Башҡортостан ҡатын-ҡыҙҙар араһында бокс буйынса ил беренселеген ҡабул итә
Ярыштар Өфөлә ноябрь башында уҙғарыла, асыу тантанаһы 4-ендә була. Ҡатнашыусылар 12 ауырлыҡта миҙалдар өсөн көрәшә. Илдең 49 төбәгенән 200 спортсы килеүе көтөлә. Башҡортостанда бокс менән профессиональ нигеҙҙә 4 меңдән ашыу кеше шөғөлләнә. 13 спортсы ил йыйылма командаһына алынған.

Башҡортостанда шәкәр етештереү артҡан
Быйылғы уңыштан 336 мең тонна сөгөлдөр эшкәртелгән. 49 мең тоннанан ашыу шәкәр етештерелгән. Вице-премьер-Ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов белдереүенсә, ике завод реконструкциянан һуң күпкә һөҙөмтәле эшләй, бер йылда 1 миллион 600 мең тонна сеймал эшкәртеү мөмкинлеге бар. Киләсәктә сөгөлдөр баҫыуҙарын киңәйтеү планлаштырыла. Быйыл татлы тамыр 48 мең гектарҙа сәселгән, бөгөнгә 1 миллион 300 мең тоннаға яҡын уңыш алынған. Башҡоростанда Раевка һәм Шишмәлә шәкәр заводтары бар.

👍1
Өфөлә билдәле башҡорт композиторы Салауат Низаметдиновтың исеме мәңгеләштерелә
Иртәгә Ленин урамындағы йортҡа мемориаль таҡтаташ беркетелә. Сарала республика мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре, композиторҙың яҡындары ҡатнаша. Киләсәктә Өфө скверҙарының береһенә Салауат Низаметдинов исемен биреү планлаштырыла. Композитор 2013 йылда вафат булды. Ул 8 опера, симфония, камера, хор әҫәрҙәре, 200-ҙән ашыу йыр һәм романс авторы.

Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров «Башнефть» предприятиеһының «Өфөоргсинтез» заводында булды
Республика етәксеһенә төбәктең һәм илдең нефть химияһы сәнәғәте флагманы булған предприятиеның төп етештереү ҡеүәте күрһәтелде. Изопропилбензол йәки кумол бүлегендә белгестәр каучук сығарыуҙа киң ҡулланылған ҡатнашманы етештереү циклы менән таныштырҙы. Заводты киңәйтеү һәм етештерелгән продукция күләмен арттырыу өсөн республика менән берлектә уртаҡ проекттарҙы тормошҡа ашырырға килешелде.

Маскировка селтәре үреүсе ирекмәндәр хәрәкәтенә эшсе ҡулдар талап ителә
Бер йыл эшләп килгән ойошма махсус хәрби операцияға биш мең селтәр әҙерләп ебәргән. Хәрби техника, блиндаждар һәм окоптарҙы йәшереү өсөн ҡулланылған селтәр үреүселәр тураһында репортаж.
Бер йыл эшләп килгән ойошма махсус хәрби операцияға биш мең селтәр әҙерләп ебәргән. Хәрби техника, блиндаждар һәм окоптарҙы йәшереү өсөн ҡулланылған селтәр үреүселәр тураһында репортаж.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфө ҡала хакимиәтендә «Йыл ирекмәне-2023» премияһына тәҡдим ителгән проекттарҙы асыҡ яҡлауҙар үтте
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Йыл ирекмәне-2023» ҡала премияһында ҡатнашыу өсөн заявкалар 1 сентябрҙән ҡабул ителә башланы. Абруйлы премияға ирекмәндәр хәрәкәтендә ҡатнашыусы физик шәхестәр, ирекмән үҙәктәре дәғүә итә.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Йыл ирекмәне-2023» ҡала премияһында ҡатнашыу өсөн заявкалар 1 сентябрҙән ҡабул ителә башланы. Абруйлы премияға ирекмәндәр хәрәкәтендә ҡатнашыусы физик шәхестәр, ирекмән үҙәктәре дәғүә итә.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Салауат районы «Атайсал» проектын ғәмәлгә ашырыу буйынса Топ-5 исемлегенә ингән
Быйыл унда мемориаль комплекстар төҙөү, ял урыдарын йыһазландырыу, шишмә һәм быуаларҙы таҙартыу, хәйриә акцияларын ойоштороу буйынса 10 миллион һумлыҡ 400 проект тормошҡа ашырылған. Шул иҫәптән, Лаҡлы һәм Башҡорт Илсекәйе ауылдарында Бөйөк Ватан һуғышы һалдаттары иҫтәлегенә яңы объекттар сафҡа ингән.

