БСТ | Яңылыҡтар – Telegram
БСТ | Яңылыҡтар
2.27K subscribers
5.33K photos
9.31K videos
1 file
215 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Башҡортостанда иген киптереү комплекстары етештерелә

Бөгөн Өфө районында Беларусь Премьер-министры Роман Головченко, Рәсәй хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Александр Новак, Республика Башлығы Радий Хәбиров иген эшкәртеү ҡорамалдары етештереү заводында булды. - Заманса предприятиелар ошондай булырға тейеш. Бында 25 мең квадрат метр. Станоктарҙың күбеһе Рәсәйҙә етештерелгән. Бында сығарылған иген киптереү комплекстары Волга буйы округы өсөн үтә кәрәкле продукция. Иген йыйып алынғас, дөрөҫ итеп эшкәртелергә тейеш. Ҙур уңыш алабыҙ, ҡайһы берҙә һаҡларға урын юҡ, - тине Радий Хәбиров. "Амкодор" холдингы директорҙар осветы рәйесе Александр Шакутин белдереүенсә, предприятиеның үҙ фәнни-техник үҙәге бар. Рәсәй һәм Беларусь сәнәғәттең һәр төрлө өлкәһендә яңы технологиялар өйрәнә һәм берлектәге предприятиелар төҙөй ала, - тине ул.
"Өфө" индустриаль паркы йылдам үҫешә

Беларусь премьер-министры Роман Головченко, Рәсәй хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Александр Новак, Республика Башлығы Радий Хәбиров "Өфө" индустриаль паркын ҡараны. Уның майҙаны 300 гектарға яҡын. Бында 18 резидент бар. Уларҙың 8-е сәнәғәт продукцияһы етештереүҙе яйға һалған. Паркты булдырыу өсөн 3 миллиард 600 миллион һум тотонолған. Резиденттар 37 миллиард һум инвестиция һалған. Башҡортостан индустриаль парктар һаны буйынса ил төбәктәре араһында 4-се урында.
Махсус хәрби операция геройының исеме мәңгеләштерелде

Ҡалтасы районы Бабай ауылында яугир Иван Изиметовҡа һәйкәл асылды. Район хакимиәте башлығы Зәбир Ғабдуллин ошо турала белдерә. “Иван Изиметов контракт буйынса хеҙмәт итә. Ул танылған Таман дивизияһының танк батальонында танк командиры була. Былтыр февралдә алғы һыҙыҡҡа ебәрелә. 19 мартта Харьков өлкәһе Изюм ҡалаһы янында хәрби бурысын үтәгәндә ғүмере ҡыйыла. Иван үлгәндән һуң, Ҡаһарманлыҡ һәм генерал Шайморатов ордендарына күрһәтелә. “Яугирҙең ата-әсәһе Евгений Алексеевич һәм Светлана Ивановна алдында баш эйәбеҙ. Уларға ҡыйыу һәм батыр ул үҫтергәндәре өсөн рәхмәт әйтәбеҙ”, тип яҙған Зәбир Ғабдуллин.
Мәләүез районында яңы фельдшер-акушер пункты асылды

Һарыш ауылында йәшәүселәр хәҙер заманса йыһазландырылған учреждениела тәүге медицина ярҙамы ала. Ул 350-гә яҡын кешене хеҙмәтләндерә. Программа “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы тормошҡа ашырыла. Рәмзиә Ғабдуллина Һарыш ауылында 30 йылдан ашыу фельдшер булып эшләй. Бөгөн уға “Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау алдынғыһы” билдәһе тапшырылды.
Ағиҙел – “Ғаилә һәм балаларға дуҫтарса мөнәсәбәттәге ҡала”

Башҡортостан Хөкүмәтендә ҡала хакимиәте башлығы Денис Ирназаровҡа ошондай награда тапшырылды. Ағиҙел дуҫлыҡ индексы буйынса республикала лидер булды. Иң яҡшы ҡала 6 күрһәткес – һаулыҡ һаҡлау, балалар хәүефһеҙлеге, балалыҡты яҡлау, белем биреү, ял, мәҙәниәт һәм ҡала мөхите буйынса баһалана. Конкурсты Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы ойоштора.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөгә рәсми эш сәфәре менән Рәсәй Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Александр Новак килде

