БСТ | Яңылыҡтар – Telegram
БСТ | Яңылыҡтар
2.24K subscribers
5.34K photos
9.4K videos
1 file
215 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә «Әйҙә, уйнарға!» Бөтә Рәсәй уйындары фестивале үтә

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров балаларҙы уйнарға саҡырҙы. Өфөнөң Совет майҙанында бөгөн «Әйҙә, уйнарға!» Бөтә Рәсәй уйындары фестивален тантаналы асыуҙа төбәк етәксеһе ҡатнашты. Форумға Рәсәй төбәктәренән һәм Ирандан ҡунаҡтар ҙа килгән.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров Мария Львова-Белова менән осрашты

Мөмкинлектәре сикләнгән балаларға күберәк ярҙам күрһәтеү өсөн, «Содействие» хәйриә фонды ҡеүәтен нығытыу мөһим. Был мәсьәлә буйынса Башҡортостан башлығы Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил Мария Львова-Белова менән фекер алышты. Осрашыу Республика йортонда уҙҙы. Әңгәмә барышында «Рәсәй үҫмерҙәре» федераль стратегия программаһы сиктәрендә Өфөлә асылған «Тап шул урын» үҫмерҙәр клубын өҫтәмә финанслау юлдары ла ҡаралды. Мария Львова-Белова Башҡортостанда Әсәлек һәм балалыҡты яҡлау буйынса башҡарылған дәүләт сәйәсәтен юғары баһаланы.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Салауат Юлаев исемендәге икенсе батальонды туплау тамамлана

Әлегә шәхси состав 85 процентҡа әҙер. Подразделениеға 55 йәшкә тиклемге яугирҙар һәм 60 йәшкә тиклемге офицерҙар ҡабул ителә. Батальонға яҙылырға теләүселәр күп, әммә ир-егеттәрҙең бөтәһе лә тейешле талаптарға яуап бирмәй. Комиссия физик һәм психологик яҡтан көслөләрҙе генә һайлап ала. Улар ай ярымдан ашыу Росгвардия частарендә етди күнекмәләр үтә. Батальонға эләгеү өсөн Өфөләге штабҡа йәки республика буйынса филиалдарға мөрәжәғәт итергә кәрәк.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Баймаҡ районы халҡы махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡташтарына сираттағы гуманитар ылау әҙерләй

Берҙәмлектә -көс. Дамир Муллағилдин - махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яҡташтар менән яҡын туғандарҙай. Ул тәүҙә шәхси техникаһында хәрби зонаға райондан төҙөлөш эшселәре алып бара, аҙаҡ егеттәрҙең һорауы буйынса, уларҙы ҡыҫҡа ваҡытлы ялға алып ҡайтыу һәм кире алып барыу бурысын үҙ өҫтөнә ала. Дамир һалдаттарға туғандары ебәргән посылкаларҙы ла бушлай илтеп ҡуя.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда ирекле янғын һүндереү дружиналары көслөләрҙе асыҡланы

Янғын һүндереүселәр оҫталығын һынай. Ирекле янғын һүндереү дружиналары көслөләрҙе асыҡланы. Республика кимәлендәге сара Рәсәй Геройы Максим Серафимов исемендәге «Патриот» хәрби-патриотик паркында ойошторолдо.
Бөгөнгө бәйге етеҙҙәрҙе асыҡлау менән бер рәттән ирекмәнлекте популярлаштырырға, уға битараф булмаған граждандарҙың иғтибарын йәлеп итергә тейеш.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә «Шаңдау» китабының исем туйы

Мәүлит Ямалетдиновтың шиғырҙары һәм поэмалары ингән йыйынтыҡты йәмәғәтселеккә сығарыуға шағирә Тамара Искәндәриә өлөш индергән. Китапты рәссам Азамат Ғарипов биҙәгән. Мәжит Ғафуриҙың йорт-музейында үткән кисәлә билдәле ҡәләм оҫталары, яҙыусының ҡыҙы, «Шоңҡар» йәш шағирҙар ойошмаһы вәкилдәре ҡатнашты.
Башҡортостан хужалыҡтары көнбағыш урыуға төштө

