БСТ | Яңылыҡтар – Telegram
БСТ | Яңылыҡтар
2.24K subscribers
5.34K photos
9.41K videos
1 file
215 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Өфөлә махсус хәрби операция геройы Максим Страупеға мемориаль таҡтаташ асылды

Ул яугир белем алған Статистика, информатика һәм иҫәпләү техникаһы колледжы бинаһында ҡуйылды. Максим Страупе Сүриәлә контракт буйынса махсус тәғәйенләнештәге төркөм бүлексәһе командиры була. Юғары күрһәткестәре өсөн миҙалдар менән бүләкләнә, Батырлыҡ орденына тәҡдим ителә. Уҙған йыл 10 сентябрҙә хәрби бурысын үтәгәндә һәләк була.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Республика райондарында беренсел медицина звеноһы «Сәләмәтлек» милли проекты сиктәрендә яңырыу кисерә

Борай районында 48 фап эшләй. Быйыл йәнә ике модулле пункт тиҙҙән файҙаланыуға тапшырыласаҡ. Ҡушманаҡ ауылындағы модернизация саралары хаҡында репортаж.
17👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә Башҡортостандың үҙәк һайлау комиссияһының 49-сы ултырышы үтте

Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайға етенсе саҡырылыш депутаттар һайлау ҡануниәткә ярашлы һәм хоҡуҡ боҙоуҙарһыҙ үтте. Был турала Башҡортостандың үҙәк һайлау комиссияһының 49-сы ултырышында Илона Макаренко белдерҙе. Үҙәк Һайлау комиссияһы рәйесе әйтеүенсә, республика халҡы үҙен ғәҙәттәгесә сәйәси йәһәттән әүҙем, гражданлыҡ бурысына яуаплы булараҡ күрһәтте.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Кушнаренко районында республикала ирекле милли батальон ойоштороу буйынса штаб филиалы асылды

Дөйөм эшкә үҙ өлөшөңдө индер. Кушнаренко районы үҙәгендә Республикала ирекле милли батальон ойоштороу һәм контракт нигеҙендә хеҙмәт итеү буйынса штаб филиалы асылды. Ошо уңайҙан урында яуаплы вәкилдәр ҡатнашлығындағы беренсе ултырыш үтте.
👍3
Башҡортостан парламенты депутаттарын һайлау һөҙөмтәләре иғлан ителде

Үҙәк һайлау комиссияһы мәғлүмәттәре буйынса, 1 миллион 63 меңдән ашыу кеше "Берҙәм Рәсәй" фирҡәһен һайлаған. КПРФ вәкилдәре 180 меңдән күберәк, ЛДПР ағзалары 119 мең тауыш алған. "Ғәҙел Рәсәй" өсөн - 114 мең, "Яңы кешеләр" өсөн 52 мең 688 тауыш биргәндәр. Республика парламентында 41 мандатҡа "Берҙәм Рәсәй" хужа була, КПРФ - 6, ЛДПР һәм "Ғәҙел Рәсәй" дүртешәр мандат ала. Яңы һайланған парламенттың тәүге ултырышы 5 октябрҙә була.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Һуңғы өс айҙа республикала утыҙҙан ашыу кеше быума йүтәл йоҡторорған

Сағыштырып ҡараһаҡ, былтыр был осорҙа сирләүселәр бөтөнләй булмаған. Ауырыуҙың тәүге билдәләре, дауалау ысулдары тураһында киләһе репортаж.
👍2
Башҡортостандың 6 ҡалаһында рөхсәтһеҙ сүплектәр юҡ ителә

“Таҙа ил” федераль проектына ярашлы киләһе йыл аҙағына тиклем Баймаҡ, Сибай, Стәрлетамаҡ, Благовещен, Дәүләкән һәм Күмертау ҡалалары янындағы сүп-сарҙы эшкәртеү ҡарала. Был маҡсатҡа Федераль ҡаҙнанан һәм республика бюджетынан 2 миллиард һумдан ашыу аҡса бүленгән. Сүплектәрҙе юҡ итеү халыҡтың йәшәү сифатын яҡшыртасаҡ, тип белдерәләр Тәбиғәтте һаҡлау һәм экология министрлығынан. Был ерҙәр муниципалитеттарға тапшырылып, унда артабан йәшелләндереү эштәре башҡарыла.
“Әйҙә уйнарға” фестивалендә Рәсәйҙән уйынсыҡ етештергән 140 ойошма ҡатнаша

Улар араһында Башҡортостандан үҙ тауарын тәҡдим иткән 8 компания була. Форум көндәрендә уйынсыҡтарҙы түбән хаҡҡа алырға була. Вице-премьер – Сәнәғәт, энергетика һәм инновация министры Александр Шельдяев әйтеүенсә, төрлө компаниялар араһында килешеүҙәргә ҡул ҡуйыу ҡарала.“Әйҙә уйнарға” Бөтә Рәсәй фестивале Өфөлә Совет майҙанында 14-17 сентябрҙә ойошторола.
Башҡортостан археологтары Ҡырғыҙстандағы боронғо ҡаласыҡты өйрәнә

