БСТ | Яңылыҡтар – Telegram
БСТ | Яңылыҡтар
2.24K subscribers
5.34K photos
9.43K videos
1 file
215 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Өфө янында ҡош киҙеүе тулыһынса бөтөрөлгән

Был турала республика ветеринария буйынса дәүләт комитеты хәбәр итә. Ауырыу ҡоштар юҡ ителгән. Әле предприятие биналарында дезинфекция эшләнә. Өфө районындағы предприятиела ҡош киҙеүе август башында асылды. Яҡын ауылдарҙағы ҡош-ҡортҡа прививка эшләнде.
1
Республика Башлығы Радий Хәбиров мәктәптәрҙә ремонтты тиҙ арала тамамларға ҡушты

- Бурыс үтәлде. 1 сентябрҙә балалар мәктәпкә барҙы. Әммә ҡайһы бер урындарҙа етешһеҙлектәр бар. Улар бөтөрөлөргә тейеш, - тине Радий Хәбиров. Башҡортостанда мәктәптәрҙе ремонтлау буйынса федераль программа ғәмәлгә ашырыла. Быйыл уның буйынса 77 бина төҙөкләндерелде, 4 миллиард 300 миллион һум аҡса тотонолдо.
Башҡортостан йәмәғәт палатаһының яңы составы һайлана

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙан хәбәр итеүҙәренсә, коммерцияға ҡарамаған ойошмалар 30 көн дауамында кандидаттар исемлеген тәҡдим итә ала. Йәмәғәт палатаһы 30 кешенән тора. Ун кандидатты – Республика Башлығы, тағы ун ағзаны төбәк парламенты тәғәйенләй. Ҡалған ун кешене йәмәғәт ойошмалары тәҡдим иткән кандидатураларҙан һайлайҙар.
Өфөләге “Әр-Рәхим” мәсете төҙөлөшө киләһе йыл яҙ башлана

Радий Хәбиров эшсе төркөм менән осрашыу барышында шул турала белдерҙе. Августа мәсеттән ҡолап төшкән манара көмбәҙе урынына яңыһы ҡуйылғайны. Республика Башлығы төҙөлөштө тергеҙеү буйынса штаб булдырып проект-смета документацияһын ҡарарға, өҫтәмә экспертиза үткәрергә ҡушты. Башҡортостан мосолмандары Диниә Назараты рәйесе Айнур Бирғәлин белдереүенсә, сентябрь уртаһында тағы бер кәңәшмә көтөлә. Был ваҡытҡа мәсет бинаһының ниндәй торошта булыуы аныҡлана.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда 2 миллион ярым тонна ашлыҡ һуғылған

Тағы ла кәм тигәндә 1 миллион тонна иген баҫыуҙарҙа ҡала, тине Ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә. Хөкүмәт премьер-министры урынбаҫары әйтеүенсә, республиканың 14 районы бөртөклө культураларҙы йыйып алған. Уртаса гектар ҡеүәте 19 центнер. Быйыл көньяҡ райондарҙа уңыш мул булмаҡсы. Әммә ашлыҡты һаҡлау урындары менән проблема һаҡлана. Өҫтәүенә, былтырғы уңыш та тулыһынса һатыпып бөтмәгән, тине Илшат Фәзрахманов.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Иглин ауылы мәктәбендә яңы стоматология кабинеты асылды

Иглин ауылының Советтар Союзы геройы Виктор Бесценный исемендәге 1-cе мәктәптә яңы стоматология кабинеты асылды. Ул Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров тәҡдиме менән тормошҡа ашырылған «Ҡанатлан» мәғариф проектының «Сәләмәт йылмайыу» модуленә ярашлы асылған. Теш табибы бүлмәһендә уҡыусыларҙы ҡабул итеү һәм тештәрен дауалау өсөн уңайлы шарттар булдырылған. Быға тиклем Иглиндәге 3-cө мәктәптә лә стоматология кабинеты булдырылғайны, тиҙҙән уны Аҡбирҙе ауылында ла асыу планлаштырылған
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров башҡорт телен популярлаштырыуға йүнәлтелгән грант конкурсында ҡатнашырға саҡырҙы

