Башҡортостан ҡыҙы – Telegram
Башҡортостан ҡыҙы
469 subscribers
3.33K photos
700 videos
1.94K links
Ҡатын-ҡыҙҙар һәм ғаилә өсөн башҡорт телендә сыҡҡан айлыҡ республика журналы
Download Telegram
Ҡунаҡ менән өйгә ҡот инә
Һеҙ көнбағыштарҙың Ҡояшҡа ҡарап үҫкәнен беләһегеҙҙер. Ҡояш ҡайҙа – көнбағыш көләс йөҙөн шунда бора. Әгәр ҙә көн болотло булһа, көнбағыштар бер-береһенә әйләнә. Тимәк, улар бер-береһен йылытырға һәләтле. Кешеләр ҙә шулай. Шуғалыр ҙа башҡорт халҡының иң күркәм сифаты – ҡунаҡсыллыҡтыр. Йортҡа ҡунаҡ инһә, хужабикә сәйнүгенә тотона. Иң татлы тәғәмдәрен ул өҫтәлгә теҙә. «Ҡунаҡ килһә...» – тип тотҡан тәмлекәстәре лә була уның. Өйөнә беренсе тапҡыр аяҡ баҫыусыға бүләк биреп сығарыу йолаһы ла бар әле. Бигерәк тә бала инһә, уны бүләкләмәү яҙыҡ. Ҡунаҡты ололау, хөрмәтләү, хатта унан бер аҙ шөрләү башҡорт халыҡ мәҡәлдәрендә сағылыш тапҡан: «Ҡунаҡ аҙ ултырыр, күп һынар», «Бәхетленең ҡунағы бер көндә», «Ҡунаҡ килһә, ит бешә, ит бешмәһә, бит бешә», «Ҡунаҡ ашы – ҡара ҡаршы», «Ҡунаҡ төшһә, йортҡа йәм», «Ҡунаҡ ишегеңде асһа, һин йөҙөңдө ас».

Дауамы сайтта: https://bashkizi.ru/articles/bash-m-kh-rrir-e/2021-08-25/una-men-n-yg-ot-in-2478091
Хөрмәтле матбуғат һөйөүселәр!
Бөгөн, 1 сентябрҙә, 2022 йылдың беренсе яртыһына ваҡытлы матбуғат баҫмаларына яҙылыу башланды. “Башҡортостан ҡыҙы” – республикала нәшер ителгән берҙән-бер ҡатын-ҡыҙҙар журналы. Ул ваҡыт һынауын үтеп, уҡымлы, бәҫле, көтөп алынған баҫма икәнен раҫланы. Журнал биттәрендә “Арҙаҡлы ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ”, “Әсәйҙәр һәм ҡыҙҙар”, “Яҙмыштарҙан көслөрәк”, “Аһ, был ҡатын-ҡыҙ!” һәм башҡа рубрикалар аҫтында ил инәләре, заман һылыуҙары, үҙ һөнәре оҫталары, яҙмыш һынауҙары аша үтеп, үҙ бәхетен тапҡан гүзәл заттар тураһында, мауыҡтырғыс бүтән темаларға мәҡәләләр табырға мөмкин.

“Башҡортостан ҡыҙы”на һәм башҡа баҫмаларға яҙылыуҙы һеҙ:

- https://rbsmi.ru/catalog/podpiska/ порталы аша;
- гәзит һәм журналдар редакцияларында;
- Рәсәй Почтаһы бүлексәләрендә эшләй алаһығыҙ.
Ярты йылға яҙылыу хаҡы – 643 һум 50 тин.
Бергә булдыҡ, бергә ҡалайыҡ, дуҫтар!

Дауамы сайтта: https://bashkizi.ru/news/-u--iy-ili-tar/2021-09-01/h-rm-tle-matbu-at-y-sel-r-2487320
🍁🧡

Тойҙом
Ер һулышын,
Кипкән үлән хушын,
Тылсымынан ҡаушап,
Китеп һушым.

