БСТ | Яңылыҡтар – Telegram
БСТ | Яңылыҡтар
2.27K subscribers
5.33K photos
9.31K videos
1 file
215 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Башҡортостанда орлоҡсолоҡ тураһында закон ҡабул ителә

Республикала селекционерҙарға ярҙам мөмкинлеге ҡарала. Парламентта ошондай проект әҙерләнгән. Депутаттар ауыл хужалығы үҫеше тураһында законға төҙәтмәләр тәҡдим итә. Беренсе сиратта Селекция, яңы сорттар сығарыу менән шөғөлләнеүселәргә дәүләт ярҙамын күрһәтеү башланғысы күтәрелә. - Орлоҡ сифаты туранан-тура уңышҡа йоғонто яһай. Был аҙыҡ-түлек сифатында һәм хаҡтарҙа сағыла. Элек орлоҡ ситтән индерелде, хәҙер санкция шарттарында хәл ҡатмарлашты, - тине парламент рәйесе Константин Толкачев.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан Республикаһы көнө менән, дуҫтар!

Башҡортостан — быуаттар буйы һаҡланған матур йолаларға бай, йылдан-йыл тик алға атлаған, бер туҡтауһыҙ үҫешкән республика.

Алға, Башҡортостан!
Бөгөн Өфөлә Башҡортостан һәм Беларусь делегациялары осрашыуы булды

Республика Башлығы Радий Хәбиров белдереүенсә, "Амкодор" компанияһы заводын файҙаланыуға тапшырыу ике арала хеҙмәттәшлектә мөһим урын алып тора. -Бында Рәсәйҙәге сеймал, материалдар ҡулланыла. Башҡортостан проектлау, төҙөлөш эштәре буйынса йөкләмә алды, инвесторҙарға ярҙам күрһәтте, - тине Радий Хәбиров. Уның әйтеүенсә, хеҙмәттәшек төрлө йүнәлештәр буйынса йылдам үҫешә. Быйыл ете айҙа тышҡы тауар әйләнеше 179 миллион доллар булған.
Өфөлә Аксаков баҡсаһына аҡҡоштар килгән

Был турала социаль селтәрҙә Киров район хакимиәте башлығы Илвир Нурдәүләтов хәбәр итте. Аксаков баҡсаһына реконструкция эшләнде. Бының өсөн 240 миллион һумдан ашыу аҡса тотонолдо. Бөгөн Республика көнөндә баҡсаны асыу планлаштырыла.
Башҡортостанда ауыл юлдары ремонтлана

"Хәүефһеҙ сифатлы юлдар" милли проекты ғәмәлгә ашырыла. Быйыл ауылдарҙы тоташтырған 111 километрҙа эштәр башҡарыла. Бөгөнгә 73 километрҙан ашыу юлда эш тамамланған, тип хәбәр итәләр Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан. Башҡортостанда 2019 йылдан алып милли проект буйынса 1 мең 328 километр юл тәртипкә килтерелгән.
Радий Хәбиров һәм Аслан Бжания Шәйхзада Бабич һәйкәленә сәскә һалды

Бөгөн Республика көнөндә Радий Хәбиров һәм Абхазия президенты Аслан Бжания Өфөлә Шәйхзада Бабич һәйкәленә сәскә һалды. Башҡорт шағиры һәм йәмәғәт эшмәкәренә һәйкәл 2019 йылда асылды. Уның бейеклеге 6 метр самаһы. Постамент граниттан эшләнгән, һәйкәл бронзанан ҡойолған. Бөгөн Республика көнө уңайынан байрам саралары үтә.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә Башҡортостан һәм Беларусь Республикаһы делегациялары ике яҡлы хеҙмәттәшлек буйынса фекер алышты

