БСТ | Яңылыҡтар – Telegram
БСТ | Яңылыҡтар
2.25K subscribers
5.33K photos
9.36K videos
1 file
215 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә Башҡортостан эҙләү-ҡотҡарыу отрядтарының күп алыш буйынса Республика чемпионаты башланды

Ҡотҡарыусылар һөнәри оҫталығын һынай. Өфөлә Башҡортостан эҙләү-ҡотҡарыу отрядтарының күп алыш буйынса 19-сы Республика чемпионаты башланды. Ғәҙәттән тыш хәлдәр системаһында хеҙмәт итеүселәр ярышы йыл һайын ойошторола. Конкурс бер яҡтан оҫталарҙы асыҡларға булышлыҡ итһә, икенсенән, яңы эш алымдары, технологиялар менән танышыу мөмкинлеге лә булып тора.
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Баш ҡаланан бер төркөм яугирҙар ялдан һуң кире махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды

Өфө арена алдындағы майҙандан бер төркөм яугирҙар ялдан һуң кире махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды.
Майҙанда дәүләт гимндары яңғыраны. Хәрбиҙәрҙе власть органдары вәкилдәре, яҡындары, туғандары оҙатып ҡалды. Отпускыға ҡайтыусылар хәрби шарттарҙа кәрәкле әйберҙәр, кейем-һалым, аҙыҡ- түлек алып китте.
👍1👎1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Бассейнды файҙаланыуға тапшырыу мәсьәләһендә ыңғай үҫеш күҙәтелә

Һүҙ 2018 йылда Көйөргәҙе районының Ермолаев ауылында төҙөлә башлаған спорт объекты хаҡында. Уны сафҡа индереү һорауын республика башлығы Радий Хәбиров шәхси контроленә алды. Бассейндың әлеге торошо менән БЮТ ижади төркөмө танышты.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Учалы районы Сораман ауылында мини-футбол буйынса турнир үттҽ

Килмәк ауылы командаһы «Тиләү Кубогы»ның быйылғы чемпионы! Учалы районы Сораман ауылында мини-футбол буйынса турнир үттҽ. Спорт байрамы ауылдың әүҙем йәштәре, ағинәйҙәр һәм клуб эшселәре менән берлектә ойошторолдо.
Башҡортостан һәм Ҡаҙағстан спорт өлкәһендә хеҙмәттәшлек мөмкинлектәрен эҙләй

Ҡаҙағстан вәкилдәре белдереүенсә, спорттың милли төрҙәре үҫешенә ҙур иғтибар бирелә, көрәш мәктәп программаһына индерелгән. Спорт йылҡысылығы өлкәһендә тренерҙар әҙерләү буйынса программалар әҙерләнә. Бында Башҡортостан тәжрибәһен дә өйрәнергә кәрәк. Башҡортостандың спорт министры Руслан Хәбибов әйтеүенсә, Ҡаҙағстан командаһы киләһе йылда "Башҡорт аты" фестивалендә ҡатнашасаҡ. Ошо турала килешеү бар. Башҡортостан иһә Ҡаҙағстанда күсмә халыҡтар уйындарында ҡатнашыу өсөн команда әҙерләй.
👍1
Өфөлә 4 йәшлек ҡыҙҙы тешләгән хужаһыҙ эт тотолған

Был хәл баш ҡаланың Пушкин урамында була. Бала ныҡ йәрәхәтләнә һәм дауаханаға оҙатыла. Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайтында “Берәҙәк эттәр тураһында хәбәр ит” тигән интерактив карта булдырылған. Сервис хужаһыҙ хайуандарҙы тиҙерәк аулау маҡсатында асылған. Өфөлә йыл башынан 5 меңдән ашыу эт тотолған.
1
Мәғариф министрлығы ВУЗ-ға инеү өсөн иң түбән балдарҙы атаны

Мәҫәлән, киләһе йылда юғары уҡыу йорто студенты булыу өсөн рус теле, рус әҙәбиәте һәм географиянан кәмендә 40 балл йыйырға кәрәк. Математика, физика, биология һәм химиянан 39, йәмғиәтте өйрәнеү фәненән 45 балл алған осраҡта университетҡа документ тапшырырға мөмкин. Информатиканан иң түбән күрһәткес - 44, сит телдән – 30 балл.
Илдә бер миллиондан ашыу кешелә грипп һәм ОРВИ асыҡланған

Ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау хеҙмәтенән белдереүҙәренсә, сирҙең артабан да артыуы күҙаллана. Көндәр һалҡынайта, кешеләр ялдан һуң эшкә сыҡты, ти белгестәр. Коронавирус йоҡторғандар ҙа күбәйә. Рәсәйҙә бер тәүлектә 14 мең самаһы кешелә “ковид-19” вирусы раҫланған. Башҡортостан мәктәптәрендә грипп һәм ОРВИ таралыуға бәйле 18 класс карантинға киткән. Мәғариф һәм фән министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, әлегә тулыһынса ябылған мәктәптәр юҡ. Кластағы уҡыусыларҙың 20 проценты инфекция йоҡторған осраҡта, белем биреү туҡтатыла.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров IV Бөтә Рәсәй музыкаль конкурсы лауреаттарын ҡотланы

Сулпан Лысенкова, Яҙгөл Ишбаева һәм Екатерина Пименова составындағы трио Өфөлә уҙған Бөтә Рәсәй музыкаль конкурсы лауреаттары булды. Яҡташтарыбыҙҙың оло ҡаҙанышы менән социаль селтәрҙәрҙә Радий Хәбиров ҡотланы.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Баш ҡаланың Онежская урамында төҙөлә башлаған яңы балалар баҡсаһы 50 процентҡа әҙер

Генераль подрядсы бинаның өс ҡатында ла кирбес һалыуҙы тамамлап, фасад ҡороу, эске биҙәү эштәрен башланы. 240 урынға иҫәпләнгән мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы декабрҙә әҙер булыр тип көтөлә.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә «Таҡыя» беренсе Халыҡ-ара балалар милли кейеме оҫталары конкурсының икенсе этабы тамамланды

Еңеүсегә - 100 мең һум. Өфөлә «Таҡыя» беренсе Халыҡ-ара балалар милли кейеме оҫталары конкурсының икенсе этабы тамамланды. Бәйгелә ҡатнашыуға Башҡортостандан тыш, Ырымбур, Ҡурған өлкәләренән, Саха- Яҡут, Мордва, Үзбәкстан, Ҡырғыҙстан, Белоруссия республикаларынан да ғаризалар ҡабул ителгәйне. Икенсе турға үткән 43 оҫтаның эштәренә БЮТ ижади төркөмө лә шаһит булды.
1
Джефф Монсон һәм Олег Тактаров осраша

ММА ҡағиҙәләре буйынса алыш Өфөлә уҙа. “Спорт Экспресс” промоутеры Владимир Хрюнов белдереүенсә, ул ноябрҙең икенсе яртыһында ойошторола. “Беҙ Монсондың һуңғы алышын үткәрергә булдыҡ. Уны Башҡортостанда уҙғарыу дөрөҫ булыр. Джефф республика парламенты депутаты итеп һайланды. Өфөлә ойошторолған сара ошо спорт төрөн популяр итеүгә лә йоғонто яһарға тейеш”, - тигән Хрюнов.
👍1
1 октябрҙән Башҡортостанда комендант сәғәте ваҡыты үҙгәрә

18 йәше тулмағандарға ата-әсәләренән башҡа йәмәғәт урындарында булыу тыйыла. Сикләү киске сәғәт 10-дан таңғы сәғәт 6-ға тиклем дауам итә. Ҡағиҙәне үтәмәгән ата-әсәләргә 100 һумдан 500 һумға тиклем штраф түләргә тура килә. Төнгө ваҡытта йөрөргә яратҡан үҫмерҙәр бер нисә тапҡыр тотолһа, улар профилактик иҫәпкә ҡуйыла.
Өфөлә Октябрь революцияһы урамында ремонт дауам итә

Эштәрҙең икенсе этабы өсөн ярты миллиард һумдан ашыу аҡса бүленә. Төҙөкләндереү 2025 йыл аҙағына тамамланырға тейеш. Аҡсаның ҙур өлөшө Башҡортостан ҡаҙнаһынан ҡаралған. Республика Башлығы Радий Хәбиров белдереүенсә, был үҙенә күрә Өфө Арбаты була. -Йәйәүлеләр биләмәһендә йорттар ҙа тәртипкә килтерелә, матурлана. Төҙөүселәр менән бергә ғалимдар һәм археологтар эшләй, - тине ул. Октябрь революцияһы урамында 74 мәҙәни мираҫ объекты бар.
Башҡортостанда фотоника үҙәге, наноүҙәк һәм нанофаб булдырыла

