Башҡортостан ҡыҙы – Telegram
Башҡортостан ҡыҙы
471 subscribers
3.33K photos
700 videos
1.94K links
Ҡатын-ҡыҙҙар һәм ғаилә өсөн башҡорт телендә сыҡҡан айлыҡ республика журналы
Download Telegram
Р.Хабиров:

-Первый понедельник нового года – самое время, чтобы начать подводить итоги и строить планы на будущее.

6 новых поликлиник и 134 ФАПа, 35 отремонтированных школ, 170 благоустроенных территорий, дороги, мосты, объекты коммунальной инфраструктуры и многое другое – результаты реализации в Башкортостане национальных проектов за 2025 год. Часть из них – в этих карточках.

Всего мы вели работу по 12 новым нацпроектам. По каждому из них привлекли в республику серьезные федеральные средства. Благодарю Президента и Правительство страны за поддержку, которая позволяет нам развивать экономику, строить, обновлять, приводить в порядок ключевые объекты по всей республике – несмотря на сложные времена.

Эту работу мы обязательно продолжим и в наступившем году.

Всем удачи!
👍2
Әсәйҙәргә ваҡытыбыҙ етмәй,
Ашығабыҙ, бөтмәй эшебеҙ,
Сит-яттарға ярҙам күрһәтәбеҙ,
Әсәй көтөр – ул үҙ кешебеҙ!

Беҙҙең өсөн тик ул янып-көйә,
Көтә тәмлекәстәр бешереп,
Һыҙланыуын беҙгә һиҙҙермәйсә,
Төндә эсә дарыу йәшереп.

Күп һөйләйбеҙ, ләкин иң кәрәкле,
Иң ҡәҙерле һүҙҙе әйтмәйбеҙ,
“Ҡабаланам, әсәй, хуш хәҙергә!”-
Яуап биргәнен дә көтмәйбеҙ.

Эстән генә доғаларын уҡып,
Йүгерә-атлай ҡала оҙатып,
Төн йоҡламай аҙаҡ беҙҙе уйлап,
Беҙ китәбеҙ шулай илатып.

Күп кәрәкме уға? Ул бит әсәй!
Сикәһенә терәп сикәне,
“Һин кәрәкһең, әсәй, һағынам,” - тип
Бер ҡосаҡлап уны үпһәңсе!

Ҡояш кеүек балҡыр әсә йөҙө,
Йөрәгенә килер еңеллек…
Ошо йөрәк әле типкән саҡта
Ашығайыҡ өйгә иң элек!

(Фирүзә Абдуллина)
👍7
Тамамланмаған әкиәт Хикәйә. Миләүшә Ҡаһарманова.
 Ауыр кәүҙәһе менән машинаға саҡ ултырған әсәһенең итектәренә ҡойо йәбешеп ингәнен дә, тегеһе уныһын иҫе китмәй генә аяҡ аҫтындағы балаҫҡа һыпырғанын да күреү Сараның күңелен сыйҙы. Әммә өндәшмәне ҡатын. Хатта сырайына ла сығарманы. Һәр ваҡыттағыса тыныс төҫ, сабыр ҡараш менән алдына төбәлеп, дәү машинаһын еңел генә ҡуҙғалтып алып китте.

https://bashkizi.ru/articles/-bi-bal-ysh/2025-12-29/tamamlanma-an-ki-t-hik-y-mil-sh-a-armanova-4524670
1🔥1
Тормош һынауҙарҙан үрелгән. Хикәйә. Рима Ҡаһарман
Уйнаштан тыуған балаң менән ҡайтып керерҙән элек һине бында көтәләрме-юҡмы икәнен уйлар инең, оятһыҙ! – тигән һүҙҙәре менән ҡаршыланы Мәрзиә ҡыҙын.Зифа өсөн шул миҙгелдә аяҙ күктә йәшен йәшнәнеме ни? Йәш әсәнең былай ҙа аҡ йөҙө нығыраҡ ағарып киткәндәй булды.– Һаумыһығыҙ, атай-әсәй! Беҙ бына... ҡайттыҡ әле, – тип тамағына тығылған әсе төйөрҙө йотоп, саҡ һүҙ ҡуша алды ул.
https://bashkizi.ru/articles/explain_bash/2025-12-29/tormosh-ynau-ar-an-relg-n-hik-y-rima-a-arman-4524660
👍2
Яңынан тыуған көн. Хикәйә. Гөлсирә Ғиззәтуллина
Йәш тә ике айлыҡ сағында балалар врачы абайланы уның сәйерлеген. Унан атаһы, туғандар, таныштар... Мин генә ышанырға теләмәнем. Артыҡ иркә бала шулай булалыр, аҡыл керһә, төҙәлер, тип гел киреһен һөйләнем. Ә ул ҙурайған һайын боҙола барҙы. Тыйып тотҡоһоҙ тилбер, ҡулсыр, хәүеф тигән нәмәне иһә бөтөнләй аңламай. Туҡтауһыҙ йығыла, башын яра, ҡайнап торған һыуға ҡулын тыға – илай ҙа, көлә лә белмәй...

