БСТ | Яңылыҡтар – Telegram
БСТ | Яңылыҡтар
2.27K subscribers
5.33K photos
9.31K videos
1 file
215 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Сәнәғәт производствоһы индексы былтырғы менән сағыштырғанда, артҡан

Ыңғай динамика электр ҡорамалдары етештереүҙә күҙәтелә. Башҡортостан был тәңгәлдә башҡа төбәктәр араһында алдынғы урынды биләй. Тулыраҡ видеояҙмала.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә «Иң яҡшы педагогик династия» Бөтә Рәсәй конкурсы башланды

Иң яҡшы уҡытыусыларҙы һайлап алыусы абруйлы жюри составында билдәле ғалимдар, уҡытыусылар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, Алыҫ Көнсығыштан алып, Саха республикаһы, Иркутск өлкәһе, Алтай, Дағстан, Краснодар крайы, Донецк Халыҡ республикаларынан «Йыл уҡытыусыһы» лауреаттары бар. Рәсәй мәғариф министрлығы ярҙамында уҡытыусы һәм остаз йылына арнап ойошторолған сара хаҡында киләһе яҙмала.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Баймаҡ халыҡ ижады үҙәгендә «Оҫталыҡтың юҡтыр сиктәре» исеме аҫтында семинар- практикум үтте

Ҡул эше оҫталары байрамы. Баймаҡ халыҡ ижады үҙәгендә эшләп килгән «Хазина» биҙәү-ҡулланма сәнғәте клубы «Оҫталыҡтың юҡтыр сиктәре» исеме аҫтында семинар- практикум үткәрҙе. Был хаҡта киләһе репортажда.
Бүздәктә федераль мәҙәниәт проекты тәҡдим ителде

Бында Республика көнөнә арналған тантаналы йыйылыш барышында сертификаттар һәм дәүләт наградалары тапшырылды. Заманса мультимедия экраны күрһәтелде, ижади коллективтар яңы сәхнә кейемендә сығыш яһаны.
Белорусияла - Башҡортостан әҙәбиәте көндәре

“Беларусь ере батыр милләттәштәребеҙҙең эҙен һаҡлай”. Шағирә, “Аҡбуҙат” балалар журналы баш мөхәррире Лариса Абдуллина шулай тип белдерҙе. Ул был көндәрҙә Белорусияла Башҡортостан әҙәбиәте көндәрендә ҡатнаша. Башҡортостан яҙыусылары белорус әҙиптәре менән осрашты, музейҙа булды, китап күргәҙмәләрендә ҡатнашты. Шулай уҡ "Беларусьфильм" киностудияһы менән танышты. Бөгөн Минск ҡалаһында Башҡортостан – Беларусь дуҫлығына арналған әҙәби-музыкаль кисә ойошторола.
Бөгөн Өфөлә Башҡортостан һәм Абхазия халыҡтары дуҫлығына арналған колоннадаға нигеҙ ташы һалынды

Ошондай уҡ монумент Сухум ҡалаһында бар. Колоннада Ағиҙел ярында Дуҫлыҡ монументы янында урынлаша. - Һәр ваҡыт дуҫ йәшәргә, бер беребеҙгә ярҙам итергә кәрәк. Колоннада теүәл бер йылдан, 11 октябрҙә асыла, - тине Республика Башлығы Радий Хәбиров. Абхазия президенты Аслан Бжания бөгөн ике республиканың тағы ла яҡынайыуы тураһында белдерҙе. Колоннада бейеклеге - 12, оҙонлоғо 30 метрға тиклем була.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан халҡы төп байрамын Республика көнөн билдәләй

Тарихи датаға арналған тантаналы ултырыш бөгөн Өфөлә, «Башҡортостан» концерт залында үтте. Сарала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров, Абхазия Президенты Аслан Бжания, Беларусь республикаһы делегацияһы, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙарыбыҙ ҡатнашты.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан менән Абхазия араһындағы халыҡ-ара дуҫлыҡ күпере Ағиҙел йылғаһы аша һалынды

Бөгөн ике республика башлығы буласаҡ колоннадаға нигеҙ ташы һалыуҙа ҡатнашты. Ул Сухуми ҡалаһындағы архитектура объектының тура күсермәһе булыр тип көтөлә.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөләге Аксаков исемендәге мәҙәниәт һәм ял паркы реконструкцияһы тамамланды

Биләмәләге төҙөкләндереү эштәре «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» федераль программаһы сиктәрендә башҡарылған. Яңыртылған баҡсаны асыу тантанаһында республика башлығы Радий Хәбиров һәм Абхаз республикаһы президенты Аслан Бжания ҡатнашты.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Республика көнөндә 900-ҙән ашыу мәктәп уҡыусыһы шайморатовсылар сафына ҡабул ителде

Өфөнөң Совет майҙанында малай-ҡыҙҙар тоғролоҡ антын биреп, тантаналы марш менән үтте. Балаларҙы Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров, Абхазия Президенты Аслан Бжания һәм башҡа ҡунаҡтар тәбрикләне.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан юлдаш телевидениеһында яңы миҙгел башланды

Республика көнөнә арналған телемарафон яңы миҙгелгә старт бирҙе. БСТ телеканалы тамашасыларҙы яңы студия һәм биҙәлеш менән генә түгел, ә өр-яңы тапшырыуҙар менән дә ҡыуандыра.
33 йыл дауамында 11 октябрь Республика көнө булараҡ билдәләнә. Башҡортостандың төрлө нөктәләрендә байрам саралары үтә. Ә республиканың төп телеканалы был көндә ҙур телемарафон сиктәрендә яңы телевизион миҙгелгә старт бирҙе.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөнән 46 кеше «Башҡортостан оҙон ғүмерлелеге» проекты буйынса Абхазияға юлланды