Һуңғы тәүлектә генә республика халҡы мутлашыусыларға 10 миллион һумға яҡын аҡса күсергән
Был тик рәсми статистика ғына. Мәғлүмәтте Рәсәй Банкы хеҙмәткәрҙәре Благовещенда үткән «Финанс тураһында әңгәмә» барышында белдерҙе. Сара сиктәрендә төрлө йәштәге граждандарҙы аҡса менән дөрөҫ файҙаланыу, мутлашыусылар ҡармағына эләкмәү һәм башҡа белемгә өйрәттеләр.
Был тик рәсми статистика ғына. Мәғлүмәтте Рәсәй Банкы хеҙмәткәрҙәре Благовещенда үткән «Финанс тураһында әңгәмә» барышында белдерҙе. Сара сиктәрендә төрлө йәштәге граждандарҙы аҡса менән дөрөҫ файҙаланыу, мутлашыусылар ҡармағына эләкмәү һәм башҡа белемгә өйрәттеләр.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Стәрлебаш районында африка тағуны асыҡланды
Быға бәйле, сир табылған урындан утыҙ саҡрым биләмә 30 көнгә тиклем карантинға ябыла. Предприятие менән бергә, шәхси хужалыҡтарҙа аҫралған бар сусҡалар ҙа яҡын арала юҡ ителәсәк.

Башҡортостанда 29 меңдән ашыу фатир һәм йорт төҙөлгән
Быйыл 9 айҙа республикала 2 миллион 375 мең квадрат метр торлаҡ файҙаланыуға тапшырылған. Был күрһәткес былтырғы осор мәнән сағыштырғанда 9 процентҡа күберәк. Торлаҡ төҙөлөшө буйынса Башҡортостан Волга буйы округында икенсе, илдә 8-се урында килә.

Евразия фәнни-мәғариф үҙәгенең студент ҡаласығында полимерҙар етештерелә
IQ-парк бинаһында Өфө фән һәм технологиялар университеты лабораторияһы урынлаша. Бында ғалимдар полимер материалдар сығарыу менән шөғөлләнә. Улар ауыл хужалығында орлоҡто эшкәртеү, медицинала дарыуҙар етештереү һәм яраларҙы тиҙерәк уңалтыу өсөн ҡулланыла. Өфөлә Зәки Вәлиди урамында урынлашҡан IQ-парк йыл аҙағында асылырға тейеш.

Башҡортостан юлдаш телевидениеһы мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн экскурсия ойошторҙо
Телевидение журналистарына ҡунаҡҡа «Ҡаршылыҡтарҙы еңеп» балалар ижады фестивалендә ҡатнашыусылар килде. Балалар телетапшырыуҙар әҙерләнгән студияларҙы ҡараны, алып барыусылар һәм хәбәрселәр, операторҙар, режиссерҙар һәм башҡа телевидение һөнәрҙәренең эш үҙенсәлектәре менән танышты.

Өфөлә “Ҡаршылыҡтарҙы үтеп” тигән Бөтә Рәсәй форум-күргәҙмәһендә 50-нән ашыу компания ҡатнаша
Мәртәбәле сара 19-21 октябрҙә “Торатау” Конгресс-холында уҙа. Унда мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙең йәшәү сифатын үҫтереүҙә инновацион алымдар тәҡдим ителә. Күргәҙмәгә 12 төбәктән вәкилдәр килергә теләк белдергән. Форум барышында хәйриә йәрминкәһе, “Ҡаршылыҡтарҙы үтеп” тигән балалар ижады конкурсы гала-концерты ла ойошторола, тип хәбәр итәләр Республика Хөкүмәтенән. Инвалидлыҡты иҫкәртеү һәм реабилитация мәсьәләләренә арналған абруйлы сара былтыр беренсегә уҙғарылды. Ул йәмғиәттә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты.

Республика вәкилдәре “Рәсәйҙә эшләнгән” тигән экспорт форумында ҡатнаша
Мәртәбәле сара был аҙнала Мәскәүҙә уҙа. Унда Башҡортостандан рәсми делегация бара. Беҙҙең республиканан бер нисә ойошма күргәҙмә әҙерләй. Унда яғыулыҡ, нефть сеймалы, битум сифатын тикшерергә ярҙам иткән ҡорамалдар тәҡдим ителә. Форум барышында “Йыл экспортеры” конкурсы еңеүселәре бүләкләнә. Башҡортостандан өс ойошма финалға сыҡты.