https://bashkizi.ru/articles/explain_bash/2025-12-29/ya-ynan-tyu-an-k-n-hik-y-g-lsir-izz-tullina-4524642
2🕊1
Глава Башкирии Радий Хабиров по итогам декабря занял 14 место в рейтинге влиятельности руководителей субъектов России по версии Агентства политических и экономических коммуникаций.

Эксперты АПЭК при составлении рейтинга учитывают способность региональных глав воздействовать на принятие решений федеральными властями, партийной элитой и крупным бизнесом.

По мнению респондентов агентства, укрепление позиций Радия Хабирова (в ноябре он занимал 16 строчку) может быть связано с вниманием к работе особой экономической зоны «Алга», которая вошла в тройку лидеров Национального рейтинга инвестиционной привлекательности.

Фото: Глеб Щелкунов, Коммерсантъ
👍1
Нурия Ирсаеванан ҡатын-ҡыҙҙарға өс мөһим кәңәш:
Сабырлыҡ. Әсәйем бер ваҡытта ла кешегә ауыр һүҙ әйтмәне, күңелен ҡыйманы. Оло, кесе, ғәрип кеше йәки берәй диуана хәйер һорап килеп инһенме, гонаһһыҙҙан рәнйетмә, ти торғайны. Ауыр булғанда түҙемле ҡала белеү холоҡто сыныҡтыра.
https://bashkizi.ru/articles/explain_bash/2025-12-29/nuriya-irsaevanan-atyn-y-ar-a-s-m-im-k-sh-4524690
1🕊1
Юлдан яҙҙырмаҫ халыҡ әҙәбе
Тормош-көнкүреште көйләүсе Өй рухын ризалатыуӨйҙөң эйәһе, рухы була. Алыҫ сәфәр йәки оҙайлы юлға сыҡҡанда уны ризалатып китергә кәрәк. Өйҙөң дүрт мөйөшөнә икмәк телеме һалып: «Был һиңә, өйҙө ҡара, иҫән-һау торһон!» – тип әйтәләр, диуарға артыш эләләр. Босмаҡҡа кәсә менән таҙа һыу ултырталар.
https://bashkizi.ru/articles/explain_bash/2025-12-29/yuldan-ya-yrma-haly-be-4524684
4
Ҡара аҡыл
Оло йәштәге ханым мин. Туғандарым да күп. Барыһын да тигеҙ күрәм, әммә тормош ҡушыуы буйынса, бер тигеҙ дәрәжәлә аралаша алмайым. Ҡайһы берәүҙәре, бигерәк тә оло йәштәгеләре менән көн дә тиерлек шылтыратышып хәл белешәбеҙ, ғаиләләге яңылыҡтарҙы бүлешәбеҙ. Кем менәндер йыш осрашабыҙ, байрамдарҙы бергәләп уҙғарабыҙ. Ҡай берәүҙәре менән һирәк, туй, үлем-китем мәлендә генә күрешергә тура килә.

https://bashkizi.ru/articles/explain_bash/2025-12-29/ara-a-yl-4524680
2
Ҡанатһыҙ ҡош балаһы. Хикәйә.
Күптән тышта йөрөй Салауат. Тамам өшөнө, туңды инде. Сыҡҡас та епшек ҡар менән әрһеҙ уйнап ташлағайны шул. Бейәләйҙәре һығып алмалы булып һыуланды, ботинкалары дым тартып ауырайҙы. Башта тирләткән булһа, хәҙер килеп һыуланған эске кейемдәр арыҡ тәндең бар ғына йылыһын һурып торҙо. 
https://bashkizi.ru/news/explain_bash/2025-12-29/anat-y-osh-bala-y-hik-y-4524657
🕊2
БАШҠОРТ ХАЛЫҠ МӘҠӘЛДӘРЕ

