БСТ | Яңылыҡтар – Telegram
БСТ | Яңылыҡтар
2.24K subscribers
5.33K photos
9.37K videos
1 file
215 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Республикала талпандар үрсеүенең икенсе тулҡыны күҙәтелә

Һаҡ булығыҙ, талпандар! Республикала ҡанэскес бөжәктәр үрсеүенең икенсе тулҡыны күҙәтелә. Талпандан нисек һаҡланыу һәм ҡаҙалған осраҡта ҡайҙа мөрәжәғәт итеү хаҡында репортаж.
😎52👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә Брянск йәш тамашасы театрының гастролдәре башланды

Ҙур гастролдәр. Рәсәй Мәҙәниәт министрлығының федераль проекты сиктәрендә Өфөлә Брянск йәш тамашасы театрының гастролдәре башланды. Ҡунаҡтар Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры сәхнәһендә сығыш яһай.
2👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Фәйзи Ғәскәров исемендәге Дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамблендә 84-cе ижад миҙгеле асылды

Рәсәйҙең билдәле профессиональ коллективтарының береһе бөгөн төрлө ҡитғаларҙа Башҡортостан Республикаһының ижади көсөн күрһәтә. 1939-cы йылда төҙөлгән ансамбль Рәсәйҙе һәм донъяның иң яҡшы сәхнәләрендә уңышлы сығыш яһай. Киләһе йыл ансамбль 85 йыллыҡ юбилейын билдәләйәсәк. Ижад миҙгелен асыу тантанаһының беренсе өлөшөндә тамашасыларға «Урал һәм Шүлгән» хореографик спектакле тәҡдим ителде.
4👍2
Бөгөн Өфөлә "Кардиокросс" уҙғарыла

Профилактик акция Ленин исемендәге паркта була. Ул Бөтә донъяла билдәләнгән Йөрәк көнө уңайынан ойошторола. Акцияла республика кардиология үҙәге, башҡа дауаханалар табиптары, медицина уҡыу йорттары студенттары ҡатнаша. Улар алдан билдәләнгән маршрут буйлап йүгереп үтә.
Башҡортостанда социаль предприятиелар һаны артҡан

Республика хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, әле ошо өлкәлә эшләүсе 606 ойошма теркәлгән. Был йыл башындағы менән сағыштырғанда 50 процентҡа күберәк. Социаль предприятиеларҙың күбеһе мәғариф өлкәһендә эшләй, сауҙа менән шөғөлләнә. Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығынан белдереүҙәренсә, республикала социаль эш алып барыусылар өсөн махсус гранттар ҡаралған, уларҙың суммаһы 500 мең һумға етә.
Башҡортостанда туристик объекттарға илткән юлдар ремонтлана

Быйыл "Хәүефһеҙ сифатлы юлдар" милли проектына ярашлы 41 километр тәртипкә килтерелгән. Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, тағы 30 километрға яҡын юлды төҙөкләндереү планлаштырыла. Юл нығытыла, өҫкө ҡатламы яңыртыла, юл билдәләре һыҙыла. Бөтә эштәр быйыл тамамланырға тейеш.
Башҡортостанда "Ашҡаҙар таңдары" тигән республика байрамы уҙғарыла

Ул 13-14 октябрҙә Стәрлетамаҡта үтә. Проект Республиканы танытыусы саралар исемлегенә индерелгән. Конкурста башҡорт фольклор коллективтары ҡатнаша. Үҙенсәлекле жанр оҫталары - әкиәт һөйләүселәр, сеңләүселәр, һамаҡсылар айырым баһалана. Төрлө семинарҙар, оҫталыҡ дәрестәре ҡаралған.
Өфөлә "Ҡурай сәскәһе" тигән сквер булдырыла

Нижегородкала йәмәғәт биләмәһен төҙөкләндереү дауам итә. Сквер авария хәлендә йорттарҙы емергәндән һуң бушаған майҙанда урынлаша. Ул ҡурай тажы рәүешендә була. Иртәгә бында "Йәшел Башҡортостан" акцияһына ярашлы ағас ултыртыу планлаштырылған.
👍1
Мәләүез районының Һыртлан ауылында иман йортона нигеҙ ташы һалына

Мәсет Әүлиә шишмәһе янында төҙөлә. “Ауылдың киләсәге өмөтлө – яңы йорттар барлыҡҡа килә, йәштәр төпләнә, балалар донъяға килә”, ти Фәниә Бикмөхәмәтова.
Оборона министрлығы Ҡораллы көстәрҙә хеҙмәт итергә теләүселәргә контракт тәҡдим итә

Өфөлә, Революция урамы 156-сы йорт адресы буйынса килергә була. Башҡа район һәм ҡалаларҙа йәшәүселәр хәрби комиссариаттың урындағы бүлексәләренә мөрәжәғәт итә ала. Контракт буйынса ҡатын-ҡыҙҙар ҙа алына. Әммә улар өсөн хәрби һөнәрҙәр сикләнгән.
Быйыл "Башҡорт ихаталары" программаһы буйынса ҡаралған эштәр аҙағына яҡынлаша

30 ҡала һәм ауылда 200-ҙән ашыу биләмә төҙөкләндерелә. Бының өсөн 1 миллиард һумдан ашыу аҡса бүленгән. Эштәрҙе 1 октябргә тамамлау бурысы ҡуйылған. Өфөлә быйылғы план үтәлгән, 57 ихата яңыртылған.
Өфөлә Республика көнөнә әҙерлек ҡаралды

