Башҡортостан ҡыҙы – Telegram
Башҡортостан ҡыҙы
471 subscribers
3.33K photos
700 videos
1.94K links
Ҡатын-ҡыҙҙар һәм ғаилә өсөн башҡорт телендә сыҡҡан айлыҡ республика журналы
Download Telegram
#Башҡортостанҡыҙы #БашкортостанКызы #журнал

2020 йылдың тәүге ярты йыллығына ЖУРНАЛҒА ЯҘЫЛЫУ ДАУАМ ИТӘ!

Ҡәҙерле дуҫтар!

 Һеҙ яратҡан “Башҡортостан ҡыҙы” журналына  яҙылыу  тамамланыуға әҙ генә ваҡыт ҡала. 💥

Киләһе йылда алты ай буйы журналды алдырып рәхәтләнеп уҡыу өсөн почта бүлексәләре аша хаҡлы ялдағыларға

 💥💥💥594 һум 12 тин;
башҡаларға
💥💥💥616 һум 68 тин түләргә кәрәк.
Редакциянан килеп алып йөрөүселәргә ул
💥💥💥540 һумға төшәсәк.
 💥💥💥Индексы 50606.
Шулай уҡ "Башҡортостан ҡыҙы"на https://podpiska.pochta.ru һылтанмаһы аша инеп, рәхәт кенә яҙылып була. Хаҡтар шул уҡ. Журнал почта аша киләсәк!
Ашығығыҙ! Алдырығыҙ! Уҡығыҙ! Киләсәктә лә баҫмабыҙ йәшәһен!
"Башҡортостан ҡыҙы"на ярты йылға яҙылыу сертификаты яҡынлашып килгән Әсәйҙәр көнөнә шәп бүләк буласаҡ! Журналды редакцияға килеп яҙылыу ысулын һайлаһағыҙ, ошо таныҡлыҡты бүләк итә алаһығыҙ. Тик ул ғәмәлләшһен өсөн 540 һумды кассаға түләргә йәки сбербанк картаһына күсерергә кәрәк))
"Башҡортостан ҡыҙы"ның QR-коды бар! Шуны телефонға яҡын килтерһәң, ул танып, журналға яҙыла торған сайтҡа алып бара ла анһат ҡына итеп өйҙән яҙылаһың) Хаҡтар шул уҡ, журнал почта аша киләсәк!)
#Башҡортостанҡыҙы #БашкортостанКызы #журнал

💥 Яҙылыусыларҙы бүләктәр көтә!

Ҡәҙерле дуҫтар, "Башҡортостан ҡыҙы"на яҙылыу һәм квитанцияларҙы ебәреп, лотереяла уйнатыу дауам итә!

Бүләк отоу өсөн журналға 6 айға яҙылып, квитанция күсермәһен «Бәйләнештә» социаль селтәрендәге беҙҙең төркөмгә йә редакцияның bashkizi@yandex.ru электрон почтаһына ебәреү етә.

Төп приз ТАЙ булһа, әле бына тағы шәп бүләктәр – саңһурҙырғыс, мультиварка, ҡан баҫымын үлсәгес, фен, утюг, блендер, вафли бешергес кеүек өйгә кәрәкле әйберҙәр өҫтәлде! Еңеүселәр июнь аҙағында билдәле буласаҡ.

Тулыраҡ сайтта: https://bashkortostankyzy.rbsmi.ru/articles/anons
👍1
«Башҡортостан ҡыҙы» журналының август һанына күҙәтеү
«Башҡортостан ҡыҙы» журналының  август һанын баш мөхәррир һүҙе аса. Йәнең теләгән кешеләр менән аралашып, ҡунаҡҡа саҡырышып, дәрт, илһам алып йәшәүгә ни етә? Ҡунаҡ менән өйгә ҡот инә, өйҙең энергетикаһы яңыра. Ҡунаҡ саҡырышыуға бәйле әллә күпме халыҡ әйтемдәре, һынамыштар һәм юрамыштар хаҡында журналдың баш мөхәррире Гөлназ Ҡотоева бәйән итер.