💢 ХЕҘМӘТ ТУРАҺЫНДА МӘҠӘЛДӘР

Һөнәрленең ҡулы алтын.
👍2
Ҡулың оҫта булһын, һүҙең ҡыҫҡа булһын.
Ҡулы белгән бал ашар.
Сәмле эш - йәмле эш.
Белгән белгәнен эшләр, белмәгән беләген тешләр.
Эшһеҙ кеше - көсһөҙ кеше.
Буй эшләмәй, ҡул эшләй.
Эше барҙың ашы бар.
Ҡалған эшкә ҡар яуыр.
Ете ҡат үлсә, бер ҡат киҫ.
Кем эшләмәй, шул ашамай.
Эшләгәнең кешегә, өйрәнгәнең үҙеңә.
Аҙ һөйлә, күп эшлә.
Тырышҡан табыр, ташҡа ҡаҙаҡ ҡағыр.
Эшең һәм аҡылың барҙа һаулығыңа үлем булмаҫ.
Эшләгән - тапҡан, ауыҙына ҡапҡан.
Эшләгәнгә эш ҡарышмай.
Эш араһында эш бөтә.
Эш белмәгән эш өҫтөндә үлгән.
Эш белмәйенсә, аҡыл белмәҫһең.
Эш беләктә түгел, йөрәктә.
Эш бөтмәй йән тынмай.
Эш иплене ярата.
Эш кемдеке — беләк шуныҡы.
Эш кешене кеше итер.
Эш менән үткән ғүмер — алтын ғүмер.
Эш оҫтаһынан ҡурҡа.
Эш үҙе өйрәтә.
Эш һөйгәнде ил һөйгән.
Эш һөйгәндең дәрәжәһе артыр, эшлекһеҙлек боҙоҡлоҡҡа тартыр.
Эш һөймәгән көн итмәҫ (күрмәҫ).
Эш һөймәҫте ил һөймәҫ.
Эш эшләгән интекмәҫ, эшләмәгән көн итмәҫ!
Эш эшләнгәс — ирмәк, бөтмәй ҡалһа — имгәк.
Эш яратҡан — уңған, яратмаған — туңған.
Эше барҙың ашы бар, эше юҡтың ашы юҡ.
Эше ҡаты, икмәге татлы.
Эше юҡтың ҡәҙере юҡ, ҡәҙере юҡтың ҡәбере юҡ.
Эшең бер булһын, берәгәйле булһын.
Эшең булһа йөҙ, туҡлыҡлы килер көҙ.
Эшең кире китһә, эше алға барғанға кәңәш ит.
Эшең ҡаты булһа, тешеңә йомшаҡ булыр.
Эшең теүәл булмаһа, кешегә күрһәтмә.
Эшеңде башлар алдынан аҙағын уйла.
Эшеңде кешегә тапшырма.
Эшеңде эш иткәс кенә маҡтан.
Эшкә теләк булһа, беләк сыҙар.
Эшкә ялҡау (бала) һабаҡҡа аңҡау булыр.
Эшкә булһа — «алла, башым», ашҡа булһа — «ҡайҙа ҡашығым?»
Эшләгәндә йөрәгең елкенһен, ашағанда ҡолағың һелкенһен
Эшләгәндән кеше үлмәй.
Эшләмәй тамаҡ туймай. Е
Эшләмәйенсә ашап булмай, ашамаһаң йәшәп булмай.
Эшләнгән эш иргә ҡот, яҡшы эшләнһә, илгә ҡот.
Эшләргә иренгән — ашарға тилмергән.
4
КЕМГӘ ҺӨЙЛӘЙЕМ СЕРҘӘРЕМДЕ... (Хикәйә) Шакир Янбаев
Фәхриә апай йәш түгел инде, бергә байтаҡ йылдар татыу ғүмер иткән ире бар, балалары бар, балаларының балалары бар инде хәҙер. https://bashkizi.ru/articles/explain_bash/2025-12-29/kemg-yl-yem-ser-remde-hik-y-shakir-yanbaev-4524603
👍1
Сит бауыр. Хикәйә. Рәзинә Зәйнетдинова.
Тиҙҙән үҙәк өҙгөс итеп: “А-а-аға-а-й-й!” – тигән тауышҡа артына боролоп ҡараны. Янында ғына, һәр ваҡыт һыу бер урында өрөлөп торған сөңгөлдә, Мараттың башы күренеп ҡалды ла юғалды. Бер нисә секундҡа: “Әллә ярҙам итмәҫкә лә ҡуйырғамы? Бер туғаным түгел бит ул. Сит бауыр. Күпме уның тураһында туҡмалдым”, – тигән уй мейеһен телеп үтте лә, ҡустыһының уға һәр саҡ ышанып, үҙ итеп артынан ҡойроҡ кеүек эйәреп йөрөүенән әле килеп яратҡанлығын аңлап, Марат һуңғы тапҡыр күренгән ергә ашыҡты. Барып тота алды ул. Тик үҙенә сытырман йәбешкән ҡустыһын алып сығырға хәле генә етмәне. Ҡосаҡлашҡан килеш икеһе лә һыу төбөнә китте.

https://bashkizi.ru/articles/explain_bash/2025-12-29/sit-bauyr-hik-y-r-zin-z-ynetdinova-4524609
🔥1