БСТ | Яңылыҡтар – Telegram
БСТ | Яңылыҡтар
2.27K subscribers
5.33K photos
9.31K videos
1 file
215 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Өфөлә Көнсығыш юл төҙөлөшө өсөн федераль ҡаҙнанан өҫтәмә аҡса бүленә

Был турала ил хөкүмәте ултырышында белдерелде. Өфө Орел Калининград, Волгоград, Хасавюрт һәм Яр Саллы ҡалаларындағы объекттар өсөн тағы 60 миллиард һум йүнәлтелә. Премьер-министр Михаил Мишустин белдереүенсә, эштерҙе ваҡытынан алда тамамлау мөмкинлеге бар, проекттар урындарҙа социаль-иҡтисади үҫеш өсөн ҙур әһәмиәткә эйә. Өфөлә Көнсығыш юл төҙөлөшө буйынса план 77 процентҡа үтәлгән.
Башҡортостанда баҡса маршруттары тиҙҙән ябыла

23 октябрҙән "Башавтотранс" автобустары баҡсаларға йөрөмәй башлай. Компаниянан хәбәр итеүҙәренсә, баҡсасыларҙың күбеһе - пенсионерҙар. Уларға юл өсөн ташлама ҡаралған. Баҡса маршруттар яҙын баҡса эштәре башланғас асыла, көҙөн уңыш йыйғандан һуң ябыла.
Бәшмәк йыйған өсөн миллион һумға тиклем штраф түләтеүҙәре ихтимал

Енәйәт кодексының яңы статьяһы көсөнә инде. Уға ярашлы Ҡыҙыл китапта булған үҫемлек һәм бәшмәктәрҙе юҡ иткән өсөн яуаплылыҡ ҡаралған. Ябай бәшмәксе өсөн штраф 5 мең һум тиклем етә, ойошмалар өсөн был сумма миллионға тиклем була.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Көнсығыш сығыу юлы төҙөлөшөнә федераль бюджеттан аҡса бүленә

Мәсьәлә Рәсәй хөкүмәте ултырышында ҡаралды. Калининград, Волгоград, Хасавюрт, Яр Саллы һәм Өфө ҡалаларының мөһим инфраструктура проекттарын финанслауға 60 миллиард һум самаһы аҡса йүнәлтелә.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә Азат Бадранов журналистар, тарихсылар, яҙыусылар менән осрашты

Махсус хәрби операциянан ҡыҫҡа ваҡытлы отпуск ялына ҡайтҡан Азат Бадранов бөгөн журналистар, тарихсылар, яҙыусылар менән осрашты. Мәғлүм булыуынса, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Азат Шамил улы былтыр көҙҙән алғы һыҙыҡта.
Осрашыуҙа һүҙ махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡташтарыбыҙҙың батырлығын, иҫтәлеген мәңгеләштереү хаҡында барҙы. Алғы һыҙыҡта республиканың һәр ҡала-районынан яугирҙар бар, улар төрлө милләттән, төрлө йәштә. Әммә бөтәһе лә тыуған төйәгенең патриоттары, ил именлеге өсөн ҡулына ҡорал алған ҡаһармандар.
1👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Быйыл «Башҡортостан ихаталары» программаһы сиктәрендә төбәктә 206 майҙан тәртипкә килтерелгән

Бөгөн уларҙың барыһы ла файҙаланыуға тапшырылған. Ремонттан һуң, ихаталар танымаҫлыҡ булып үҙгәргән. Программа сиктәрендә Стәрлетамаҡта ла бер нисә ихата тәртипкә килтерелгән.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда айыу ҡатынға һөжүм иткән

Ваҡиға бөгөн иртән Ишембай районының Петровское ауылы үҙәгендә теркәлгән. Януарҙан зыян күреүсе үҙәк район дауаханаһына һалынған. Йома иртәһендәге көтөлмәгән хәл тураһында ентекләберәк видеояҙмала.
Башҡортостандың өс предприятиеһына баҫыуҙарҙы һуғарыу өсөн 126 миллион һум аҡса бүленгән

