Башҡортостан ҡыҙы – Telegram
Башҡортостан ҡыҙы
471 subscribers
3.33K photos
700 videos
1.94K links
Ҡатын-ҡыҙҙар һәм ғаилә өсөн башҡорт телендә сыҡҡан айлыҡ республика журналы
Download Telegram
Ирмен тигән ысын ир быларҙың береһен дә бер ҡасан да эшләмәйәсәк 🙅‍♂

💥1) Аҡыл ултырған ысын ир-егет бер ҡасан да ҡатын-ҡыҙҙың битенә бәреп, уны кәмһетерлек, бигерәк тә уның буй-һыны, йөҙ-ҡиәфәтенә ҡағылышлы насар мәғәнәле һүҙҙәр әйтмәйәсәк.

💥2) Аяғында ныҡлы баҫып торған, характеры ултырған ир ҡатынын ҡыҙғанмай. Үҙ-үҙенә ышанмаған кеше башҡаларҙа ла шикләнә. Ҡыҙғаныу - хәләл ефетеңде ихтирам итмәү, уның ышанысһыҙ икәнен дәлилләп маташыу.
1
💥9) Ир-ат аҡсаға мохтаж булырға тейеш түгел. Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ тигәндәй, буш ваҡытында ҡырын төшөп телефон йә пульт тотоп ятыу урынына матди хәлен яҡшыртырға ынтылһа, үҙе лә аяғында ныҡлы баҫып торор, ата-әсәһенә лә ярҙам итер, ғаиләһендә лә лайыҡлы ир һәм атай булыр ине.

💥10) Ҡатынының ыңғайына ғына йөрөгән ир йә ялҡау, йә мыжыҡ, йә ҡурҡаҡ, йә көсһөҙ. Үҙен ирмен тип һанаған ирҙең үҙ фекере булырға тейеш. Ҡатындың һәр үтенесен йүгереп йөрөп үтәү, әмер көткән ҡол кеүек ҡатындың күҙҙәренә ҡалтыранып ҡарап тороу - мөхәббәт һәм ихтирам итеү билгеһе түгел. Ир ғаиләлә "быҙау" булһа, ғаиләнең нигеҙе юҡ тигән һүҙ.
1
Башҡортостандың халыҡ артисы Әлим Ҡәйүмовтан татлы шарсыҡтар рецебы.

Әлим Ҡәйүмов ғаиләлә лә өлгөлө атай. Ул бер байрамды ла күҙ уңынан ысҡындырмай, тиҙ генә ниәттәрен ҡора һалып, ғаиләлә төрлө саралар ойоштора. Беҙҙең журнал уҡыусыларына ул тәмле шарсыҡтар әҙерләргә өйрәтмәксе.

Татлы шарсыҡтар
2 йомортҡа, 1 банка ҡуйыртылған һөт, ярты балғалаҡ аш содаһы, ярты балғалаҡ тоҙ, 2 стакан он, ҡыҙҙырырға үҫемлек майы кәрәк.

Йомортҡа һытабыҙ ҙа ҡуйыртылған һөт ҡушып бутайбыҙ. Тоҙ, аш содаһы өҫтәйбеҙ, он һалабыҙ һәм ҡамыр баҫабыҙ. 2-3 сантиметр ҙурлығында шарсыҡтар әүәләп, ҡыҙыу майҙа бешерәбеҙ.

Автор: Гөлшат Ҡунафина
2
Тауыш бөтһә нимә эшләргә?

Үҙегеҙгә һаҡлап ҡуйығыҙ.

1. 100 гр. коньякка 2 аш ҡалағы әнис орлоғо, 2 аш ҡалағы бал һалып, төнгөлөккә ҡалдырып тораһың. Икенсе көнөнә дарыу булараҡ берәр аш ҡалағы ҡабул итергә. Был рецепты Ф. Шаляпин ҡулланған
2. 6 таблетка фурацилинды ярты стакан йылы һыуҙа иҙергә. Ошо ярты стакан һыу менән 40 минут буйына әҙ-әҙләп тамаҡты яйлап сайҡатып бөтөрөргә.
3. Штробас күнекмәһен эшләргә (интернетта эшләү тәртибе аңлатыла). Ғөмүмән, тауыш менән күп эшләр алдынан Штробас күнегеүен эшләргә кәрәк.
5. Имбирь тамырын сәйнәргә кәңәш ителә.
2
Розмарин улучшает работу сердца и кровообращение:
Для улучшения мозгового кровообращения и улучшения работу сердца рекомендуется применять розмарин так:
1 чайную ложку листьев залить 2 стаканами кипятка, настоять 30 мин в термосе, затем процедить. Принимать по 1-2 столовых ложки 3 раза в день до еды.
- Розмарин омолаживает клетки кожи: Он увлажняет кожу, уменьшает морщины, активизирует циркуляцию крови, восстанавливает эластичность кожи, снимает отеки, улучшает цвет лица, устраняет пигментные пятна.
Рекомендуется пить розмариновый чай, добавлять эфирное масло розмарина в крема и маски, а также протирать лицо отваром розмарина.
— уменьшает боли в суставах, устраняет воспаление и заживляет Особенно полезен розмарин для устранения воспалительных процессов в организме, поэтому он полезен при различных заболеваниях суставов, дыхательных путей и для лечения ран и язв.
Улучшает здоровье мозга Это связано с тем, что розмарин увеличивает приток крови к голове.
Трава содержит соединения, которые предотвращают деградацию важного нейротрансмиттера, способного обеспечить хорошую память.
— Помощь против усталости надпочечников и стресса
Розмарин прекрасен, потому что он успокаивает гормоны стресса и улучшает настроение. Розмарин не только возобновляет энергию, но и расслабляет тело и ум.
1
Самая мoщная тpава для мoзгового кpовообращения.