Вице-премьер менән осрашыуҙа Радий Хәбиров республиканың үҫеш юлында, иҡтисадтың бөтә күрһәткестәре лә юғары кимәлдә булыуын билдәләне. Былтырғы менән сағыштарғанда, ауыл хужалығы ғына бер аҙ ҡалыша. Сөнки былтыр 5 миллион тонна уңыш йыйып алынһа, быйыл ул кәмерәк булыр тип көтөлә. Рәсәй Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Башҡортостандың Белоруссия менән берлектәге проектын юғары баһаланы. Был яңы инвестициялар, технологик суверенитет, импортты алмаштырыу һәм продукцияға сит төбәктәрҙә лә ихтыяж буласаҡ, тине Александр Новак
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Республика көнө алдынан Башҡортостанда «Амкодор-Ағиҙел» предприятиеһы асылды

Завод Белоруссияның «Амкодор» холдингының инвестиция проекты. Предприятие игенде урып-йыйғандан һуң эшкәртеү өсөн ҡорамалдар, шулай уҡ ҡатнаш аҙыҡ һәм асфальт бетон заводтары өсөн метал конструкциялар етештерәсәк. Башҡортостандың өҫтөнлөклө инвестиция проекттары исемлегенә индерелгән заводты асыу тантанаһында Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров, Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе урынбаҫары Александр Новак, Белоруссияның премьер-министры Роман Головченко ҡатнашты.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостандан Красный Луч ҡалаһына сираттағы гуманитар оҙатылды

Башҡортостан яугирҙары менән Луганск халыҡ республикаһының шефлыҡҡа алынған Красный Луч ҡалаһы сираттағы гуманитар ярҙам алды. Өфөнән Донбассҡа 23 йөк машинаһы һәм бер автотралл килде. Башҡортостан оҙатҡан 96-сы гуманитар ылауҙы беҙҙең хәбәрселәр ҙә ҡаршыланы.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Республика төбәктәренә 61 берәмек коммуналь техника һатып алынды

Асҡыстарҙы тапшырыу тантанаһында Радий Хәбиров һәм Беларусь республикаһы премьер - министры Роман Головченко ҡатнашты. Улар торлаҡ-коммуналь хужалыҡта кәрәкле техниканың бөтә арсеналы, атап әйткәндә, 34 МАЗ, 12 тейәгес, 15 МТЗ тракторы. Машиналар Белоруссияла етештерелгән. Быйыл лизинг килешеүҙәре буйынса 208 берәмек техника һатып алыу ҡарала.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Мәләүез районы Һарыш ауылында заманса модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды

«Сәләмәтлек» милли проекты сиктәрендә төҙөлгән медицина учреждениеһы ауыл халҡы өсөн көтөп алынған бүләк. Тулыраҡ видеояҙмала.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Стәрлебаш районы Ибраҡай ауылында капиталь ремонттан һуң мәҙәниәт йорто асылды

Урындағы халыҡ түҙемһеҙләнеп көтөп алған объект Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡарары буйынса тәртипкә килтерелде. Яңыртылған мәҙәниәт йорто бинаһында фельдшер-акушерлыҡ пункты, китапхана ла урынлашасаҡ.
1
Өфөләге Балалар онкологияһы үҙәге ваҡытынан алда төҙөлөп бөтә

Объект киләһе йылда файҙаланыуға тапшырылырға тейеш ине. Төҙөүселәр иһә эштәрҙе декабрҙә теүәлләй. Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин белдереүенсә, үҙәк 100-гә яҡын урынға иҫәпләнә. Балалар онкологияһы үҙәге Республика балалар клиник дауаханаһы биләмәһендә урынлашҡан. Төҙөлөш 4 миллиард һумға баһалана.
Стәрлетамаҡ ҡатын-ҡыҙҙары доброволец булып махсус хәрби операцияға юлланды

Айгөл, Гөлназ һәм Роза "Башҡортостан сода компанияһы"нда эшләгән. “Балаларыбыҙҙың киләсәге өсөн, яугирҙәргә ярҙам маҡсатында шундай ҡарар ҡабул иттек,“ тиҙәр улар. Контракт буйынса хәрби хеҙмәткә ҡағылышлы барлыҡ һорауҙарға 177 – берҙәм белешмә һандары буйынса яуап алырға мөмкин. Ситуация үҙәге белгестәренә 122 йәки 8 (347) 218-19-19 телефоны буйынса йәки “Минең документтарым” күп функциялы үҙәгенең яҡындағы офисына ла мөрәжәғәт итергә мөмкин.
Башҡортостанда орлоҡсолоҡ тураһында закон ҡабул ителә

Республикала селекционерҙарға ярҙам мөмкинлеге ҡарала. Парламентта ошондай проект әҙерләнгән. Депутаттар ауыл хужалығы үҫеше тураһында законға төҙәтмәләр тәҡдим итә. Беренсе сиратта Селекция, яңы сорттар сығарыу менән шөғөлләнеүселәргә дәүләт ярҙамын күрһәтеү башланғысы күтәрелә. - Орлоҡ сифаты туранан-тура уңышҡа йоғонто яһай. Был аҙыҡ-түлек сифатында һәм хаҡтарҙа сағыла. Элек орлоҡ ситтән индерелде, хәҙер санкция шарттарында хәл ҡатмарлашты, - тине парламент рәйесе Константин Толкачев.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан Республикаһы көнө менән, дуҫтар!