Кушнаренко, Миәкә һәм Стәрлебаш райондарында эштәр әүҙем бара, тип белдерәләр Ауыл хужалығы министрлығынан. Әле көнбағыш 600 гектар майҙанда һуғылған, гектарынан 10 центнер уңыш алына. Быйыл республикала был культура 288 мең гектар майҙанда ултыртылған. Көнбағыштан тыш, хужалыҡтар етен, гәрсис, соя һәм башҡа майлы культураларҙы урып йыя.
Өфөлә ҡайын, йүкә, миләш, сирень, барбарис ағастары арта

23 сентябрҙә баш ҡалала “Йәшел Башҡортостан” акцияһы уҙғарыла. Уның барышында 5 меңдән ашыу ағас һәм ҡыуаҡ ултыртыу ҡарала. 100-ҙән ашыу ихатала һәм 70-кә яҡын биләмәлә урындар әҙерләнгән. Өфө ҡала хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев белдереүенсә, “Йәшел Башҡортостан” уның яратҡан акцияһы. Баш ҡаланың 450 йыллығына иһә 45 мең төп ағас һәм ҡыуаҡ ултыртыу ҡарала.
"Сәләмәтлек поезы" 150 меңенсе кешенең һаулығын тикшерҙе

Һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин социаль селтәрҙә ошо турала хәбәр итә. Өфө районы Березовка ауылынан Юлия Шундееваға фитнес-беләҙек тапшырылды. Башҡортостанда сәләмәтлек акцияһы быйыл да дауам итте. Уға ярашлы, квалификациялы табиптар төрлө ауылдарҙа булып халыҡ сәләмәтлеген тикшерә. Быйылғы акция ошо аҙнала тамамлана.
Башҡортостанда сүп-сарҙы сорттарға бүлеү комплексы төҙөлә

Ул Бәләбәйҙә урынлаша, объект киләһе йылда файҙаланыуға тапшырылырға тейеш. Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығынан белдереүҙәренсә, бында эш урындары булдырыла. Комплекста йыл һайын 100 мең тонна ҡалдыҡ эшкәртелә.
Өфөлә һыу инеү миҙгеленә йомғаҡ яһалды

Ҡала хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, быйыл рәсми пляждарҙа 250 меңдән ашыу кеше булған. Был уҙған йылдағынан 30 меңгә күберәк. Йәйге айҙарҙа 12 кеше батып үлгән. Улар рөхсәт ителмәгән урындарҙа һыу ингән. Рәсми урындарҙа ҡотҡарыусылар батып барған 44 кешене сығарған, шул иҫәптән биш бала ҡотҡарылған.
Башҡортостанда уҡыусылар өсөн этнографик уйын ойошторола

Ул онлайн һәм офлайн форматта үтә. Маҡсаты балаларға мәҙәниәт, тарих һәм тыуған ил тураһында белем биреүгә йүнәлтелгән. Уйында 4 меңдән ашыу уҡыусы ҡатнашыуы көтөлә. Этнографик уйында республика мәктәптәренән 7 -се - 10-сы класс уҡыусылары көс һынаша. Улар араһында 40 еңеүсе билдәләнә. Һәләтле балалар өсөн Мәскәүгә сәфәр ойошторола.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Көйөргәҙе районында Кинйә Арыҫлановтың тыуыуына 300 йыл тулыуға арналған йыйын уҙғарылды

Көйөргәҙе районы Кинйә-абыҙ ауылында 1773-1775 йылдарҙағы крәҫтиәндәр һуғышында Емельян Пугачевтың арҡаҙашы, башҡорт старшинаһы, хәрби етәксе Кинйә Арыҫлановтың тыуыуына 300 йыл тулыуға арналған йыйын уҙғарылды. Тантаналы сарала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты. Рәсми ҡунаҡтар Кинйә Арыҫланов ерләнгән тип фаразланған урында булды. Урындағы музей эшмәкәрлеге менән танышты. «Кинйә йыйыны» республика фестиваленән киләһе репортаж
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Берҙәм Рәсәй» партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе конференцияһы үтте

