БСТ | Яңылыҡтар – Telegram
БСТ | Яңылыҡтар
2.24K subscribers
5.34K photos
9.38K videos
1 file
215 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Башҡортостан бәшмәкселәр аҙашҡан

Республикала уҙған ял көндәре урманда аҙашыуға бәйле 14 хәбәр теркәлгән. Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан белдереүҙәренсә, Хәйбулла, Әбйәлил, Ауырғазы, Ишембай, Иглин, Туймазы райондарынан ҡотҡарыусыларға мөрәжәғәт иткәндәр. Юғалған кешеләрҙең күбеһе бәшмәккә барған. Белоретта Еләкташ тауына күтәрелгән 5 кеше ҡайтыу юлын таба алмаған. Ҡотҡарыусылар юғалған төркөмдө тиҙ арала табып ярҙам күрһәткән.
Башҡортостан һәм Ҡаҙағстан хеҙмәттәшлекте үҫтереү буйынса саралар планына ҡул ҡуйҙы

Астанала “Иннопром” күргәҙмәһе дауам итә. Хеҙмәттәшлек документы ике йылға иҫәпләнгән. Сәнәғәт, иҡтисад, инвестициялар, ауыл хужалығы, һаулыҡ һаҡлау тармаҡтарында уртаҡ проекттарҙы тормошҡа ашырыу ҡарала.
Башҡортостан парламентында дүрт фракция ойошторолдо

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙан хәбәр итеүҙәренсә, яңы саҡырылыш депутаттар төркөмдәре беренсе ойоштороу ултырыштарын үткәрҙе. Һайлау һөҙөмтәләре буйынса парламентҡа алты сәйәси партия вәкилдәре үтте. Әммә дүрт фирҡә генә 5 процентлыҡ кәртәне уҙған. “Берҙәм Рәсәй” фракцияһы етәксеһе вазифаһына – Салауат Хөсәйенов, КПРФ-ҡа – Юнир Ҡотлоғужин, “Ғәҙел Рәсәй – Патриоттар – Дөрөҫлөк өсөн” фракцияһына – Владимир Нагорный һәм ЛДПР-ға етәксе итеп Юрий Рудаков тәғәйенләнде.
Рәсәйҙә хәрби хәрәкәттәр ветераны статустын алыу еңеләйә

Хөкүмәт рәйесе Михаил Мишустин ҡул ҡуйған бойороҡҡа ярашлы, тейешле документтар һәм түләүҙәр ғаризаһыҙ бирелә. Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандарға профилле министрлыҡ һәм ведомстволарға мөрөжәғәт итеү кәрәкмәй. Түләүгә бәйле документтар ҙа Социаль фондҡа тура ебәрелә. Артыҡ белешмә һәм мәғлүмәт йыйып йөрөү талап ителмәй.
👎1
Бөрйән районында рөхсәтһеҙ ағас ҡырҡыу осрағы асыҡланған

“Урман” профилактик сараһы барышында полиция рейд ойошторған. Хоҡуҡ һаҡсылары ҡарағай ағасы ташыған кешене туҡтатҡан. Уның урман ҡырҡыу өсөн рөхсәте булмаған. Ваҡиға буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Дәүләткә 115 мең һумлыҡ зыян килтерелгән.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда һауа-десант ғәскәрҙәренең махсус танк батальонына ҡабул итеү тамамланды

Элиталы ғәскәрҙә хәрби хеҙмәткә ир-егеттәр контракт килешеү буйынса ҡабул ителде. Республикала контракт нигеҙендә хәрби хеҙмәткә яҙылыу дауам итә. Хәрби сафҡа сәләмәтлеге буйынса яраҡлы 18 йәштән 60 йәшкә тиклемге ир-егеттәр, айырым осраҡта 65 йәштәге граждандар ҙә алына.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда ауыл хужалығы предприятиелары шәкәр сөгөлдөрөн ҡаҙыуға төштө

Быйыл техник культура республиканың 19 районда үҫтерелгән. Республика буйынса уңыш ҡеүәте гектарынан уртаса 300 центнер. Татлы тамырҙы Раевка һәм Шишимә шәкәр заводттары эшкәртә. Быйыл йәшелсәлә шәкәр кимәле юғарымы? Яуап видеояҙмала.
Уҡытыусыларға 2,5 минималь хеҙмәт хаҡына тиң эш хаҡы түләргә тәҡдим ителә