Ҡуйҙым.
Барлыҡ нөктәләрҙе.
Һөйгән,
Хәҙер һөймәҫ йәрҙе
Хәтер йотҡан әҙме?
Алмаһын тип кәрҙе,
Барлыҡ үкһеү-әрҙе
Тауҙан аҫҡа
Бәрҙем.

Кәйелттем мин өҫтән.
Һағыш китһен, китһен.
Моңһоуланып йөрөү -
Булһын хәҙер ситен.

Яңырыштан балҡып,
Йәнем үҫеп китһен.
Тауға менгән һайын,
Елгә ҡуйып битем,
Тауҙан бейегәйеп,
Күңел байрам итһен!

#ГөлназҠотоева

https://news.1rj.ru/str/shigridonja
Мәләүез районы Ҡотлобулат ауылында тыуып үҫкән Сажиҙә Наил ҡыҙы Салауат педагогия училищеһында уҡый, унан Стәрлетамаҡ педагогия институтында юғары белем ала. Ғаилә ҡороп, ире менән Мәләүез ҡалаһында йәшәй башлайҙар. Балалары тыуа. Иптәше  йөрәк сиренән ҡапыл ғына мәрхүм була. Бәхетенә күрә, әлеге көндә бергә тормош көткән, өс балаһын үҫтерешкән Мөҙәрис осрай. Уға тормошҡа сыға, уртаҡ балалары – ҡыҙҙары Алһыу тыуа.
Бәләкәйҙән ҡул эштәренә оҫта Сажиҙәнең балаҫ һуғыуға тотоноп китеүе яңы ғына әле. Миәкә районының Оло Кәркәле ауылында йәшәгән, киләһе йыл 90 йәшенә аяҡ баҫырға торған ҡәйнәһе Гөлсирә Ғәфүрова, белгәнен өйрәтеп, килененә барлыҡ тәжрибәһен тапшыра. Сажиҙә уның һуҡҡан балаҫтарын ҡабатлап эшләп ҡарай. Интернеттан бик күпте өйрәнә. Шулай итеп, оҫтарғандан-оҫтара бара. Белгәненә яңы техникалар өҫтәлә. Береһенән-береһе матур эштәре күргәҙмәләрҙә урын ала, Бөтә донъя фольклориадаһында ҡатнаша. Хәҙер уның үҙенең дә уҡыусылары байтаҡ. Өйрәт, тигәндәргә, ҡуй, тимәй, интернет аша онлайн һабаҡтар  ҙа ойошторған тик тормаҫ уңған ҡатын.
Сажиҙә Наил ҡыҙы ғүмер буйына уҡытыусы булып эшләй. Өфөгә күсеп килгәс, «Альфа» мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡыта. Тап ошонда хеҙмәт иткән дәүерендә уға Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы тигән маҡтаулы исем бирелә. Хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, бөгөнгө көндә лә ул Өфөнөң 159-сы мәктәбендә башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләп йөрөй.
Татыулыҡҡа ни етә?!

Ир менән ҡатын араһындағы аңлашылмаусанлыҡтарҙың яртыһынан күберәгендә хәл ителмәгән йәки ҡапыл ғына хәл ителмәҫлек проблемалар ята. Мәҫәлән, ата-әсәһе бәләкәйҙән Байрамбикә тип йөрөткән Әлфиә кеше араһында булырға, ҡунаҡҡа, киноға, театрға барырға ярата. Ире Ринат иһә ундай ерҙәрҙә йәм тапмай, уның өсөн иң рәхәте – өйҙә ял итеү. Әлфиә башҡалар һымаҡ ире менән парлашып йөрөргә теләй, ләкин ни тиклем тырышһа ла, Ринатты ҡайҙалыр алып сығыу мөмкин түгел. Шул арҡала һәр шәмбе асыуланышып туҡтайҙар.

