БСТ | Яңылыҡтар – Telegram
БСТ | Яңылыҡтар
2.24K subscribers
5.34K photos
9.43K videos
1 file
215 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда Милли кейем көнө

Йылына ике тапҡыр билдәләнгән сараны бөгөн дә республика халҡы дәррәү күтәреп алды. Төрлө быуын вәкилдәре милли кейемдәрҙә, биҙәүестәр тағып эшкә барҙы. Был көн шулай уҡ мәғариф учреждениеларында ла киң билдәләнде.
Суд хөкөмө аҫтындағылар таксист була алмай

Сентябрҙә пассажирҙар йөрөтөү ҡағиҙәләренә төҙәтмәләр индерелде. Республика парламенты рәйесе Константин Толкачев белдереүенсә, яңы нормалар тәү сиратта ауыр енәйәт ҡылыусыларға ҡағыла. Шулай уҡ штрафтарын түләмәй йөрөүселәр, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен тупаҫ боҙған өсөн водитель танытмаһынан бер нисә тапҡыр мәхрүм ителеүселәр такси хеҙмәтендә эшләй алмай.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфө гимназияһы уҡыусыһы 7 йәшлек ҡыҙ баланы янғындан ҡотҡарған

Яңғыҙы өйҙә ҡалған бала үҙ аллы электр йылытыу ҡорамалын тоҡандыра. Әммә иҫке прибор көтмәгәндә янғын сығыуға сәбәпсе була. Утты һүндереүселәр һәм ҡыҙ баланы ҡотҡарыусылар хаҡында ентекләберәк киләһе яҙмала.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфө фән һәм технологиялар университетында «Старт» тип исемләнгән проект тормошҡа ашырыла

Лекциялар урынына - адаптация аҙнаһы. Өфө фән һәм технологиялар университетында беренсе курс студенттары өсөн «Старт» тип исемләнгән проект тормошҡа ашырыла. Маҡсат бер - кисәге мәктәп уҡыусылары юғары уҡыу йортона тиҙерәк яраҡлашырға, төркөмдәштәре менән танышып, бер командаға әйләнергә тейеш.
Бөгөн Башҡортостанда берҙәм экологик өмә көнө

Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығынан белдереүҙәренсә, 2 сентябрҙән ҡала-ауылдарҙың биләмәләрен таҙартыу һәм төҙөкләндереү буйынса дөйөм республика экологик өмәләре, шулай уҡ таҙалыҡ көндәре башланды. Уҙған ял көндәрендә 2 мең кубометр сүп-сар сығарылған. Уны йыйыуҙа 8 меңдән ашыу кеше, шулай уҡ беркетелгән биләмәләрҙә 600-ҙән ашыу предприятие һәм ойошма ҡатнашҡан, 200 берәмек техника йәлеп ителгән.
1 октябргә тиклем пилотһыҙ авиасистемалар үҫтереү программаһы барлыҡҡа килә

Илдә 2030 йылға тиклем иҫәпләнгән Пилотһыҙ авиацияны үҫтереү стратегияһы ҡабул ителде. Башҡортостанда яңы тармаҡты үҫтереү өсөн шарттар булдырыла. Беҙҙең республикала пилотһыҙ осҡостарҙы ҡулланыу буйынса махсус хоҡуҡи режим индерелде. Быйыл 1 меңдән ашыу кешене квадрокоптерҙар менән идара итергә өйрәтәләр, шулай уҡ “Агродрон” тигән комплекс етештерелә башлай.
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан Башлығы урта һөнәри белем биреү йорттарының тәрбиә эштәре кәңәшселәре менән осрашты

Илһөйәрлек тәрбиәһен бергәләп алып барыу мөһим. Был турала Башҡортостан Башлығы урта һөнәри белем биреү йорттарының тәрбиә эштәре кәңәшселәре менән осрашыу барышында белдерҙе. Рәсәй Геройы Максим Серафимов исемендәге «Патриот» паркында улар өсөн махсус слет ойошторолдо. Йоманан йәкшәмбегә тиклем улар төрлө уҡыуҙар һәм тренингтар үтә. Үҫмерҙәр менән эш итеү алымдарын камиллаштыра.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә «Медиадизайн һәм мультихудожество һанлы технологиялар» лабораторияһы булдырыла

Донъя кимәлендәге Евразия халыҡ-ара ғилми-мәғариф үҙәгендә Өфө дәүләт нефть техник университетының «Медиадизайн һәм мультихудожество һанлы технологиялар» лабораторияһы булдырыла. Ул образлы системалар һәм виртуаль ысынбарлыҡ өлкәләрендә яңы йүнәлештәрҙе үҙләшерә, һанлы мөхиттә заманса медиатехнолгиялар ҡуллынылған проекттарҙы тормошҡа ашыра.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә беренсе ландшафт дизайнерҙары фестивале уҙҙы

Өфөнөң «Яркий» торлаҡ комплексы янында сағыу баҡсалар. Кустарев күле янында беренсе ландшафт дизайнерҙары фестивале уҙҙы. Экологик сарала ландшафт дизайны буйынса төрлө идеялар тормошҡа ашырылды, декоратив һәм емеш ҡыуаҡтарын, сәскәләр үҫтереү буйынса лекция уҡылды.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан милли музейында рәссам Эдуард Басариевтың шәхси күргәҙмәһе асылды

«Башҡортостандың йәш рәссамдары» республика конкурсы дипломанты, Рәсәй Хөкүмәтенең йәш сәнғәт әһелдәре стипендиаты, рәссам, уҡытыусы һәм остаз күргәҙмәһе хаҡында киләһе яҙмала.
3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Патриот» паркы сираттағы геройҙарҙы ҡабул итте

