БСТ | Яңылыҡтар – Telegram
БСТ | Яңылыҡтар
2.27K subscribers
5.32K photos
9.31K videos
1 file
215 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Башҡортостанда грант алған социаль ойошмалар һаны арта

Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, быйыл 165 компания конкурста еңеү яулаған. Әле 404 социаль эшҡыуарлыҡ ойошмаһы иҫәпләнә. Өс йылда бындай компанияларға дәүләттән 200 миллион һум йүнәлтелгән. Субсидиялар мәғариф, көнкүреш, медицина, спорт һәм туристик хеҙмәттәр күрһәтеү буйынса проекттарға тотонолған.
Рәсәй халҡы өйләнешеү өсөн интернет уңайлыҡтары менән әүҙем файҙалана

Быйыл илдә “Дәүләт хеҙмәттәре” порталы аша никах теркәү буйынса 410 меңдән ашыу ғариза бирелгән. Һанлы үҫеш министрлығынан белдереүҙәренсә, бөгөн ҡатын-ҡыҙҙар уртаса – 31, ә ир-егеттәр 33 йәштә өйләнә. Никахҡа инеү ғаризалары йышыраҡ йома һәм шәмбе бирелә. Электрон документ әйләнеше менән Мәскәү ҡалаһы һәм өлкәһе, Санкт-Петербург халҡы әүҙем файҙалана.
👍1
Башҡортостанда мәктәп уҡыусыларының көҙгө каникулы 28 октябрҙә башлана

Балалар 7 ноябргә тиклем ял итә. 4 ноябрҙә билдәләнгән Халыҡтар берҙәмлеге көнө быйыл шәмбегә тура килә. Шуға ял 6 ноябрь, дүшәмбегә күсерелә. -Уҡыу йылының икенсе сиреге бер көнгә һуңыраҡ башлана, - тип белдерҙе Мәғариф һәм фән министры вазифаһын башҡарыусы Илдар Мәүлетбирҙин. Ул каникул ваҡытында хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен дә онотмаҫҡа кәңәш итте.
Көйөргәҙелә Юрий Шатуновтың исеме мәңгеләштерелде

Райондың Иҫке Отрада ауылы мәктәбендә танылған йырсы иҫтәлегенә мемориаль таҡтаташ асылды. “Уны ҡуйыуҙы Юрий Шатуновтың ижадын һөйөүселәр - Мәскәү ҡалаһынан Марина Богданова һәм Любовь Стригункова ойошторҙо”, - ти район хакимиәте башлығы урынбаҫары Данил Акилов.
👍3
Башҡортостан Өфө моторҙар эшләү берекмәһенең 100 йыллығын билдәләргә әҙерләнә

Юбилей 2025 йылда була. Был турала социаль селтәрҙә Радий Хәбиров яҙа. - Сәнәғәт алдындағы төп бурыстарҙың береһе - кадрҙар. Үҫеш өсөн квалификациялы белгестәр кәрәк, - тине Республика етәксеһе. Башҡортостан өс йыл рәттән сәнәғәт сәйәсәте һөҙөмтәлеге рейтингында алдынғылар рәтендә тора.
Башҡортостанда быйыл 9 айҙа яңы 181 юл яны сервисы бинаһы төҙөлгән

Республика Хөкүмәтендә кәңәшмә үтте. Яңы объекттар төҙөлөшө өсөн 1,2 миллиард һум инвестиция йәлеп ителгән. Бынан тыш, ғәмәлдәге 219 бинаны төҙөкләндереүгә 350 миллион һум тотонолған. Юл яны сервисын үҫтереү концепцияһы буйынса республикала 75 инвестор 14 миллиард һумлыҡ 114 проект тормошҡа ашырырға ниәтләй. Дүрт йыллыҡ программа киләһе йылда тамамлана.
Башҡортостанда балалар лагерҙары төҙөкләндерелә

