БСТ | Яңылыҡтар – Telegram
БСТ | Яңылыҡтар
2.27K subscribers
5.33K photos
9.31K videos
1 file
215 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Дәүләкән районында «Йәшел Башҡортостан» акцияһы үтте

«Ерҙә эҙең ҡалһын» . Өфөлә йәшәүсе һәм эшләүсе әүҙем йәмәғәтсе, табип-хирург Ринат Заһиҙуллин етәкселегендә ирекмәндәр, тәбиғәт һаҡсылары «Йәшел Башҡортостан» акцияһына ҡушылды. Дәүләкән районында ҡарағай ултыртып, урманды йәшелләндереүселәр хаҡында тулыраҡ видеояҙмала.
1
Башҡортостанда бөгөн Республика көнөнә арналған саралар үтә

Район һәм ҡалаларҙа тантаналы йыйылыш һәм концерттар уҙа. Бүздәк районында “Кесе Ватан мәҙәниәте” федераль проекты үтәлеше менән таныштыралар. Мәҙәниәт йорттарына музыкаль аппаратура, компьютер техникаһы һатып алынды, ижади коллективтар өсөн кейемдәр тегелде. Баймаҡ ҡалаһында 85 йыллыҡ юбилей уңайынан тантаналы саралар уҙа. Ауыл хужалығы йәрминкәһе ойошторола, яңыртылған үҙәк майҙанда үҙэшмәкәр артистар һәм эстрада йондоҙҙары сығыш яһай. Өфөлә Республика көнө уңайынан төп саралар иртәгә үтә.
Бөгөн Ишембай ҡалаһында заманса китап йорто асыла

Модель китапхана юғары тиҙлекле интернет һәм “Милли электрон китапхана”ға тоташыу нөктәһе менән йыһазландырыла, фәнни һәм нәфис йөкмәткеле заманса мәғлүмәт ресурстарынан файҙаланыу, һанлаштырылған ваҡытлы матбуғат менән танышыу мөмкинлеге була. Башҡортостанда “Мәҙәниәт” милли проектына ярашлы, 16 яңы быуын китапханаһы эшләй.
Башҡортостан ойошмаларын “Рәсәйҙә эшләнгән” тигән халыҡ-ара экспорт форумына саҡыралар

Мәртәбәле сара киләһе аҙнала Мәскәүҙә уҙа. Унда ҡатнашыу өсөн бөгөн теркәлеп өлгөрөргә кәрәк. Форумда эшҡыуарҙар хәҙерге шарттарҙа тауарҙарын ситкә һатыу мәсьәләһе буйынса фекер алыша, шулай уҡ “Йыл экспортеры” Бөтә Рәсәй конкурсы еңеүселәре бүләкләнә. Әйткәндәй, беҙҙең республиканан өс компания финалға сыҡты.
Беларустә бөгөн Башҡортостан әҙәбиәте көндәре башлана

Унда беҙҙең республиканан яҙыусылар делегацияһы ҡатнаша. Яҡташтарыбыҙ ҙур мәҙәни сараларҙа сығыш яһай. Уның барышында китап күргәҙмәләре, түңәрәк өҫтәлдәр, осрашыуҙар, концерттар ойошторола. Әҙәбиәт көндәре уңайынан беларус теленә тәржемә ителгән Башҡортостан яҙыусылары әҫәрҙәре махсус нәшер ителде. Беҙҙең республикала иһә Беларусь әҙәбиәте антологияһын булдырыу буйынса эш алып барыла.
Башҡортостанда йылытыу миҙгеленә бәйле субсидия түләнә

Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, финанс ҡыйынлыҡтар сәбәпле торлаҡ-коммуналь хеҙмәт өсөн түләй алмаған ғаилә йәки айырым кеше ярҙамға өмөт итә ала. Республикала йылытыу миҙгеле сентябрҙән апрелгә тиклем ҡаралған. Быйыл ул октябрҙә башланды. Сентябрь өсөн субсидия ҡайтанан иҫәпләнә.
Башҡорт театры бөгөн Будапешта сығыш яһай

Венгрия баш ҡалаһында Халыҡ-ара театраль олимпиада уҙа. Фестивалдә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры сығыш яһай. Артистар режиссер Айрат Абушахманов сәхнәләштергән “Джут” спектаклен күрһәтә. Театр директоры Иршат Фәйзуллин әйтеүенсә, башҡорт театры – Рәсәй исеменән сығыш яһаған берҙән-бер коллектив.
Бөгөн Башҡортостанға рәсми сәфәр менән Беларусь Премьер-министры Роман Головченко килде

