БСТ | Яңылыҡтар – Telegram
БСТ | Яңылыҡтар
2.24K subscribers
5.34K photos
9.43K videos
1 file
215 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Салауат Юлаев исемендәге икенсе батальонға 3 меңдән ашыу кеше ҡушылырға теләк белдергән

"Башинформ" хәбәр итеүенсә, әле подразделениеға 310 кеше ҡабул ителгән. Республика Башлығының Милли гвардия ғәскәрҙәре менән хеҙмәттәшлек буйынса кәңәшсеһе Артур Йомағужин белдереүенсә, беҙҙең күп милләтле төбәк һәр ваҡыт Ватан һаҡсылары, геройҙары менән дан тотҡан. Батальондың үҙәк штабы Өфөлә урынлашҡан. Шулай уҡ Стәрлетамаҡ, Туймазы ҡалаларында һәм Малаяҙ ауылында филиалдары булдырылған. Кандидаттарҙың йәше 55-тән артмауы, яҡшы физик әҙерлектә булыуҙары шарт.
Башҡортостан "Урманды һаҡлайыҡ" Бөтә Рәсәй акцияһына ҡушыла

Федераль вице-премьер Виктория Абрамченко белдереүенсә, быйыл сараны уҙғарыу тәртибендә үҙгәреш бар. Акцияла ҡатнашыусылар ағас ултыртыуҙан тыш, урман биләмәләрен таҙартыу, мәғариф һәм фәнни проекттар менән шөғөлләнә ала. Башҡортостанда ағас ултырыу эштәре 15 сентябрҙән башланырға тейеш.
"Өфө" футболсыларының тәүге тапҡыр ил кимәлендә сығыш яһауына 100 йыл тулды

1923 йылдың сентябрендә Мәскәүҙә Бөтә Союз физкультура байрамы уҙғарыла. Унда ҡалалар командалары араһында футбол буйынса чемпионат ойошторола. 16 команда араһында Өфөнән Башҡортостан йәштәре коммунистик союзы вәкилдәре сығыш яһай. Әле Өфө футбол командаһы Рәсәй чемпионатының икенсе лигаһында уйнай.
Башҡортостанда ташмалы IT-ипотека программаһы буйынса 300-ҙән ашыу кредит бирелгән

Уларҙың дөйөм хаҡы 2 миллиард һумдан арта. Был турала республика хөкүмәтенән хәбәр итәләр. Әле Башҡортостанда бындай кредитты йыллыҡ 4 процент менән алырға була. Иң күбе 6 миллион һумлыҡ килешеү төҙөлә. Ташламалы ипоека IT-компаниялар хеҙмәткәрҙәре өсөн тәғәйенләнә.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Яңы уҡыу йылынан мәктәптәрҙә уҡыусыларға бауырҙан төрлө ризыҡтар бешереп ашатасаҡтар

Бөгөн Сипайлово биҫтәһендәге 29-сы белем биреү үҙәгендә балалар бауырҙан суфле ашаны. Республикала уҡыусыларҙы туҡландырыуға ҙур иғтибар бирелә, уны камиллаштырыу буйынса ентекле эш алып барыла. Бөгөн менюлағы яңы ризыҡтың сифатын Башҡортостандың сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев баһаланы.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ғафури районында «Уңайлы ҡала мөхите» проекты тормошҡа ашырыла

Халыҡ өсөн уңайлыҡтар. Был уңайлыҡтарҙаң иң мөһиме -сифатлы юлдар. Ғафури районы үҙәге Красноусол ҡасабаһы тиҙҙән танымаҫлыҡ булып үҙгәрәсәк. Юлдарҙа туҙған асфальт-бетон ҡатламы алмаштырыла, тротуарҙар һалына, эскәмйәләр ҡуйыла, биләмәләр һәм ихата алдары йәшелләндерелә.
3
Киләһе өс йылда Башҡортостанда соя баҫыуҙары майҙаны 10 тапҡырға арттырға тейеш

Был турала Ауырғазы районында ойошторолған “Баҫыу көнө”ндә белдерелде. Илдең билдәле эксперттары һәм ауыл хужалығы белгестәре ҡатнашлығындағы кәңәшмә соя һәм кукуруз үҫтереү технологияларына арналды. Семинар барышында эксперттар Башҡортостанда ҡулланыу өсөн тәҡдим ителгән сояның яңы сорттары менән таныштырҙы.
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан Башлығы эшҡыуарҙарға күрһәтелгән ярҙам саралары менән таныштырҙы

Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Көйөргәҙе районынан Виктория Чуева миҫалында, шәхси эш асыу мөмкинлектәре тураһында яҙып сыҡты. Логопед дәүләт программаһы буйынса субсидия юллап, балаларҙың үҫеш студияһын асҡан һәм кәрәкле ҡормалдар һатып алған. Виктория Чуева кеүек эшҡыуарҙар Башҡортостанда бихисап. Республикала 128 мең бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекты иҫәпләнә. Һәр береһенә тейешле шарттар булдырыға һәм ярҙам күрһәтергә тырышабыҙ тип яҙған Башҡортостан Башлығы.
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда Пилотһыҙ авиация системаларын үҫтереү дирекцияһы ойошторолдо

Республика Башлығы Радий Хәбиров тейешле указға ҡул ҡуйҙы. Дирекцияны Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары - Сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев етәкләй. Яңы ойошма республикала хәрби һәм гражданлыҡ тәғәйенләнештәге пилотһыҙ осҡостар етештереү, фәнни-технологик мөмкинлектәрҙе үҫтереү, тармаҡта кадрҙар мәсьәләһен хәл итеү өсөн яуаплы була. Дирекцияға 2035 йылға тиклем иҫәпләнгән пилотһыҙ авиация стратегияһын әҙәрләү бурысы ҡуйыла.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Балтас районында үҙәк дауаханаға 30 миллион һумға диагностика ҡоролмалары һатып алынған

«Сәләмәтлек» милли проекты буйынса Балтас районында үҙәк дауаханаға 30 миллион һумға диагностика ҡоролмалары һатып алынған. Ҡатын-ҡыҙҙар маммографы, УЗИ аппараттары теүәл диагноз ҡуйып сирҙәрҙе асыҡларға ярҙам итә. Республикала беренсел медицина ярҙамын камиллаштырыу программаһы сиктәрендә учреждениела транспорт саралары ла яңыртылған.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда һуҡыр һәм насар күргән граждандар өсөн махсуслаштырылған биш һайлау участкаһы эшләйәсәк

Берҙәм тауыш биреү көнөндә Башҡортостанда һуҡыр һәм насар күргән граждандар өсөн махсуслаштырылған биш һайлау участкаһы эшләйәсәк. Улар Өфө, Стәрлетамаҡ, Белорет һәм Бәләбәй ҡалаларында урынлашҡан. Был һайлау участкалары яуаплы кампанияға етди әҙерләнгән.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөнөң 13-сө коррекция- мәктәп-интернаты капиталь төҙөкләндереүҙән һуң эш башланы

Мәғариф учреждениеһы «Мәктәп мәғариф системаһын модернизациялау» федераль программаһы буйынса 80 миллион һумға ремонтланған.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Мишкә районы яңы уҡыу йылын яңыртылған дүрт белем усағында ҡаршыланы

Шул иҫәптән республикала сентябрҙән эш башлаған полилингваль күп профилле мәктәбенең береһе тап ошо төбәктә урынлашҡан. Уҡыу-уҡытыу программаһы башлыса мари телендә алып барыла. Берҙәм мәктәп формаһы ла булдырылған.
1👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Ашҡаҙар моңдары» конкурсының икенсе туры еңеүселәре билдәләнде

Башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусылар конкурсы икенсе йыл рәттән үткәрелә. Конкурстың географияһы ла киң. Быйыл унда Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән 28 башҡарыусы ҡатнашты.
2
Өфөлә Аксаков баҡсаһын төҙөкләндереү сентябрь аҙағында тамамлана

"Торлаҡ һәм ҡала мөхите" милли проектына ярашлы баш ҡаланың тарихи үҙәгендәге парк тәртипкә килтерелә. Баш ҡала хакимиәтенән белдереүҙәренсә, биләмә мәҙәни мираҫ һәйкәле иҫәпләнә. Баҡсаның тарихи йөҙөн мөмкин тиклем һаҡлап ҡалыу бурысы ҡуйылған. Паркка ингән урында яңыртылған коллоналар урынлаштырыла, күл буйы тәртипкә килтерелә, әҙәби ҡунаҡхана ҡорола, балалар майҙансығы һәм скейт-парк була.
Республикала шәкәр сөгөлдөрө ҡаҙа башланылар