Тиҙ йыйылыусы ҡоролмаларҙан тағы 9 объект төҙөлә. Радий Хәбиров социаль селтәрҙә шулай тип яҙа. - Федераль программала ҡатнашабыҙ, республиканан аҡса өҫтәлә, райондар ҙа ҡушыла. Быйыл федераль үҙәктән 123 миллион һум йәлеп ителде. Өфө, Стәрлебаш, Илеш һәм Шишмә райондарында 4 лагерҙа 6 яңы модуль ҡуйылды. Программаның киләһе этабы 2026 йылға тиклем иҫәпләнгән. Яңы корпустар төҙөлөшөнән тыш, тағы 4 лагерҙа капиталь ремонт эшләнә, ти Радий Хәбиров.
👍1
Башҡортостан ҡатын-ҡыҙҙар араһында бокс буйынса ил беренселеген ҡабул итә

Ярыштар Өфөлә ноябрь башында уҙғарыла, асыу тантанаһы 4-ендә була. Ҡатнашыусылар 12 ауырлыҡта миҙалдар өсөн көрәшә. Илдең 49 төбәгенән 200 спортсы килеүе көтөлә. Башҡортостанда бокс менән профессиональ нигеҙҙә 4 меңдән ашыу кеше шөғөлләнә. 13 спортсы ил йыйылма командаһына алынған.
Башҡортостанда шәкәр етештереү артҡан

Быйылғы уңыштан 336 мең тонна сөгөлдөр эшкәртелгән. 49 мең тоннанан ашыу шәкәр етештерелгән. Вице-премьер-Ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов белдереүенсә, ике завод реконструкциянан һуң күпкә һөҙөмтәле эшләй, бер йылда 1 миллион 600 мең тонна сеймал эшкәртеү мөмкинлеге бар. Киләсәктә сөгөлдөр баҫыуҙарын киңәйтеү планлаштырыла. Быйыл татлы тамыр 48 мең гектарҙа сәселгән, бөгөнгә 1 миллион 300 мең тоннаға яҡын уңыш алынған. Башҡоростанда Раевка һәм Шишмәлә шәкәр заводтары бар.
👍1
Өфөлә билдәле башҡорт композиторы Салауат Низаметдиновтың исеме мәңгеләштерелә

Иртәгә Ленин урамындағы йортҡа мемориаль таҡтаташ беркетелә. Сарала республика мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре, композиторҙың яҡындары ҡатнаша. Киләсәктә Өфө скверҙарының береһенә Салауат Низаметдинов исемен биреү планлаштырыла. Композитор 2013 йылда вафат булды. Ул 8 опера, симфония, камера, хор әҫәрҙәре, 200-ҙән ашыу йыр һәм романс авторы.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров «Башнефть» предприятиеһының «Өфөоргсинтез» заводында булды

Республика етәксеһенә төбәктең һәм илдең нефть химияһы сәнәғәте флагманы булған предприятиеның төп етештереү ҡеүәте күрһәтелде. Изопропилбензол йәки кумол бүлегендә белгестәр каучук сығарыуҙа киң ҡулланылған ҡатнашманы етештереү циклы менән таныштырҙы. Заводты киңәйтеү һәм етештерелгән продукция күләмен арттырыу өсөн республика менән берлектә уртаҡ проекттарҙы тормошҡа ашырырға килешелде.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Маскировка селтәре үреүсе ирекмәндәр хәрәкәтенә эшсе ҡулдар талап ителә

Бер йыл эшләп килгән ойошма махсус хәрби операцияға биш мең селтәр әҙерләп ебәргән. Хәрби техника, блиндаждар һәм окоптарҙы йәшереү өсөн ҡулланылған селтәр үреүселәр тураһында репортаж.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфө ҡала хакимиәтендә «Йыл ирекмәне-2023» премияһына тәҡдим ителгән проекттарҙы асыҡ яҡлауҙар үтте

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Йыл ирекмәне-2023» ҡала премияһында ҡатнашыу өсөн заявкалар 1 сентябрҙән ҡабул ителә башланы. Абруйлы премияға ирекмәндәр хәрәкәтендә ҡатнашыусы физик шәхестәр, ирекмән үҙәктәре дәғүә итә.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Салауат районы «Атайсал» проектын ғәмәлгә ашырыу буйынса Топ-5 исемлегенә ингән

