БСТ | Яңылыҡтар – Telegram
БСТ | Яңылыҡтар
2.27K subscribers
5.33K photos
9.31K videos
1 file
215 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостандан контракт төҙөгән Үҙәк хәрби округ яугирҙары тыл райондарында танктарҙа әҙерлек үтә

Башҡортостандан тәүгә контракт төҙөгән Үҙәк хәрби округ яугирҙары тыл райондарында Т-90М танктарында әҙерлек үтә. Күнекмәләр махсус хәрби операция зонаһы полигондарының береһендә ойошторолған. Махсус хәрби операция биләмәһендә тәжрибә туплаған инструкторҙар етәкселегендә хәрбиҙәр танктың төп нөктәләре һәм агрегаттары, ҡорал кәрәк-ярағы һәм япма ҡорамалдары тураһында мәғлүмәт ала.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Әхмәт Дәүләтов исемендәге медицина ротаһы тотош фронтта иң яҡшы йыһазландырылған хәрби подразделение

Башҡортостан полкының Әхмәт Дәүләтов исемендәге медицина ротаһы тотош фронтта иң яҡшы йыһазландырылған, барлыҡ табиптары булған хәрби подразделение. Әле яҡташтарыбыҙ Луганск халыҡ республикаһының Рубежное ҡалаһында тора. Табиптар үҙҙәре лә ут аҫтына инеп яралыларҙы ҡотҡарыу осраҡтары ла бар.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә йәшәүсе ханым махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға бейәләйҙәр һәм йөн ойоҡбаштар бәйләй

Яугирҙарға күңел йылыһы. Өфөлә йәшәүсе Дания Гәрәйшина махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы ир-егеттәргә бейәләйҙәр һәм йөн ойоҡбаштар бәйләй. Күҙ нурҙарын түгеп әҙерләгән ярҙамды ул алғы һыҙыҡҡа ла оҙатҡан. 9-сы тиҫтәһен ваҡлауға ҡарамаҫтан, оло йәштәге ханым изге эшен дауам итә. Әле Башҡортостанда яугирҙар өсөн йөҙөнсө гуманитар ылау туплана, хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн йылы әйберҙәр, йоҡо тоҡтары, тимер мейестәр йыйыла. Күңел йылыһы менән бәйләгән әйберҙәр яугирҙәр өсөн үтә лә кәрәкле.
🤔1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда һирәк осраған дарыу үләндәре производство шарттарында үҫтерелеүе ихтимал

Әле белгестәр ҡиммәтле биологик актив матдәләр етештереүсе үҫемлектәрҙең төклө тамырҙарын үҫтереү менән шөғөлләнә. Өфө фән һәм технологиялар университеты лабораторияһында ҡулланылған биотехнологик ысул хаҡында репортаж.
Хәйбулла районы Аҡъяр үҙәк дауаханаһында яңы медицина ҡорамалы ҡулланыла

Һанлы маммография аппараты “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының беренсел медицина звеноһын яңыртыу программаһы буйынса алынған. Әлеге ваҡытта унда 900-ҙән ашыу ҡатын-ҡыҙ тикшереү үткән.
Башҡортостанда хәрби хәрәкәттәр инвалидтары өйҙә бушлай социаль хеҙмәттәр алыу хоҡуғына эйә

Дәүләт Йыйылышы- Ҡоролтай депутаттары “Граждандарҙы социаль хеҙмәтләндереү тураһында” законға үҙгәрештәр әҙерләй. Ҡанун проектында өйҙә бушлай социаль хеҙмәттәр алыусылар категорияһына хәрби хәрәкәттәр инвалидтарын индерергә тәҡдим ителә.
Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Нурия Ирсаеваның тыуған көнө

Билдәле сәхнә йондоҙона бөгөн 81 йәш тула. Нурия Ирсаева театр һөйөүселәренә төрлө образдарҙы уңышлы һынландырыусы актриса булараҡ таныш. Улар араһында "Тапшырылмаған хаттар" спектаклендә - Ғәлиә роле, "Мөхәббәт ҡарағы"нда Фаягөл, "Бәхет хаҡы”нда Әминә. Һәр нәмәлә уңыш сере мөхәббәттән килә, ти Нурия Ирсаева.
🥰1
Өфө районында милли проект буйынса 15 миллион һумға мөһим юл ремонтланды

Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Дим – Затон трассаһы тәртипкә килтерелде. Ветошников ауылы янында 1,3 километрлыҡ арауыҡта яңы асфальт түшәлде. Быйыл “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проектына ярашлы Өфө һәм Стәрлетамаҡ ҡалалары янында 37 километр оҙонлоҡта юлдар ремонтлана.
Башҡортостан халҡы коммуналь хужалыҡ мәсьәләләрен смартфон аша хәл итә ала

Республика Хөкүмәтендә “Дәүләт хеҙмәттәре. Йорт” тигән мобиль ҡушымтаны ҡулланыу мәсьәләләре ҡаралды. Уның ярҙамында иҫәпләгес күрһәткестәрен тапшырырға, торлаҡ-коммуналь хеҙмәт өсөн түләргә, капиталь ремонт барышын күҙәтергә, дөйөм йорт йыйылыштарында ҡатнашырға, идарасы компаниялар күрһәткән хеҙмәттәрҙе баһаларға, планлы төҙөкләндереү эштәре теҙмәһе менән танышырға була. Йыл аҙағынаса яңы мобиль сервисҡа 96 меңдән ашыу кеше ҡушылыуы көтөлә. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы, ҡала һәм район етәкселегенә электрон системаға күп фатирлы йорттарҙы теркәү бурысы ҡуйыла.
Өфөлә “Ҡаршылыҡтарҙы үтеп” тигән Бөтә Рәсәй форум-күргәҙмәһе ойошторола

Мәртәбәле сарала мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙең йәшәү сифатын үҫтереүҙә инновацион алымдар тәҡдим ителә. Күргәҙмәлә 11 төбәктән 40 компания ҡатнышырға теләк белдергән. Инвалидлыҡты иҫкәртеү һәм реабилитация мәсьәләләренә арналған форум былтыр беренсегә уҙғарылды. Ул йәмғиәттә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Икенсе форум киләһе аҙнала “Торатау” Конгресс-холында үткәрелә. Уның барышында хәйриә йәрминкәһе, “Ҡаршылыҡтарҙы үтеп” тигән балалар ижады конкурсы гала-концерты ла ойошторола.
Башҡортостанда 129 медицина хеҙмәткәренә “Ауыл табибы” программаһы буйынса сертификат тапшырылған

Республика Хөкүмәтендә һаулыҡ һаҡлау тармағында кадрҙар мәсьәләһе ҡаралды. “Ауыл табибы” программаһы буйынса бюджеттан 144,5 миллион һум күсерелгән. Бынан тыш, “Ауыл фельдшеры” программаһына ярашлы, 33 белгескә 16,5 миллион һум түләнгән. Быйылдан республикала ауыл йәки бәләкәй ҡалаларға эшкә ҡайтҡан участка табиптарына 3 миллион һум бирелә. Бының өсөн бюджетта 50 миллион һум һалынған.
Башҡортостанда 40 меңдән ашыу йортҡа газ торбалары һуҙылған

Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡушыуы буйынса 2021 йылда яңы программа иғлан ителде. Уға ярашлы, шәхси йорттарға тиклем газ торбаһы бушлай еткерелә. Әле республикала 30 мең йортҡа “зәңгәр яғыулыҡ” үткән. Бынан тыш, Башҡортостанда айырым төркөмгә ҡараған кешеләргә сертификат бирелә. Документ ярҙамында йортто газға тоташтырырға була.
Башҡортостанда 2 мең ярым ғаилә колледждарҙа балаларын уҡытыуға тәүге тапҡыр компенсация ала

Был турала Республика хөкүмәте ултырышында белдерелде. Дәүләт ярҙамы күп балалы ғаиләләр өсөн ҡаралған. Түләүле нигеҙҙә урта һөнәри белем алған өсөн компенсация бирелә. Ул хаҡтың 50 процентын ҡаплай. Аҡса уҡыу йылы аҙағында күсерелә. Тәүге түләүҙәр киләһе йылдың йәйендә була.
Өфөлә Көнсығыш юл төҙөлөшө өсөн федераль ҡаҙнанан өҫтәмә аҡса бүленә

