БСТ | Яңылыҡтар – Telegram
БСТ | Яңылыҡтар
2.24K subscribers
5.34K photos
9.42K videos
1 file
215 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Башҡортостандағы сәйәси партиялар вәкилдәре һайлауҙар менән ҡәнәғәт булыуы тураһында белдерҙе

Парламенттағы "Ғәҙел Рәсәй" фракцияһы етәксеһе Владимир Нагорный белдереүенсә, фирҡәләр айырым мәсьәләләр буйынса берләште - хәрбиҙәргә, уларҙың ғаиләләренә ярҙам күрһәтелә. ЛДПР вәкиле Владимир Иванов әйтеүенсә, әле барыһы өсөн иңгә-иң терәшеп Тыуған ил өсөн эшләй торған ваҡыт. "Берҙәм Рәсәй"ҙең төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Руслан Насретдинов республикала һайлауҙың тыныс шарттарҙа үтеүен һыҙыҡ өҫтөнә алды. - Санкциялар, пандемия, махсус хәрби операция халыҡты берләштерҙе. Сәйәси көстәрҙең дә берләшеүе күҙәтелә тине ул. Башҡортостанда Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға һәм бөтә ауыл советтарына һайлау үтте.
Башҡортостанда 4 ойошма 20 миллион һумлыҡ федераль грант ала

Улар "Мәғариф" милли проектына ярашлы, "Заманса мәктәп" конкурсында еңеү яуланы. Республика психологик, педагогик, медицина һәм социаль ярҙам, Өфөләге "Журавушка" психологик, педагогик, медицина һәм социаль ярҙам, Бәләбәйҙәге һәм Белореттағы "Ғаилә" үҙәктәре киләһе йылда хеҙмәттәр күрһәтеү өсөн субсидиялар ала. Иң ҙур грант суммаһы 7 миллион 800 мең һум.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда Берҙәм тауыш биреү көнөнөң һуңғы йомғаҡтары 13 сентябрҙән һуң ғына иғлан ителәсәк

Был хаҡта журналистар менән брифинг барышында республиканың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Илона Макаренко белдерҙе. Уҙған йәкшәмбе төбәк халҡы төрлө кимәлдәге 7 мең 135 депутат өсөн тауыш бирҙе. Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға 110 урын өсөн 844 кандидат дәғүә итте.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Дмитрий Медведев төбәктәр менән берҙәм тауыш биреү йомғаҡтарына арналған видеоконференция үткәрҙе

Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙарҙың парламент составына инеүе бик күп мәсьәләләрҙе хәл итергә, шул иҫәптән үҙҙәре алған тәжрибәне файҙаланырға мөмкинлек бирәсәк.
Был турала «Берҙәм Рәсәй» партияһы рәйесе, илдең Именлек советы рәйесе урынбаҫары Дмитрий Медведев төбәктәр менән берҙәм тауыш биреү йомғаҡтарына арналған видеоконференцияла белдерҙе. Кәңәшмәлә Радий Хәбиров та ҡатнашты.
🤮1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Мөмкинлектәре сикләнгән граждандар өсөн махсуслаштырылған һайлау участкалары булдырылған

Башҡортостанда һаулыҡ буйынса мөмкинлектәре сикләнгәндәр араһында һайлау хоҡуғына эйә булған 230 мең кеше иҫәпләнә. Уларҙың 8 мең ярымының күреү, 13 меңенең ишетеү буйынса мөмкинлектәре сикләнгән. Һуҡырҙар өсөн махсуслаштырылған биш һайлау участкаһының икәүһе Өфөлә урынлашты.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Сибай коррекция мәктәбендә «Изгелек мәктәбе» проекты старт алды

Заманса йыһазландырылған класстарҙа яңы йүнәлештә ниндәй һөнәрҙәр үҙләштерергә мөмкин? Был хаҡта киләһе яҙмала.
👍1
Быйыл Башҡортостанда янғындарҙа 179 кешенең ғүмере өҙөлгән

Йыл башынан 7 мең 814 ут сығыу осрағы булған. 175 кеше йәрәхәтләнгән. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, уҙғна йыл менән сағыштырғанда ауыл-ҡалаларҙа янғындар кәмегән. Тәбиғәт янғындары ике тапҡырға артҡан. 3 мең ярым гектар биләмәгә зыян килгән.
Башҡортостанда "Урман" операцияһы башлана