Сарала сәйәси фирҡәнән Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға рәйес һайланды. Күпселек тауыш менән был вазифаға ошоға тиклем Башҡортостан Парламенты рәйесе булып эшләгән Константин Толкачев үтте. Шулай уҡ делегаттар партия исемлеге буйынса һайланған депуттарҙы раҫланы. Конференцияла ҡатнашыусылар алдында Республика башлығы, төбәк бүлексәһе секретары Радий Хәбиров сығыш яһаны. Ул «Берҙәм Рәсәй» фирҡәһе ағзаларын һайлауҙа ышаныслы еңеүҙәре менән ҡотланы һәм тауыш биреү һөҙөмәтәләрен йомғаҡлап үтте.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Дыуан районы махсус хәрби операция биләмәһенә гуманитар ярҙам әҙерләгән

Дыуан районы махсус хәрби операция биләмәһенә ебәреү өсөн ауыр тоннажлы алты фурала гуманитар ярҙам әҙерләгән. Яугирҙарға яҡындарынан посылкалар, хеҙмәт ҡоралдары, аҙыҡ-түлек, медицина кәрәк-яраҡтары оҙатыла. «Башҡортостан» полкы хәрбиҙәренә иһә «Уаз»иктар һәм «Нива» автомобилдәре тапшырыласаҡ.
2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда элиталы Ҡораллы көстәр сафы - һауа-десант ғәскәрҙәренең махсус танк батальонына ҡабул итеү ойошторола башланы

Ирекле батальон составында хеҙмәт итергә теләгән ир-егеттәргә 117 телефон һандарына, Хәрби комиссариатҡа йәки ирекле батальондар штабына мөрәжәғәт итергә кәрәк. Килешеүҙе 65 йәшкәсә тиклем граждандар төҙөй ала. Хәрби контракт кәмендә 6 айға төҙөлә. Танк батальонына быға тиклем хәрби хеҙмәт үтмәгән ир-аттар ҙа ҡабул ителә.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда Бөтә Рәсәй уйын фестиваленең икенсе көнө тамамланды

Өфө - бала саҡ илендә. Башҡортостанда Бөтә Рәсәй уйын фестиваленең икенсе көнө тамамланды. Бөгөн дә күләмле форум баш ҡала халҡын һәм ҡунаҡтарын хайран ҡалдырҙы. Теләге булған һәр кем сараларҙа ҡатнашып, күңеленә яҡын уйынсыҡтарҙы һайлап алды. Эксперттар ролендә балалар үҙҙәре сығыш яһаны.
4
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ауыл фельдшерҙарын автомобиль йөрөтөргә өйрәтеү мөмкинлектәре ҡарала

Буласаҡ медицина хеҙмәткәрҙәре өсөн водитель курстары уҙғарыу тураһында илдең һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашко белдерҙе. Ул Өфө медицина колледжы нигеҙендә урта кимәлдәге һөнәри белем биреү йорттары етәкселәре менән кәңәшмә уҙғарҙы. Башҡортостанда медицина кадрҙарын әҙерләү системаһы эшмәкәрлеге менән яҡындан танышты.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Кейеҙҙән баҫылған донъялағы беренсе шахмат партияһы Бөтә Рәсәй уйын фестивалендә тәҡдим ителде

Өфөлә үткән күләмле форумдың өсөнсө көнө лә баш ҡала халҡы һәм ҡунаҡтарын хайран ҡалдырҙы. Ял көнөндә майҙан тағы ла халыҡ менән шығырым тулы булды.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфө сауҙа майҙансыҡтарында умартасылыҡ тауарҙарының күргәҙмә-йәрминкәһе үтте

Татлы сауҙа. Өфө сауҙа майҙансыҡтарында умартасылыҡ тауарҙарының күргәҙмә-йәрминкәһе үтте. Унда Башҡортостандың төрлө төбәктәренән килтерелгән балды тәмләп ҡарарға мөмкинлек булдырылды.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ҡырмыҫҡалы районының Үтәгән ауылында икенсе йыл рәттән Ҡабаҡ фестивале уҙғарыла

Социалистик Хеҙмәт геройы, алдынғы сөгөлдөрсө Банат Батырованың яҡташтары уңған ер хужалары тигән данын ҡайтара. Ҡырмыҫҡалы районының Үтәгән ауылында икенсе йыл рәттән Ҡабаҡ фестивале уҙғарыла. Хужалар байрамға файҙалы йәшелсәнең тиҫтәләрсә төрөн дә, ҡабаҡтан төрлө ризыҡтар ҙа әҙерләй.