Тулыраҡ сайтта: https://bashkizi.ru/articles/anonstar/2021-08-24/bash-ortostan-y-y-zhurnalyny-avgust-anyna-k-te-2477264
#Башҡортостанҡыҙы #БашкортостанКызы #журнал

1 сентябрь - ғүмер буйына иң матур байрамдарҙың береһе булып күңелдәрҙә һаҡланасаҡ иң матур көн ул. Белем көнө менән, ҡәҙерле төркөмдәштәребеҙ! Балаларыбыҙҙың юлдары һәр саҡ асыҡ, күктәре - аяҙ, киләсәктәре -яҡты булһын! Фән тауына менер үрҙәр еңел генә бирелһен! Шат, сәләмәт, бәхетле үҫһен беҙҙең киләсәгебеҙ - балаларыбыҙ! Аҡ юл, һеҙгә балаҡайҙар!
#Башҡортостанҡыҙы #БашкортостанКызы #журнал

БЕЛЕМ КӨНӨ

Ағыла сәскә тулҡыны
Мәктәпкә табан.
Осам мин дә. Аяҡ аҫтын
Тоймай ҙа табан.
Аҡтан, күктән кейенгәндәр
Малайҙар, ҡыҙҙар.
Мәктәп алды гөрләп тора,
Яңғырай йырҙар.
Зыңлап китә еҙ ҡыңғырау,
Әйҙәй үрҙәргә.
Уҡытыусым! Күпме хәстәр
Һинең күҙҙәрҙә.
Бүлмәләргә буяу һеңгән,
Был минең парта?
Ялт итеп тора иҙәндәр,
Ялтырай таҡта.
Уҡытыусым кәңәш бирә,
Әйтә бер теләк:
“Маҡсаттарға етер өсөн
Түҙемлек кәрәк!”
Ошо матур, яҡты көндө
Көтәбеҙ һанап.
Белем көнө хыялдарға
Ҡуя ул ҡанат.
Гөлназ Ҡотоева.
👍2
Уңышлы уҡыу йылы һеҙгә!

Өфө ҡалаһының Ғәли Ибраһимов исемендәге 2-се башҡорт лицейы 1 сентябрҙә йылдағыса ишектәрен асты. Мәктәптә 400-ҙән артыҡ уҡыусы белем алһа, быйыл беренсе класҡа 40 бала килгән. Яңыраҡ лицейҙа етәкселек алмашынған – директор итеп бай педагогик тәжрибә туплап килгән Миләүшә Гәйҙәр ҡыҙы Мырҙағәлина ҡуйылған.
Гөлназ Ҡотоева. Дауамы сайтта: https://bashkizi.ru/articles/-u--iy-ili-tar/2021-09-01/u-yshly-u-yu-yyly-e-g-2487842
Ҡунаҡ менән өйгә ҡот инә
Һеҙ көнбағыштарҙың Ҡояшҡа ҡарап үҫкәнен беләһегеҙҙер. Ҡояш ҡайҙа – көнбағыш көләс йөҙөн шунда бора. Әгәр ҙә көн болотло булһа, көнбағыштар бер-береһенә әйләнә. Тимәк, улар бер-береһен йылытырға һәләтле. Кешеләр ҙә шулай. Шуғалыр ҙа башҡорт халҡының иң күркәм сифаты – ҡунаҡсыллыҡтыр. Йортҡа ҡунаҡ инһә, хужабикә сәйнүгенә тотона. Иң татлы тәғәмдәрен ул өҫтәлгә теҙә. «Ҡунаҡ килһә...» – тип тотҡан тәмлекәстәре лә була уның. Өйөнә беренсе тапҡыр аяҡ баҫыусыға бүләк биреп сығарыу йолаһы ла бар әле. Бигерәк тә бала инһә, уны бүләкләмәү яҙыҡ. Ҡунаҡты ололау, хөрмәтләү, хатта унан бер аҙ шөрләү башҡорт халыҡ мәҡәлдәрендә сағылыш тапҡан: «Ҡунаҡ аҙ ултырыр, күп һынар», «Бәхетленең ҡунағы бер көндә», «Ҡунаҡ килһә, ит бешә, ит бешмәһә, бит бешә», «Ҡунаҡ ашы – ҡара ҡаршы», «Ҡунаҡ төшһә, йортҡа йәм», «Ҡунаҡ ишегеңде асһа, һин йөҙөңдө ас».