Люди много столетий лечат артрит, подагру, астму, экзему, заболевания печени, желчного пузыря, сеpдца… Оно помогает восстановить оpганизм после тяжелых болезней!
Вы чувствовали, что ваш ум и тело устали? Знайте, что есть мощная и ароматная трава, способная обеспечитьсссө необходимую энергию. Он хоpошо растёт в теплом климате и широко используется в качестве приправы. Люди много столетий лечат проблемы со здоровьем используя целебную силу розмарина. Вот лишь некоторые преимущества этого удивительного растения: —
👍3🕊1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Бөгөн беҙ һеҙҙе талантлы яҡташыбыҙ Алена Абдразаҡованың
vk.ru/id431022925
ижад емеше менән таныштырырға теләйбеҙ.

Алёна Абдразаҡова - күп ҡырлы талантлы милләттәшебеҙ.
Ул шағирә, яҙыусы. Башҡорт, рус, инглиз телдәрендә ижад итә. Уның юлы Стәрлетамаҡтан башланған, ә тормошоноң мөһим этабы һәм профессиональ яҡтан үҫеше Өфө менән бәйле. Тап баш ҡалабыҙҙа ул юридик белем алған Һуңынан халыҡ-ара компанияларҙа юрист булып эшләгән.

Бөгөнгө көндә ул Башҡортостандан алыҫ йәшәһә лә, үҙенең тамырҙарына тоғро ҡала.

Шул уҡ ваҡытта Алена бик үҙенсәлекле шәхес. Ул башҡорт телендә шиғырҙар яҙа, һәм яһалма интеллект ярҙамы менән башҡорт халҡының милли батыры Салауат Юлаев тураһында йыр һәм уға видео ижад иткән.

«Был йыр Башҡортостандың көслө һәм ғорур халҡына арнала. Һеҙҙең ҡыйыулығығыҙ һәм тамырҙарығыҙға тоғролоғоғоҙ ошо йырҙы ижад итергә көс һәм ҡеүәт бирҙе», - ти Алена.

Рәхим итеп тыңлағыҙ. Был ижад емеше йыр ғына түгел, ә беҙҙең һынмаҫ рухлы батырҙарыбыҙға ихтирам билдәһе.
1🔥1
Р.Хабиров:

-Первый понедельник нового года – самое время, чтобы начать подводить итоги и строить планы на будущее.

6 новых поликлиник и 134 ФАПа, 35 отремонтированных школ, 170 благоустроенных территорий, дороги, мосты, объекты коммунальной инфраструктуры и многое другое – результаты реализации в Башкортостане национальных проектов за 2025 год. Часть из них – в этих карточках.

Всего мы вели работу по 12 новым нацпроектам. По каждому из них привлекли в республику серьезные федеральные средства. Благодарю Президента и Правительство страны за поддержку, которая позволяет нам развивать экономику, строить, обновлять, приводить в порядок ключевые объекты по всей республике – несмотря на сложные времена.

Эту работу мы обязательно продолжим и в наступившем году.

Всем удачи!
👍2
Әсәйҙәргә ваҡытыбыҙ етмәй,
Ашығабыҙ, бөтмәй эшебеҙ,
Сит-яттарға ярҙам күрһәтәбеҙ,
Әсәй көтөр – ул үҙ кешебеҙ!

Беҙҙең өсөн тик ул янып-көйә,
Көтә тәмлекәстәр бешереп,
Һыҙланыуын беҙгә һиҙҙермәйсә,
Төндә эсә дарыу йәшереп.

Күп һөйләйбеҙ, ләкин иң кәрәкле,
Иң ҡәҙерле һүҙҙе әйтмәйбеҙ,
“Ҡабаланам, әсәй, хуш хәҙергә!”-
Яуап биргәнен дә көтмәйбеҙ.