Республика көнөндә Ҡара Диңгеҙ буйына ялға. Абхазия Президенты Аслан Бжания Башҡортостанға сәфәр ҡылған мәлдә, беҙҙекеләр Пицунда пляжына юлланды. Сәфәр «Башҡортостан оҙон ғүмерлелеге» проекты буйынса асылған сираттағы йүнәлеш. Хаҡлы ялдағыларҙың тәүге төркөмө 46 кешенән тора.
Республикала 15 октябргә тиклем башҡорт теленән олимпиада уҙа

Онлайн
интеллектуаль сарала һәр кем ҡатнаша ала. Олимпиада өс кимәлдә ойошторола. Башҡорт телен өйрәнә башлағандар, иркен аралашҡандар һәм төрлө диалектарҙа һөйләшкәндәр өсөн айырым үткәрелә. Туған телдән белем һынап ҡарау өсөн олимпиада сайтында теркәлергә һәм 45 минут дауамында 30 һорауға яуап бирергә кәрәк. Проект Республика граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды ярҙамында тормошҡа ашырыла.
Бөгөн Башҡортостандың дәүләт гимны һәм гербына 30 йыл

Башҡортостандың мөһим дәүләт символдары тураһында ҡанун 1993 йылдың 12 октябрендә Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай тарафынан ҡабул ителә. Дәүләт гимны итеп Фәрит Иҙрисовтың "Башҡортостан" тип аталған тантаналы көйө алына. 2008 йылда гимндың һүҙҙәре лә ҡабул ителә. Авторҙары - шағир Рауил Бикбаев менән ғалим Рәшит Шәкүр. Һәр дәүләттең символдары уның тарихын һәм йолаларын, сәйәси ҡиммәттәрен һәм өҫтөнлөктәрен сағылдыра, ти Рәшит Шәкүр.
1993 йылдың 12 октябрендә Башҡортостандың дәүләт гербы ла ҡабул ителде. Уның авторы рәссам Фазлетдин Ислахов. Гербта ҡалҡып килгән ҡояш фонында милли орнаменттар менән уратып алынған Салауат Юлаевтың һәйкәле урынлашҡан. Аҫтараҡ – ҡурай тажы һәм Республиканың дәүләт флагы төҫтәренә буялған таҫма урын алған.
Бөгөн Башҡортостанда янғынға ҡаршы махсус режим ғәмәлдән сыға

Бындай ҡарар урман һәм ландшафт янғындары менән хәлдең тотороҡланыуы, янғын хәүефенең кәмеүенә бәйле ҡабул ителә, тип белдерәләр Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан. Республикала янғынға ҡаршы махсус тәртип 15 майҙа индерелде.
Башҡортостанға “Ватандаштар” программаһы буйынса 800 кеше күсенгән

Сит илдә йәшәгән Рәсәй кешеләренә ҡайтырға ярҙам итәләр. Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан белдереүҙәренсә, программала башлыса йәштәр ҡатнаша. Егеттәр һәм ҡыҙҙар республикала белем ала һәм эшкә ҡала. Бындай алым хеҙмәт баҙарында кадрҙар ҡытлығы мәсьәләһен хәл итергә мөмкинлек бирә, ти белгестәр.
👍1
Радий Хәбиров: "Торлаҡ төҙөлөшөн арттырыу маҡсатын ҡуябыҙ"

Башҡортостанда йорттар төҙөлөшө йылдам бара. Уҙған йылда 3 миллион квадрат метрҙан ашыу торлаҡ файҙаланыуға тапшырылған. Быйыл ҙурыраҡ маҡсат ҡуйылған, тип белдерҙе Республика Башлығы Радий Хәбиров.
Башҡортостан предприятиелары Төркиәгә спорт кейеме һата ала

Был турала Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министрлығынан хәбәр итәләр. Өфөлә төрөк делегацияһы менән осрашыу булды. Улар тау саңғыһы курорттары өсөн кейем һәм ҡорамалдар менән ҡыҙыҡһына. Башҡортостан менән Төркиә араһында сауҙа үҫә бара.
Республикаға гриптан вакцинаның тағы бер партияһы килтерелде

390 мең препарат алынды. Тиҙҙән улар медицина учреждениеларына тапшырыла, тип хәбәр итәләр Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан. Башҡортостан 1 миллион ярым вакцина алған. Бөгөнгә миллионға яҡын кеше киҙеүҙән прививка менән һаҡланған.
Башҡортостан ауыл хужалыҡтары үҙебеҙҙә етештерелгән техниканы ала

Быйыл техника яңыртыуға 9 миллиард 600 миллион һум тотонолған. Был уҙған йылдың ошо осоронан 37 процентҡа ҙур һан. Вице-премьер-Ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов белдереүенсә, 391 трактор, 200-гә яҡын комбайн, 400-ҙән ашыу ер эшкәртеү машинаһы һәм башҡа төр техника алынған.
Өфөлә элекке "Победа" кинотеатры бинаһы төҙөкләндерелә

Капиталь ремонт буйынса документтар хупланды. Мәҙәни мираҫ объекты тип танылған кинотеатр Беренсе май урамында 1949 йылда төҙөлә. Ул 630 тамашасыға иҫәпләнә. 2017 йылда бина ябыла. Киләсәктә кинотеатрҙы йәш тамашасылар өсөн театр итеп үҙгәртеү планлаштырыла.