Был турала Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәләрендә яҙып сыҡты. Республикала башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереүгә етди иғтибар бүленә. Был эштә халыҡтың дә әүҙем ҡатнашыуы ҡыуаныслы. Туған телендә ихлас аралашҡан, уны яратҡан һәм был һөйөүҙе таратырға ынтылған әүҙем кешеләрҙе дәртләндерергә булдыҡ тип яҙа Башҡортостан башлығы.
1 сентябрҙән физик шәхестәр өсөн конкурс иғлан ителде. Унда 18 йәшен тултырған Рәсәй граждандары ҡатнаша ала. Төп талап конкурсҡа тәҡдим ителгән проекттар башҡорт телен, халҡыбыҙҙың мәҙәниәте, тарихы, бөгөнгөһөн популярлаштырыуға йүнәлтелергә тейеш. Грант күләме 200 мең һум. Ғаризалар 30 сентябргә тиклем ҡабул ителә.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан беренсе булып халыҡ-ара геологтар чемпионатын ҡабул итергә әҙерләнә

«Геосаҡырыу» тип исемләнгән сара 16 сентябрҙән алып 22 сентябргә тиклем үтә һәм Рәсәй, Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр берләшмәһе илдәренән йәш геологтарҙы, ғалимдарҙы туплаясаҡ. Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары-хөкүмәт аппараты етәксеһе Азамат Абдрахманов етәкселегендә ойоштороу комитеты ағзалары балаларҙы урынлаштырыу, чемпионатты уҙғарыу шарттары менән ҡыҙыҡһынды.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Киләһе өс йылда Башҡортостанда соя баҫыуҙары майҙаны 10 тапҡырға арттырылырға тейеш

Был турала бөгөн Ауырғазы районында ойошторолған «Баҫыу көнө»ндә белдерелде. Илдең билдәле эксперттары һәм ауыл хужалығы белгестәре ҡатнашлығындағы семинар соя һәм кукуруз үҫтереү технологияларына арналды.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөнөң Ағиҙел буйы транспорт хәрәкәте өсөн ябылды

Бынан һуң, Салауат Юлаев майҙанынан «Юность» бассейнына тиклем генә төшөргә мөмкин. Сочи урамына сығыу юлдарына блоктар һалынды. Сикләү 2024 йыл аҙағына тиклем ғәмәлдә ҡала.
🤬1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Салауат Юлаев исемендәге икенсе ирекле батальон ир-егеттәренең төп өлөшө хәрби әҙерлек пункттарында уҡыуҙар үтә

Бер аҙҙан улар алғы һыҙыҡҡа - махсус хәрби операция биләмәһенә юлланасаҡ. Башҡортостанда Салауат Юлаев исемендәге беренсе батальон былтыр тупланды. Ике батальон да «Росгвардия» составы ҡарамағында хеҙмәт итә.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә Бөтә Рәсәй #ДавайВступай марафонына старт бирелде

Эстрада йондоҙҙары, депутаттар, приставтар һәм башҡа һөнәр эйәләре бөгөн Республика ҡан тапшырыу станцияһына килде. Өфөлә Бөтә Рәсәй #ДавайВступай марафонына старт бирелде.
Елек донорҙары федераль регистры уҙғарған акция тураһында репортаж.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөнөң Совет майҙанында «Көҙ романтикаһы» Бөтә Рәсәй классик музыка фестивале башланды

Күләмле мәҙәни сараның тәүге көнөндә юғары мәҙәниәт һөйөүселәр алдында Дмитрий Крюков етәкселегендә республиканың Милли симфоник оркестры сығыш яһаны.
Рәсәй төбәктәре мәктәптәренә башҡорт теле китаптары тапшырылды

Мәғариф һәм фән министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, милләттәштәргә уҡыу әсбаптарынан тыш, уҡыу бүлмәләре өсөн стендтар, милли кейемдәр, музыка ҡоралдары, балалар баҡсалары өсөн ҡурсаҡтар ебәрелгән. Рәсәйҙә 5 төбәктәге 53 мәктәптә һәм 4 төбәктәге 28 балалар баҡсаһында башҡорт теле өйрәнелә.
Башҡортостанда махсус программа барышында 4,6 мең гараж һәм биләмә теркәлгән