Дәүләт Думаһында шундай закон проекты әҙерләнә. Әле илдә минималь хеҙмәт хаҡы 16 мең 242 һумға баһалана. Йәмғиәттә педагог һөнәренең абруйын арттырыу өсөн уҡытыусыларға эш хаҡын күтәрергә кәрәк, тип белдерә документ авторҙары. Рәсәйҙә статистика мәғлүмәтенә ярашлы, уҡытыусылар айына уртаса 46 мең һум ала. Әммә ҡайһы бер төбәктәрҙә ул 25-30 мең һум ғына.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Баш ҡалала Абдулла Солтановҡа арналған хәтер кисәһе үтте

Республиканың төп концерт залында мәшһүр йырсы, Башҡортостандың халыҡ артисы Абдулла Солтановҡа арналған хәтер кисәһе үтте. Учалы районы Ҡобағош ауылынан сыҡҡан бөйөк шәхес башҡорт халыҡ йырҙарын юғары кимәлдә башҡарып, бөтә донъяла республика данын яҡланы. Урал ҡаяларынан көс алған аҡһаҡал, арҙаҡлы йыраусы 95 йәшен туйлаған булыр ине.
1
Максим Забелин волонтерҙарға рәхмәт белдерҙе

Йәмәғәтселектең көсөн бер урынға тупланыҡ. Миңлеғәли Шайморатов исемендәге ирекмәндәр штабы вәкилдәре шулай тип белдерҙе. Бөгөн уның ойошторолоуына бер йыл. Ошо уңайҙан "Берҙәм Рәсәй" сәйәси фирҡәһенең йәмәғәт башланғыстарын хуплау үҙәгендә эш йомғаҡтары барланды. Әүҙемлек күрһәткән ирекмәндәр бүләкләнде. -Бер йыл эсендә штаб яугирҙәр һәм уларҙың яҡындарына ярҙам күрһәткән төп йәмәғәт көсөнә әйләнде. Ирекмәндәр алғы һыҙыҡҡа ебәреү өсөн гуманитар ылау туплай. Йөктө урынына илтеп тапшыра, - тине Башҡортостан башлығы хакимиәте етәксеһе Максим Забелин.
Өфөлә Октябрь проспекты буйлап тауышһыҙ трамвай йөрөтөү ҡарала

Баш ҡала хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, транспорт мәсьәләһен хәл итеү өсөн “Ҡала электричкаһы” проекты тормошҡа ашырыла. Уға ярашлы, аэропортҡа тиклем тимер юл һуҙыла. Өфөнөң генераль планы буйынса тиҙлекле тауышһыҙ трамвай йөрөтөргә тәҡдим ителә. Ул ҡаланың төньяғын көньяҡ өлөшө менән тоташтырасаҡ.
👍2
Башҡортостан халҡы тәңкәләрҙе ҡағыҙ аҡсаға алмаштыра ала

Беҙҙең республикала 8 октябргә тиклем махсус аҙналыҡ ойошторола. Уның барышында банктарҙа тимер аҡсаны алмаштырырға була. Халыҡ ҡулаҡса һәм тәңкә менән һирәк иҫәпләшә. Акция халыҡта һаҡланған тимер аҡсаны әйләнешкә индерергә һәм тәңкә һуғыу өсөн киткән сығымды кәметеүгә йүнәлтелгән, тип хәбәр итәләр Башҡортостан Милли банкынан.
Рәсәй Хөкүмәте “Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фондын финанслауға 5 миллиард һум йүнәлтә

Премьер-министр Михаил Мишустин бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы. Резерф фондтан бүленгән аҡса субсидия рәүешендә грант булараҡ төбәктәрҙәге дәүләт фонды бүлексәләренә ебәрелә. “Ватанды һаҡлаусылар” фонды махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандар һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам күрһәтә. Өфөлә ойошма 1 июндән эшләй. Район һәм ҡалаларҙа социаль координаторҙар вазифаһы булдырылды.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Быйыл Башҡортостанда «Профессионалитет» федераль проекты ярҙамында яңы кластерҙар барлыҡҡа килде

