БСТ | Яңылыҡтар – Telegram
БСТ | Яңылыҡтар
2.27K subscribers
5.32K photos
9.31K videos
1 file
215 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Рәсәй халҡы президент Владимир Путинға ышаныс белдерә

Бөтә Рәсәй йәмәғәт фекерен өйрәнеү үҙәге социологик тикшеренеү үткәргән. Унда сәйәсмәндәргә ышаныс рейтингы баһаланған. Респонденттарҙың 78 проценты дәүләт башлығы эшмәкәрлеген хуплай. Был күрһәткес уҙған фекер алышыуға ҡарағанда бер аҙ артҡан. Премьер-министр Михаил Мишустинға халыҡтың 61 проценты ышаныс белдергән. Һәр икенсе респондент Хөкүмәт эшмәкәрлеген ыңғай баһалай.
Йылытыу миҙгеленә бәйле субсидия түләнә

Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, финанс ҡыйынлыҡтар сәбәпле торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләй алмаған ғаилә йәки айырым кеше дәүләттән ярҙамға өмөт итә ала. Республикала йылытыу миҙгеле сентябрҙән апрелгә тиклем тәғәйенләнгән. Быйыл ул октябрҙә башланды. Сентябрь өсөн субсидия ҡайтанан иҫәпләнә.
Башҡортостан парламенты яңы составта ҡануниәт эшмәкәрлеген башлай

Был аҙнала даими комитет ултырыштары уҙа. Бөгөн Торлаҡ сәйәсәте һәм инфраструктура үҫеше, шулай уҡ Аграр мәсьәләләр, экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу буйынса комитеттар депутаттары йыйылыш үткәрә. Унда күп фатирлы йорттарҙа капиталь ремонт үткәреү, ер аҫты байлыҡтары менән файҙаланыу, орлоҡсолоҡҡа бәйле закон проекттары ҡарала. Документтар хупланған осраҡта, пленар ултырышҡа сығарыла. Ул октябрь аҙағында була.
Белорет халҡы үҙ көсө менән күпер ремонтлаған

Берештамаҡ ауылында эргәләге йылға аша йәйәүлеләр күпере төҙөкләндерелгән. Был турала социаль селтәрҙә район хакимиәте башлығы Андрей Иванюта хәбәр итә. Ауылда ике күпер бар. Күптән түгел ремонтланғаны аша күберәк йөрөйҙәр. Күперҙе урман хужалығы төҙөгән булған. Быға тиклем дә бер нисә тапҡыр ремонтланған. Был юлы ул әүҙем халыҡ, эшҡыуарҙар көсө менән тәртипкә килтерелгән.
👏1
Быйыл Башҡортостанға 1 миллион 660 мең турист килгән

Ғинуар-август айҙары буйынса шундай һан иғлан ителде. Был уҙған йылдың ошо осоронан 31 проценҡа күберәк. Башҡортостан туристар һаны буйынса Волга буйы округы төбәктәре араһында икенсе урында. Быйыл республикала туризм үҫеше өсөн 1 миллиард 900 миллион һум бүленгән, төрлө проекттар ғәмәлгә ашырыла.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфө хосписында Башҡорт дәүләт медицина университеты студенттары өсөн оҫталыҡ дәресе ойошторолдо

Рәсәйҙә үткән паллиатив ярҙам көнө уңайынан Өфө хосписында Башҡорт дәүләт медицина университеты студенттары өсөн оҫталыҡ дәресе ойошторолдо. Буласаҡ аҡ халатлылар ауыр сирҙәр менән ауырыған пациенттар менән эшләү үҙенсәлектәренә өйрәнеп, белемен камиллаштарҙы. Июндә асылған хосписта әле 58 пациент тәрбиәләнә.
Көйөргәҙелә ҡорот байрамы үткән

