Бөгөн Өфөлә филармониялар фестивале асыла
Башҡорт дәүләт филармонияһының 85-се ижад миҙгеле ҙур тамаша менән башлана.Гала-концертта халыҡ уйын ҡоралдары, тынлы, эстрада-джаз оркестрҙары, академия хор капеллаһы ҡатнаша. Шулай уҡ Сибай, Стәрлетамаҡ, Учалы, Нефтекама филармонияһы артистары сығыш яһай. Яңы миҙгелгә старт биргән тамаша бөгөн була. Үҫмерҙәр һәм йәштәр билет алғанда Пушкин картаһын файҙалана ала.

Башҡортостанда шәкәр сөгөлдөрө баҫыуҙарының 46 процентында эш теүәлләнгән
Бөгөнгә 732 мең тоннанан ашыу уңыш йыйып алынған. Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, быйыл шәкәр сөгөлдөрөн 19 район хужалыҡтары үҫтергән, 49 мең гектар ер сәселгән. Башҡортостанда үҫтерелгән татлы тамыр үҙебеҙҙәге заводтарға оҙатыла. Раевка һәм Шишмәлә көн һайын 5-әр мең тонна сөгөлдөр эшкәртелә.

Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Быйыл республика ауыл-ҡалаларында 4 мең берәмектән ашыу заманса медтехника ҡуйыу күҙаллана
Был турала социаль селтәрҙә Башҡортостан Башлығы белдерҙе. Төбәк етәксеһе фекеренсә, юғары теүәллектәге медицина тикшеренеүҙәре менән республикала йәшәүсе һәр кем ҡуллана алырға тейеш. Һуңғы 4 йылда төбәк дауаханалары рентгендиагностикалау комплекстары, 161 маммограф, флюорограф, ангиограф һәм компьютер томографтары менән йыһазландырылған.

👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Бөгөн Бөтә донъя айыҡлыҡ һәм алкоголизмға ҡаршы көрәш көнө
Ошо уңайҙан әлеге минуттарҙа «Торатау» конгресс-холында «Айыҡ ауыл: граждандар башланғыстары һәм социаль практика» төбәк-ара семинар-кәңәшмәһе үтә. Осрашыуҙы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы менән берлектә ойошторған.

❤2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфө районында йәшәүсе махсус операцияла ҡатнашыусы яҡташтарыбыҙға УАЗ автомобиле тапшырырға йыйына
Хәрбиҙәргә тәғәйен посылка. Өфө районынан Рөстәм Минғәзов сираттағы оҙон сәфәргә сығырға әҙерләнә. Был юлы ла ул махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яҡташтарыбыҙға УАЗ автомобиле тапшырырға йыйына. Ирекмәндең юлға сығыуын «Сарафан радио»һы аша хәрбиҙәрҙең яҡындары ла ишетә. Мөмкинлек менән файҙаланып улар ҙа Ватан һаҡсыларына үҙ күстәнәстәрен әҙерләгән.

Туристик инфраструктураны үҫтереүгә 1 миллиард ярым һум күләмендә федераль ярҙам
Башҡортостан эшҡыуарҙары кемпингтар һәм автокемпингтар төҙөүгә, пляждарҙы һәм милли турмаршруттарҙы төҙөкләндереүгә, мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн уңайлы туристик мөхитте үҫтереүгә грант еңгән. Проекттарҙың береһе Ҡариҙел районының Ҡыҙыл Үреш ауылында тормошҡа ашырыласаҡ. Урындағы «Груздевтар ихатаһы» эргәһендәге йылға буйында пляж барлыҡҡа киләсәк.

👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда 74-се йәшендә күренекле ғалим-лингвист Фирҙәүес Хисамитдинова арабыҙҙан китте
Башҡортостан фәне ауыр юғалтыу кисерҙе. 74-се йәшендә күренекле ғалим-лингвист, башҡорт теле белгесе, филология фәндәре докторы, профессор, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре Фирҙәүес Ғилметдин ҡыҙы Хисамитдинова арабыҙҙан китте.
Фирҙәүес Ғилметдин ҡыҙы тыуғын яғы - Әбйәлил районы Рәхмәт ауылында ерләнәсәк.