Шишмәләге ике компания, Әбйәлилдәге шәхси хужалыҡ Һыу һиптереү ҡоролмалары алған. Улар бының өсөн 253 миллион һумдан ашыу аҡса тотонған. Предприятиеларҙың сығымының яртыһы ҡапланған.
Башҡортостанда геопарктар буйынса попечителдәр советы составына үҙгәрештәр индерелде

Республика Башлығы указы менән рәсми мәғлүмәттәр порталында танышырға мөмкин. Документҡа ярашлы, совет составына "Красноусол" шифаханаһы директоры Рәмил Бәҙретдинов, Рәсәйҙең ЮНЕСКО эштәре буйынса яуаплы секретары Татьяна Довгаленко, ""Торатау геопаркы" фән, мәғариф, экология, мәҙәниәт һәм туризм үҙәге" генераль директоры Артур Иҙелбаев, Транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Клебанов индерелде.
👍1
Башҡортостанда иң яҡшы студенттарға махсус стипендиялар түләнә

Премьер-министр Андрей Назаров ошо турала документтарға ҡул ҡуйҙы. Был уҡыу йылында Сосланбәк Тавасиев исемендәге стипендияны Башҡорт дәүләт педагогия университеты студенты Анастасия Сизова ала. Уның суммаһы 5 мең 750 һум. Шулай уҡ Рауил Бикбаев, Ирек Мөҡсинов, Мостай Кәрим исемендәге стипендия алыусылар билдәләнде. Уларҙың күләме 1 мең 200 һум.
Бөгөн Өфөлә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың бер төркөмө оҙатылды

Улар Башҡортостанға ҡыҫҡа ялға ҡайтҡайны. "Өфө-Арена" янындағы майҙанға яугирҙәр, уларҙың яҡындары йыйылды. Вице-премьер Ирек Сәғитов хәрбиҙәргә мөрәжәғәт итте, республика яғынан һәр төрлө ярҙам барлығы тураһында белдерҙе.
Быйыл Башҡортостанда 28 мең ярым уҡыусы "Мәктәп туризмы" проектында ҡатнашҡан

Турҙар апрель айында башланған. Бының өсөн 300 миллион һумға яҡын аҡса бүленгән. -Проектҡа ярашлы уҡыусылар республика буйлап сәйәхәт итә ала. Йәш туристар өсөн оҫталыҡ дәрестәре, спорт ярыштары ҡаралған, улар үҙенсәлекле урындарҙа була. Балалар тыуған яҡ тарихын һәм мәҙәниәтен өйрәнә, - тип белдерҙе Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов. Проектта 5-се-9-сы класс балалары ҡатнаша.
Башҡортостанда милли проекттар теүәл үтәлә

Рәсәй Хөкүмәте вице-премьеры Марат Хөснуллин үткәргән ултырышта беҙҙең республика маҡтап телгә алынды. 10 төбәктә, шул иҫәптән Башҡортостанда, төҙөлөш һәм юл хужалығы тармаҡтарында ыңғай күрһәткестәр һаҡлана. Рәсәйҙә 80 миллион квадрат метр торлаҡ файҙаланыуға тапшырылған. Беҙҙең республикала быйыл төҙөлөш өсөн 400-гә яҡын рөхсәт бирелгән. Йыл аҙағынаса 3 миллион квадрат метр торлаҡ төҙөлөргә тейеш.
Башҡортостанда капиталь ремонт өсөн түләү берҙәм квитанцияға индерелә

Төбәк операторынан шул турала хәбәр итәләр. Ноябрҙән Өфөнән тыш бөтә район һәм ҡалаларҙа берҙәм документ була. Квитанцияла капиталь ремонт өсөн иғәнә айырым юлда күрһәтелә һәм янында QR-код урынлаштырыла.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөнән яугирҙарҙы ҡыҫҡа ваҡытлы ялдан һуң махсус операция биләмәһенә оҙаттылар

