Өфөлә Евразия фәнни-мәғариф үҙәге йорто реконструкцияланды
Был турала Радий Хәбиров социаль селтәрҙә хәбәр итте. - Башҡортостанда фәнгә ҙур иғтибар бирелә. Һуңғы бер нисә йылда фән менән шөғөлләнеү өсөн өҫтәмә мөмкинлектәр булдырылды. Инженер мәктәптәре асылды, юғары уҡыу йорттары "Приоритет" программаһында ҡатнаша, кампус төҙөлә, йәш ғаилмдарға ярҙам ҡаралған. Башҡортостан фәнни-технологик үҫеш рейтингында ил төбәктәре араһында 4-се урында. Һәр ваҡыт алға ынтылабыҙ, - тип яҙа Радий Хәбиров.

This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Бөгөн Милли кейем көнө билдәләнә
Башҡортостанда ул йылына ике тапҡыр - апрелдең өсөнсө һәм сентябрҙең икенсе йомаһында билдәләнә. Байрам уңайынан төбәк халҡын социаль селтәрҙәрҙә Радий Хәбиров тәбрикләне. «Был изге йолаға беҙ өс йыл элек нигеҙ һалдыҡ. Милли кейем - халыҡтың визит карточкаһы, унда уның тарихы, үҙенсәлеге, йәне сағыла. Һәм бөгөн уның менән ҡыҙыҡһыныу яңынан тергеҙелеүенә шатмын. Күп быуаттар дауамында республикала йәшәгән халыҡтар берҙәм һәм татыу йәшәй. Беҙҙең дуҫлыҡ, мәҙәниәттәрҙең күп төрлөлөгө, үҙ-ара ихтирам һәм ҡыҙыҡһыныу - бөгөн беҙгә яуызлыҡҡа ҡаршы торорға ярҙам иткән төп байлыҡ һәм ҡеүәтле көс. Беҙ төрлө, әммә беҙ берҙәм һәм һәр ваҡыт шулай буласаҡ. Халыҡтарыбыҙҙың йолаларын бергәләп һаҡлайыҡ, был матурлыҡты киләсәк быуындарға еткерәйек. Байрам менән!» - тип яҙған, Башҡортостан башлығы.

❤2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөнөң Зинин ауылы эргәһендә тимер юл аша сыҡҡан күпер төҙөлөшөндә эш тамамланыу алдында
Әммә юл конструкцияһында етешһеҙлектәр табылған. Контроль тикшереү барышында объект таянысында 100 миллиметр тайпылыш теркәлгән. Быйыл ноябрҙә файҙаланыуға тапшырылға тейеш объект менән бәйле күрһәткестәр Мәскәүгә фәнни-тикшереү экспертизаһына ебәрелгән.

❤1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Баш ҡалала билдәле прозаик Динә Гаврилова менән әҙәби сәғәт ойошторолдо
Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала билдәле прозаик Динә Гаврилова менән әҙәби сәғәт ойошторолдо. Тыуған еренән ситтә йәшәгән әҙибә өсөн Башҡортостан илһам сығанағы. Уның китаптарының геройҙары ла Башҡортостанда йәшәүселәр. Теманың дауамы киләһе яҙмала.

Башҡортостанда 19 меңдән ашыу уҡыусы "Мәктәп туризмы" программаһында ҡатнашҡан
Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, проект 5-се-11-се класс уҡыусыларына иҫәпләнгән. Уның маҡсаты - сәфәрҙәр барышында тыуған төйәк тарихы менән таныштырыу. Балалар өсөн оҫталыҡ дәрестәре лә ҡаралған. Уҡыусылар кейеҙ баҫыуҙа, милли аш-һыу әҙерләү, уҡтан атыу, һыбай йөрөүҙә үҙҙәрен һынап ҡарай ала.

Рәсәйҙә бөтә төр аттракциондар эшмәкәрлеге контролгә алына
Ошо турала федераль закон әҙерләнә, тип яҙа "Известия". Уға ярашлы, төбәктәр аттракциондарҙы теркәү һәм ҡабул ителгән нормаларҙы үтәмәүселәрҙең эшмәкәрлеген туҡтатыу хоҡуғын ала. Әле урындарҙа ғәҙәттән тыш хәл булғанда ғына саралар күрелә. Бынан тыш илдә аттракциондарҙың берҙәм исемлеге булдырыла.

Башҡортостан колледждарының 30 миллион һумлыҡ гранттар алыу мөмкинлеге бар
Был тема Республика хөкүмәтендә ҡаралды. 30-ар миллион һумлыҡ грантты 3 колледж ала. Аҡса конкурс нигеҙендә бирелә. Һайлап алыу этабы ошо айҙа башлана. Гранттар йыл һайын тапшырыласаҡ. Башҡортостан Рәсәйҙә урта һөнәри белем биреү учреждениелары һаны буйынса алдынғы төбәктәрҙең береһе. Беҙҙә 92 колледж бар. Уҙған йылда республикала колледждарҙы капиталь ремонтлау программаһы башланды. Быйыл бының өсөн 12 уҡыу йортона 500 миллион һум бүленде.

