Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Быйыл Башҡортостанда «Профессионалитет» федераль проекты ярҙамында яңы кластерҙар барлыҡҡа килде
Иҡтисад өсөн кәрәкле белгестәр. Быйыл Башҡортостанда «Профессионалитет» федераль проекты ярҙамында химия, тау - байыҡтырыу тармаҡтары, машиналар эшләү, клиник һәм профилактик медицина, педагогика буйынса тағы ла 7 яңы кластер барлыҡҡа килде. Улар 1 курста уҡыусы 5 мең студенты үҙ эсенә ала.

Өфөлә Шайморатов батальоны яугирҙары менән телекүпер ойошторолдо
Башҡортостан хәрби комиссариатында Шайморатов батальоны яугирҙары яҡындары менән онлайн бәйләнешкә сыҡты. Алғы һыҙыҡтағы ир-егеттәр ғаилә ағзалары менән аралашып, махсус операция биәләмәһендәге хәлдәре менән уртаҡлашты.

👍1👎1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөләге Аксаков исемендәге мәҙәниәт һәм ял паркы реконструкцияһы тамамланыу алдында
Республика көнөнә ҙур бүләк. Өфөләге Аксаков исемендәге мәҙәниәт һәм ял паркы реконструкцияһы тамамланыу алдында. Биләмәләге төҙөкләндереү эштәре «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» федераль программаһы сиктәрендә бара. Шуныһы мөһим - былтыр ун йәмәғәт биләмәһе араһында тап тарихи үҙәктәге баҡсаны яңыртыу өсөн өфөләр үҙҙәре үк күпселек тауыш биргәйне.

❤1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Көйөргәҙе районында күптән көтөлгән ремонт
Көйөргәҙе районының Ермолаев ауылы халҡы оҙаҡ йылдар Тимер юл, Мичурин һәм Заслонов урамдарын төҙөкләндереүҙе һорап, социаль селтәрҙәрҙә мөрәжәғәт итә. Капиталь ремонт проекты «Башҡортостандың транспорт системаһын үҫтереү» программаһына индерелгән.
Көйөргәҙе районының Ермолаев ауылы халҡы оҙаҡ йылдар Тимер юл, Мичурин һәм Заслонов урамдарын төҙөкләндереүҙе һорап, социаль селтәрҙәрҙә мөрәжәғәт итә. Капиталь ремонт проекты «Башҡортостандың транспорт системаһын үҫтереү» программаһына индерелгән.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
79 йылдан Герой исеме тыуған яғына шаңдау булып әйләнеп ҡайтты
Ауырғазы районы Төрөмбәт ауылынан Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған Ғиндәлиф Заһитовтың батырлыҡ өсөн наградаһына - Ҡыҙыл Йондоҙ орденына танытма уның берҙән-бер ҡыҙына тапшырылды. Быға яҡындарының яугиры тураһында рәсми сығанаҡтарҙа төплө өйрәнеүе булышлыҡ иткән. Бөгөн ул туғандарынан бигерәк, яҡташтары өсөн дә мөһим ваҡиға.

👍4❤🔥1🫡1
Бөгөн Өфөлә Бөтә Рәсәй энергетика форумы башлана
Башҡортостан күргәҙмәләр үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, йөҙҙән ашыу компания экспозиция тәҡдим итергә йыйына, Ҡытай, Әрмәнстан, Беларусь һәм Ҡырғыҙстандан делегациялар килеүе көтөлә. Пленар ултырыш “Рәсәйҙә энергетика тармағын үҫтереү” тигән исем аҫтында уҙа.Форумда өс тиҫтәгә яҡын йүнәлеш буйынса фекер алышыу ойошторола. Сара барышында “Урал энергетикаһы” исемле күргәҙмә үтә.