Башҡортостан кинематографияһы йәнә бер фильм менән тулыланасаҡ
Күгәрсен районы Түләбай ауылында Әмир Абдразаҡов исемендәге «Башҡортостан» киностудияһы яңы картина өҫтөндә эш башланы. Тыуған яҡ, атай йорто, туғандар араһындағы мөнәсәбәттәрҙе яҡтыртҡан социаль драмалы әҫәрҙә республика театрҙары актерҙары уйнай. Проект «Рәсәй йәштәре гранты» ярҙамында тормошҡа ашырыла.

Башҡортостанды туристар үҙ итә
Быйыл ете айҙа беҙҙең республика миллион ярымдан ашыу сәфәр ҡылыусыны ҡабул иткән. Был күрһәткес буйынса Башҡортостан округ төбәктәре араһында икенсе урын алған. Быйыл туризмға миллиард ярым һумлыҡ дәүләт ярҙамы бүленгән. Башҡоростанда уҙған йылда 2 миллион турист булған.

Быйыл Башҡортостан хужалыҡтары 2 мең 600-ҙән ашыу тоҡомло тана һатып алған
Бының өсөн субсидия бирелә, сығымдарҙың 50 проценты ҡаплана. Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, дәүләт ярҙамы тармаҡ үҫеше өсөн ҙур әһәмиәткә эйә, һөт һәм ит етештереү арта. Уҙған йылда республикала һәр һыйырҙан 6 мең 632 килограмм һөт һауылған.

❤1
Өфөлә Зинин күперен проектлауҙа асыҡланған етешһеҙлек енәйәт кодексы буйынса тикшерелә
Был турала ҡаланың Октябрь район прокуратураһынан хәбәр итәләр. Бындағы объект билдәләнгән ваҡыттан алда төҙөлөп бөттө, сентябрҙә файҙаланыуға тапшырылырға тейеш ине. Әммә күпер таяуҙарының береһе дөрөҫ урынлаштырылмауы асыҡланды. Дәүләт эспертизаһынан һуң Зинин күперендә етешһеҙлектәр бөтөрөлә, ул ноябрҙә асылырға тейеш.

Өфөлә коммуналь техниканың ҡышҡылыҡҡа әҙерлеге тикшерелде
Санаңды йәй әҙерлә. Өфөлә коммуналь техниканың ҡышҡылыҡҡа әҙерлеге тикшерелде. Орджоникидзе районын төҙөкләндереү хужалығында 56 берәмек техника иҫәпләнә, тиҙҙән ойошмаға тағы ла 4 яңы махсус автомашина ҡайтарыласаҡ. Бөгөн хужалыҡ боҙлауыҡ менән көрәшеү өсөн юлдарға һибелә торған тоҙ һәм махсус ҡатнашма - бионорд ҡабул итә.

Республика юлдарында автоматлаштырылған теркәү системаһы яңыртыуҙар кисерә
Йылмайығыҙ һеҙ объективта. Республика юлдарындағы видеокамералар ҡаптырылмаған хәүефһеҙлек ҡайышы, телефондан һөйләшеү һәм туҡталыш линияһын үтеү кеүек ҡағиҙә боҙоу осраҡтарын теркәй башланы. Был саралар юл-транспорт вағиҡаларын кәметергә тейеш, тигән фекерҙә автоинспекторҙар.
Йылмайығыҙ һеҙ объективта. Республика юлдарындағы видеокамералар ҡаптырылмаған хәүефһеҙлек ҡайышы, телефондан һөйләшеү һәм туҡталыш линияһын үтеү кеүек ҡағиҙә боҙоу осраҡтарын теркәй башланы. Был саралар юл-транспорт вағиҡаларын кәметергә тейеш, тигән фекерҙә автоинспекторҙар.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Республикала эшҡыуарлыҡ аҙналығы дауам итә
Уның сиктәрендә Өфө, Стәрлетамаҡ, Бөрө ҡалаларында билдәле эшҡыуарҙар менән осрашыуҙар үтте. Бизнес башлаусылар тәжрибә уртаҡлашыу майҙансыҡтарында сығыш яһаны. Ғаилә һәм социаль эшҡыуарлыҡҡа тотоноусылар, һөнәрселәр етештергән продукция, сувенирҙар менән күргәҙмәлә танышырға мөмкин булды.
Уның сиктәрендә Өфө, Стәрлетамаҡ, Бөрө ҡалаларында билдәле эшҡыуарҙар менән осрашыуҙар үтте. Бизнес башлаусылар тәжрибә уртаҡлашыу майҙансыҡтарында сығыш яһаны. Ғаилә һәм социаль эшҡыуарлыҡҡа тотоноусылар, һөнәрселәр етештергән продукция, сувенирҙар менән күргәҙмәлә танышырға мөмкин булды.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә «Айыҡ ауыл: граждандар башланғыстары һәм социаль практика» төбәк-ара семинар-кәңәшмәһе үтте
Бөгөн Бөтә донъя айыҡлыҡ һәм алкоголизмға ҡаршы көрәш көнө. Ошо уңайҙан «Торатау» конгресс-холында «Айыҡ ауыл: граждандар башланғыстары һәм социаль практика» төбәк-ара семинар-кәңәшмәһе үтте. Осрашыуҙы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы менән берлектә ойошторҙо.