Сайтта уҡығыҙ: https://bashkizi.ru/articles/y-r-k-d-rest-re/2021-06-05/tatyuly-a-ni-et-2352008
🥬Һуған һәм һарымһаҡ менән

2 килограмм кәбеҫтәгә
2 кишер,
2 баш һуған,
2 тырнаҡ һарымһаҡ,
2/3 стакан шәкәр,
2 ҡалаҡ тоҙ,
1 стакан үҫемлек майы,
ярты стакан аш һеркәһе,
1 литр һыу кәрәк.

Артабан сайтта: https://bashkizi.ru/articles/t-mlek-s/2021-11-02/ysh-yly-a-k-be-t-2569168
* * *
Һаумыһығыҙ, урман сәскәләре,
Һағынғанмын һеҙҙе шул ҡәҙәр!
Һеҙҙең менән ҡайһылай ҙа тыныс,
Ҡайһылай ҙа күркәм иртәләр!

Йәйғор төҫөн алған сәскәләрҙән
Ҡараштарым минең нурлана.
Һәр береһе хыялымда балҡый,
Уйҙарыма инеп урала.

Баҡҡан саҡта ҡалалағы асҡаҡ,
Йә туҡлыҡтан бүрткән йөҙҙәргә,
Мин тырышам һәр саҡ хыялымда
Һеҙҙең ҡараштарҙы эҙләргә.

Һәм бына мин бөгөн һеҙҙең янда,
Ҡайтты миңә күңел сихәте.
Сит һуҡмаҡтың йәнгә йәмдәре юҡ,
Вәғәҙәләр генә зиннәтле.

Саф тәбиғәт миңә дауа икән,
Шуға тағы бер ҡат инанам.
Ебәк шәлле һомғол ҡайындарға,
Болоттарға ҡарап ҡыуанам.

Баҡыйлыҡҡа күскәндән һуң йәнем
(Бер көндө бит шундай мәл килер),
Был булмышым йә аҡсарлаҡ булыр,
Йәки бер гөл булып үрелер.
Әнисә Таһирова.

https://bashkizi.ru/articles/arkhiv/2021-12-15/nesk-n-fis-zatty-ursalarly-azamattar-barmy-r-s-y-2619352
«Башҡортостан ҡыҙы» журналының декабрь һанына күҙәтеү

Декабрь һанының тышлығын биҙәгән сибәр, мөләйем, һөйкөмлө Альбина Кайбышева (Дәүләтбәкова) – халҡыбыҙҙың аҫыл заттарының береһе. Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Альбина Хәсән ҡыҙы тураһында Альмира Кирәйева «Беҙ – беренселәр!..» мәҡәләһендә бәйән итә. Бөйөк Мостай Кәримдең үҙенән фатиха алған мөғәллимә хаҡында очерк күңелегеҙгә хуш килер.

Сайтта уҡығыҙ: https://bashkizi.ru/articles/anonstar/2021-12-14/bash-ortostan-y-y-zhurnalyny-dekabr-anyna-k-te-2618809
Атайлы ҡыҙ ине…

Хикәйә

Рәсүл БАЙГИЛДИН

Ишек киң асылып китте лә унан дәү шәүлә пәйҙә булды. Кәпәсен ҡулына алған, бите һыуыҡтан ҡыҙарған, иңбашына ҡар ҡунған ир, әкиәт батырылай, тыштан ингән быуға сорналып, тупһа аша атланы. Уға ҡарап ҡатҡан Гөлнәзирәнең йөҙөн мейестәге ут ялҡыны ғәжәйеп сүрәткә килтергән. Ялҡын телдәренең уйнауы ыңғайына ул йә хур ҡыҙылай һылыу, йә убыр ҡарсыҡтай имәнес төҫ ала. Елпек шәмдең һүрәм яҡтыһы иҙәндә торған ҡыҙ баланы төҫмөрләрлек кенә яҡты һибә.