Иҡтисад өсөн кәрәкле белгестәр. Быйыл Башҡортостанда «Профессионалитет» федераль проекты ярҙамында химия, тау - байыҡтырыу тармаҡтары, машиналар эшләү, клиник һәм профилактик медицина, педагогика буйынса тағы ла 7 яңы кластер барлыҡҡа килде. Улар 1 курста уҡыусы 5 мең студенты үҙ эсенә ала.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә Шайморатов батальоны яугирҙары менән телекүпер ойошторолдо

Башҡортостан хәрби комиссариатында Шайморатов батальоны яугирҙары яҡындары менән онлайн бәйләнешкә сыҡты. Алғы һыҙыҡтағы ир-егеттәр ғаилә ағзалары менән аралашып, махсус операция биәләмәһендәге хәлдәре менән уртаҡлашты.
👍1👎1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөләге Аксаков исемендәге мәҙәниәт һәм ял паркы реконструкцияһы тамамланыу алдында

Республика көнөнә ҙур бүләк. Өфөләге Аксаков исемендәге мәҙәниәт һәм ял паркы реконструкцияһы тамамланыу алдында. Биләмәләге төҙөкләндереү эштәре «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» федераль программаһы сиктәрендә бара. Шуныһы мөһим - былтыр ун йәмәғәт биләмәһе араһында тап тарихи үҙәктәге баҡсаны яңыртыу өсөн өфөләр үҙҙәре үк күпселек тауыш биргәйне.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Көйөргәҙе районында күптән көтөлгән ремонт

Көйөргәҙе районының Ермолаев ауылы халҡы оҙаҡ йылдар Тимер юл, Мичурин һәм Заслонов урамдарын төҙөкләндереүҙе һорап, социаль селтәрҙәрҙә мөрәжәғәт итә. Капиталь ремонт проекты «Башҡортостандың транспорт системаһын үҫтереү» программаһына индерелгән.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
79 йылдан Герой исеме тыуған яғына шаңдау булып әйләнеп ҡайтты

Ауырғазы районы Төрөмбәт ауылынан Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған Ғиндәлиф Заһитовтың батырлыҡ өсөн наградаһына - Ҡыҙыл Йондоҙ орденына танытма уның берҙән-бер ҡыҙына тапшырылды. Быға яҡындарының яугиры тураһында рәсми сығанаҡтарҙа төплө өйрәнеүе булышлыҡ иткән. Бөгөн ул туғандарынан бигерәк, яҡташтары өсөн дә мөһим ваҡиға.
👍4❤‍🔥1🫡1
Бөгөн Өфөлә Бөтә Рәсәй энергетика форумы башлана

Башҡортостан күргәҙмәләр үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, йөҙҙән ашыу компания экспозиция тәҡдим итергә йыйына, Ҡытай, Әрмәнстан, Беларусь һәм Ҡырғыҙстандан делегациялар килеүе көтөлә. Пленар ултырыш “Рәсәйҙә энергетика тармағын үҫтереү” тигән исем аҫтында уҙа.Форумда өс тиҫтәгә яҡын йүнәлеш буйынса фекер алышыу ойошторола. Сара барышында “Урал энергетикаһы” исемле күргәҙмә үтә.
Ағиҙел ҡалаһының үҙәк китапханаһында “Мутин уҡыуҙары” уҙҙы

Сарала Бөтә Донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзалары, Татарстандың Аҡтаныш районы Таҡталасыҡ ауылы делегацияһы һәм ҡала мәктәптәренән уҡыусылар ҡатнашты. Илдархан Мутин - билдәле тарихи шәхес, башҡорт хәрби шураһы рәйесе, башҡорт милли азатлыҡ хәрәкәтендә әүҙем ҡатнашҡан етәкселәрҙең береһе булған.
1
Башҡортостанға “Мәктәп туризмы” программаһына ярашлы өҫтәмә субсидия бүленә

Республика Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, федераль бюджеттан 7,5 миллион һум, төбәк ҡаҙнаһынан 3 миллион һум йүнәлтелә. Өҫтәмә субсидия ярҙамында тағы 1,5 мең уҡыусыға бушлай ял ойоштороу мөмкинлеге була. “Мәктәп туризмы” программаһын финанслау күрһәткесе буйынса Башҡортостан Мәскәү өлкәһенән ҡала икенсе урында килә. Быйыл 5-се - 9-сы класта уҡыған 39 меңдән ашыу малай һәм ҡыҙ туристик маршруттарға сыға ала.