Өфө Бөтә Рәсәй йәйәү йөрөү көнөнә ҡушылды
Спорт байрамы бөгөн "Ҡашҡаҙан" паркында ойошторола. Унда ҡатнашыусылар 2 мең 23 метрҙы атлап үтә. Шулай уҡ чемпиондар менән фитнес күнекмә була. Почетлы ҡунаҡ итеп 4 тапҡыр Олимпия чемпионы , Рәсәй олимпия комитеты әйесе Станислав Поздняков саҡырылған, тип хәбәр итәләр Республика спорт министрлығынан.

Башҡортостан фермерҙары был аҙнала ла йәрминкәгә сыға
Бөгөн һәм иртәгә ҡала һәм райондарҙа сауҙа рәттәре асыла. Халыҡҡа йәшелсә-емеш, бал һәм ит тәҡдим ителә. Баш ҡалала сауҙа Хәҡиҡәт һәм Эшсе хәбәрселәр урамында, “Тулҡын” паркында һәм Спорт һарайы алдындағы майҙанда үтә. Һатыусылар халыҡты иртәнге сәғәт 9-ҙан көндөҙгө 4-кә тиклем көтә. Йәрминкә Республика көнөндә лә ойошторола.

Беларусь республикаһында Башҡортостан әҙәбиәте көндәре үтә
Ул 10-12 октябргә тәғәйенләнгән. Минск ҡалаһында ойошторолған сараларҙа республикабыҙҙан ундан ашыу әҙип ҡатнаша. Яҙыусылар берлеге рәйесе Айгиз Баймөхәмәтов белдереүенсә, беларусь баҫмаларында Башҡортостан әҙиптәренең әҫәрҙәре донъя күрә. Беҙҙең республика журналдары белорус яҙыусыларының ижад өлгөләрен башҡорт һәм рус телдәрендә сығара. 11 октябрҙә Минск ҡалаһында Башҡортостан – Беларусь дуҫлығына бағышланған әҙәби-музыкаль кисә була.

Башҡортостан халҡын "БумБатл"ға саҡыралар
10 октябрҙән 15-енә тиклем макулатура йыйыу буйынса акция ойошторола. Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, сара халыҡ иғтибарын экология проблемаларына йүнәлтеү, тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү маҡсатында уҙғарыла. Уҙған йылда был акция барышында Башҡортостан халҡы 17 тоннаға яҡын макулатура йыйған.

Евразия фәнни-мәғариф үҙәге студент ҡаласығында Биоинжерения үҙәге асыла
Өфөлә IQ-парк бинаһында 4-се һәм 5-се ҡаттарҙа Башҡорт дәүләт медицина университеты лабораториялары урынлаша. Бында ғалимдар асыштарын ғәмәлдә һынап ҡарай ала. Аддитив технологиялар лабораторияһында протездар етештерелә. Яһалма тән ағзаһы өлөштәре яңы алымдар буйынса эшләнә. “Кеше һаулығы өсөн зыяны булмай”, - ти лаборатория инженеры Фәнир Килмөхәмәтов. Евразия фәнни-мәғариф үҙәге студент ҡаласығының IQ-паркы йыл аҙағында асылырға тейеш.

👍1
Башҡортостан егет һәм ҡыҙҙары Бөтә донъя йәштәр фестивалендә ҡатнаша ала
Форум 1 мартта Сочиҙағы “Сириус” биләмәһендә үтә. Республика Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты рәйесе Яна Гайдук белдереүенсә, сараның рәсми сайтында теркәлеү башланған. Ул 4 ноябргә тиклем дауам итә. Фестивалдә Башҡортостандан 14 йәштән алып 35 йәшкә тиклемге 270 кеше ҡатнаша. Фестиваль Рәсәй Президенты Владимир Путин башланғысы менән ойошторола. Сочиға донъя илдәренән 20 меңдән ашыу кешенең килеүе көтөлә.

Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостандан Донбасҡа 96-сы гуманитар ылау юлланды
Республика ирекмәндәре һәм мобилизацияланғандар өсөн ярҙамды Башҡортостандың ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты, 16 муниципалитет, сик буйы ғәскәрендә хеҙмәт иткән Дыуан районы ветерандары, Өфөнөң «Иптәштәр» хәрби хәрәкәттәр ветерандары ойошмаһы тараынан тупланған. Колоннала 32 берәмек техника, 58 кеше. Йөк машиналарына 29 автомобиль, тепловизорҙар, рациялар, һыу, 300 кубометр ағас, төҙөлөш материалдары, аҙыҡ- түлек, медикаменттар һәм яугирҙарҙың яҡындарынан посылкалар тейәлгән.

Ялға ҡайтҡан яугирҙар йәнә махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды
Ялға ҡайтҡан яугирҙар «Өфө арена» боҙ һарайы майҙаны алдынан йәнә махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды. Ике аҙналыҡ отпусктан һуң хәрби хеҙмәткә юлланған ир-егеттәрҙе туғандары, яҡындары, дуҫтары, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов оҙатып ҡалды. Яугирҙар махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы хеҙмәттәштәренә шәхси посылкалар һәм хаттар ҙа алып китте.

Өфөнән һалдат әсәһе «Башҡортостан» мотоуҡсылар полкы сафына баҫҡан
46 йәшлек ханым улы һәләк булғандан һуң махсус хәрби операцияға юлланырға ҡарар итә. Бер нисә тапҡыр махсус операция биләмәһенә барырға тырышып ҡарай. Ялан кухняһы ашнаҡсыһы курсын тамамлай. Июндә Оборона министрлығы менән килешеү төҙөй. Әммә ҡатын икенсе хәрби часткә эләгә. «Башҡорт батальондары» телеграмм каналында яугир әсәһе Радий Хәбировҡа рәхмәт әйтеп, үҙен “Башҡортостан” полкына күсереүҙәрен, бөгөн үҙебеҙҙең егеттәр эргәһендә булыуын белдергән.

👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Луганск халыҡ республикаһында эшләүсе медицина хеҙмәткәрҙәре шәмбе өмәһенә сыҡты
Табиптар ҡулына һепертке алды. Луганск халыҡ республикаһының Красный Луч ҡалаһында эшләүсе медицина хеҙмәткәрҙәре шәмбе өмәһенә сыҡты. Бөгөн улар Башҡортостан шефлыҡҡа алған ҡаланың парктарын тәртипкә килтерҙе.
Табиптар ҡулына һепертке алды. Луганск халыҡ республикаһының Красный Луч ҡалаһында эшләүсе медицина хеҙмәткәрҙәре шәмбе өмәһенә сыҡты. Бөгөн улар Башҡортостан шефлыҡҡа алған ҡаланың парктарын тәртипкә килтерҙе.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Рәсәй Оборона министрлығының мобилизация резервында торған ирҙең ғаиләһендә 10-сы бала тыуған
Өлкәненә - 19, бәләкәйҙәренә бер аҙна ғына. Рәсәй Оборона министрлығының мобилизация резервында торған ирҙең ғаиләһендә 10-сы бала тыуған. Бакбергеновтар Благовар районының Самарин ауылында йәшәй.
Өлкәненә - 19, бәләкәйҙәренә бер аҙна ғына. Рәсәй Оборона министрлығының мобилизация резервында торған ирҙең ғаиләһендә 10-сы бала тыуған. Бакбергеновтар Благовар районының Самарин ауылында йәшәй.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә мөмкинлектәре сикләнгән балалар һәм үҫмерҙәр өсөн иң ҙур реабилитация һәм белем биреү үҙәге төҙөлә
Объект «Салют» шифаханаһы майҙансығында урынлашҡан. Комплекстың төҙөлөш барышы менән үҙенсәлекле балаларҙың ата-әсәләре лә танышты. Улар подрядсы ойошма хеҙмәткәрҙәре менән буласаҡ үҙәкте ҡарап сыҡты, объектҡа ҡарата үҙҙәренең теләктәрен һәм тәҡдимдәрен еткерҙе.
Объект «Салют» шифаханаһы майҙансығында урынлашҡан. Комплекстың төҙөлөш барышы менән үҙенсәлекле балаларҙың ата-әсәләре лә танышты. Улар подрядсы ойошма хеҙмәткәрҙәре менән буласаҡ үҙәкте ҡарап сыҡты, объектҡа ҡарата үҙҙәренең теләктәрен һәм тәҡдимдәрен еткерҙе.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры бөгөн кескәй тамашасыһын премьера менән һөйөндөрҙө
Сәхнәлә «Һабантуй». Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры бөгөн кескәй тамашасыһын премьера менән һөйөндөрҙө. Владимир Аношкин пьесаһы буйынса ҡуйылған «Һабантуй» спектакле тураһында репортаж.
Сәхнәлә «Һабантуй». Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры бөгөн кескәй тамашасыһын премьера менән һөйөндөрҙө. Владимир Аношкин пьесаһы буйынса ҡуйылған «Һабантуй» спектакле тураһында репортаж.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Алан Һаҙыевтан - «Яҙмыштар шаһиттары»
Шәһит Хоҙайбирҙин музейында йәш коллекционер һәм механик сәғәттәр ҡорау оҫтаһы коллекцияһынан үҙенсәлекле экспонаттар тәҡдим итә.

