БСТ | Яңылыҡтар – Telegram
БСТ | Яңылыҡтар
2.24K subscribers
5.34K photos
9.42K videos
1 file
215 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан милли музейында рәссам Эдуард Басариевтың шәхси күргәҙмәһе асылды

«Башҡортостандың йәш рәссамдары» республика конкурсы дипломанты, Рәсәй Хөкүмәтенең йәш сәнғәт әһелдәре стипендиаты, рәссам, уҡытыусы һәм остаз күргәҙмәһе хаҡында киләһе яҙмала.
3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Патриот» паркы сираттағы геройҙарҙы ҡабул итте

Был юлы майҙанда илдең төрлө ҡалаларынан профессиональ һәм һәүәҫкәр спортсылар «Батырҙар уҙышына» йыйылды. Улар алдында 10 һәм 5 саҡрым арауыҡты ваҡытҡа үтеү бурысы тора ине. Ҡаршылыҡтар менән трассаға балалар ҙа баҫты.
🔥1
Башҡортостанда 3 меңдән ашыу һайлау участкаһы асылды

Бөгөн Берҙәм тауыш биреү көнө. Башҡортостан халҡы 7-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттарын һайлай. Шулай уҡ муниципаль һайлауҙар үтә. Республикала 3 мең 300-ҙән ашыу участка асылды. Улар киске 9-ға тиклем эшләй. 18 йәштән өлкән кешеләр тауыш бирә ала.
Башҡортостан халҡы һайлау көнөндә һорауҙар менән мөрәжәғәт итә ала

Бөгөн Йәмәғәт палатаһы Аппараты башланғысы менән шылтыратыуҙарҙы ҡабул итеү үҙәге эшләй. Юристар халыҡ һорауҙарына яуап бирә. Иртәнге 8-ҙән киске 9-ға тиклем 8(347)-218-16-84 телефоны буйынса шылтыратырға була, йәки электрон почтаға хат ебәрергә мөмкин. Бынан тыш, Берҙәм тауыш биреү көнөндә йәмәғәт күҙәтеүселәре өсөн “ҡыҙыу бәйләнеш” булдырылды.
Башҡортостан халҡының 100 проценты тауыш биргән

Асҡын районы Башҡортостан ауылында йәшәүселәр һайлауҙа әүҙем ҡатнашҡан. Улар иртән үк участкаға дәррәү килгән. Өлкән йәштәгеләр өйҙәрендә тауыш биргән.
Башҡортостанда һайлау участкаларында йәмәғәт күҙәтеүселәре эшләй

Республика Йәмәғәт палатаһы рәйесе урынбаҫары Лида Исәргәкова белдереүенсә, 6 мең кеше уҡытылған. Йәмәғәт палатаһы аппараты башланғысы менән менән булдырылған шылтыратыуҙар үҙәгенең телефоны: 8(347)-218-16-84.
Билдәле шәхестәр гражданлыҡ бурысын үтәне

“Һайлауҙа ҡатнашыу - беҙҙең гражданлыҡ бурысы”. Башҡортостандың элекке премьер-министры Рафаэль Байдәүләтов шулай тип белдерҙе. Ул бөгөн Өфөнөң 172-се участка һайлау комиссияһында тауыш бирҙе.
“Республика депутаттары корпусы халыҡ араһында танылған, үҙ өлкәһендә белемле, кеше менән ипле аралашҡан шәхестәрҙе тупларға тейеш”. Өфө Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты директоры Зөһрә Рәхмәтуллина ошондай фекер белдерҙе. Ул да 172-се участкала тауыш бирҙе.
Хөрмәтулла Үтәшев: "Парламент тәү сиратта республика мәнфәғәтен яҡларға тейеш"

Бөгөн Башҡортостанда 3 мең 300-ҙән ашыу һайлау участкаһы асылды. 28 мең самаһы һайлау комиссияһы ағзаһы эшләй. 18 йәше тулған һәр кем тауыш биреү хоҡуғына эйә. Республикала быйыл 71 меңдән ашыу кеше һайлауҙа беренсе тапҡыр ҡатнаша. Башҡортостандың халыҡ артисы Хөрмәтулла Үтәшев әйтеүенсә, парламент тәү сиратта республика мәнфәғәтен яҡларға тейеш.
Радий Хәбиров: "Парламентта лайыҡлы кешеләр булырға тейеш"

Бөгөн Республика Башлығы Радий Хәбиров 109-сы һайлау участкаһында тауыш бирҙе. Ул Өфөлә "Башҡортостан" дәүләт концерт залында урынлашҡан. - Бөгөн мөһим көн, - тине Радий Хәбиров.
😁1
"Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит" акцияһы барышында 15 миллион һумлыҡ кәрәк-яраҡ йыйылған

Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы ойошторған сара ярҙамында 11 меңдән ашыу бала мәктәп әйберҙәре менән тәьмин ителгән. Акция 13-сө йыл рәттән үтә. Ул ауыр хәлле ғаиләләргә ярҙам маҡсатында ойошторолдо.
Айнур Бирғәлин: “Республиканы алға әйҙәр кешеләр өсөн тауыш бирҙем“

Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты рәйесе Айнур хәҙрәт Бирғәлин шулай тип белдерҙе. Бөгөн Берҙәм тауыш биреү көнөндә Республикала 3 мең 300-ҙән ашыу участка асылды. Халыҡ 9-ға тиклем тауышын бирә ала. Башҡортостанда парламентҡа депутаттар һайлана, шулай уҡ муниципаль һайлауҙар үтә.
🤔1
Өфөлә Зинин ауылы янындағы юл үткәргесенән машиналарҙың ҡасан йөрөй башлауы билдәле булды

Транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Клебанов белдереүенсә, бер аҙна эсендә етешһеҙлектәр буйынса тикшереү һөҙөмтәләре иғлан ителә. Ҙур ҡатмарлыҡтар булмаһа водителдәр Зинин үткәргесенән 25 сентябрҙән йөрөй ала. Ҡоролмала ҙур эштәр кәрәк булһа, хәрәкәт ноябрҙә генә асыла.
🤔1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров ҡатыны Каринэ Владимировна менән мөһим сәйәси сарала ҡатнашты

Улар «Башҡортостан» дәүләт концерт залында урынлашҡан 109-сы һайлау участкаһында тауыш бирҙе. Республика етәксеһе белдереүенсә, бөгөнгө һайлау төбәк өсөн бик мөһим. Сөнки Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙан тыш, ауыл биләмәләренең бөтә депутат корпусына ла депутаттар һайлана. Төбәк парламентының алдағы саҡырылышы өсөн уҙған биш йыл эшлекле, конструктив һәм бик тә фәһемле үтте. Депутаттар корпусына коронавирус инфекцияһы, санкциялар баҫымы шарттарында ашығыс һәм ябай булмаған ҡарарҙар ҡабул итергә тура килде. Шуға ла киләһе саҡырылышҡа лайыҡлы кешеләр килер тип ышанам, тине Башҡортостан Башлығы.
😁1
Бөгөн Башҡортостандың халыҡ шағиры Гөлфиә Юнысоваға 75 йәш

Гөлфиә Аҙнағол ҡыҙы 20-нән ашыу китап авторы. Уның әҫәрҙәре сит телдәргә тәржемә ителгән, шиғырҙарына йыр яҙылған. Гөлфиә Юнысова оҙаҡ йылдар “Башҡортостан ҡыҙы” журналы редакцияһын етәкләне. Федераль һәм республика парламенты, Өфө ҡала Советы депутаты булды. Республикала Гөлфиә Юнысованың юбилейына арналған осрашыуҙар, конференциялар ойошторола. Авторҙың яңы китаптары нәшер ителә. Әлшәй район китапханаһына шағирәнең исеме бирелгән.Яңыраҡ Гөлфиә Юнысоваға “Өфөнөң Почетлы гражданы” тигән исем бирелде. Башҡортостанда халыҡ шағирына арналған саралар дауам итә. 28 сентябрҙә республика милли китапханаһында осрашыу ойошторола.
👍2👏1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Һайлау участкалары бөгөн сәғәт етелә асылды

Бер сәғәткә иртәрәк. Һайлау участкалары бөгөн сәғәт етелә асылды. Был хаҡта һайлаусыларға алдан хәбәр ителгән. Йәкшәмбе улар үҙ мәшәҡәттәренә тиклем гражданлыҡ позицияһын белдерергә ашыҡты.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Бөгөн - Берҙәм тауыш биреү көнө

Башҡортостанда Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайға һәм урындағы үҙидараның вәкәләтле органдарына һайлау үтә. Сәйәси компанияла Баҡалы, Тәтешле, Балтас, Ҡалтасы, Ейәнсура райондары халҡы әүҙемлек күрһәтә. Был төбәктәрҙә көндөҙгө сәғәт 3-кә тауыш биреүселәрҙең яртыһы, йәғни 50 проценты гражданлыҡ бурысын үтәп өлгөргән.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда Берҙәм тауыш биреү көнөндә Йәмәғәт матбуғат үҙәге ойошторолдо

Бер майҙансыҡта политологтар, журналистар, юристар, йәмғиәт лидерҙары, активистар түңәрәк өҫтәл артында фекер алышып, сәйәси фараздары менән уртаҡлашты.
"Мир" картаһын 10 йыл ҡулланырға була

Һаҡлыҡ банкы идарылығы рәйесенең беренсе урынбаҫары Кирилл Царев белдереүенсә, бөтә карталарҙы файҙаланыу ваҡытын ике тапҡырға арттырыу тураһында ҡарар ҡабул ителгән. Быға тиклем улар биш йыл һайын алмаштырыла ине.
Башҡортостандан өлкән йәштәге туристар Абхазияға бара

"Башҡорт оҙон ғүмерлелеге" проекты буйынса ошондай тур һынала. Октябрҙә 46 кеше биш көнлөк сәфәргә юллана. Улар иҫтәлекле урындарҙа була, Ҡара диңгеҙ ярында һаулығын нығыта. Сәфәр һөҙөмтәләре буйынса проектты дауам итеү тураһында ҡарар ҡабул ителәсәк.
Башҡортостан баш ҡалаһы ҡышҡы һалҡындарға әҙер

Өфө хакимиәтенән белдереүҙәренсә, йорттарҙы йылытыуға әҙерлек тамамланған. Бөтә торлаҡ һәм социаль объекттар тикшерелгән. 5 көн буйы уртаса температура 8 градустан күтәрелмәһә йорттарға йылы бирелергә тейеш. Башҡортостандың ҡала һәм райондары 15 сентябрҙән ҡалмай йылытыу миҙгеленә әҙерлек буйынса отчет бирергә бурыслы.
👍1
Радий Хәбиров: "Һайлауҙар конкурентлы булды"

Башҡортостанда Республика парламентына һайлау, шулай уҡ муниципаль һайлауҙар үтте. 7 меңдән ашыу мандат хужаһы асыҡлана. Был турала Республика Башлығы Радий Хәбиров Берҙәм тауыш биреү көнө һөҙөмтәләре буйынса кәңәшмәлә белдерҙе.
"Берҙәм Рәсәй" партияһы рәйесе Дмитрий Медведев Радий Хәбировты һәм ул етәкләгән команданы һайлауҙа яҡшы һөҙөмтә менән ҡотланы.