Төп маҡсат - рөхсәтһеҙ ағас ҡырҡыуҙы сикләү. Рейдттарҙа полиция, инспекторҙар ҡатнаша. Урманды рөхсәтһеҙ ҡырҡҡан өсөн яза ҡаралған. Айырыуса ҙур зыян килтереүселәр 7 йылға тиклем иркенән мәхрүм ителеүе мөмкин. Операция 18 сентябрҙә башлана һәм 8 октябргә тиклем дауам итә.
"Минең баҡсам - Башҡортостан " тигән дәүләт мәғлүмәт системаһы булдырыла

Республика Башлығы Радий Хәбиров ошо турала документҡа ҡул ҡуйҙы. Уның менән рәсми мәғлүмәттәр порталында танышырға мөмкин. Был системала йыйындар уҙғарыу, күсемһеҙ милек объекттарын теркәү, иғәнә түләү, дәүләт ярҙамы күрәтеү буйынса мәғлүмәттәр туплана. Уның быйыл эшләй башлауы көтөлә.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Фәйзуллин майҙанында марганец рудаһы эшкәртелмәйәсәк

Баймаҡ һәм Әбйәлил халҡына борсолорға урын юҡ, тине Радий Хәбиров аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә. Быға тиклем предприятие эҙләнеү эштәре башҡарған. Дәүләт программаһына ярашлы, илдәге ҡаҙылма байлыҡ ятҡылыҡтары инвентаризация үтә. Эштәр ошо ҡағиҙәләр сиктәрендә башҡарылған һәм марганец сығарыу күҙ уңында тотолмай.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Республикала эксперттар үткән һайлауҙарҙың яҡынса йомғаҡтарына аңлатма бирҙе

Халҡыбыҙҙың берҙәмлек сағылышы. Эксперттар Башҡортостанда үткән электораль цикл хаҡында шундай фекерҙә. Махсус хәрби операция, коллектив көнбайыштың баҫымы һәм иҡтисади санкциялар тауыш биреүселәрҙе берләштерҙе генә. Халыҡ илебеҙ һайлаған курсты хуплай, Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙың яңы составына был йүнәлештә ең һыҙғанып эшкә тотонорға кәрәк тигән һығымта яһаған сәйәсәт белгестәре. Етенсе саҡырылыштағы республика парламентының тәүге ултырышы октябрь башында үтә, Берҙәм тауыш биреү көнө һөҙөмтәләрен 13 сентябрҙә иғлан итеү ҡарала.
Башҡортостанда йәшәү минимумы арта

1 ғинуарҙан ул 13 мең 576 һумға еткерелә. Әле суммаһы 12 мең 650 һумға тиң. Йәшәү минимумы киләһе йыл буйы ғәмәлдә була. Уның суммаһын республика хөкүмәте билдәләй. 1 ғинуарҙан минималь хеҙмәт хаҡының да артыуы көтөлә. Ул 18 ярым процентҡа күтәрелә.
Башҡортостанда 280 километр оҙонлоҡта яңы федераль юл төҙөлә

Беҙҙең республика биләмәһе аша М-12 трассаһы үтә. Ул Мәскәүҙән Екатеринбурга тиклем һалына. Аҙаҡ магистраль Санкт-Петербургтан Владивостокка тиклем һуҙыла. Уның оҙонлоғо 12 мең километрҙан ашыу була. Беҙҙең республикала яңы трасса Дүртөйлө, Борай һәм Тәтешле райондары аша үтә.
Башҡортостанда ауылда йәшәгән инвалидтарҙы дауаханаға махсус транспортта алып баралар

Республика Башлығы ошоға бәйле ҡарарға ҡул ҡуйҙы. Инвалидтар һәм ҡаты сирләгән пациенттар табипҡа күренеү өсөн социаль транспорт менән файҙалана ала. Быға тиклем ауылда йәшәгән 65 йәштән өлкәндәр генә ошондай мөмкинлеккә эйә ине. Бынан тыш, медицина хеҙмәткәрҙәре үҙҙәре махсус транспортта инвалид йортона килеп дарыуҙар тапшыра ала.
Башҡортостанға төрлө илдәрҙән геологтар йыйыла