Мәмбәтҡол ауылы “Айыҡ ауыл” республика конкурсының муниципаль этабында ҡатнаша. Ярыш шарты буйынса, урында төрлө саралар ойошторола. “Бында һәр ғаиләлә хужабикәләр ҡорот яһай. Милли аҙыҡты әҙерләү һәм һаҡлау ысулдары менән уртаҡлаша”, ти район хакимиәте башлығы урынбаҫары Данил Акилов.
Быйыл Хәйбулла районында иң ҙур йомарлам ҡорот әҙерләнде. Юғары күрһәткес илдең рекордтар китабына индерелде.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан туристары Ҡара диңгеҙ буйынан биш көнлөк ялдан ҡайтты

«Башҡортостан оҙон ғүмерлелеге. Туризм» проекты буйынса асылған йүнәлештә хаҡлы ялдағыларҙың 46 кешенән торған тәүге төркөмөн БЮТ ижади төркөмө ҡаршы алды.
2👍2
Республикала “Амкодор-Алға” заводы төҙөлә

Ул “Алға” махсус иҡтисади зонаһында була. Республика көнө алдынан Башҡортостанда “Амкодор-Ағиҙел” предприятиеһы асылды. Завод Белоруссияның “Амкодор” холдингы инвестиция проекты. Предприятие иген эшкәртеү ҡорамалдары, шулай уҡ ҡатнаш аҙыҡ һәм асфальт бетон заводтары өсөн металл конструкциялар етештерә. Заводты файҙаланыуға тапшырыу тантанаһында Рәсәй Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Александр Новак, Беларусь премьер-министры Роман Головченко ҡатнашты.
Дәүләт ярҙамын алыуға дәғүә итеүсе инновация проекттары фәнни экспертиза үтергә тейеш

Республика парламентында ошондай закон проекты әҙерләнгән. Документ октябрь аҙағында тәүге уҡыуҙа ҡарала. Эскпертизаны Республика фәндәр академияһы уҙғара. Проекттың сифаты, уны ғәмәлгә ашырыу һәм табыш алыу мөмкинлектәре анализланасаҡ.
Быйыл Башҡортостан еңел сәнәғәт предприятиелары 10 миллиард 700 миллион һумлыҡ тауар етештергән

Был уҙған йылдың ошо осоро менән сағыштырғанда миллиард ярым һумға күберәк, тип яҙа социаль селтәрҙә вице-премьер-сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев. Башҡортостанда еңел сәғәткә ярҙам буйынса программа эшләп килә.
Үткән аҙнала мутлашыусылар Өфө халҡы иҫәбенә 19 миллионға байыған

Баш ҡалала 50-нән ашыу кеше енәйәтселәргә аҡса күсергән. Өфө ҡалаһы буйынса эске эштәр министрлығы идаралығының штаб етәксеһе Артур Хафизов ошо турала белдерҙе. Ялған шылтыратыуҙарға алданыусылар исемлегендә тәүге урында пенсионерҙар. Ҙур предприятие хеҙмәткәрҙәре лә йыш ҡына мутлашыусылар тоҙағына эләгә. Студенттар һәм хатта мәктәп уҡыусылары ла алдана. Халыҡты иҫкәртеүгә ҡарамаҫтан, ҡайһы бер кешеләр кредит юллай, уны мутлашыусыларға күсерә. Белгестәр таныш булмаған кешеләр менән телефон аша һөйләшмәҫкә, банк картаһы мәғлүмәттәрен бер кемгә лә хәбәр итмәҫкә саҡыра.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам саралары артҡан

Социаль программаларҙың үтәлеше бөгөн Радий Хәбиров рәйеслегендә уҙған оператив кәңәшмәлә тикшерелде. Кәңәшмәлә шулай уҡ торлаҡ коммуналь хеҙмәттәрҙең ҡышҡы миҙгелгә әҙерлеге, ураҡ компанияһының йомғаҡтары ҡаралды. Төп темалар тураһында ентекләберәк киләһе яҙмала.
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре 12 мең самаһы иҫерек водителде туҡтатҡан