Был юлы майҙанда илдең төрлө ҡалаларынан профессиональ һәм һәүәҫкәр спортсылар «Батырҙар уҙышына» йыйылды. Улар алдында 10 һәм 5 саҡрым арауыҡты ваҡытҡа үтеү бурысы тора ине. Ҡаршылыҡтар менән трассаға балалар ҙа баҫты.
🔥1
Башҡортостанда 3 меңдән ашыу һайлау участкаһы асылды

Бөгөн Берҙәм тауыш биреү көнө. Башҡортостан халҡы 7-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттарын һайлай. Шулай уҡ муниципаль һайлауҙар үтә. Республикала 3 мең 300-ҙән ашыу участка асылды. Улар киске 9-ға тиклем эшләй. 18 йәштән өлкән кешеләр тауыш бирә ала.
Башҡортостан халҡы һайлау көнөндә һорауҙар менән мөрәжәғәт итә ала

Бөгөн Йәмәғәт палатаһы Аппараты башланғысы менән шылтыратыуҙарҙы ҡабул итеү үҙәге эшләй. Юристар халыҡ һорауҙарына яуап бирә. Иртәнге 8-ҙән киске 9-ға тиклем 8(347)-218-16-84 телефоны буйынса шылтыратырға була, йәки электрон почтаға хат ебәрергә мөмкин. Бынан тыш, Берҙәм тауыш биреү көнөндә йәмәғәт күҙәтеүселәре өсөн “ҡыҙыу бәйләнеш” булдырылды.
Башҡортостан халҡының 100 проценты тауыш биргән

Асҡын районы Башҡортостан ауылында йәшәүселәр һайлауҙа әүҙем ҡатнашҡан. Улар иртән үк участкаға дәррәү килгән. Өлкән йәштәгеләр өйҙәрендә тауыш биргән.
Башҡортостанда һайлау участкаларында йәмәғәт күҙәтеүселәре эшләй

Республика Йәмәғәт палатаһы рәйесе урынбаҫары Лида Исәргәкова белдереүенсә, 6 мең кеше уҡытылған. Йәмәғәт палатаһы аппараты башланғысы менән менән булдырылған шылтыратыуҙар үҙәгенең телефоны: 8(347)-218-16-84.
Билдәле шәхестәр гражданлыҡ бурысын үтәне

“Һайлауҙа ҡатнашыу - беҙҙең гражданлыҡ бурысы”. Башҡортостандың элекке премьер-министры Рафаэль Байдәүләтов шулай тип белдерҙе. Ул бөгөн Өфөнөң 172-се участка һайлау комиссияһында тауыш бирҙе.
“Республика депутаттары корпусы халыҡ араһында танылған, үҙ өлкәһендә белемле, кеше менән ипле аралашҡан шәхестәрҙе тупларға тейеш”. Өфө Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты директоры Зөһрә Рәхмәтуллина ошондай фекер белдерҙе. Ул да 172-се участкала тауыш бирҙе.
Хөрмәтулла Үтәшев: "Парламент тәү сиратта республика мәнфәғәтен яҡларға тейеш"

Бөгөн Башҡортостанда 3 мең 300-ҙән ашыу һайлау участкаһы асылды. 28 мең самаһы һайлау комиссияһы ағзаһы эшләй. 18 йәше тулған һәр кем тауыш биреү хоҡуғына эйә. Республикала быйыл 71 меңдән ашыу кеше һайлауҙа беренсе тапҡыр ҡатнаша. Башҡортостандың халыҡ артисы Хөрмәтулла Үтәшев әйтеүенсә, парламент тәү сиратта республика мәнфәғәтен яҡларға тейеш.
Радий Хәбиров: "Парламентта лайыҡлы кешеләр булырға тейеш"

Бөгөн Республика Башлығы Радий Хәбиров 109-сы һайлау участкаһында тауыш бирҙе. Ул Өфөлә "Башҡортостан" дәүләт концерт залында урынлашҡан. - Бөгөн мөһим көн, - тине Радий Хәбиров.
😁1
"Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит" акцияһы барышында 15 миллион һумлыҡ кәрәк-яраҡ йыйылған

Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы ойошторған сара ярҙамында 11 меңдән ашыу бала мәктәп әйберҙәре менән тәьмин ителгән. Акция 13-сө йыл рәттән үтә. Ул ауыр хәлле ғаиләләргә ярҙам маҡсатында ойошторолдо.
Айнур Бирғәлин: “Республиканы алға әйҙәр кешеләр өсөн тауыш бирҙем“

Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты рәйесе Айнур хәҙрәт Бирғәлин шулай тип белдерҙе. Бөгөн Берҙәм тауыш биреү көнөндә Республикала 3 мең 300-ҙән ашыу участка асылды. Халыҡ 9-ға тиклем тауышын бирә ала. Башҡортостанда парламентҡа депутаттар һайлана, шулай уҡ муниципаль һайлауҙар үтә.
🤔1
Өфөлә Зинин ауылы янындағы юл үткәргесенән машиналарҙың ҡасан йөрөй башлауы билдәле булды

Транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Клебанов белдереүенсә, бер аҙна эсендә етешһеҙлектәр буйынса тикшереү һөҙөмтәләре иғлан ителә. Ҙур ҡатмарлыҡтар булмаһа водителдәр Зинин үткәргесенән 25 сентябрҙән йөрөй ала. Ҡоролмала ҙур эштәр кәрәк булһа, хәрәкәт ноябрҙә генә асыла.
🤔1