Башҡортостан археологтары Ҡырғыҙстанда боронғо ҡаласыҡ урынлашҡан биләмәлә ҡаҙыныу эштәре алып бара
Халыҡ-ара экспедиция Ала-Тоо итәгендә эшләй. Был урындар билдәле дәүләт һәм дин эшмәкәре Хөсәйенбәктең тыуған төйәге булараҡ билдәле. Шишмә районында уның мавзолейы бар. Боронғо ҡаласыҡты өйрәнеүҙә алынған халыҡ-ара тәжрибә Башҡортостан археологик ҡомартҡыларҙы тикшереүҙә ҡулланыласаҡ.
Халыҡ-ара экспедиция Ала-Тоо итәгендә эшләй. Был урындар билдәле дәүләт һәм дин эшмәкәре Хөсәйенбәктең тыуған төйәге булараҡ билдәле. Шишмә районында уның мавзолейы бар. Боронғо ҡаласыҡты өйрәнеүҙә алынған халыҡ-ара тәжрибә Башҡортостан археологик ҡомартҡыларҙы тикшереүҙә ҡулланыласаҡ.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров Мәләүез районынан спортсы-паралимпиясы Фәнүр Аҡназаровты ҡунаҡҡа саҡырҙы
Йәш кеше, һаулыҡ мөмкинлектәре сикле булыуына ҡарамаҫтан, бала саҡтан «Толпар» ат спорты клубында һыбай йөрөү менән шөғөлләнә. Быйыл августа ул «Башҡорт аты» халыҡ-ара фестивалендә ҡатнаша. Унда төбәк етәксеһенә үҙ ҡулдары менән ат һүрәте төшөрөлгән ағас панно бүләк итә.
Фестивалдә Фәнүр Аҡназаров Башҡортостан Башлығы хакимиәтендә һәм төбәк етәксеһенең эш кабинетында булырға хыялланыуы хаҡында ла әйтә. Шуға ла төбәк башлығы спортсының ғаиләһен ҡунаҡҡа саҡыра.

Радий Хәбиров «ЛУКОЙЛ-Уралнефтепродукт « йәмғиәтен 30 йыллыҡ юбилейы менән тәбрикләне
Республика етәксеһе нефть продукттары һатыу буйынса махсуслашҡан ойошманың хеҙмәткәрҙәренә дәүләт наградалары һәм рәхмәт хаттары тапшырҙы. «ЛУКОЙЛ-Уралнефтепродукт» йәмғиәтенең төбәктә 54 автомобиль заправкалау станцияһы иҫәпләнә, һуңғы ике йылда республикаға һалынған инвестиция күләме 429 миллион һумға еткән. Башҡортостан менән «ЛУКОЙЛ» йәмғиәте араһында хеҙмәттәшлек килешеүе төҙөлгән.

Өфөнөң янғын һүндереүселәре заманса ут һүндереү ҡорамалдары менән эш итеү оҫталығын үҙләштерҙе
Баш ҡаланың Өфө шоссеһы урамындағы авария хәлендәге йортта улар өсөн махсус уҡыуҙар ойошторолдо. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының йылдан-йыл техник мөмкинлектәре камиллаштырыла. Янғын һүндереүселәр заманса ҡорамалдар менән эш итә белергә, ут менән көрәш тактикаһын теүәл үҙләштерергә тейеш.

🔥1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан аграрийҙары рапс баҫыуҙарының 60 процентын урып алған
Уңыш күләме буйынса Ауырғазы, Ҡырмыҫҡалы һәм Стәрлетамаҡ райондары алдынғылыҡ күрһәтә. Уртаса гектар ҡеүәте 10 центнер, быйыл күрһәткес былтырғынан түбәнерәк. Әле майлы культураны йыйыуҙы ямғыр тотҡарлай.

👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Республикала «Башҡортостан» ирекле мотоуҡсылар полкына адреслы посылка ебәреү акцияһы башланды
Өфөнөң Калинин районы «Ғаилә» үҙәгендә был эш «Бергә» хәрәкәте сиктәрендә ойошторола. Әлегә тиклем хәрбиҙәрҙең яҡындары, туғандары, йомарт кешеләрҙең тырышлығы менән йөҙҙән ашыу посылка ебәрелгән. Һалдаттарға йылы кейем, нәски, бирсәткә, медицина һәм гигиена кәрәк-яраҡтары, боҙолмай торған аҙыҡ-түлек менән посылкалар үҙәктә 14 сентябргә тиклем туплана, һуңынан ул таратыу үҙәге аша махус хәрби операцияһы биләмәһенә оҙатыла.

👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда Милли кейем көнө
Йылына ике тапҡыр билдәләнгән сараны бөгөн дә республика халҡы дәррәү күтәреп алды. Төрлө быуын вәкилдәре милли кейемдәрҙә, биҙәүестәр тағып эшкә барҙы. Был көн шулай уҡ мәғариф учреждениеларында ла киң билдәләнде.

