БСТ | Яңылыҡтар – Telegram
БСТ | Яңылыҡтар
2.25K subscribers
5.33K photos
9.37K videos
1 file
215 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Өфөлә "Ҡурай сәскәһе" тигән сквер булдырыла

Нижегородкала йәмәғәт биләмәһен төҙөкләндереү дауам итә. Сквер авария хәлендә йорттарҙы емергәндән һуң бушаған майҙанда урынлаша. Ул ҡурай тажы рәүешендә була. Иртәгә бында "Йәшел Башҡортостан" акцияһына ярашлы ағас ултыртыу планлаштырылған.
👍1
Мәләүез районының Һыртлан ауылында иман йортона нигеҙ ташы һалына

Мәсет Әүлиә шишмәһе янында төҙөлә. “Ауылдың киләсәге өмөтлө – яңы йорттар барлыҡҡа килә, йәштәр төпләнә, балалар донъяға килә”, ти Фәниә Бикмөхәмәтова.
Оборона министрлығы Ҡораллы көстәрҙә хеҙмәт итергә теләүселәргә контракт тәҡдим итә

Өфөлә, Революция урамы 156-сы йорт адресы буйынса килергә була. Башҡа район һәм ҡалаларҙа йәшәүселәр хәрби комиссариаттың урындағы бүлексәләренә мөрәжәғәт итә ала. Контракт буйынса ҡатын-ҡыҙҙар ҙа алына. Әммә улар өсөн хәрби һөнәрҙәр сикләнгән.
Быйыл "Башҡорт ихаталары" программаһы буйынса ҡаралған эштәр аҙағына яҡынлаша

30 ҡала һәм ауылда 200-ҙән ашыу биләмә төҙөкләндерелә. Бының өсөн 1 миллиард һумдан ашыу аҡса бүленгән. Эштәрҙе 1 октябргә тамамлау бурысы ҡуйылған. Өфөлә быйылғы план үтәлгән, 57 ихата яңыртылған.
Өфөлә Республика көнөнә әҙерлек ҡаралды

Байрам 11 октябрҙә була. Әле урамдар таҙартыла, сүп-сар сығарыла. Биләмәләрҙе әҙерләүгә 2 меңдән ашыу хеҙмәткәр һәм 300 техника йәлеп ителә. Шулай уҡ байрам ваҡытында тәртип һаҡсыларының дежуры ойошторола. Быйыл Республика көнөндә сит ил делегациялары ҡатнаша, Беларусь һәм Абхазия вәкилдәре килеүе көтөлә.
Өфөлә "Иң яҡшы педагогия" династияһы конкурсы уҙғарыла

Ул 8 октябрҙә башлана. Бәйге Уҡытыусы һәм остаз йылына бағышлана. Еңеүселәр өс номинацияла билдәләнә, 150 йыл, 300 йылға тиклем, һәм 300 йылдан ашыу педагог стажы булған династиялар баһалана. Был конкурс Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге педагогия университетында 2012 йылдан уҙғарылып килә. Быйыл уның тәүге этабында ҡатнашыуға 78 төбәктән 633 династия ғариза тапшырған.
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан хеҙмәт именлеген тәьмин итеү буйынса башҡарма власть органдары рейтингында беренсе урынға сыҡты

Был яңылыҡ менән Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәләрендә бүлеште. Республика башлығы билдәләүенсә, Башҡортостандың эш биреүселәр һәм хеҙмәткәрҙәрҙе хеҙмәт именлеге буйынса уҡытыуға Рәсәй хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығында аккредитация үткән ойошмалар һаны буйынса Волга буйы федераль округында беренсе урын биләй. Республикала әле 125 ошондай ойошма эшләп килә. Уларҙа 234 мең кеше уҡып сыҡҡан. Республикала эш урынында йәрәхәтләнеү һәм зарарлы эш шарттарына бәйле эш ваҡыты фонды юғалтыуҙары кәмей.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә Рәсәй Геройы Александр Доставалов иҫтәлегенә арналған Республика спартакиадаһы башланды