Башҡортостан — быуаттар буйы һаҡланған матур йолаларға бай, йылдан-йыл тик алға атлаған, бер туҡтауһыҙ үҫешкән республика.

Алға, Башҡортостан!
Бөгөн Өфөлә Башҡортостан һәм Беларусь делегациялары осрашыуы булды

Республика Башлығы Радий Хәбиров белдереүенсә, "Амкодор" компанияһы заводын файҙаланыуға тапшырыу ике арала хеҙмәттәшлектә мөһим урын алып тора. -Бында Рәсәйҙәге сеймал, материалдар ҡулланыла. Башҡортостан проектлау, төҙөлөш эштәре буйынса йөкләмә алды, инвесторҙарға ярҙам күрһәтте, - тине Радий Хәбиров. Уның әйтеүенсә, хеҙмәттәшек төрлө йүнәлештәр буйынса йылдам үҫешә. Быйыл ете айҙа тышҡы тауар әйләнеше 179 миллион доллар булған.
Өфөлә Аксаков баҡсаһына аҡҡоштар килгән

Был турала социаль селтәрҙә Киров район хакимиәте башлығы Илвир Нурдәүләтов хәбәр итте. Аксаков баҡсаһына реконструкция эшләнде. Бының өсөн 240 миллион һумдан ашыу аҡса тотонолдо. Бөгөн Республика көнөндә баҡсаны асыу планлаштырыла.
Башҡортостанда ауыл юлдары ремонтлана

"Хәүефһеҙ сифатлы юлдар" милли проекты ғәмәлгә ашырыла. Быйыл ауылдарҙы тоташтырған 111 километрҙа эштәр башҡарыла. Бөгөнгә 73 километрҙан ашыу юлда эш тамамланған, тип хәбәр итәләр Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан. Башҡортостанда 2019 йылдан алып милли проект буйынса 1 мең 328 километр юл тәртипкә килтерелгән.
Радий Хәбиров һәм Аслан Бжания Шәйхзада Бабич һәйкәленә сәскә һалды

Бөгөн Республика көнөндә Радий Хәбиров һәм Абхазия президенты Аслан Бжания Өфөлә Шәйхзада Бабич һәйкәленә сәскә һалды. Башҡорт шағиры һәм йәмәғәт эшмәкәренә һәйкәл 2019 йылда асылды. Уның бейеклеге 6 метр самаһы. Постамент граниттан эшләнгән, һәйкәл бронзанан ҡойолған. Бөгөн Республика көнө уңайынан байрам саралары үтә.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә Башҡортостан һәм Беларусь Республикаһы делегациялары ике яҡлы хеҙмәттәшлек буйынса фекер алышты

Маҡсат тышҡы сауҙа әйләнешен 1 миллиард долларға еткереү. Быйыл ете ай күрһәткесе 179 миллион доллар тәшкил иткән.
Радий Хәбиров һуңғы йылдарҙа үҙ-ара сауҙала ғына түгел, белорус коллегалары менән сәнәғәт кооперацияһын ойоштороуҙа ла уңышҡа өлгәшелеүен билдәләне. Сәнәғәт кооперацияһы үҫешә, агросәнәғәт комплексында, машиналар эшләүҙә, пилотһыҙ авиацияла проекттар тормошҡа ашырыла, гуманитар бәйләнештәр һәм туристик алмашыуҙар киңәйә.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Республика көнө уңайынан Радий Хәбиров һәм Аслан Бжания менән тантаналы сараларҙа ҡатнашты

Республика көнө уңайынан Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Абхазия Республикаһы Президенты Аслан Бжания менән тантаналы сараларҙа ҡатнашты. Етәкселәр Башҡорт шағиры һәм сәйәси эшмәкәре, милли-азатлыҡ хәрәкәте активисы Шәйехзада Бабич һәйкәленә сәскә һалды. Тантанала шулай уҡ абруйлы ҡунаҡтар, төбәктең закондар сығарыу, башҡарма һәм муниципаль власть органдары, Ш.Бабич исемендәге республика премияһы лауреаттары ла ҡатнашты.