Башҡорт теле – Telegram
Башҡорт теле
250 subscribers
23 photos
6 videos
11 links
Download Telegram
Channel created
..."Йөрәк һүҙе. Рәми" шиғриәт бәйгеһе алдынан уйланыуҙар...
(3 бүлектә)

3-сө бүлек.
... Алла бойорһа, "Йөрәк һүҙе.Рәми"ҙе апрель урталарында үткәрербеҙ тиеп кенә торғанда, ҡапыл телефоным шылтыраны...
... Шылтыратыу Аҡ йорттан ине...
... Көтмәгәнгәме, әллә, бәйгеселәр араһында, танылған исемдәр булғанғамы, ниңәлер, күңелгә шом инде... Иртәнге сәғәт 10:00-ға билдәләнгән осрашыу, әйтерһең, оҙон 1 йылға һуҙылды...
...Ниңә әле шулай тулҡынланам?.. Әгәр ҙә, Илшат Азамат улы: - "Наилә апай, мин Һеҙгә, "Йөрәк һүҙе"н, һәр ваҡыт, эшләргә ярҙам итеп килдем, артабан, булмай... Быға һеҙ үҙегеҙ ғәйепле", - тиһә, мин уға нимә тип яуап бирермен?..
...Был донъяла бер нәмә лә тиккә генә түгел...
...Яҙмыш та, кешене , фәҡәт, ул ғына үтергә тейеш һуҡмаҡтарҙан йөрөтә бит...
... Ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та был тормош...
Мин, Мостай Кәримдең "Салауат"ын салауат дәүләт башҡорт драма театрында ҡуйғас, Нәжиб ағай Асанбаев миңә "Зәки Вәлиди" трилогияһын һуҙып: - "Һин "Салауат"ты сәхнәләштерҙең, "Зәки"ҙе лә ҡуйырһың", - тип, яҙмаларын ҡулыма тотторҙо. Шулай итеп, "Көҙән башҡорто" исемле сәхнә әҫәрем, башҡорт драматургияһы Аҡһаҡалы Нәжиб ағай Асанбаев менән мине, мәңгелеккә оло Дуҫтар итте.
... Йылдар үтте...
... Фани донъяларҙан китергә теүәл 3 көн ҡалғас, ул - үлем түшәгендә ятҡан ветеран, балалары аша мине саҡыртып алды... Эргәһенә үткәс:
- "Башҡортостанда 92 мәктәпте ябалар икән, шул дөрөҫме?.. Улар бит төпкөлдәрҙәге милли уҡыу усаҡтары - япмаһындар! Япһалар, телебеҙ бөтөр - туған телебеҙ бөтһә, милләтебеҙ бөтөр... Ошо һүҙҙәремде васыят итеп ҡалдырам - һин уны, мине оҙата килгән халыҡҡа еткер, унда олоһо ла, кесеһе лә булыр, ҙур хужалар ҙа килер... Һиңә һүҙ бирмәҫтәр, шуға күрә, мин балаларыма аңлаттым - ғаиләм исеменән оҙатыу Һүҙен һин әйтерһең... Мин һиңә ышанам",- тине...
... Ошо һүҙҙәрен әйтеп, ул иңдәремә, шул саҡта уҡ, оло яуаплылыҡ һалған һәм минең күңелемә "Йөрәк һүҙе" проектын тыуҙырыуға орлоҡ сәскән икән!..
...Эйе, күпте күргән Аҡһаҡал васыятын, мин бөгөн тап шулай ҡабул итәм. Ҡабул итәм тием дә, әсенеүҙән йөрәгем, хатта, сәнсеп ҡуя!.. Эх, Нәжиб ағай, Нәжиб ағай, һеҙҙең кеүек Илен һөйөүселәр, уның өсөн утҡа-һыуға инеүселәр һирәгәйә шул донъяла, һирәгәйә... Әжәл ҡаршыһында ла, һин бит Туған тел, милли мәктәп, милли театр тип яндың, көйҙөң, ә бына 100 йыллығыңды, ғәфү ит, әйтмәй булдыра алмайым, шым ғына үткәреп ебәрҙеләр... Мин, театрҙарға шылтыратып та ҡараным, әммә, улар өҫтән ҡарар төшөүен көтөп, күҙ йомдолар... Араларында, етәкселек эшенән мутлыҡтары өсөн ҡыуылғас, Республикабыҙ Башлығына барып, сал башыңды эйеп, һин ҡотҡарып алып ҡалған ,теге егет тә, боҫоп ҡалды. Был хәл мине тамам "үлтерҙе"...