Дауамы сайтта: https://bashkizi.ru/articles/bash-m-kh-rrir-e/2021-08-25/una-men-n-yg-ot-in-2478091
Хөрмәтле матбуғат һөйөүселәр!
Бөгөн, 1 сентябрҙә, 2022 йылдың беренсе яртыһына ваҡытлы матбуғат баҫмаларына яҙылыу башланды. “Башҡортостан ҡыҙы” – республикала нәшер ителгән берҙән-бер ҡатын-ҡыҙҙар журналы. Ул ваҡыт һынауын үтеп, уҡымлы, бәҫле, көтөп алынған баҫма икәнен раҫланы. Журнал биттәрендә “Арҙаҡлы ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ”, “Әсәйҙәр һәм ҡыҙҙар”, “Яҙмыштарҙан көслөрәк”, “Аһ, был ҡатын-ҡыҙ!” һәм башҡа рубрикалар аҫтында ил инәләре, заман һылыуҙары, үҙ һөнәре оҫталары, яҙмыш һынауҙары аша үтеп, үҙ бәхетен тапҡан гүзәл заттар тураһында, мауыҡтырғыс бүтән темаларға мәҡәләләр табырға мөмкин.

“Башҡортостан ҡыҙы”на һәм башҡа баҫмаларға яҙылыуҙы һеҙ:

- https://rbsmi.ru/catalog/podpiska/ порталы аша;
- гәзит һәм журналдар редакцияларында;
- Рәсәй Почтаһы бүлексәләрендә эшләй алаһығыҙ.
Ярты йылға яҙылыу хаҡы – 643 һум 50 тин.
Бергә булдыҡ, бергә ҡалайыҡ, дуҫтар!

Дауамы сайтта: https://bashkizi.ru/news/-u--iy-ili-tar/2021-09-01/h-rm-tle-matbu-at-y-sel-r-2487320
🍁🧡

Тойҙом
Ер һулышын,
Кипкән үлән хушын,
Тылсымынан ҡаушап,
Китеп һушым.

Ҡуйҙым.
Барлыҡ нөктәләрҙе.
Һөйгән,
Хәҙер һөймәҫ йәрҙе
Хәтер йотҡан әҙме?
Алмаһын тип кәрҙе,
Барлыҡ үкһеү-әрҙе
Тауҙан аҫҡа
Бәрҙем.

Кәйелттем мин өҫтән.
Һағыш китһен, китһен.
Моңһоуланып йөрөү -
Булһын хәҙер ситен.

Яңырыштан балҡып,
Йәнем үҫеп китһен.
Тауға менгән һайын,
Елгә ҡуйып битем,
Тауҙан бейегәйеп,
Күңел байрам итһен!

#ГөлназҠотоева

https://news.1rj.ru/str/shigridonja
Мәләүез районы Ҡотлобулат ауылында тыуып үҫкән Сажиҙә Наил ҡыҙы Салауат педагогия училищеһында уҡый, унан Стәрлетамаҡ педагогия институтында юғары белем ала. Ғаилә ҡороп, ире менән Мәләүез ҡалаһында йәшәй башлайҙар. Балалары тыуа. Иптәше  йөрәк сиренән ҡапыл ғына мәрхүм була. Бәхетенә күрә, әлеге көндә бергә тормош көткән, өс балаһын үҫтерешкән Мөҙәрис осрай. Уға тормошҡа сыға, уртаҡ балалары – ҡыҙҙары Алһыу тыуа.
Бәләкәйҙән ҡул эштәренә оҫта Сажиҙәнең балаҫ һуғыуға тотоноп китеүе яңы ғына әле. Миәкә районының Оло Кәркәле ауылында йәшәгән, киләһе йыл 90 йәшенә аяҡ баҫырға торған ҡәйнәһе Гөлсирә Ғәфүрова, белгәнен өйрәтеп, килененә барлыҡ тәжрибәһен тапшыра. Сажиҙә уның һуҡҡан балаҫтарын ҡабатлап эшләп ҡарай. Интернеттан бик күпте өйрәнә. Шулай итеп, оҫтарғандан-оҫтара бара. Белгәненә яңы техникалар өҫтәлә. Береһенән-береһе матур эштәре күргәҙмәләрҙә урын ала, Бөтә донъя фольклориадаһында ҡатнаша. Хәҙер уның үҙенең дә уҡыусылары байтаҡ. Өйрәт, тигәндәргә, ҡуй, тимәй, интернет аша онлайн һабаҡтар  ҙа ойошторған тик тормаҫ уңған ҡатын.
Сажиҙә Наил ҡыҙы ғүмер буйына уҡытыусы булып эшләй. Өфөгә күсеп килгәс, «Альфа» мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡыта. Тап ошонда хеҙмәт иткән дәүерендә уға Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы тигән маҡтаулы исем бирелә. Хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, бөгөнгө көндә лә ул Өфөнөң 159-сы мәктәбендә башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләп йөрөй.
Татыулыҡҡа ни етә?!