Башҡортостанда 74-се йәшендә күренекле ғалимә Фирҙәүес Хисамитдинова арабыҙҙан китте
Башҡортостан фәне ауыр юғалтыу кисерҙе. 74-се йәшендә күренекле ғалим-лингвист, башҡорт теле белгесе, филология фәндәре докторы, профессор, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре Фирҙәүес Хисамитдинова арабыҙҙан китте. Фирҙәүес Хисамитдинова - 300-ҙән ашыу ғилми һәм фәнни-методик хеҙмәт, монографиялар, һүҙлектәр, уҡыу әсбаптары, дәреслектәр, хрестоматиялар һәм мәҡәләләр авторы - башҡорт тел ғилемен камиллаштырыуҙа төрлө башланғыстарға нигеҙ һалған арҙаҡлы шәхесебеҙ ине.

Өфөлә «Төбәктең тотороҡло үҫешендә тел сәйәсәте» төбәк ара- ғилми- ғәмәли кәңәшмәһе асылды
Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында «Төбәктең тотороҡло үҫешендә тел сәйәсәте» төбәк ара- ғилми- ғәмәли кәңәшмәһе асылды. «Минең туған телем» программаһы сиктәрендә уҙған форумда ил төбәктәре, Һиндостандан вәкилдәр ҡатнаша. Кәңәшмәлә милли телдәрҙе һаҡлау, уҡытыуҙа яңы йүнәлештәр ҡарала.

Башҡортостанда инфраструктура объекттарын төҙөү сығымдары яртылаш субсидиялана
Республика Хөкүмәте ҡаҙнанан субсидия биреү тәртибен билдәләне. Документ менән рәсми мәғлүмәттәр порталында танышырға мөмкин. Унда шулай уҡ юл яны сервисы объекттары төшөнсәһе аныҡлана. Был исемлеккә ҡунаҡхана, яғыулыҡ ҡойоу һәм техник хеҙмәтләндереү станциялары, автомобиль йыуыу урындары индерелә.

Бөгөн Мәскәүҙә "Алтын көҙ" Бөтә Рәсәй агросәнәғәт күргәҙмәһе асыла
Унда йылдағыса Башҡортостан предприятиелары ла ҡатнаша. Республика экспозицияһында агросәнәғәт ҡаҙаныштары, инвестиция мөмкинлектәре, төбәк брендтары тураһында мәғлүмәттәр урын ала. “Алтын көҙ” күргәҙмәһе ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнө алдынан йыл һайын ойошторола.

Салауат районында Әлкә һәм Тәкәй ауылдары араһында юл төҙөкләндерелә
4 километрға яҡын ара тәртипкә килтерелә. Эште "ДорТрансСтрой" компанияһы башҡара. Тәкәй ауылы янында ремонт башланған ла инде. Тиҙҙән бында "Салауат ере" тарихи паркы булдырыла. Туристарҙың күпләп килеүе көтөлә. Комплекс "Янғантау" геопаркы биләмәһендә була.