Эстән генә доғаларын уҡып,
Йүгерә-атлай ҡала оҙатып,
Төн йоҡламай аҙаҡ беҙҙе уйлап,
Беҙ китәбеҙ шулай илатып.

Күп кәрәкме уға? Ул бит әсәй!
Сикәһенә терәп сикәне,
“Һин кәрәкһең, әсәй, һағынам,” - тип
Бер ҡосаҡлап уны үпһәңсе!

Ҡояш кеүек балҡыр әсә йөҙө,
Йөрәгенә килер еңеллек…
Ошо йөрәк әле типкән саҡта
Ашығайыҡ өйгә иң элек!

(Фирүзә Абдуллина)
👍7
Тамамланмаған әкиәт Хикәйә. Миләүшә Ҡаһарманова.
 Ауыр кәүҙәһе менән машинаға саҡ ултырған әсәһенең итектәренә ҡойо йәбешеп ингәнен дә, тегеһе уныһын иҫе китмәй генә аяҡ аҫтындағы балаҫҡа һыпырғанын да күреү Сараның күңелен сыйҙы. Әммә өндәшмәне ҡатын. Хатта сырайына ла сығарманы. Һәр ваҡыттағыса тыныс төҫ, сабыр ҡараш менән алдына төбәлеп, дәү машинаһын еңел генә ҡуҙғалтып алып китте.

https://bashkizi.ru/articles/-bi-bal-ysh/2025-12-29/tamamlanma-an-ki-t-hik-y-mil-sh-a-armanova-4524670
1🔥1
Тормош һынауҙарҙан үрелгән. Хикәйә. Рима Ҡаһарман
Уйнаштан тыуған балаң менән ҡайтып керерҙән элек һине бында көтәләрме-юҡмы икәнен уйлар инең, оятһыҙ! – тигән һүҙҙәре менән ҡаршыланы Мәрзиә ҡыҙын.Зифа өсөн шул миҙгелдә аяҙ күктә йәшен йәшнәнеме ни? Йәш әсәнең былай ҙа аҡ йөҙө нығыраҡ ағарып киткәндәй булды.– Һаумыһығыҙ, атай-әсәй! Беҙ бына... ҡайттыҡ әле, – тип тамағына тығылған әсе төйөрҙө йотоп, саҡ һүҙ ҡуша алды ул.
https://bashkizi.ru/articles/explain_bash/2025-12-29/tormosh-ynau-ar-an-relg-n-hik-y-rima-a-arman-4524660
👍2
Яңынан тыуған көн. Хикәйә. Гөлсирә Ғиззәтуллина
Йәш тә ике айлыҡ сағында балалар врачы абайланы уның сәйерлеген. Унан атаһы, туғандар, таныштар... Мин генә ышанырға теләмәнем. Артыҡ иркә бала шулай булалыр, аҡыл керһә, төҙәлер, тип гел киреһен һөйләнем. Ә ул ҙурайған һайын боҙола барҙы. Тыйып тотҡоһоҙ тилбер, ҡулсыр, хәүеф тигән нәмәне иһә бөтөнләй аңламай. Туҡтауһыҙ йығыла, башын яра, ҡайнап торған һыуға ҡулын тыға – илай ҙа, көлә лә белмәй...

https://bashkizi.ru/articles/explain_bash/2025-12-29/ya-ynan-tyu-an-k-n-hik-y-g-lsir-izz-tullina-4524642
2🕊1
Глава Башкирии Радий Хабиров по итогам декабря занял 14 место в рейтинге влиятельности руководителей субъектов России по версии Агентства политических и экономических коммуникаций.

Эксперты АПЭК при составлении рейтинга учитывают способность региональных глав воздействовать на принятие решений федеральными властями, партийной элитой и крупным бизнесом.

По мнению респондентов агентства, укрепление позиций Радия Хабирова (в ноябре он занимал 16 строчку) может быть связано с вниманием к работе особой экономической зоны «Алга», которая вошла в тройку лидеров Национального рейтинга инвестиционной привлекательности.

Фото: Глеб Щелкунов, Коммерсантъ
👍1
Нурия Ирсаеванан ҡатын-ҡыҙҙарға өс мөһим кәңәш:
Сабырлыҡ. Әсәйем бер ваҡытта ла кешегә ауыр һүҙ әйтмәне, күңелен ҡыйманы. Оло, кесе, ғәрип кеше йәки берәй диуана хәйер һорап килеп инһенме, гонаһһыҙҙан рәнйетмә, ти торғайны. Ауыр булғанда түҙемле ҡала белеү холоҡто сыныҡтыра.
https://bashkizi.ru/articles/explain_bash/2025-12-29/nuriya-irsaevanan-atyn-y-ar-a-s-m-im-k-sh-4524690
1🕊1