Суд хөкөмө аҫтындағылар таксист була алмай
Сентябрҙә пассажирҙар йөрөтөү ҡағиҙәләренә төҙәтмәләр индерелде. Республика парламенты рәйесе Константин Толкачев белдереүенсә, яңы нормалар тәү сиратта ауыр енәйәт ҡылыусыларға ҡағыла. Шулай уҡ штрафтарын түләмәй йөрөүселәр, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен тупаҫ боҙған өсөн водитель танытмаһынан бер нисә тапҡыр мәхрүм ителеүселәр такси хеҙмәтендә эшләй алмай.

Өфө гимназияһы уҡыусыһы 7 йәшлек ҡыҙ баланы янғындан ҡотҡарған
Яңғыҙы өйҙә ҡалған бала үҙ аллы электр йылытыу ҡорамалын тоҡандыра. Әммә иҫке прибор көтмәгәндә янғын сығыуға сәбәпсе була. Утты һүндереүселәр һәм ҡыҙ баланы ҡотҡарыусылар хаҡында ентекләберәк киләһе яҙмала.
Яңғыҙы өйҙә ҡалған бала үҙ аллы электр йылытыу ҡорамалын тоҡандыра. Әммә иҫке прибор көтмәгәндә янғын сығыуға сәбәпсе була. Утты һүндереүселәр һәм ҡыҙ баланы ҡотҡарыусылар хаҡында ентекләберәк киләһе яҙмала.
❤1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфө фән һәм технологиялар университетында «Старт» тип исемләнгән проект тормошҡа ашырыла
Лекциялар урынына - адаптация аҙнаһы. Өфө фән һәм технологиялар университетында беренсе курс студенттары өсөн «Старт» тип исемләнгән проект тормошҡа ашырыла. Маҡсат бер - кисәге мәктәп уҡыусылары юғары уҡыу йортона тиҙерәк яраҡлашырға, төркөмдәштәре менән танышып, бер командаға әйләнергә тейеш.

Бөгөн Башҡортостанда берҙәм экологик өмә көнө
Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығынан белдереүҙәренсә, 2 сентябрҙән ҡала-ауылдарҙың биләмәләрен таҙартыу һәм төҙөкләндереү буйынса дөйөм республика экологик өмәләре, шулай уҡ таҙалыҡ көндәре башланды. Уҙған ял көндәрендә 2 мең кубометр сүп-сар сығарылған. Уны йыйыуҙа 8 меңдән ашыу кеше, шулай уҡ беркетелгән биләмәләрҙә 600-ҙән ашыу предприятие һәм ойошма ҡатнашҡан, 200 берәмек техника йәлеп ителгән.

1 октябргә тиклем пилотһыҙ авиасистемалар үҫтереү программаһы барлыҡҡа килә
Илдә 2030 йылға тиклем иҫәпләнгән Пилотһыҙ авиацияны үҫтереү стратегияһы ҡабул ителде. Башҡортостанда яңы тармаҡты үҫтереү өсөн шарттар булдырыла. Беҙҙең республикала пилотһыҙ осҡостарҙы ҡулланыу буйынса махсус хоҡуҡи режим индерелде. Быйыл 1 меңдән ашыу кешене квадрокоптерҙар менән идара итергә өйрәтәләр, шулай уҡ “Агродрон” тигән комплекс етештерелә башлай.
Илдә 2030 йылға тиклем иҫәпләнгән Пилотһыҙ авиацияны үҫтереү стратегияһы ҡабул ителде. Башҡортостанда яңы тармаҡты үҫтереү өсөн шарттар булдырыла. Беҙҙең республикала пилотһыҙ осҡостарҙы ҡулланыу буйынса махсус хоҡуҡи режим индерелде. Быйыл 1 меңдән ашыу кешене квадрокоптерҙар менән идара итергә өйрәтәләр, шулай уҡ “Агродрон” тигән комплекс етештерелә башлай.
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан Башлығы урта һөнәри белем биреү йорттарының тәрбиә эштәре кәңәшселәре менән осрашты
Илһөйәрлек тәрбиәһен бергәләп алып барыу мөһим. Был турала Башҡортостан Башлығы урта һөнәри белем биреү йорттарының тәрбиә эштәре кәңәшселәре менән осрашыу барышында белдерҙе. Рәсәй Геройы Максим Серафимов исемендәге «Патриот» паркында улар өсөн махсус слет ойошторолдо. Йоманан йәкшәмбегә тиклем улар төрлө уҡыуҙар һәм тренингтар үтә. Үҫмерҙәр менән эш итеү алымдарын камиллаштыра.

Өфөлә «Медиадизайн һәм мультихудожество һанлы технологиялар» лабораторияһы булдырыла
Донъя кимәлендәге Евразия халыҡ-ара ғилми-мәғариф үҙәгендә Өфө дәүләт нефть техник университетының «Медиадизайн һәм мультихудожество һанлы технологиялар» лабораторияһы булдырыла. Ул образлы системалар һәм виртуаль ысынбарлыҡ өлкәләрендә яңы йүнәлештәрҙе үҙләшерә, һанлы мөхиттә заманса медиатехнолгиялар ҡуллынылған проекттарҙы тормошҡа ашыра.