Маҡсат тышҡы сауҙа әйләнешен 1 миллиард долларға еткереү. Быйыл ете ай күрһәткесе 179 миллион доллар тәшкил иткән.
Радий Хәбиров һуңғы йылдарҙа үҙ-ара сауҙала ғына түгел, белорус коллегалары менән сәнәғәт кооперацияһын ойоштороуҙа ла уңышҡа өлгәшелеүен билдәләне. Сәнәғәт кооперацияһы үҫешә, агросәнәғәт комплексында, машиналар эшләүҙә, пилотһыҙ авиацияла проекттар тормошҡа ашырыла, гуманитар бәйләнештәр һәм туристик алмашыуҙар киңәйә.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Республика көнө уңайынан Радий Хәбиров һәм Аслан Бжания менән тантаналы сараларҙа ҡатнашты

Республика көнө уңайынан Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Абхазия Республикаһы Президенты Аслан Бжания менән тантаналы сараларҙа ҡатнашты. Етәкселәр Башҡорт шағиры һәм сәйәси эшмәкәре, милли-азатлыҡ хәрәкәте активисы Шәйехзада Бабич һәйкәленә сәскә һалды. Тантанала шулай уҡ абруйлы ҡунаҡтар, төбәктең закондар сығарыу, башҡарма һәм муниципаль власть органдары, Ш.Бабич исемендәге республика премияһы лауреаттары ла ҡатнашты.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Бөгөн Башҡортостан халҡы Республика көнөн билдәләй

Алдараҡ хәбәр ителеүенсә, тантаналы сараларҙа Беларусь Республикаһы премьер-министры Роман Головченко менән Абхазия Президенты Аслан Бжания ҡатнаша. Ошо минуттарҙа сит ил ҡунаҡтары Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров менән бергә Өфөнөң Совет майҙанына генерал Шайморатовтың һәйкәле алдына мәктәп уҡыусыларын шайморатовсылар сафына ҡабул итеү тантанаһына килде. Ваҡиға урынында БЮТ ижади төркөмө лә эшләй.
Өфөлә конькиҙа шыуыу буйынса Бөтә Рәсәй ярыштары, үҫмерҙәр араһында турнир башлана

Унда ҡатнашыусыларҙы Олимпия чемпиондары Алина Заһитова, Виктория Синицина, Никита Кацалапов һәм башҡа танылған спортсылар сәләмләй. Бөгөн Спорт һарайында ярыштарҙы асыу тантанаһы үтә. 14 октябргә тиклем барған турнир программаһында яңғыҙ һәм парлап шыуыу, боҙҙа бейеү ҡаралған.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Сәнәғәт производствоһы индексы былтырғы менән сағыштырғанда, артҡан

Ыңғай динамика электр ҡорамалдары етештереүҙә күҙәтелә. Башҡортостан был тәңгәлдә башҡа төбәктәр араһында алдынғы урынды биләй. Тулыраҡ видеояҙмала.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә «Иң яҡшы педагогик династия» Бөтә Рәсәй конкурсы башланды

Иң яҡшы уҡытыусыларҙы һайлап алыусы абруйлы жюри составында билдәле ғалимдар, уҡытыусылар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, Алыҫ Көнсығыштан алып, Саха республикаһы, Иркутск өлкәһе, Алтай, Дағстан, Краснодар крайы, Донецк Халыҡ республикаларынан «Йыл уҡытыусыһы» лауреаттары бар. Рәсәй мәғариф министрлығы ярҙамында уҡытыусы һәм остаз йылына арнап ойошторолған сара хаҡында киләһе яҙмала.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Баймаҡ халыҡ ижады үҙәгендә «Оҫталыҡтың юҡтыр сиктәре» исеме аҫтында семинар- практикум үтте

Ҡул эше оҫталары байрамы. Баймаҡ халыҡ ижады үҙәгендә эшләп килгән «Хазина» биҙәү-ҡулланма сәнғәте клубы «Оҫталыҡтың юҡтыр сиктәре» исеме аҫтында семинар- практикум үткәрҙе. Был хаҡта киләһе репортажда.
Бүздәктә федераль мәҙәниәт проекты тәҡдим ителде