Төбәк мәктәптәренең кадет кластары һәм корпустары уҡыусылары Совет майҙанына йыйылды. Йөҙҙән ашыу уҡыусы хәрби сафта патриотик йырҙарҙы башҡарыу оҫталығы буйынса көс һынашты.
Кадет кластары араһындағы спартакиада икенсе йыл рәттән үткәрелә, быйыл сара тәүге тапҡыр Совет майҙанында ойошторолған. Уҡыусыларҙың оҫталығын офицерҙар, хәрби комиссариат белгестәре баһалай.
"Салауат Юлаев" хоккейсылары бөгөн боҙға үҙенсәлекле формала сыға

Өфө клубы бөтә Рәсәй акцияһында ҡатнаша. Уға ярашлы, хоккейсылар формаһы элементтарын әҙерләүҙә церебраль фалиж менән ауырыусы балалар ҡатнашҡан. Улар номерҙарҙы, клуб логотиптарын төшөргән. Халыҡ-ара балалар церебраль фалижы көнө 2 октябрҙә билдәләнә. Акция ошо уңайҙан ойошторолған. Бындай балаларҙың да ижад итә алыуҙарына иғтибар йәлеп итеү маҡсаты ҡуйылған. Бөгөн "Өфө-Арена"ла "Салауат Юлаев" Магнитогорскиҙан "Металлург" менән көс һынаша.
Башҡортостанда бушлай янғын иҫкәртеү приборын алыусылар исемлеге киңәйтелде

Хәҙер муниципалитет башлығы ҡарары менән янғын хәүефһеҙлегенә мохтаж тип табылған граждандарға ла минисирена бирелә. Шулай уҡ бындай льготаға балалы ғаиләләр, баҡса йорттарында йәшәүселәр, пенсионерҙар хоҡуҡлы. Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан белдереүҙәренсә, янғын иҫкәртеү приборҙары Башҡортостанда меңдән ашыу кешенең ғүмерен һаҡлап ҡалған.
Быйыл Башҡортостанда ауыл хужалығы техникаһына күберәк аҡса тотонолған

Быйыл 8 айҙа 2 мең 80 техника алынған. Бының өсөн 9 миллиард 600 миллион һум бүленгән. Был уҙған йылдың ошо сорондағынан 37 процентҡа күберәк. Вице-премьер-Ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов белдереүенсә, хаҡтар ҙур булһа ла, техника алырға кәрәк. Туҡтап ҡалһаҡ, бөтә эште яңынан башларға тура килә. Башҡортостан хужалыҡтары ташламалы программаларҙы әүҙем файҙалана.
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда ураҡ кампанияһы тамаланыу алдында

Был турала социаль селтәрҙәге сәхифәләрендә Башҡортостан Башлығы яҙып сыҡты. Уңыш барлыҡ сәсеүлектәрҙең 95 процентында, йәғни 1 миллион 62 мең гектарҙан ашыу майҙанда йыйып алынған.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Махсус хәрби операция яугирҙары һәм ветерандары Миңлеғәле Шайморатов миҙалы менән бүләкләнде

Бүләкләү тантанаһы «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фонды филиалында үтте. Наградаға махсус хәрби операция биләмәһендә хәрби бурыс үтәү барышында батырлыҡ күрһәткән 18 яугир тәҡдим ителгән.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә уҡыусылары һәм студенттар махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы менән осрашыуы үтте

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙың әйтер һүҙе. Өфөләге «Йәшлек хаус»та мәктәп уҡыусылары һәм студенттар хәрби бурысын үтәгән яҡташыбыҙ менән осрашып, үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын бирҙе.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Йыл башынан республика халҡының 6 меңгә яҡыны контракт буйынса хеҙмәт итергә юлланған