Дауамы сайтта: https://bashkizi.ru/articles/arkhiv/2021-12-16/atayly-y-ine-2620503
Аждаһының селәүсенгә әүерелгәне

Хикәйә

Гөлнур Яҡупова

Әсәйем ауыл араһынан уғата ярһып ҡайтып инде. Асыуы ҡабарған. Һиҙәм, миңә төшөрәсәк был юлы асыуын. Йәшен тиҙлеге менән мейемдә теркәлгән ҡырын ҡылыҡтарымды байҡап сыҡтым: әллә ни ҙур ғәйептәремде тапманым, улай ҙа, яҡлау өмөт итеп, өләсәйем тирәһенәрәк йылыштым.
– Алама данығыҙ сығып, битемдән көлһәгеҙ, аҫам мин һеҙҙе, тигәйнемме? Тигәйнем!

Дауамы: https://bashkizi.ru/articles/-bi-bal-ysh/2018-12-05/azhda-yny-sel-seng-erelg-ne-780680
Етерыу

Уралҡайым, һинең күкрәгең киң,
Етелә ырыу илдең дә төйәге.
Һине һаҡлау өсөн яу яулашҡан
Ҡуйыныңда ята ирҙәрҙең һөйәге,
– тип йырланған иң танылған башҡорт йыры «Урал»ды икенсе төрлө «Ете ырыу» йыры тип тә атайҙар.

Дауамы: https://bashkizi.ru/articles/tarikh-tirm-nen-n/2021-12-16/eteryu-2621693
Йән йылыһы

Йән йылыһынан кешеләр бар була. Икәү араһында тыуған йылылыҡтан донъяға тағы бер йән ярала. Был икәү йылыһына ул ғүмере буйына мохтаж. Уларға ҡарап, ул үҙе лә кешеләрҙе йылытырға өйрәнә. Йән йылыһы етмәгәндән кешеләр юҡҡа сыға. Тормошҡа ҡыҙыҡһыныуы һүрелә. Тотош Йыһан уға һалҡын тойола башлай. Йән йылыһы етмәгәндән өмөттәр ҡыйрала. Ғүмерҙәр ҡыйыла.
Гөлназ Ҡотоева.


Дауамы сайтта: https://bashkizi.ru/articles/bash-m-kh-rrir-e/2021-12-16/y-n-yyly-y-2621642?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=37933420
«Икәүҙе ҡауыштырыу – Хоҙай эше»

Көндәрҙән бер көндө, осрашыуҙар була торған йоманы көтөп тормайынса, редакцияға илле йәштәр тирәһендәге Дамир исемле уҙаман килеп инде. Ҡарашынан һағыш түгелә – һөйөклө ҡатыны ҡаты ауырыуҙан үлгәс, өс ҡыҙы менән донъя көтә икән. Мәктәп йәшендәге өс балаға кем әсәй була ала? Шул саҡ ҙур бер хакимиәттә идарасы булып эшләүсе уттай әхирәтем – ауылдаштары өсөн янып, улар хәстәре менән йәшәгән, үҙ тор­мошон ҡормайынса, ҡырҡҡа еткән Нурия иҫкә төштө. Умыртҡа һөйәге ауыртып, оҙаҡ түшәктә ятҡан әхирәтемдең яңы ғына эшкә сығып йөрөгән ваҡыты. Бер йыл элек, үҙен ҡайҙа ҡуйырға белмәй һыҙланған сағында: «Һауыҡтырып ҡына ҡал­майым, кейәүгә бирәм әле мин һине!» – тип уйынлы-ысынлы әйткәнем раҫҡа сыға түгелме? Шунда: «Ир бәхете күрһәм, үлһәм дә үкенмәҫ инем!» – тип шаяртып яуап биргәйне дуҫым.