Быйыл унда мемориаль комплекстар төҙөү, ял урыдарын йыһазландырыу, шишмә һәм быуаларҙы таҙартыу, хәйриә акцияларын ойоштороу буйынса 10 миллион һумлыҡ 400 проект тормошҡа ашырылған. Шул иҫәптән, Лаҡлы һәм Башҡорт Илсекәйе ауылдарында Бөйөк Ватан һуғышы һалдаттары иҫтәлегенә яңы объекттар сафҡа ингән.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Һуңғы тәүлектә генә республика халҡы мутлашыусыларға 10 миллион һумға яҡын аҡса күсергән

Был тик рәсми статистика ғына. Мәғлүмәтте Рәсәй Банкы хеҙмәткәрҙәре Благовещенда үткән «Финанс тураһында әңгәмә» барышында белдерҙе. Сара сиктәрендә төрлө йәштәге граждандарҙы аҡса менән дөрөҫ файҙаланыу, мутлашыусылар ҡармағына эләкмәү һәм башҡа белемгә өйрәттеләр.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Стәрлебаш районында африка тағуны асыҡланды

Быға бәйле, сир табылған урындан утыҙ саҡрым биләмә 30 көнгә тиклем карантинға ябыла. Предприятие менән бергә, шәхси хужалыҡтарҙа аҫралған бар сусҡалар ҙа яҡын арала юҡ ителәсәк.
Башҡортостанда 29 меңдән ашыу фатир һәм йорт төҙөлгән

Быйыл 9 айҙа республикала 2 миллион 375 мең квадрат метр торлаҡ файҙаланыуға тапшырылған. Был күрһәткес былтырғы осор мәнән сағыштырғанда 9 процентҡа күберәк. Торлаҡ төҙөлөшө буйынса Башҡортостан Волга буйы округында икенсе, илдә 8-се урында килә.
Евразия фәнни-мәғариф үҙәгенең студент ҡаласығында полимерҙар етештерелә

IQ-парк бинаһында Өфө фән һәм технологиялар университеты лабораторияһы урынлаша. Бында ғалимдар полимер материалдар сығарыу менән шөғөлләнә. Улар ауыл хужалығында орлоҡто эшкәртеү, медицинала дарыуҙар етештереү һәм яраларҙы тиҙерәк уңалтыу өсөн ҡулланыла. Өфөлә Зәки Вәлиди урамында урынлашҡан IQ-парк йыл аҙағында асылырға тейеш.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан юлдаш телевидениеһы мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн экскурсия ойошторҙо

Телевидение журналистарына ҡунаҡҡа «Ҡаршылыҡтарҙы еңеп» балалар ижады фестивалендә ҡатнашыусылар килде. Балалар телетапшырыуҙар әҙерләнгән студияларҙы ҡараны, алып барыусылар һәм хәбәрселәр, операторҙар, режиссерҙар һәм башҡа телевидение һөнәрҙәренең эш үҙенсәлектәре менән танышты.
Өфөлә “Ҡаршылыҡтарҙы үтеп” тигән Бөтә Рәсәй форум-күргәҙмәһендә 50-нән ашыу компания ҡатнаша

Мәртәбәле сара 19-21 октябрҙә “Торатау” Конгресс-холында уҙа. Унда мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙең йәшәү сифатын үҫтереүҙә инновацион алымдар тәҡдим ителә. Күргәҙмәгә 12 төбәктән вәкилдәр килергә теләк белдергән. Форум барышында хәйриә йәрминкәһе, “Ҡаршылыҡтарҙы үтеп” тигән балалар ижады конкурсы гала-концерты ла ойошторола, тип хәбәр итәләр Республика Хөкүмәтенән. Инвалидлыҡты иҫкәртеү һәм реабилитация мәсьәләләренә арналған абруйлы сара былтыр беренсегә уҙғарылды. Ул йәмғиәттә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты.
Республика вәкилдәре “Рәсәйҙә эшләнгән” тигән экспорт форумында ҡатнаша

Мәртәбәле сара был аҙнала Мәскәүҙә уҙа. Унда Башҡортостандан рәсми делегация бара. Беҙҙең республиканан бер нисә ойошма күргәҙмә әҙерләй. Унда яғыулыҡ, нефть сеймалы, битум сифатын тикшерергә ярҙам иткән ҡорамалдар тәҡдим ителә. Форум барышында “Йыл экспортеры” конкурсы еңеүселәре бүләкләнә. Башҡортостандан өс ойошма финалға сыҡты.