Был турала Республика хәрби комиссариатынан хәбәр иттеләр. Һайлау пункты етәксеһе һүҙҙәренсә, хәрби хеҙмәткә барырға теләүселәр Башҡортостандың төрлө район-ҡалаларынан килә. Егеттәр физик әҙерлеге һәм теләктәрен иҫәпкә алып ҡораллы көстәр сафына бүленә. Бынан тыш, республиканың исемле батальондарының береһенә эләгеү мөмкинлеге лә бар.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Баймаҡ ҡалаһында балалар поликлиникаһы төҙөлөшө тамамланыу алдында

Заманса бинала сменаһына 300 малай-ҡыҙҙы хеҙмәтләндереү мөмкин буласаҡ. Шулай уҡ бында диагностика, ашығыс ярҙам, көндөҙгө стационар һәм башҡа бүлектәр ойоштороу көтөлә. Урындағы халыҡ көтөп алған медицина учреждениеһы декабрҙә файҙаланыуға тапшырылыр тип күҙаллана.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
2 октябрҙә урта һөнәри белем биреү өлкәһе хеҙмәткәрҙәре һөнәри байрамын билдәләй

Был туралағы указға былтыр ил Президенты Владимир Путин ҡул ҡуйғайны. Байрам уңайынан Өфөнөң «Башҡортостан» дәүләт концерт залында тантаналы сара үтте.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә «Мин яратам һине, тормош!» фестивале үтте

Мин яратам һине, тормош! Өлкән йәштәгеләр өсөн иҫәпләнгән Республика фестивале ошондай исем аҫтында Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы тарафынан 12-се тапҡыр ойошторола. Музыкаль-мәҙәни конкурста йыл һайын 2 меңдән ашыу һәүәҫәкәр артист үҙ көсөн һынай. Быйыл ул Атайсалға изге ғәмәлдәр йылына арнала. Фестивалдең Гала-Концерты бөгөн Өфөнөң «Торатау» конгресс холында үтте, сәхнәлә 300-ләп үҙешмәкәр сығыш яһаны.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда Халыҡ-ара Аксаков байрамы дауам итә

Кесе Ватанға һөйөү тәрбиәләп. Башҡортостанда Халыҡ-ара Аксаков байрамы дауам итә. 33 тапҡыр уҙғарылған күләмле мәҙәни сара бөйөк рус яҙыусыһы Сергей Тимофеевич Аксаковтың тыуыуына 232 йыл тулыуға арналған. Ул Ғәҙәттәгесә, Өфө, Ҡырмыҫҡалы, Дәүләкән, Бәләбәй райондарында уҙа.
Әсәлек капиталын балаларҙы уҡытыу өсөн тотонорға була

Башҡортостан быйыл 1 мең 900-ҙән ашыу ғаилә шундай мөмкинлек менән файҙаланған. Социаль фондтың республика бүлексәһенән белдереүҙәренсә, капитал аҡсаһын сит телдәр, машина йөрөтөү, спорт курстары, ижад дәрестәре өсөн тотонорға мөмкин. Баланың 25 йәштән өлкән булмауы шарт. Быйыл сертифика суммаһы беренсе бала өсөн 587 мең һум. Икенсе бала тыуһа тағы 188 мең һум бирелә.
Башҡортостанда торлаҡ төҙөлөшө өсөн 1 мең 400-ҙән ашыу ер участкаһы билдәләнгән

Республика Хөкүмәтендә ведомство-ара комиссия ултырышы уҙҙы. Унда “Төҙөлөш өсөн ер” тигән электрон майҙансыҡ эше ҡаралды. Росреестр булдырған онлайн сервис ике йыл ғәмәлдә. Әле Йәмәғәт кадастр картаһында 42 район һәм ҡалала торлаҡ төҙөлөшө өсөн тәғәйен 2 мең 700-гә яҡын гектар буш ятҡан ер асыҡланған.