Был турала ил хөкүмәте ултырышында белдерелде. Өфө Орел Калининград, Волгоград, Хасавюрт һәм Яр Саллы ҡалаларындағы объекттар өсөн тағы 60 миллиард һум йүнәлтелә. Премьер-министр Михаил Мишустин белдереүенсә, эштерҙе ваҡытынан алда тамамлау мөмкинлеге бар, проекттар урындарҙа социаль-иҡтисади үҫеш өсөн ҙур әһәмиәткә эйә. Өфөлә Көнсығыш юл төҙөлөшө буйынса план 77 процентҡа үтәлгән.
Башҡортостанда баҡса маршруттары тиҙҙән ябыла

23 октябрҙән "Башавтотранс" автобустары баҡсаларға йөрөмәй башлай. Компаниянан хәбәр итеүҙәренсә, баҡсасыларҙың күбеһе - пенсионерҙар. Уларға юл өсөн ташлама ҡаралған. Баҡса маршруттар яҙын баҡса эштәре башланғас асыла, көҙөн уңыш йыйғандан һуң ябыла.
Бәшмәк йыйған өсөн миллион һумға тиклем штраф түләтеүҙәре ихтимал

Енәйәт кодексының яңы статьяһы көсөнә инде. Уға ярашлы Ҡыҙыл китапта булған үҫемлек һәм бәшмәктәрҙе юҡ иткән өсөн яуаплылыҡ ҡаралған. Ябай бәшмәксе өсөн штраф 5 мең һум тиклем етә, ойошмалар өсөн был сумма миллионға тиклем була.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Көнсығыш сығыу юлы төҙөлөшөнә федераль бюджеттан аҡса бүленә

Мәсьәлә Рәсәй хөкүмәте ултырышында ҡаралды. Калининград, Волгоград, Хасавюрт, Яр Саллы һәм Өфө ҡалаларының мөһим инфраструктура проекттарын финанслауға 60 миллиард һум самаһы аҡса йүнәлтелә.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә Азат Бадранов журналистар, тарихсылар, яҙыусылар менән осрашты

Махсус хәрби операциянан ҡыҫҡа ваҡытлы отпуск ялына ҡайтҡан Азат Бадранов бөгөн журналистар, тарихсылар, яҙыусылар менән осрашты. Мәғлүм булыуынса, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Азат Шамил улы былтыр көҙҙән алғы һыҙыҡта.
Осрашыуҙа һүҙ махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡташтарыбыҙҙың батырлығын, иҫтәлеген мәңгеләштереү хаҡында барҙы. Алғы һыҙыҡта республиканың һәр ҡала-районынан яугирҙар бар, улар төрлө милләттән, төрлө йәштә. Әммә бөтәһе лә тыуған төйәгенең патриоттары, ил именлеге өсөн ҡулына ҡорал алған ҡаһармандар.
1👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Быйыл «Башҡортостан ихаталары» программаһы сиктәрендә төбәктә 206 майҙан тәртипкә килтерелгән

Бөгөн уларҙың барыһы ла файҙаланыуға тапшырылған. Ремонттан һуң, ихаталар танымаҫлыҡ булып үҙгәргән. Программа сиктәрендә Стәрлетамаҡта ла бер нисә ихата тәртипкә килтерелгән.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда айыу ҡатынға һөжүм иткән

Ваҡиға бөгөн иртән Ишембай районының Петровское ауылы үҙәгендә теркәлгән. Януарҙан зыян күреүсе үҙәк район дауаханаһына һалынған. Йома иртәһендәге көтөлмәгән хәл тураһында ентекләберәк видеояҙмала.
Башҡортостандың өс предприятиеһына баҫыуҙарҙы һуғарыу өсөн 126 миллион һум аҡса бүленгән

Шишмәләге ике компания, Әбйәлилдәге шәхси хужалыҡ Һыу һиптереү ҡоролмалары алған. Улар бының өсөн 253 миллион һумдан ашыу аҡса тотонған. Предприятиеларҙың сығымының яртыһы ҡапланған.