Республика буйынса Росреестр идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, “гараж амнистияһы” халыҡ араһында танылыу яулай бара. Программаға ярашлы 2026 йылдың 1 сентябренә тиклем күсемһеҙ милек һәм ерҙе ябай тәртиптә теркәп була. Өфө, Нефтекама, Стәрлетамаҡ, Октябрьский ҡалалары һәм Өфө районы халҡы “гараж амнистияһы” менән әүҙем файҙалана.
Республикала йылытыу миҙлегенә әҙерлек өсөн 8 миллиард һумдан ашыу аҡса тотонолған

10 сентябргә йылытыу системаларына таҙартылған һыу тултырылырға тейеш. Район һәм ҡалалар 15 сентябргә тиклем йылытыу миҙгеленә әҙерлек паспорттарын күрһәтергә бурыслы.
Сибай-Аҡъяр юлында ремонт дауам итә

Әле Хәйбулла районында Сиҙәм ауылы янында 7 километр ярымлыҡ арауыҡ тәртипкә килтерелә. Быйыл Хәйбулла һәм Баймаҡ райондарында 27 километрҙан ашыу юлды төҙөкләндереү маҡсаты ҡуйылған. -Сибай-Аҡъяр трассаһы республиканың ике районын тоташтыра. Был юл халыҡ өсөн үтә мөһим. Шуға ул тәртиптә булырға тейеш, - тине Транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Клебанов. Быйыл Башҡортостан Башлығы ҡушыуы буйынса халыҡ ныҡ зарланған юлдарҙы ремонтлау программаһы ғәмәлгә ашырыла башланы. Йыл аҙағына тиклем дөйөм оҙонлоғо 237 километр юл төҙөкләндерелә.
Салауат Юлаев исемендәге икенсе батальонға 3 меңдән ашыу кеше ҡушылырға теләк белдергән

"Башинформ" хәбәр итеүенсә, әле подразделениеға 310 кеше ҡабул ителгән. Республика Башлығының Милли гвардия ғәскәрҙәре менән хеҙмәттәшлек буйынса кәңәшсеһе Артур Йомағужин белдереүенсә, беҙҙең күп милләтле төбәк һәр ваҡыт Ватан һаҡсылары, геройҙары менән дан тотҡан. Батальондың үҙәк штабы Өфөлә урынлашҡан. Шулай уҡ Стәрлетамаҡ, Туймазы ҡалаларында һәм Малаяҙ ауылында филиалдары булдырылған. Кандидаттарҙың йәше 55-тән артмауы, яҡшы физик әҙерлектә булыуҙары шарт.
Башҡортостан "Урманды һаҡлайыҡ" Бөтә Рәсәй акцияһына ҡушыла

Федераль вице-премьер Виктория Абрамченко белдереүенсә, быйыл сараны уҙғарыу тәртибендә үҙгәреш бар. Акцияла ҡатнашыусылар ағас ултыртыуҙан тыш, урман биләмәләрен таҙартыу, мәғариф һәм фәнни проекттар менән шөғөлләнә ала. Башҡортостанда ағас ултырыу эштәре 15 сентябрҙән башланырға тейеш.
"Өфө" футболсыларының тәүге тапҡыр ил кимәлендә сығыш яһауына 100 йыл тулды

1923 йылдың сентябрендә Мәскәүҙә Бөтә Союз физкультура байрамы уҙғарыла. Унда ҡалалар командалары араһында футбол буйынса чемпионат ойошторола. 16 команда араһында Өфөнән Башҡортостан йәштәре коммунистик союзы вәкилдәре сығыш яһай. Әле Өфө футбол командаһы Рәсәй чемпионатының икенсе лигаһында уйнай.
Башҡортостанда ташмалы IT-ипотека программаһы буйынса 300-ҙән ашыу кредит бирелгән

Уларҙың дөйөм хаҡы 2 миллиард һумдан арта. Был турала республика хөкүмәтенән хәбәр итәләр. Әле Башҡортостанда бындай кредитты йыллыҡ 4 процент менән алырға була. Иң күбе 6 миллион һумлыҡ килешеү төҙөлә. Ташламалы ипоека IT-компаниялар хеҙмәткәрҙәре өсөн тәғәйенләнә.