Өфөлә Республика көнөндә байрам программаһы билдәле булды
Саралар сәғәт 9-ҙа Шәйхзада Бабич һәм Салауат Юлаев һәйкәлдәренә сәскә һалыу менән башлана. Унан һуң Совет майҙанында уҡыусыларҙы "шайморатовсылар" рәтенә ҡабул итеү тантанаһы була. Шулай уҡ 11 октябрҙә реконструкциянан һуң Сергей Аксаков исемендәге баҡса асыла, Ағиҙел буйында Башҡортостан һәм Абхазия халыҡтары дуҫлығына бағышланған колоннадаға нигеҙ һалына.

Башҡортостанда туристар өсөн автобустар арта
Республика Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы аукцион буйынса 20 ҙур автобус килтереүгә килешеү төҙөгән. Транспорт лизингка алына. Был туралағы мәғлүмәт дәүләт һатып алыуҙары сайтында донъя күргән. Техника ике ай эсендә килеп етергә тейеш. Улар 50-нән ашыу пассажирға иҫәпләнә. Автобустар спутник навигацияһы, һыуытҡыс һәм тахограф менән йыһазландырыла.

Өфөлә Рәсүл Ғамзатов урамы була
Дағстан шағирының исеме Киров районы урамдарының береһенә бирелә. Ҡала Советы депутаттары ошондай ҡарар ҡабул итте. Дағстан Башлығы Сергей Меликов, беҙҙең республикалағы Дағстан милли мәҙәниәт ойошмаһы һәм Мостай Кәрим исемендәге фонд исем биреү тәҡдиме менән сығыш яһаған. Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров башланғысты хуплаған. Быйыл мәшһүр әҙиптең тыуыуына 100 йыл тулды.

Рәсәй үҫмерҙәре Олимпия уйындарында ҡатнаша алмай
Нейтраль статуста ла сығыш яһау хоҡуғы бирелмәй. Халыҡ-ара Олимпия комитеты ошондай ҡарар ҡабул иткән. Үҫмерҙәр ярышы киләһе йылда Көньяҡ Кореяла үтә. Унда 15-18 йәшлек атлеттар ҡатнаша. 2020 йылда Олимпия уйындары Швейцарияла ойошторолдо. Беҙҙең ил командаһы 10 алтын, 11 көмөш һәм 8 бронза миҙал яуланы.

Азат Бадрановҡа генерал Шайморатов миҙалы тапшырылды
Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министрының беренсе урынбаҫары махсус хәрби операцияла ҡатнаша. Дәүләт наградаһы уға ҡыйыулыҡ күрһәткәне һәм хәрби бурысын намыҫ менән үтәгәне өсөн бирелә. Азат Бадранов Башҡортостан етәксеһенә, ҡала һәм район хакимиәте башлыҡтарына хәрбиҙәргә күрһәтелгән ярҙам өсөн рәхмәт белдерҙе.