Садыр-Ҡурған Таласс үҙәнендә урынлашҡан. Халыҡ-ара Тянь-Шань экспедицияһын Дәүләт Эрмитажы һәм Ҡырғыҙстандың Тарих институты ойошторҙо. Белгестәр Ала-Тоо тауы итәгендә эшләй. Был урын дәүләт һәм дин эшмәкәре Хөсәйенбәктең кесе Ватаны булараҡ билдәле. Башҡортостан Күсемһеҙ мәҙәни ҡомартҡыларҙы һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәге етәксеһе Данир Ғәйнуллин шулай тип белдерҙе. Башҡортостан археологтары менән Талас өлкәһе губернаторы ла осрашҡан. Төбәк етәксеһе яҡын арала ҡырғыҙ белгестәрен Башҡортостанға ебәрергә ниәтләй.
Башҡортостан йылытыу миҙгеленә 96 процентҡа әҙер

Республикала йылытыу миҙлегенә әҙерлек өсөн 8 миллиард һумдан ашыу аҡса тотонолған. Был сумма былтырғы менән сағыштырғанда 30 процентҡа күберәк. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Ирина Голованова белдереүенсә, 10 сентябргә йылытыу системаларына таҙартылған һыу тултырылырға тейеш. Район һәм ҡалалар 15 сентябргә тиклем йылытыу миҙгеленә әҙерлек тураһында паспорттар күрһәтергә бурыслы.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан автобустарҙа йөрөү буйынса илдә дүртенсе урынды биләй

Бындай мәғлүмәтте Росстат килтерә. Былтыр республикала 258 миллион сәфәр ойошторолған. Был төбәктең бер нисә йыл дауамында алып барған етди хеҙмәт емеше. Был хаҡта Башҡортостан башлығы социаль селтәрҙәге сәхифәһендә яҙҙы. 2019 йылдан алып республикаға бәләкәй, урта һәм ҙур класлы 1 мең 80 автобус һатып алынған.
Быйыл тағы ла 32 яңы туристик автобус ҡайтарылған. Улар республика буйлап һәм башҡа төбәктәргә әүҙем йөрөй. Сочи, Анапа һәм Ялтаға автобус турҙарын асыу планлаштырыла. Уңайлы түләү системаһы төҙөлгән. «Алға» транспорт картаһы билетты ҡулаҡса менән түләгәнгә ҡарағанда арзаныраҡ һатып алырға мөмкинлек бирә. Әммә был транспорт реформаһының бер өлөшө генә. Башҡортостанда автобус менән йөрөүҙе тағы ла уңайлыраҡ итеү өсөн үҫеш мөмкинлектәре ҙур, тип билдәләгән Радий Хәбиров.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры «Садко» опера-былинаһын Мәскәү тамашасыһына тәҡдим итте

Башҡортостан артистары Мәскәү тамашасыһына премьера тәҡдим итте. Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры «Садко» опера-былинаһын Ҙур театрҙың тарихи сәхнәһендә ҡуйҙы. Спектакль баш ҡалала тәүгә сығарылмай. Башҡортостан ижадсылары сәхнәләштереүен Мәскәү нисек ҡабул итте? Тулыраҡ видеояҙмала.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Рәсәйҙең финанс министрлығы Фәтхулла Исхаҡовҡа 32 миллион һумға яҡын аҡса түләргә бурыслы

Өфөнөң Ленин районы суды ошо турала ҡарар ҡабул итте. Баш ҡалала йәшәүсе ир 60 йыл элек өс кешене үлтереүҙә ғәйепләнеп, 13 йылға иркенән мәхрүм ителә. Төрмәнән сыҡҡас Фәтхулла Исхаҡов ярты быуаттан ашыу намыҫлы исемен тергеҙеү өсөн көрәшә. Пенсионер быға 2023 йылдың майында ғына өлгәшә. Рәсәй Юғары суды илдә тәүге тапҡыр күптәнге хөкөм ҡарарын ғәмәлдән сығара. Әхләҡи зыян 31 миллион 600 мең һум күләмендә билдәләнә.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Стәрлебаш районының 4 мәктәбе уҡыусылары белем көнөн заманса мәғариф учреждениеһында ҡаршы алды