Байрам 11 октябрҙә була. Әле урамдар таҙартыла, сүп-сар сығарыла. Биләмәләрҙе әҙерләүгә 2 меңдән ашыу хеҙмәткәр һәм 300 техника йәлеп ителә. Шулай уҡ байрам ваҡытында тәртип һаҡсыларының дежуры ойошторола. Быйыл Республика көнөндә сит ил делегациялары ҡатнаша, Беларусь һәм Абхазия вәкилдәре килеүе көтөлә.
Өфөлә "Иң яҡшы педагогия" династияһы конкурсы уҙғарыла

Ул 8 октябрҙә башлана. Бәйге Уҡытыусы һәм остаз йылына бағышлана. Еңеүселәр өс номинацияла билдәләнә, 150 йыл, 300 йылға тиклем, һәм 300 йылдан ашыу педагог стажы булған династиялар баһалана. Был конкурс Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге педагогия университетында 2012 йылдан уҙғарылып килә. Быйыл уның тәүге этабында ҡатнашыуға 78 төбәктән 633 династия ғариза тапшырған.
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан хеҙмәт именлеген тәьмин итеү буйынса башҡарма власть органдары рейтингында беренсе урынға сыҡты

Был яңылыҡ менән Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәләрендә бүлеште. Республика башлығы билдәләүенсә, Башҡортостандың эш биреүселәр һәм хеҙмәткәрҙәрҙе хеҙмәт именлеге буйынса уҡытыуға Рәсәй хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығында аккредитация үткән ойошмалар һаны буйынса Волга буйы федераль округында беренсе урын биләй. Республикала әле 125 ошондай ойошма эшләп килә. Уларҙа 234 мең кеше уҡып сыҡҡан. Республикала эш урынында йәрәхәтләнеү һәм зарарлы эш шарттарына бәйле эш ваҡыты фонды юғалтыуҙары кәмей.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә Рәсәй Геройы Александр Доставалов иҫтәлегенә арналған Республика спартакиадаһы башланды

Төбәк мәктәптәренең кадет кластары һәм корпустары уҡыусылары Совет майҙанына йыйылды. Йөҙҙән ашыу уҡыусы хәрби сафта патриотик йырҙарҙы башҡарыу оҫталығы буйынса көс һынашты.
Кадет кластары араһындағы спартакиада икенсе йыл рәттән үткәрелә, быйыл сара тәүге тапҡыр Совет майҙанында ойошторолған. Уҡыусыларҙың оҫталығын офицерҙар, хәрби комиссариат белгестәре баһалай.
"Салауат Юлаев" хоккейсылары бөгөн боҙға үҙенсәлекле формала сыға

Өфө клубы бөтә Рәсәй акцияһында ҡатнаша. Уға ярашлы, хоккейсылар формаһы элементтарын әҙерләүҙә церебраль фалиж менән ауырыусы балалар ҡатнашҡан. Улар номерҙарҙы, клуб логотиптарын төшөргән. Халыҡ-ара балалар церебраль фалижы көнө 2 октябрҙә билдәләнә. Акция ошо уңайҙан ойошторолған. Бындай балаларҙың да ижад итә алыуҙарына иғтибар йәлеп итеү маҡсаты ҡуйылған. Бөгөн "Өфө-Арена"ла "Салауат Юлаев" Магнитогорскиҙан "Металлург" менән көс һынаша.
Башҡортостанда бушлай янғын иҫкәртеү приборын алыусылар исемлеге киңәйтелде

Хәҙер муниципалитет башлығы ҡарары менән янғын хәүефһеҙлегенә мохтаж тип табылған граждандарға ла минисирена бирелә. Шулай уҡ бындай льготаға балалы ғаиләләр, баҡса йорттарында йәшәүселәр, пенсионерҙар хоҡуҡлы. Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан белдереүҙәренсә, янғын иҫкәртеү приборҙары Башҡортостанда меңдән ашыу кешенең ғүмерен һаҡлап ҡалған.
Быйыл Башҡортостанда ауыл хужалығы техникаһына күберәк аҡса тотонолған

Быйыл 8 айҙа 2 мең 80 техника алынған. Бының өсөн 9 миллиард 600 миллион һум бүленгән. Был уҙған йылдың ошо сорондағынан 37 процентҡа күберәк. Вице-премьер-Ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов белдереүенсә, хаҡтар ҙур булһа ла, техника алырға кәрәк. Туҡтап ҡалһаҡ, бөтә эште яңынан башларға тура килә. Башҡортостан хужалыҡтары ташламалы программаларҙы әүҙем файҙалана.
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда ураҡ кампанияһы тамаланыу алдында

Был турала социаль селтәрҙәге сәхифәләрендә Башҡортостан Башлығы яҙып сыҡты. Уңыш барлыҡ сәсеүлектәрҙең 95 процентында, йәғни 1 миллион 62 мең гектарҙан ашыу майҙанда йыйып алынған.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Махсус хәрби операция яугирҙары һәм ветерандары Миңлеғәле Шайморатов миҙалы менән бүләкләнде

Бүләкләү тантанаһы «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фонды филиалында үтте. Наградаға махсус хәрби операция биләмәһендә хәрби бурыс үтәү барышында батырлыҡ күрһәткән 18 яугир тәҡдим ителгән.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә уҡыусылары һәм студенттар махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы менән осрашыуы үтте

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙың әйтер һүҙе. Өфөләге «Йәшлек хаус»та мәктәп уҡыусылары һәм студенттар хәрби бурысын үтәгән яҡташыбыҙ менән осрашып, үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын бирҙе.