Быйыл Башҡортостанда юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре 12 мең самаһы иҫерек водителде туҡтатҡан. Эскән килеш руль артына ултырған водителдәр ҡатнашлығындағы фажиғәләрҙә 78 кешенең ғүмере өҙөлгән, 300-гә яҡын кеше төрлө тән йәрәхәттәре алған.
Ошондай хәлдәрҙе булдырмау маҡсатында бөгөн республика башлығы Радий Хәбиров рәйеслегендә Башҡортостанда юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса ведомство-ара комиссия ултырышы үтте.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Баш ҡаланың 226-сы маршрутына яңы автобустар өҫтәлде

Файҙаланыуға тапшырылған 50 автобус та ҙур класлы. Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы баш ҡалала йәмәғәт транспорты етмәүе мәсьәләһен танып, уны хәл итеү сараларын күрә. Бөгөн яуаплы вәкилдәр баш ҡаланың Инорс биҫтәһендә иртәнге сәғәт 7-лә, машиналар күп йөрөгән, тығындар буйлап үҙҙәре уҙҙы.
Башҡортостандың халыҡ шағиры Гөлфиә Юнысова китап уҡыусылар менән осраша

18 октябрҙә әҙибәнең "Рәхмәт, яҙмыш!" тип аталған шиғыр һәм йыр кисәһе үтә. Ул әҙибәнең 75 йәшлек юбилейы уңайынан ойошторола. Тамашала күренекле яҙыусылар һәм сәнғәт әһелдәре ҡатнаша. Сара "Башҡортостан" дәүләт концерт залында була, киске сәғәт 7-лә башлана. Инеү бушлай. Гөлфиә Юнысова 20-нән ашыу китап авторы. Әҫәрҙәре сит телдәргә тәржемә ителгән, шиғырҙарына йырҙар яҙылған.
👍1
Өфө районында 112-се маршрутта үҙгәрештәр була

Бында урта кластағы ПАЗ машиналарын ҙур автобустар алмаштыра. Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, 20 процентҡа күберәк пассажир йөрөтөү мөмкинлеге була. 112-се маршрут Өфөләге Үҙәк баҙарҙан Миловка ауылына тиклем үтә.
Өфөлә күп профилле ветеринария үҙәге төҙөлә

Проект ҡала хакимиәтендә инвестиция кәңәшмәһендә ҡаралды. Ҡалала 50 меңгә яҡын эт һәм шунса бесәй бар. Улар өсөн юғары технологиялы медицина ярҙамы ҡаралмаған. Хужалары ауырыу хайуандарҙы башҡа төбәктәргә алып барырға мәжбүр. Ветеринария үҙәге тураһында проект ҡала хакимиәтендә хупланды.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Стәрлебаш районында йәшәүсе эшҡыуар тирмән төҙөй һәм халыҡты сифатлы он менән тәьмин итә

Ҡаланы ауылға алмаштыра. Хәҙер ауыл еренә аңлы рәүештә күсеп килгән йәштәрҙе бик һирәк осратырһың. Булат Фархшатов тап шундай замандаштарыбыҙҙың береһе. Өфөлә юғары белем алған егет ҡулына диплом алғас та тыуған районына ҡайта. Дәүләт ярҙамы менән ул Стәрлебашта тирмән төҙөй һәм халыҡты сифатлы он менән тәьмин итә.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Белорет районы Берештамаҡ ауылында Береш йылғаһы аша күпер яңыртылды

Берҙәм көс менән. Белорет районы Берештамаҡ ауылында урындағы халыҡ һәм эшҡыуарҙар көсө менән Береш йылғаһы аша күпер яңыртылды. Ауыл халҡын берләштергән һәм ярҙарҙы тоташтырған ҡоролманы асыу ҙур байрамға әйләнде. Тулырыҡ киләһе яҙмала.
Башҡортостанда ВУЗ-ара кампустың икенсе өлөшө төҙөлә башланды

Әле инженер ҡоролмалары әҙерләнә. Кампус төҙөлөшөн проеклау офисы етәксеһе урынбаҫары Сергей Гладких шулай тип белдерҙе. Студент кампусының беренсе өлөшө 74 проценҡа әҙер.