Ағиҙел ҡалаһының үҙәк китапханаһында “Мутин уҡыуҙары” уҙҙы
Сарала Бөтә Донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзалары, Татарстандың Аҡтаныш районы Таҡталасыҡ ауылы делегацияһы һәм ҡала мәктәптәренән уҡыусылар ҡатнашты. Илдархан Мутин - билдәле тарихи шәхес, башҡорт хәрби шураһы рәйесе, башҡорт милли азатлыҡ хәрәкәтендә әүҙем ҡатнашҡан етәкселәрҙең береһе булған.

Башҡортостанға “Мәктәп туризмы” программаһына ярашлы өҫтәмә субсидия бүленә
Республика Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, федераль бюджеттан 7,5 миллион һум, төбәк ҡаҙнаһынан 3 миллион һум йүнәлтелә. Өҫтәмә субсидия ярҙамында тағы 1,5 мең уҡыусыға бушлай ял ойоштороу мөмкинлеге була. “Мәктәп туризмы” программаһын финанслау күрһәткесе буйынса Башҡортостан Мәскәү өлкәһенән ҡала икенсе урында килә. Быйыл 5-се - 9-сы класта уҡыған 39 меңдән ашыу малай һәм ҡыҙ туристик маршруттарға сыға ала.

Башҡортостанда социаль өлкәне үҫтереү стратегияһы әҙерләнә
Евразия фәнни-мәғариф үҙәге йортонда дүрт көн дауамында төрлө тармаҡ эксперттары һәм белгестәре йыйылыштары уҙҙы. Стратегик сессияла социаль өлкә сәйәсәтенә бәйле яңы идеялар һәм башланғыстар буйынса фекер алышыу булды. Документ Республика Башлығы Радий Хәбировҡа Тормош сифаты буйынса совет ултырышында тәҡдим ителә.

Башҡортостанда яңы уңыштан 16 мең тонна шәкәр етештерелгән
Башҡортостанда шәкәр сөгөлдөрө дөйөм майҙандың өстән бер өлөшөндә ҡаҙып алынған. Ауыл хужалығы министрлығынан белдереүҙәренсә, 460 мең тонна татлы тамыр сығарылған, гектарынан 400 центнерға яҡын уңыш алына. Шишмә, Әлшәй, Благовар хужалыҡтарында күрһәткестәр юғары. Сеймал Раевка һәм Шишмә шәкәр заводтарына оҙатыла. Яңы уңыштан 16 мең тонна шәкәр етештерелгән.

This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә Саҡмағош районы эшҡыуары менән таныштырҙы
25 йәшлек Рамзан Әхмәтшин бер нисә бизнес-проектты тормошҡа ашырған. Өс йыл элек йәш эшҡыуар бәләкәй генә ауылда магазин аса. Ә былтыр юл буйы сервисы объектын төҙөү идеяһы менән Саҡмағош районы хакимиәтенә мөрәжәғәт итә. Рамзан Әхмәтшиндың проекты «Эшҡыуарлыҡ сәғәте»ндә тикшерелә. Йүнселгә ер участкаһы бирергә, муниципаль программа буйынса сығымдарҙың бер өлөшө ҡаплау тураһында ҡарар ҡабул ителә. Бөгөн район үҙәгендә Рамзан Әхмәтшиндың юл буйы сервисы объекты эшләй. Бизнесты артабан үҫтереү планлаштырыла.

👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Салауат Юлаев исемендәге батальон яугирҙары Башҡортостанға ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтты
Бер төркөм яугирҙар өсөн отпуск башланды. Бөгөн төндә Салауат Юлаев исемендәге батальон яугирҙары Башҡортостанға ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтты. Ҡаһарман яҡташтарыбыҙҙы Өфөләге Совет майҙанында ҡаршы алдылар.