Дауамы: https://bashkizi.ru/articles/eb-k-tirm/2021-06-30/ik-e-auyshtyryu-ho-ay-eshe-2394177
Ауырығанда

Ятып ҡына торам, әсәй,
Ҡалманы хәлкәйҙәрем.
Йөрәгемә шифа булһын
Мәтрүшкәле сәйҙәрең.
Улым, тиеп өндәш миңә,
Бер һыйпа башҡайымдан.
Изге доғаларҙы уҡы,
Айырма Хоҙайымдан.
Ятып ҡына торам, әсәй,
Яҙһа, бер уянырмын.
Яндарымда һин булғанға
Сабыйҙай ҡыуанырмын.
Уянмаһам – яҙмыш инде…
Кирегә юл уялмам.
…Их, был ғүмер ҡәҙерҙәре –
Мәңге йәшәп туялмам.
Рамай Ҡаһир.

Сулпан Билалова һүрәте.

https://bashkizi.ru/
Эҫе һыу

Хикәйә

Сабахатдин Али

Ҡатын ағарынды, дер-дер ҡалтырай башланы, аҫҡы ирендәрен ҡанатырлыҡ итеп тешләне. Яҡ-яғына ҡаранды. Бүлмәлә дүрт стена менән ике жандармдан башҡа бер нәмә лә юҡ ине.
Яңы ғына эҫе һыуға ҡулын тығып ҡараған жандарм, күҙҙәрен ялтыратып, Әминәнең беләгенән тотоп алды һәм уны түшәккә табан өҫтөрәй башланы. Иптәше, ҡоралын ҡулына алып, тышҡа сыҡты. Ирҙәр күпме тырышһа ла, ҡатындың ауыҙынан бер һүҙ сыҡманы. Тәне, йәне өҙгөләнгән бисара бер кемде лә ярҙамға саҡырманы.

Дауамы: https://bashkizi.ru/articles/-bi-bal-ysh/2021-07-01/e-e-yu-2394171
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Хәйерле иртә, дуҫтар! Яңы аҙна тик һөйөнөстәр генә алып килһен!
Матбуғатҡа яҙылыу тамамланыуға бара

2022 йылдың беренсе яртыһына матбуғатҡа яҙылыу кампанияһы тамамланыуға һанаулы ғына көндәр ҡалды. «Башҡортостан ҡыҙы» журналына ярты йылға яҙылыу хаҡы - 643 һум 50 тин. Әгәр һаман да журналға яҙылмаған булһағыҙ, почта бүлексәһенә ашығығыҙ! Бергә булдыҡ, Яңы 2022 йылда ла бергә ҡалайыҡ, дуҫтар!

Сайтта уҡығыҙ: https://bashkizi.ru/news/-u--iy-ili-tar/2021-12-20/matbu-at-a-ya-ylyu-tamamlanyu-a-bara-2626693?utm_source=vk&utm_medium = social & utm_campaign = 37933420
Башҡортомдоң аҫылы Фәрхиназ

Сергей Михайлович Прокудин-Горский – рус фотографы, химигы (Менделеевтың уҡыусыһы), уйлап табыусы, нәшерсе, педагог һәм йәмәғәт эшмәкәре. Император Рус география, Император Рус техник һәм Рус фотография йәмғиәттәре ағзаһы. Фотография һәм кинематография өлкәһенә ҙур өлөш индергән. Төҫлө фотоһүрәттәрҙе иң беренсе ул етештерә башлаған. 1909 йылда Николай II батшанан Рәсәйҙең төрлө өлкәләрендә йәшәгән халыҡтарҙың тормош-көнкүрешен фотоларҙа өйрәнеү өсөн махсус күрһәтмә ала. Бының өсөн фотографҡа тимер юлында махсус вагон, һыу буйлап хәрәкәт итер өсөн пароход, йылғаларҙы аша сығырға моторлы кәмә бүленә, Урал тауҙары буйлап йөрөргә Екатеринбургҡа «Форд» автомобиле ҡайтарыла. Сәйәхәтендә уға һәр кем булышлыҡ итергә тейешлеге, бөтә ергә лә ҡаршылыҡһыҙ үтә алыуы хаҡында документ бирелә.

Дауамы: https://bashkizi.ru/articles/arkhiv/2021-12-19/bash-ortomdo-a-yly-f-rhinaz-2624548?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=37933420