Бында Республика көнөнә арналған тантаналы йыйылыш барышында сертификаттар һәм дәүләт наградалары тапшырылды. Заманса мультимедия экраны күрһәтелде, ижади коллективтар яңы сәхнә кейемендә сығыш яһаны.
Белорусияла - Башҡортостан әҙәбиәте көндәре

“Беларусь ере батыр милләттәштәребеҙҙең эҙен һаҡлай”. Шағирә, “Аҡбуҙат” балалар журналы баш мөхәррире Лариса Абдуллина шулай тип белдерҙе. Ул был көндәрҙә Белорусияла Башҡортостан әҙәбиәте көндәрендә ҡатнаша. Башҡортостан яҙыусылары белорус әҙиптәре менән осрашты, музейҙа булды, китап күргәҙмәләрендә ҡатнашты. Шулай уҡ "Беларусьфильм" киностудияһы менән танышты. Бөгөн Минск ҡалаһында Башҡортостан – Беларусь дуҫлығына арналған әҙәби-музыкаль кисә ойошторола.
Бөгөн Өфөлә Башҡортостан һәм Абхазия халыҡтары дуҫлығына арналған колоннадаға нигеҙ ташы һалынды

Ошондай уҡ монумент Сухум ҡалаһында бар. Колоннада Ағиҙел ярында Дуҫлыҡ монументы янында урынлаша. - Һәр ваҡыт дуҫ йәшәргә, бер беребеҙгә ярҙам итергә кәрәк. Колоннада теүәл бер йылдан, 11 октябрҙә асыла, - тине Республика Башлығы Радий Хәбиров. Абхазия президенты Аслан Бжания бөгөн ике республиканың тағы ла яҡынайыуы тураһында белдерҙе. Колоннада бейеклеге - 12, оҙонлоғо 30 метрға тиклем була.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан халҡы төп байрамын Республика көнөн билдәләй

Тарихи датаға арналған тантаналы ултырыш бөгөн Өфөлә, «Башҡортостан» концерт залында үтте. Сарала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров, Абхазия Президенты Аслан Бжания, Беларусь республикаһы делегацияһы, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙарыбыҙ ҡатнашты.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан менән Абхазия араһындағы халыҡ-ара дуҫлыҡ күпере Ағиҙел йылғаһы аша һалынды

Бөгөн ике республика башлығы буласаҡ колоннадаға нигеҙ ташы һалыуҙа ҡатнашты. Ул Сухуми ҡалаһындағы архитектура объектының тура күсермәһе булыр тип көтөлә.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөләге Аксаков исемендәге мәҙәниәт һәм ял паркы реконструкцияһы тамамланды

Биләмәләге төҙөкләндереү эштәре «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» федераль программаһы сиктәрендә башҡарылған. Яңыртылған баҡсаны асыу тантанаһында республика башлығы Радий Хәбиров һәм Абхаз республикаһы президенты Аслан Бжания ҡатнашты.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Республика көнөндә 900-ҙән ашыу мәктәп уҡыусыһы шайморатовсылар сафына ҡабул ителде

Өфөнөң Совет майҙанында малай-ҡыҙҙар тоғролоҡ антын биреп, тантаналы марш менән үтте. Балаларҙы Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров, Абхазия Президенты Аслан Бжания һәм башҡа ҡунаҡтар тәбрикләне.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан юлдаш телевидениеһында яңы миҙгел башланды

Республика көнөнә арналған телемарафон яңы миҙгелгә старт бирҙе. БСТ телеканалы тамашасыларҙы яңы студия һәм биҙәлеш менән генә түгел, ә өр-яңы тапшырыуҙар менән дә ҡыуандыра.
33 йыл дауамында 11 октябрь Республика көнө булараҡ билдәләнә. Башҡортостандың төрлө нөктәләрендә байрам саралары үтә. Ә республиканың төп телеканалы был көндә ҙур телемарафон сиктәрендә яңы телевизион миҙгелгә старт бирҙе.