Ялға ҡайтҡан яугирҙар «Өфө арена» боҙ һарайы майҙаны алдынан йәнә махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды. Ике аҙналыҡ отпуск ялынан һуң хәрби хеҙмәткә юлланған ир-егеттәрҙе туғандары, яҡындары, дуҫтары, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов оҙатып ҡалды. Яугирҙар махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы хеҙмәттәштәренә шәхси посылкалар һәм хаттар ҙа алып китте.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Дим биҫтәһендә «Атайҙар аллеяһына» нигеҙ һалынды

Иртәгә - Бөтә Рәсәй Атайҙар көнө. Ул ил президенты бойороғона ярашлы, 2021 йылдан билдәләнә. Календарҙағы махсус датаға бәйле, республикала төрлө саралар ойошторола. Күптән түгел Өфөлә «Атай даны» йәмәғәт наградаһы тапшырылһа, бөгөн ҡаланың Дим биҫтәһендә «Атайҙар аллеяһына» нигеҙ һалынды. Республикалағы өлгөлө ғаилә башлыҡтары тураһында киләһе яҙмала.
👍3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда балалары колледждарҙа түләүле уҡыған күп балалы ғаиләләргә компенсация түләнәсәк

Яҡынса мәғлүмәттәргә ярашлы, уҡыу йылы тамамланғас, дәүләт ярҙамын алыу хоҡуғы менән ике мең ярым самаһы бала файҙалана аласаҡ. Өфөлә йәшәүсе Виктория Лирен яңғыҙы өс бала тәрбиәләй. Өлкән улы Олег радиоэлектроника, телекоммуникациялар һәм хәүефһеҙлек колледжының икенсе курсында белем ала. Быйылғы уҡыу йылы өсөн улар 60 мең һумдан ашыу аҡса түләгән. Әммә ишле ғаилә уҡыу йылы аҙағында сығымдарҙың яртыһын ҡайтара аласаҡ.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфө медицина колледжында бушлай махсус курс ойошторолдо

Тәүге медицина ярҙамы һәм ҡоро душ. Бөгөн Өфө медицина колледжында бушлай махсус курс ойошторолдо. Тәжрибәле белгестәр ғәҙәттән тыш хәлдәр килеп сыҡҡанда ашығыс медицина ярҙамы күрһәтергә өйрәтте, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙарыбыҙға йыуыныу кәрәк-яраҡтары әҙерләү буйынса оҫталыҡ дәресе үткәрҙе.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ҡырмыҫҡалы районы Ҡолош ауылы урындағы башланғыстарҙы яҡлау республика программаһында ҡатнаша

Ауыл халҡы зыяратты кәртәләргә теләй. Бөгөн урында йәшәүселәр һәм унан ситтә йәшәүселәр йыйылыш үткәрҙе. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә Вера Фролованың күргәҙмәһе асылды

Өфөлә рәссам, Шәйехзада Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Вера Фролованың күргәҙмәһе асылды. «Байрам килде» тип аталған экспозицияла 80-дән ашыу картина тәҡдим ителгән.
👍4
Башҡортостан ишле ғаиләләр һаны буйынса илдә алдынғы урында килә

Беҙҙең республикала 59 меңдән ашыу ғаиләлә өс һәм унан күберәк бала тәрбиәләнә. Был күрһәткес буйынса Башҡортостан Волга буйы округында – беренсе, илдә – етенсе урында. Ишле ғаиләләргә дәүләт һәр яҡлап ярҙам итә. Мәҫәлән, быйылдан урта һөнәри уҡыу йорттарында түләүле уҡыған студенттарға 50 процент компенсация була. Бындай мөмкинлек менән 2,5 мең күп балалы ғаилә файҙалана аласаҡ. Әйткәндәй, бөгөн Рәсәйҙә Атайҙар көнө билдәләнә. Башҡортостан Йәмәғәт палатаһы булдырған “Атайлыҡ даны” бүләген алғандар араһында быйыл өс һәм унан күберәк бала тәрбиәләгән ир-уҙамандар күп булды.
👍1