Яңы уҡыу йылын - яңы мәктәптә. Стәрлебаш районының 4 мәктәбе уҡыусылары белем көнөн заманса мәғариф учреждениеһында ҡаршы алды. Стәрлебаш, Иҫке Ҡалҡаш, Айҙарале, Йәшергән ауылдарындағы объекттар «Мәғариф үҫеше» федераль программаһы сиктәрендә төҙөкләндерелгән. Белем усаҡтарын капиталь ремонтлауға 6 миллион һумдан ашыу аҡса йүнәлтелгән. Төҙөүселәр биналарҙы яңыртҡанда, педагогтар уҡыу программаһына үҙгәрештәр индергән. Сөнки заманса шарттар яңы мөмкинлектәр асҡан.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан Милли музейында уйынсыҡ донъяһына арналған күргәҙмә асылды

Өфөлә үтәсәк «Әйҙә, уйнарға!» беренсе Бөтә Рәсәй уйынсыҡтар фестивале сиктәрендә Башҡортостан Милли музейында уйынсыҡ донъяһына арналған күргәҙмә эшләй. Экспозицияла - совет осоро уйынсыҡтары. Шулай уҡ фестиваль көндәрендә Мәскәүҙән Вадим Вольфсон килтергән тарихи уйынсыҡтар күргәҙмәһен күрергә мөмкин.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Евразия ғилми-мәғариф үҙәгендә климат һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы лабораторияһы эшләйәсәк

Өфө дәүләт нефть техник университетының климат һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы лабораторияһы Евразия ғилми-мәғариф үҙәгенең вуз-ара кампусында эшләйәсәк. Тикшеренеү объекттарының береһе - карбонлы полигон. Урман, һаҙлыҡ, ауыл хужалығы биләмәләре - уникаль экосистемалы тәбиғи участкаларҙа заманса ҡорамалдар ярҙамында ташланған һәм һеңдерелгән парник газдары үлсәнә.
Өфөгә “Тыныс йоҡо, кескәйҙәр” тапшырыуы геройҙары килә

“Әйҙә уйнарға!” Бөтә Рәсәй уйын фестивалендә алып барыусы һәм актриса Оксана Федорова сығыш яһай. Уның менән бергә балаларҙың яратҡан геройҙары Хрюша, Каркуша, Филя һәм Степашка ла саҡырылған. Бөтә Рәсәй уйын фестивале бөгөндән 17 сентябргә тиклем Совет майҙанында ойошторола.Өфөгә “Тыныс йоҡо, кескәйҙәр” тапшырыуы геройҙары килә.
Башҡортостанда “Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк” акцияһы барышында табиптар 318 ауылда булған

5 ай дауамында Өфөнән медицина белгестәре 149 меңдән ашыу кешене ҡабул иткән. 4 мең пациент артабан дауаланыу өсөн йүнәлтмә алған. “Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк” акцияһы был аҙнала тамамлана.
👍1
Башҡорт телен үҫтереү буйынса гранттар конкурсында һәр кем ҡатнаша ала

Быйылдан шундай үҙгәреш көсөнә инде. Проект авторы 50 мең һумдан 200 меңгәсә грант юллай ала. Заявкалар 30 сентябргә тиклем ҡабул ителә. Башҡорт телен үҫтереү һәм һаҡлау фонды етәксеһе Гөлназ Йосопова әйтеүенсә, сараларҙы йыл дауамында тормошҡа ашырырға мөмкин.
👍2
Контракт буйынса хәрби хеҙмәткә яҙылыу дауам итә

60 йәшкә тиклемге ир-егеттәр Ҡораллы көстәр сафына баҫа ала. Бының өсөн урындағы хәрби комиссариатҡа мөрәжәғәт итергә һәм медицина тикшереүе үтергә кәрәк. Килешеүгә ҡул ҡуйғандарға кредит каникулы бирелә. Уларҙың эш урыны һаҡлана. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға хәрби хәрәкәттәр ветераны статусы бирелә. Яугирҙәрҙең ғаиләләренә лә льготалар ҡаралған.
👎1
Өфөлә “Әйҙә уйнарға” фестивале үтә

4 көн дауамында Совет майҙанында Рәсәйҙә етештерелгән уйынсыҡтар күргәҙмәһе ойошторола. Конкурс, оҫталыҡ дәрестәре, спорт ярыштары уҙғарыла, асыҡ балалар студияһы эшләй. Байрамда “Непоседы”, “Домисолька»” балалар коллективтары, шулай уҡ Ваня Дмитриенко һәм Милана Хаметова сығыш яһай. “Союзмультфильм” геройҙары ҡатнашлығында флешмоб үтә. Өфөгә танылған алып барыусылар: Татьяна Веденеева, Антон Зорькин, Оксана Федорова килә. Сараның бөтә көндәрендә “Тәмле урам” исемле аш-һыу биләмәһендә тамаҡ ялғарға мөмкин. Фестиваль барышында пленар сессия була. Унда илдә уйынсыҡ индустрияһы үҫеше мәсьәләләре ҡарала.