❤1👎1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Республика мәктәптәрендә юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәрестәре үткәрелә
Рәсәй эске эштәр министрлығы мәғлүмәттәре буйынса ил буйынса ай һайын меңдән ашыу бала аварияға эләгә. Йыл башынан юл-транспорт ваҡиғаһы 480 бала өсөн үлемесле тамамланған. Ил буйынса был күңелһеҙ статистиканы кәметеү сараһы бер - ауыл-ҡасабаларҙа, ҙур мегаполистарҙа йәшәгән балалар юл ҡағиҙәләрен ятҡа белергә, күп тапҡыр ҡабатларға, практик күнекмәләр менән нығытырға тейеш. Ошо маҡсатта республика мәктәптәрендә юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәрестәре аҙна һайын үткәрелә. Был хаҡта тулыраҡ киләһе яҙмала.

🤗1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә Башҡортостан эҙләү-ҡотҡарыу отрядтарының күп алыш буйынса Республика чемпионаты башланды
Ҡотҡарыусылар һөнәри оҫталығын һынай. Өфөлә Башҡортостан эҙләү-ҡотҡарыу отрядтарының күп алыш буйынса 19-сы Республика чемпионаты башланды. Ғәҙәттән тыш хәлдәр системаһында хеҙмәт итеүселәр ярышы йыл һайын ойошторола. Конкурс бер яҡтан оҫталарҙы асыҡларға булышлыҡ итһә, икенсенән, яңы эш алымдары, технологиялар менән танышыу мөмкинлеге лә булып тора.
Ҡотҡарыусылар һөнәри оҫталығын һынай. Өфөлә Башҡортостан эҙләү-ҡотҡарыу отрядтарының күп алыш буйынса 19-сы Республика чемпионаты башланды. Ғәҙәттән тыш хәлдәр системаһында хеҙмәт итеүселәр ярышы йыл һайын ойошторола. Конкурс бер яҡтан оҫталарҙы асыҡларға булышлыҡ итһә, икенсенән, яңы эш алымдары, технологиялар менән танышыу мөмкинлеге лә булып тора.
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Баш ҡаланан бер төркөм яугирҙар ялдан һуң кире махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды
Өфө арена алдындағы майҙандан бер төркөм яугирҙар ялдан һуң кире махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды.
Майҙанда дәүләт гимндары яңғыраны. Хәрбиҙәрҙе власть органдары вәкилдәре, яҡындары, туғандары оҙатып ҡалды. Отпускыға ҡайтыусылар хәрби шарттарҙа кәрәкле әйберҙәр, кейем-һалым, аҙыҡ- түлек алып китте.
Өфө арена алдындағы майҙандан бер төркөм яугирҙар ялдан һуң кире махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды.
Майҙанда дәүләт гимндары яңғыраны. Хәрбиҙәрҙе власть органдары вәкилдәре, яҡындары, туғандары оҙатып ҡалды. Отпускыға ҡайтыусылар хәрби шарттарҙа кәрәкле әйберҙәр, кейем-һалым, аҙыҡ- түлек алып китте.
👍1👎1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Бассейнды файҙаланыуға тапшырыу мәсьәләһендә ыңғай үҫеш күҙәтелә
Һүҙ 2018 йылда Көйөргәҙе районының Ермолаев ауылында төҙөлә башлаған спорт объекты хаҡында. Уны сафҡа индереү һорауын республика башлығы Радий Хәбиров шәхси контроленә алды. Бассейндың әлеге торошо менән БЮТ ижади төркөмө танышты.
Һүҙ 2018 йылда Көйөргәҙе районының Ермолаев ауылында төҙөлә башлаған спорт объекты хаҡында. Уны сафҡа индереү һорауын республика башлығы Радий Хәбиров шәхси контроленә алды. Бассейндың әлеге торошо менән БЮТ ижади төркөмө танышты.
❤1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Учалы районы Сораман ауылында мини-футбол буйынса турнир үттҽ
Килмәк ауылы командаһы «Тиләү Кубогы»ның быйылғы чемпионы! Учалы районы Сораман ауылында мини-футбол буйынса турнир үттҽ. Спорт байрамы ауылдың әүҙем йәштәре, ағинәйҙәр һәм клуб эшселәре менән берлектә ойошторолдо.