Яңы майҙансыҡтар Өфөлә ВУЗ-ара кампус биләмәһендә барлыҡҡа килә. Уларҙа заманса технологиялар үҫешәсәк. Республика Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, студенттар кампусының икенсе өлөшөн 2025 йылда файҙаланыуға тапшырыу көтөлә. Бында заманса тикшеренеү үҙәктәре урынлаша. Шулай уҡ торлаҡ корпустары, лабораториялар була. Евразия фәнни-мәғариф үҙәгенең студенттар кампусы Өфөнөң үҙәк өлөшөндә төҙөлә. Эштәрҙең тәүге этабын быйыл тамамлау көтөлә.
Башҡортостан ихаталарына – яңы һулыш

Йәрмәкәй районы үҙәгендә “Башҡорт ихаталары” республика программаһына ярашлы биш ихата биләмәһе төҙөкләндерелгән. Унда йәйәүлеләр өсөн тротуарҙар, автомобиль хужалары өсөн туҡталҡалар, балалар майҙансығы булдырылған.
“Башҡорт ихаталары” республика программаһы йорттар янындағы ихаталарҙы комплекслы төҙөкләндереүҙе күҙ уңында тота. Уның сығымдарының 94 проценты республиканан, биш проценты район ҡаҙнаһынан, бер проценты күп фатирлы йорттар милекселәренән финанслана.
1
Еңел машиналарға хаҡ артыуы көтөлә

"Рәсәй автомобиль дилерҙары" берлеге башҡарма директоры Вячеслав Жигалов белдереүенсә, хаҡтарға Рәсәй һумының курсы ныҡ йоғонто яһай. Ғинуар айында автобилдәрҙең 30 процентҡа тиклем ҡиммәтләнеүе мөмкин. Быйыл илдә 607 мең яңы еңел машина һатылған.
Башҡортостанда илдең иң яҡшы педагогик династияһы асыҡлана

Уҡытыусы һәм остаз йылына арналған конкурсҡа 78 төбәктән 600-ҙән ашыу ғариза килгән. Финалға 21 династия һайлап алынған. Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты ректоры Салауат Сәғитов әйтеүенсә, Дағстандан уҡытыусылар династияһының 1300 йыл педагогик стажы бар. Бөтә Рәсәй иң яҡшы педагогик династия конкурсы 8 октябрҙә башлана. Ярышта өс номинация буйынса лауреаттар билдәләнә, шулай уҡ абсолют еңеүсе асыҡлана.
Республикала халыҡ һанын иҫәпләнеләр

Статистика буйынса, республикала 4 миллион 77 мең кеше теркәлгән. Уларҙың күбеһе ҡалаларҙа йәшәй. Ауыл халҡы - миллион ярымдан күберәк. Халыҡ һаны буйынса Өфөнән һуң Стәрлетамаҡ, Салауат, Нефтекама һәм Октябрьский килә. Иң бәләкәй ҡала - Ағиҙел. Бында 14 мең кеше йәшәй. Райондар араһында халыҡ һаны буйынса Туймазы беренсе. Иң бәләкәйҙәре тип Йылайыр һәм Йәрмәкәй аталған.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Бөгөн Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың етенсе саҡырылыш депутаттары ойоштороу кәңәшмәһенә йыйылды

Был Башҡортостан парламентының яңы составта тәүге тапҡыр тулыһынса осрашыуы. Депутаттар корпусы 110 кешенән тора, состав яҡынса 60 проценттан ашыуға яңырған. Тауыш биреү һөҙөмтәләре буйынса парламентҡа 6 сәйәси фирҡә вәкилдәре ингән, әммә 4 партия ғына 5 процентлыҡ кәртәне үткән. Улар-Берҙәм Рәсәй, Коммунистар, Либерал-демократик һәм «Ғәҙел Рәсәй-Патриоттар хаҡлыҡ өсөн» партиялары.
Башҡортостанда йәштәре "Киләсәк коды" менән ҡыҙыҡһына

Был проектҡа ярашлы мәктәп уҡыусылары программа яҙыу буйынса курстар үтә ала. Һанлы үҫеш министрлығынна белдереүҙәренсә, әле 13 мең ярым бала ғариза биргән. Уҡытыу онлайн һәм офлайн тәртиптә ойошторола. Курстар 8-се-11-се класс уҡыусылары, колледж студенттары өсөн тәғәйенләнә. Аҡса түләргә кәрәкмәй, сығымдарҙы дәүләт ҡаплай.