала Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова белдерҙе Хәрбиҙәр өсөн башҡа ярҙам саралары ла ҡаралған, 80-дән ашыу кешегә белем алыу өсөн 50 мең һумлыҡ сертификаттар тапшырылған. Бынан тыш газ үткәреү өсөн 100 мең һумлыҡ 206 сертификат бирелгән.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров махсус хәрби операцияла ҡатнашыусының ҡыҙын беренсе класҡа оҙатты

Башҡортостанда ярты миллиондан ашыу бала өсөн яңы уҡыу йылы башланды, уларҙың 54 меңе тәүге тапҡыр парта артына ултырҙы. Республика Башлығы Радий Хәбиров алдан вәғәҙә иткәнсә махсус хәрби операцияһы зонаһында булған дуҫы һәм хеҙмәттәше Азат Бадрановтың ҡыҙын беренсе класҡа оҙатты. Мостай Кәрим исемендәге 158-cе башҡорт гимназияһында Белем көнөнә арналған тантаналы линейканан киләһе репортаж
2👍1
Уҡыусылар сүп-сарҙы сорттарға бүлеп йыйырға өйрәнәң

Рәсәй экология операторы мәктәптәрҙә фандоматтар урынлаштырырға тәҡдим итә. Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығында был башланғысты хуплағандар. Проект бер нисә төбәктә, шул иҫәптән Башҡортостанда һынала. Мәктәп уҡыусылар сүп-сарҙы сортына ҡарап айырым һауыттарға ташлай, бының өсөн уларға балдар яҙыла. Был балдарҙы мәктәп ашханаһында файҙаланырға мөмкин.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
ЛХР-ҙың Шайморатов исемендәге мәктәбе уҡыусылары Башҡортостан халҡын Белем көнө менән ҡотланы

Шайморатов батальоны яугиры Луганскийҙың Петровское ҡалаһындағы 22-се Миңлеғәле Шайморатов исемендәге мәктәбе уҡыусылары менән бергә Башҡортостан халҡын яңы уҡыу миҙгеле менән ҡотланы. Белем усағы бер йыл элек үҙ ишектәрен асҡайны. Республика етәксеһе Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса мәктәп ҡыҫҡа ваҡыт эсендә төҙөкләндерелде.
1
Башҡортостанда торлаҡ төҙөлөшө йылдам бара

Быйыл 7 айҙа 1 миллион 760 мең квадрат метр файҙаланыуға тапшырылған. Был уҙған йылдың ошо осоронан 5 процентҡа күберәк. Статистика баҡса ерҙәрендә төҙөлгән йорттарҙы ла иҫәпкә алған. Башҡортостанда киләсәктә йыл һайын 3 миллион квадрат метр торлаҡ төҙөү маҡсаты ҡуйылған.
1
Башҡортостан халҡының үҙ эшен башлау өсөн 350 мең һум алыу мөмкинлеге бар

Субсидия социаль контракт нигеҙендә адреслы ярҙам программаһы буйынса бирелә. Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, был түләү халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәктәрендә теркәлгәндәр өсөн тәғәйенләнә. Программа шарттарына ярашлы, бизнес-проект, финансты тотоноу планы булырға тейеш. Быйыл республика эшҡыуарҙарға 2 миллиард һумдан ашыу ярҙам бүленде.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Киләһе йыл республикала 3 мәғариф кластеры барлыҡҡа киләсәк

Махсус үҙәктәр ойоштороу күләме буйынса Башҡортостан илдә алдынғылыҡты биләй. Төрлө ведомство-ойошмалар менән тығыҙ бәйләнеш булдырған уҡыу йорттары араһында Өфө радиоэлектроника, телекоммуникациялар һәм хәүефһеҙлек колледжы ла бар. Белем көнө менән студенттарҙы бөгөн Радий Хәбиров тәбрикләне.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Белем көнө уңайынан Республика мәктәптәрендә тантаналы линейкалар үтте

Республикала 7 мең ярым уҡыусы яңы уҡыу йылын заманса полилингваль мәктәптә ҡаршыланы. Улар Учалы, Сибай ҡалалары, Аҡьяр һәм Мишкә ауылдарында эшләй башланы. Бөгөн беренсе класс уҡыусылары ғына тәүге тапҡыр парта артына ултырмай, баш ҡала гимназияларына уҡырға ингән малай-ҡыҙҙар өсөн дә яңы осор башланды. Өфөләге Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге республика гиманзия-интернаты быйыл 100 уҡыусыға артҡан. Республика мәктәптәрендә үткән байрам линейкалары тураһында репортаж.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә 1 сентябрь уңайынан йәштәр өсөн диско-тамаша ойошторолдо