Ауыл хужалығы министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, был эш Әлшәй, Шишмә, Благовар, Дәүләкән һәм Кушнаренко райондарында алып барыла. Әлшәй районы “СН-Агро” ойошмаһында татлы тамыр йыйыуға бер-нисә көн элек төшкәндәр. “Сөгөлдөр быйыл вағыраҡ, әммә татлыраҡ”, - ти хужалыҡ етәксеһе Илгиз Свечников. Киләһе йылда баҫыу майҙандарын 6 мең гектарға арттырырға ниәтләйҙәр.
Республикала халыҡ-ара геологтар чемпионаты уҙғарыла

"Геосаҡырыу" тип исемләнгән сара 16 сентябрҙә башлана. Унда Рәсәй төбәктәре, Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе илдәренән йәш геологтар, ғалимдар ҡатнаша. Чемпионат Шишмә районындағы "Патриот" паркында, Архангел, Ишембай һәм Ғафури райондарында ойошторола. Вице-премьер – Хөкүмәт Аппараты етәксеһе Азамат Абдрахманов етәкселегендә ойоштороу комитеты балаларҙы урынлаштырыу, сараны уҙғарыу шарттары менән ҡыҙыҡһынды.
Азамат Абдрахманов әйтеүенсә, Башҡортостан өсөн был чемпионат үтә лә мөһим. Уның ер аҫты байлыҡтары күп булған төбәктә ойошторолоуы байтаҡ проблемаларҙы хәл итеү, ҡаҙылма байлыҡтар менән файҙаланыуҙы яңы кимәлгә күтәреү мөмкинлеген бирә. Чемпионатта 11 төр ярыш була. Конкурсанттар палеонтология, геохимия, гидрология, минералогия, петрография буйынса һынау тота, проекттарын яҡлай. Йәш геологтарҙың ярышын илдең абруйлы ғалимдары һәм ҡаҙылма байлыҡтар өлкәһендә эшләгән эксперттар баһалай.
👍1
Башҡортостанда Милли кейем көнө билдәләнә

Республика Башлығы указына ярашлы, байрам сентябрҙең икенсе йомаһы үткәрелә. Быйыл ул 8 сентябргә тура килә. Был көндә төрлө саралар ойошторола. Өфөлә “Ҡашҡаҙан” мәҙәниәт һәм ял паркында күргәҙмә ҡуйыла, оҫталыҡ дәрестәре уҙғарыла, милли бейеүҙәр күрһәтелә, балалар һәм өлкәндәр өсөн күңел асыу саралары үткәрелә.
Ауырғазы районы Төрөмбәт ауылында фельдшер-акушер пункты төҙөлә

Эштәр "Һаулыҡ һаҡлау" милли проектына ярашлы алып барыла. Әле төҙөлөшө аҙағына яҡынлаша. ФАП 400-ҙән ашыу кешене хеҙмәтләндерәсәк. Ауырғазы районында милли проект буйынса 6-сы фельдшер-акушер пункты төҙөлә. Быйыл республикала 75 яңы ФАП асыу маҡсаты ҡуйылған.
Рәсәйҙә ауыл ипотекаһы программаһы киләһе йылда яңынан ғәмәлгә ашырыла

Ауыл хужалығы министры Дмитрий Патрушев белдереүенсә, әле алдан бирелгән кредиттар буйынса йөкләмәләр артҡан. Бюджеттан аҡса алғас, программаны яңынан башларға мөмкин, - тине ул. Үҙәк банк нигеҙ ставканы 12 процентҡа тиклем күтәргәндән һуң, 25 августан банктар "Ауыл ипотекаһы" программаһы буйынса аҡса биреүҙе туҡтатты. Был программа 2020 йылда башланды, ауылдарҙа йорт-фатир алыу өсөн торлаҡ кредиты йыллыҡ 3 процент менән бирелде.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
2023 йылдың 11 сентябренән Рәсәйҙә мобилизация булмаясаҡ

Бынан алда интернетта ошо көндән алып 200 мең ир-егетте махсус хәрби операцияға саҡырыу көтөлә тигән имеш-мимештәр барлыҡҡа килде. Әммә Оборона министры Сергей Шойгу мәғлүмәтте кире ҡағып, был хәбәрҙе украин телеграм-каналдарының фейкы тип атаны. Уның ҡарауы, Рәсәйҙә контракт буйынса хәрби хеҙмәткә ҡабул итеү дауам итә.