"Өфө" аэропортында уны Радий Хәбиров ҡаршы алды. Бөгөн иген эшкәртеү буйынса "АМКОДОР-Ағиҙел" заводын асыу ҡаралған. Бынан тыш Роман Головченконың Өфө трамвай-троллейбус заводында булыуы планлаштырылған. Башҡортостан муниципалитеттарына коммуналь техника тапшырыла. Иртәгә Беларусь Премьер-министры Республика көнө уңайынан тантаналарҙа ҡатнаша.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Стәрлетамаҡтан өс ҡатын махсус хәрби операцияға юлланды

Шәфҡәт туташы булып хеҙмәт итәсәк ханымдар яу биләмәһенә барырға теләген күптән белдергән. Әммә быға тиклем военкоматтан рөхсәт булмаған. Ирекмән ҡатындар үҙ дәүләтенең мәнфәғәтен яҡлауҙы маҡсат итеп ҡуя. Стәрлетамаҡтың ҡыйыу гүзәл заттары махсус хәрби операцияға шулай уҡ үҙ ирке юлланған ир- егеттәр менән бергә юлға сыҡты.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә хәрби техника менән идара итеү буйынса уҡыуҙар башланды

Рәсәй ДОСААФЫ автомәктәптәрендә барған дәрестәрҙә әрме хеҙмәтен үтергә бурыслы егеттәр ҡатнаша. Уҡыуҙар башланыу уңайынан ойошторолған сарала быға тиклем үткән дәрестәрҙә юғары һөҙөмтә күрһәтеүселәр бүләкләнде, яңы курсанттарҙы сәләмләү тантанаһы үтте. Быйыл автомәктәптә 4 төркөм уҡыясаҡ, был яҡынса йөҙ кеше. Бөтә курсанттар ҙа С - йөк ташыу автомобиле водителе категорияһын аласаҡ.
Рәсәй һәм Беларусь Башҡортостанда яңы предприятие булдырҙы

Бөгөн Өфө районында Республика Башлығы Радий Хәбиров, Рәсәй хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Алексанр Новак һәм Беларусь премьер-министры Роман Головченко Белоруссияның "АМКОДОР" холдингы майҙансығында булды. Бында иген эшкәртеү ҡорамалдары етештереү заводы асылды. Вице-премьер Александр Новак Рәсәй һәм Беларусь араһында бәйләнештәрҙе нығытыу мөмкинлеген юғары баһаланы. - Рәсәй һәм Беларусь төбәктәре үҫешенә юл асҡан халыҡ-ара хеҙмәттәшеклектең аныҡ өлгөһө, - тине ул. Радий Хәбиров Беларусь һәм Рәсәй хөкүмәттәренә проектҡа булышлыҡ иткәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе. - Иген таҙартыу комплекстарына Рәсәйҙә ихтыяж ҙур. Беҙҙең республикаға ғына алдағы йылдарҙа 120 иген киптереү комплексы һәм 500 иген таҙартыу машинаһы кәрәк, - тине Башҡортостан Башлығы.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Республика көнө алдынан Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр премияһы лауреаттары тәбрикләнде

2021 һәм 2022 йылдарҙа әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендәге ижади ҡаҙаныштары өсөн Кристина Андрианова, Резеда Таһирова менән Лиана Мкртчяндың ижади коллективы һәм Илнур Хәйруллин бүләкләнде. Тантана Башҡортостан башлығы хакимиәте етәксеһе Максим Забелин рәйеслегендә уҙҙы.
👍4
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Большой телемарафон на канале БСТ ко Дню Республики Башкортостан.

В День республики на БСТ – трансляция главных праздничных мероприятий, а также презентация нового телевизионного сезона, обновленные студии и премьерные выпуски телепроектов.

Не пропустите большой телемарафон ко Дню Республики Башкортостан 11 октября на канале БСТ.
Республикала шәкәр сөгөлдөрө баҫыуҙарының 61 процентында эш теүәлләнгән

Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, быйыл был культура 19 районда үҫтерелгән. Архангел, Илеш һәм Ҡырмыҫҡалы райондарында уңыш тулыһынса йыйып алынған. Башҡортостанда үҫтерелгән “татлы тамыр” үҙебеҙҙәге заводтарға оҙатыла. Раевка һәм Шишмәлә көн һайын 5 мең тоннаға яҡын сөгөлдөр эшкәртелә.
👍1
Башҡортостанда иген киптереү комплекстары етештерелә

Бөгөн Өфө районында Беларусь Премьер-министры Роман Головченко, Рәсәй хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Александр Новак, Республика Башлығы Радий Хәбиров иген эшкәртеү ҡорамалдары етештереү заводында булды. - Заманса предприятиелар ошондай булырға тейеш. Бында 25 мең квадрат метр. Станоктарҙың күбеһе Рәсәйҙә етештерелгән. Бында сығарылған иген киптереү комплекстары Волга буйы округы өсөн үтә кәрәкле продукция. Иген йыйып алынғас, дөрөҫ итеп эшкәртелергә тейеш. Ҙур уңыш алабыҙ, ҡайһы берҙә һаҡларға урын юҡ, - тине Радий Хәбиров. "Амкодор" холдингы директорҙар осветы рәйесе Александр Шакутин белдереүенсә, предприятиеның үҙ фәнни-техник үҙәге бар. Рәсәй һәм Беларусь сәнәғәттең һәр төрлө өлкәһендә яңы технологиялар өйрәнә һәм берлектәге предприятиелар төҙөй ала, - тине ул.
"Өфө" индустриаль паркы йылдам үҫешә