Ир менән ҡатын араһындағы аңлашылмаусанлыҡтарҙың яртыһынан күберәгендә хәл ителмәгән йәки ҡапыл ғына хәл ителмәҫлек проблемалар ята. Мәҫәлән, ата-әсәһе бәләкәйҙән Байрамбикә тип йөрөткән Әлфиә кеше араһында булырға, ҡунаҡҡа, киноға, театрға барырға ярата. Ире Ринат иһә ундай ерҙәрҙә йәм тапмай, уның өсөн иң рәхәте – өйҙә ял итеү. Әлфиә башҡалар һымаҡ ире менән парлашып йөрөргә теләй, ләкин ни тиклем тырышһа ла, Ринатты ҡайҙалыр алып сығыу мөмкин түгел. Шул арҡала һәр шәмбе асыуланышып туҡтайҙар.

Сайтта уҡығыҙ: https://bashkizi.ru/articles/y-r-k-d-rest-re/2021-06-05/tatyuly-a-ni-et-2352008
🥬Һуған һәм һарымһаҡ менән

2 килограмм кәбеҫтәгә
2 кишер,
2 баш һуған,
2 тырнаҡ һарымһаҡ,
2/3 стакан шәкәр,
2 ҡалаҡ тоҙ,
1 стакан үҫемлек майы,
ярты стакан аш һеркәһе,
1 литр һыу кәрәк.

Артабан сайтта: https://bashkizi.ru/articles/t-mlek-s/2021-11-02/ysh-yly-a-k-be-t-2569168
* * *
Һаумыһығыҙ, урман сәскәләре,
Һағынғанмын һеҙҙе шул ҡәҙәр!
Һеҙҙең менән ҡайһылай ҙа тыныс,
Ҡайһылай ҙа күркәм иртәләр!

Йәйғор төҫөн алған сәскәләрҙән
Ҡараштарым минең нурлана.
Һәр береһе хыялымда балҡый,
Уйҙарыма инеп урала.

Баҡҡан саҡта ҡалалағы асҡаҡ,
Йә туҡлыҡтан бүрткән йөҙҙәргә,
Мин тырышам һәр саҡ хыялымда
Һеҙҙең ҡараштарҙы эҙләргә.

Һәм бына мин бөгөн һеҙҙең янда,
Ҡайтты миңә күңел сихәте.
Сит һуҡмаҡтың йәнгә йәмдәре юҡ,
Вәғәҙәләр генә зиннәтле.

Саф тәбиғәт миңә дауа икән,
Шуға тағы бер ҡат инанам.
Ебәк шәлле һомғол ҡайындарға,
Болоттарға ҡарап ҡыуанам.

Баҡыйлыҡҡа күскәндән һуң йәнем
(Бер көндө бит шундай мәл килер),
Был булмышым йә аҡсарлаҡ булыр,
Йәки бер гөл булып үрелер.
Әнисә Таһирова.

https://bashkizi.ru/articles/arkhiv/2021-12-15/nesk-n-fis-zatty-ursalarly-azamattar-barmy-r-s-y-2619352