17 сентябрҙә Өфөлә “Геоһынау” тигән халыҡ-ара чемпионат башлана. Унда 50-гә яҡын Рәсәй төбәге, шулай уҡ Ҡаҙағстан, Беларусь һәм Үзбәкстандан студент командалары ҡатнаша. Йәштәр аҙна дауамында геология буйынса белемдәрен күрһәтә. Беҙҙең республикала Өфө фән һәм технологиялар университеты, Өфө дәүләт нефть-техник университеты, шулай уҡ Октябрьский нефть колледжында геологтарҙы әҙерләйҙәр.
Өфөлә алданған өлөшсөләр мәсьәләһе йыл аҙағына хәл ителә

Төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Владислав Сидоркин шулай тип белдерҙе. Әле Өфөлә 1,3 мең кеше алданған өлөшсөләр исемлегендә ҡала, 12 проблемалы объект иҫәпләнә. Баш ҡалала өс йортта төҙөлөш бара, 11 торлаҡ буйынса компенсация түләнә, тағы бер йорт буйынса ҡарар тиҙҙән ҡабул ителә.
Дәүләт комиссияһы Өфөлә Салауат Юлаев һәйкәлен постаменттан алыуҙы хупланы

Проектҡа ярашлы, һәйкәлгә реставрация кәрәк. Был эш цехта башҡарылырға тейеш. Скульптураның төҫө лә үҙгәрә, ул тәүҙә булған ҡуйы-һоро төҫкә буяла. Биләмәлә видеокамералар ҡуйыла, һәйкәл урынлашҡан биләмә нығытыла. Реставрация башланыу ваҡыты әлегә билдәле түгел.
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда ауыл почта бүлексәләрен яңыртыу дауам итә

Ике йыл эсендә 55 бүлексә ремонтланған. Был хаҡта социаль селтәрҙә республика башлығы яҙған. Радий Хәбиров билдәләүенсә, төбәк почта бүлексәләренең 80 проценты ауылдарҙа урынлашҡан, улар миллион ярым кешене хеҙмәтләндерә. Күп кенә тораҡ пункттарҙа почта мөһим социаль инфраструктура үҙәге булып тора, унда хат ебәрергә һәм алырға, дәүләт хеҙмәттәре аккаунтын раҫларға йәки тергеҙергә, ҡан баҫымын үлсәргә, кәрәкле тауарҙар һатып алырға мөмкин. Бүлексәләрҙә инженер коммуникациялары реконструкциялана һәм модуль конструкцияларҙан яңы стеналар төҙөлә. Унда килеү ҡыуаныслы һәм уңайлы, тип яҙған Радий Хәбиров.
Башҡортостанда яҙғы сәсеү өсөн орлоҡ әҙерләнә

Әлегә был план 77 процентҡа үтәлгән. 218 мең тонна тупланған, тип хәбәр итәләр Ауыл хужалығы министрлығынан. Тиҙҙән яғыулыҡ-майлау материалдары менән тәьмин итеү өсөн предприятиелар исемлеге төҙөлә башлай. Ужым сәсеү ҙә дауам итә. Бөгөнгә был эш 324 мең гектарҙа башҡарылған. Пландың 54 проценты үтәлгән.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Төбәктә һайлауға бәйле ойошторолған «ҡыҙыу линия» телефонына 300-ҙән ашыу шылтыратыу ҡабул ителгән

Берҙәм тауыш биреү көнөндә 95 кеше мөрәжәғәт иткән. «Берҙәм Рәсәй» партияһы брифингында шылтыратыуҙарҙың төп өлөшө мәғлүмәти һорауҙарына ҡағылышлы булған. Партиялар буйынса һайлау күрһәткестәренә килгәндә, «Берҙәм Рәсәй» 68,9 процент тауыш менән беренсе урынды биләй.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Көндәр һыуыта башлау менән өйҙәргә йылы бирелергә тейеш

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров яуаплы органдарҙы һауа шарттарының үҙгәреүен иғтибар менән күҙәтеп барырға ҡушты.
«Республикала барыһы ла әҙер. Температура түбәнәйеү менән йылытыу миҙгелен башларбыҙ»,- тине Башҡортостан башлығы. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, федераль ҡануниәткә ярашлы, уртаса һауа температураһы биш көн рәттән 8 градус йылынанан түбәнерәк күрһәтһә, йылы бирелергә тейеш. Башҡортостанда тәү сиратта балалар баҡсалары, мәктәп һәм дауалау учреждениеларына йылы бирелә.