Өфө-аренала «Студент яҙы» фестивалендә еңеүсе ижади коллективтар һәм һәүәҫкәр артистар иң яҡшы концерт номерҙары менән сығыш яһаны. Йәштәрҙе белем көнө менән Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тәбрикләне.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан мәктәптәрендә Белем көнөндә яңы стоматология кабинеттары асылды

Сәләмәтлек нигеҙе - һау тештәрҙә. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тәҡдиме менән республика мәктәптәрендә «Ҡанатлан» проекты сиктәрендә «Сәләмәт йылмайыу» модуле тормошҡа ашырыла. Республикала был программа старт алыу менән 206 стоматология кабинеты эшләй башлаған. Өфө районы Зубов ауылы «Белем» үҙәгендә лә теш дауалау кабинеты асылды.
67👍7
Башҡортостанда быйыл милли проект буйынса 50 автобус һатып алына

Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан белдереүҙәренсә, пассажирҙар ташыуҙы ойоштороу өсөн федераль аҡса бүленгән. “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проектына ярашлы йәмәғәт транспорты ҡайтарыла. Бынан тыш, Милли муллыҡ фонды иҫәбенә алдағы ике йылда 190 автобус тапшырыла. Махсус казначейлык кредитына тағы 250 берәмек транспорт һатып алына.
1
Республикала быйыл 8 айҙа 3 мең 700-ҙән ашыу кеше шифаханаларҙа дәүләт иҫәбенә һаулығын нығытҡан

Рәсәй социаль фонды төбәк идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, Башҡортостан шифаханалары, шулай уҡ Краснодар һәм Ставрополь крайҙары, Ҡабарҙы-Балҡар республикаһы санаторийҙарына юлламалар тапшырылған. Социаль хеҙмәттәр менән файҙаланғандар шифаханала бушлай һаулығын нығыта ала. Бының өсөн 1 октябргә тиклем ғариза бирергә кәрәк.
1
Евразия фәнни-мәғариф үҙәге студент ҡаласығында һауа торошо тикшерелә

Өфө дәүләт нефть техник университетында климат һәм тирә-яҡты күҙәтеү лабораторияһы эшләй. Тиҙҙән ул Евразия фәнни-мәғариф үҙәгендә урынлашасаҡ. Белгестәр карбон полигонына бәйле тикшеренеүҙәр үткәрә. Рәсәй Президенты указына ярашлы һауаны бысратыуҙы өйрәнгән биләмә беҙҙең республикала былтыр булдырылды. Студенттар пилотһыҙ авиация һәм йыһан күҙәтеүҙәре, шулай уҡ ерҙәге фәнни ҡорамалдар буйынса һауала углерод кимәлен баһалай. Бындай мәғлүмәт сәнәғәт ойошмалары, ауыл хужалығы һәм башҡа тармаҡтар өсөн кәрәк.
1
Бөгөн һәм иртәгә баш ҡалала үҙәк урамдар ябыла

Сикләүҙәр Өфө халыҡ-ара марафонын уҙғарыуға бәйле индерелә. Бөгөн көндөҙгө сәғәт 12-нән Зәки Вәлиди урамының Карл Маркстан Совет урамына тиклемге өлөшөнә транспорт менән үтеп булмай. Был арауыҡ иртәгә төнгө 11-ҙән һуң асыла. 3 сентябрҙә иртәнге сәғәт 7-нән 15 сәғәт 30 минутҡа тиклем Зәки Вәлиди, Мәжит Ғафури, Пушкин, Карл Маркс, Ленин, Революция, Мостай Кәрим, Достоевский, Крупская, Киров, Коммунистик һәм Театр урамдары өлөшләтә ябыла. 5-се һәм 16-сы трамвайҙар йөрөмәй.
Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам саралары арттырылды

Радий Хәбиров ҡул ҡуйған документ менән рәсми мәғлүмәттәр порталында танышырға мөмкин. 37 ярҙам сараһы ҡаралған. Хәрбиҙәр һәм уларҙың яҡындарына газ үткәреү, кредит түләү, мәктәптәрҙә ашатыу, баланы баҡсаға урынлаштырыу, психологик ярҙам, шифаханала ял итеү, балаға белем биреү, транспорт һалымын түләү буйынса төрлө ташлама бар.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөнөң Совет майҙанында почетлы ҡарауыл сафҡа баҫты

Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатов һәм Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында башын һалған яҡташтарыбыҙ иҫтәлегенә ҡуйылған мемориалда тәүге хәтер вахтаһы киске сәғәт етелә башланды. Бынан һуң, ҡарауыл һәр шәмбе үтәсәк, тип көтөлә.
1