Беларусь премьер-министры Роман Головченко, Рәсәй хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Александр Новак, Республика Башлығы Радий Хәбиров "Өфө" индустриаль паркын ҡараны. Уның майҙаны 300 гектарға яҡын. Бында 18 резидент бар. Уларҙың 8-е сәнәғәт продукцияһы етештереүҙе яйға һалған. Паркты булдырыу өсөн 3 миллиард 600 миллион һум тотонолған. Резиденттар 37 миллиард һум инвестиция һалған. Башҡортостан индустриаль парктар һаны буйынса ил төбәктәре араһында 4-се урында.
Махсус хәрби операция геройының исеме мәңгеләштерелде

Ҡалтасы районы Бабай ауылында яугир Иван Изиметовҡа һәйкәл асылды. Район хакимиәте башлығы Зәбир Ғабдуллин ошо турала белдерә. “Иван Изиметов контракт буйынса хеҙмәт итә. Ул танылған Таман дивизияһының танк батальонында танк командиры була. Былтыр февралдә алғы һыҙыҡҡа ебәрелә. 19 мартта Харьков өлкәһе Изюм ҡалаһы янында хәрби бурысын үтәгәндә ғүмере ҡыйыла. Иван үлгәндән һуң, Ҡаһарманлыҡ һәм генерал Шайморатов ордендарына күрһәтелә. “Яугирҙең ата-әсәһе Евгений Алексеевич һәм Светлана Ивановна алдында баш эйәбеҙ. Уларға ҡыйыу һәм батыр ул үҫтергәндәре өсөн рәхмәт әйтәбеҙ”, тип яҙған Зәбир Ғабдуллин.
Мәләүез районында яңы фельдшер-акушер пункты асылды

Һарыш ауылында йәшәүселәр хәҙер заманса йыһазландырылған учреждениела тәүге медицина ярҙамы ала. Ул 350-гә яҡын кешене хеҙмәтләндерә. Программа “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы тормошҡа ашырыла. Рәмзиә Ғабдуллина Һарыш ауылында 30 йылдан ашыу фельдшер булып эшләй. Бөгөн уға “Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау алдынғыһы” билдәһе тапшырылды.
Ағиҙел – “Ғаилә һәм балаларға дуҫтарса мөнәсәбәттәге ҡала”

Башҡортостан Хөкүмәтендә ҡала хакимиәте башлығы Денис Ирназаровҡа ошондай награда тапшырылды. Ағиҙел дуҫлыҡ индексы буйынса республикала лидер булды. Иң яҡшы ҡала 6 күрһәткес – һаулыҡ һаҡлау, балалар хәүефһеҙлеге, балалыҡты яҡлау, белем биреү, ял, мәҙәниәт һәм ҡала мөхите буйынса баһалана. Конкурсты Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы ойоштора.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөгә рәсми эш сәфәре менән Рәсәй Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Александр Новак килде

Вице-премьер менән осрашыуҙа Радий Хәбиров республиканың үҫеш юлында, иҡтисадтың бөтә күрһәткестәре лә юғары кимәлдә булыуын билдәләне. Былтырғы менән сағыштарғанда, ауыл хужалығы ғына бер аҙ ҡалыша. Сөнки былтыр 5 миллион тонна уңыш йыйып алынһа, быйыл ул кәмерәк булыр тип көтөлә. Рәсәй Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Башҡортостандың Белоруссия менән берлектәге проектын юғары баһаланы. Был яңы инвестициялар, технологик суверенитет, импортты алмаштырыу һәм продукцияға сит төбәктәрҙә лә ихтыяж буласаҡ, тине Александр Новак
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Республика көнө алдынан Башҡортостанда «Амкодор-Ағиҙел» предприятиеһы асылды

Завод Белоруссияның «Амкодор» холдингының инвестиция проекты. Предприятие игенде урып-йыйғандан һуң эшкәртеү өсөн ҡорамалдар, шулай уҡ ҡатнаш аҙыҡ һәм асфальт бетон заводтары өсөн метал конструкциялар етештерәсәк. Башҡортостандың өҫтөнлөклө инвестиция проекттары исемлегенә индерелгән заводты асыу тантанаһында Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров, Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе урынбаҫары Александр Новак, Белоруссияның премьер-министры Роман Головченко ҡатнашты.