Ил парламентында комплекслы реабилитация һәм абилитация тураһында закон проекты ҡарала
Ул икенсе уҡыуға сығарыла. Бөгөн федераль Хеҙмәт министры Антон Котяков Өфөлә уҙған “Ҡаршылыҡтарҙы үтеп” Бөтә Рәсәй форумы барышында ошо турала белдерҙе. Ул сарала ҡатнашыусыларҙы видео элемтә аша сәләмләне.
Стратегик башланғыстар агентлығы генераль директоры Светлана Чупшева закон проектына яңы төшөнсәләр индереү мөһим, тип иҫәпләй. Уның фекеренсә, һәр кешегә айырым реабилитация программалары булдырылырға тейеш. “Мөмкинлеге сикләнгән кешеләрҙең һаулығын нығытыу барышын контролгә алырға кәрәк. Бының өсөн йәмәғәт күҙәтеүселәре лә булыуы шарт”, тине Светлана Чупшева. Ул да форумда ситтән тороп ҡатнаша.

Өфөлә “Ҡаршылыҡтарҙы үтеп” Бөтә Рәсәй форумы үтә
Сарала мөмкинлектәре сикле кешеләрҙе реабилитациялау, уңайлы мөхит булдырыу мәсьәләләре ҡарала. Бөгөн пленар ултырыш уҙа. Унда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм Стратегик башланғыстар агентлығы генераль директоры Светлана Чупшева ҡатнаша. Форум барышында 40-ҡа яҡын эшлекле осрашыу планлаштырылған. Сығыш яһаусылар араһында ил төбәктәре, Беларусь, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре вәкилдәре бар. “Торатау” конгресс-холында күргәҙмә һәм йәрминкә ойошторолған. Унда теләгән һәр кем ҡатнаша ала. Форум 21 октябрҙә тамамлана.

Күгәрсен районында армияға барырға теләмәгән егеткә 80 мең һум штраф һалынған
Район-ара суд ошондай ҡарар сығарған. 22 йәшлек егет 2021-се һәм 2022-се йылда мотлаҡ хәрби саҡырылышҡа бармай ҡалған. Повестка буйынса хәрби комиссариатҡа килмәгән граждандар водитель танытмаһы алыу йәки уны алмаштырыу, шулай уҡ машинаны автоинспекцияға иҫәпкә ҡуйыу хоҡуғынан мәхрүм ителә. Рәсәйҙә июлдә ошондай ҡанун көсөнә инде. Илдә Ҡораллы көстәргә көҙгө саҡырылыш дауам итә. Башҡортостандан 4 мең егетте армия сафына алыу ҡарала.

Республикала “Йәйәүле” операцияһы башланды
“Юл-транспорт ваҡиғаларын иҫкәртеү төп маҡсатыбыҙ”, тип белдерә Телеграм-каналында баш автоинспектор Владимир Севастьянов. Быйыл Башҡортостанда йәйәүлеләр ҡатнашлығында 700-гә яҡын авария теркәлгән, 57 кешенең ғүмере өҙөлгән, 600-ҙән ашыуы йәрәхәтләнгән. Акция 22 октябрҙә тамамлана.

Башҡортостан ғаиләһе Бөтә Рәсәй конкурсында еңеү яуланы
Илдең баш ҡалаһында “Йыл ғаиләһе” ярышында ҡатнашыусыларҙы бүләкләү тантанаһы үтте. Тәбрикләнеүселәр араһында Стәрлетамаҡ районы Рощинский ауылынан Әхмәровтар бар. Ғаилә башлығы Рөстәм Рәсүл улы урындағы мәҙәниәт йорто етәксеһе, уның ҡатыны Анна Сергеевна музыка мәктәбендә уҡыта. “Йыл ғаиләһе” конкурсының федераль этабында 400-гә яҡын ғаилә ҡатнашҡан. Уларҙың 80-дән ашыуы биш номинация буйынса бүләкләнгән.

Башҡортостанда федераль әһәмиәттәге юлдарҙы төҙөкләндереү дауам итә
Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә белдереүенсә, М-7 «Волга» трассаһының 1192-се километрынан 1205-се километрына тиклемге 13 саҡрым оҙонлоҡтағы юлды ремонтлау ваҡытынан алда тамамланған. Был участка Илеш районы үҙәге - Үрге Йәркәй ауылы аша үтә.
Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә белдереүенсә, М-7 «Волга» трассаһының 1192-се километрынан 1205-се километрына тиклемге 13 саҡрым оҙонлоҡтағы юлды ремонтлау ваҡытынан алда тамамланған. Был участка Илеш районы үҙәге - Үрге Йәркәй ауылы аша үтә.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Салауат районы ҡатын-ҡыҙҙары махсус хәрби операцияға гуманитар ылау тупларға ярҙам итә
Һүҙ менән түгел, эш менән күрһәтә. Салауат районы ҡатын-ҡыҙҙары махсус хәрби операцияға гуманитар ылау тупларға ярҙам итә. Мөрсәлим мәктәбе коллективы балаклавалар тегә, окоп шәмдәре эшләй. Ә Башҡорт Илсекәйе ауылының гүзәл заттары һалма ҡырҡа, аҙыҡ-түлек туплай.