Ни тиһәң дә, бөгөн, донъя ҡиммәттәре пыран-заран килде шул...
Ватан, Тыуған Ил, Тыуған Ер, Туған Тел төшөнсәләренә ҡараш үҙгәрә бара - ҡыҙғаныс, хатта, ҡурҡыныс... Кеше күҙен аҡса, мөлкәт томалай, быларҙың ваҡытлы ғына ҡиммәт икәнен аңлатыу саралары юҡ тиәрлек. Мәғлүмәт, кино, телевидение, интернет икенсе ҡиммәттәргә ҡоролған... Бәлки, ошоларҙы төптән аңлап, халҡыбыҙ араһынан рухи байлыҡҡа, битарафһыҙлыҡҡа ынтылған милләттәштәребеҙҙе күреп, уларға тейешле иғтибар бирергә, улар менән күберәк аралашырға, уларҙы үҫтерергә кәрәктер?.. Шәхестәр кәрәк беҙгә, үҙ көстәренә ышанған, күңел нуры менән башҡалырҙы йылытҡан, яҡтыртҡан, аҡыллы, тәүфиҡлы, иманлы Шәхестәр кәрәк!!!
"Йөрәк һүҙе"нең төп маҡсаты ошо ҡиммәттәрҙе кешеләргә төшөндөрөүҙән ғибәрәт, иманым камил, был бөгөн бик кәрәк мәҙәни сара!
Мин ошоға ышанам һәм, үҙем, хаҡлы ялда ятыуыма ҡарамаҫтан, Илшат Азамат улы кеүек дәүләт эшмәкәрҙәре ярҙамына таянып, ошо проектты эшләргә тырышам. Рәми ағайҙың рухы - ул башҡорт рухы! Йәшәтәһе ине ошо тойғо-хисте, йәшәтәһе ине!!!
... Төн һуҙылды, таң атмай арыу ғына ҡаңғыртты...
Мин иртәгәһен, тәғәйенләнгән сәғәткә, һүнеп барған өмөт менән, Аҡ йортҡа барып индем.
Илшат Азамат улы мине бик тыныс, яҡты йөҙ менән, ихлас ҡабул итте. Тәмле сәй ҡуйҙы, хәл-әхүәл һорашты. "Йөрәк һүҙе" яңылыҡтарын, үҙе иғтибар менән минең яҙмалар аша социаль селтәрҙәрҙә ҡарап барһа ла, һәр бер ойоштороу аҙымын ентекләп һораны.
👍1
Эксперт советы эше менән ҡыҙыҡһынып, "Йөрәк һүҙе.Рәми" шиғриәт бәйгеһендә майҙан тотасаҡ егет-ҡыҙҙарға уңыштар теләне. Был юлы шиғриәт бәйгеһендә ир-егеттәрҙең күплегенә ҡыуанды.
Мин, тынысланып тын алдым ғына тигәндә, ул: - " Наилә апай, әгәр ҡаршы булмаһағыҙ, Һеҙҙең менән бер кеше осрашып, һөйләшергә теләгән ине, уны саҡырайыммы?"- тине лә, эске телефондан шылтыратып, Азат Шамил улы Баҙрановты саҡырҙы.
...Дөрөҫөн әйтергә кәрәк, ул минең белгән, аралашып йөрөгән кешем түгел. Уның, минең менән һөйләшергә теләүе, бер-аҙ ғәжәпләндерҙе. Оҙаҡ та үтмәне етеҙ атлап Азат Шамил улы килеп тә инде. Ул һөйләшеү йүгәнен үҙ ҡулына алып, "Йөрәк һүҙе" хаҡында белеште, ғариповсылар булараҡ, гимназия, уҡытыусылар, тәрбиәселәр тураһында ҡыҙыҡһынды, йылы хәтирәләрҙе лә тирбәтте...
Аралашыу барышында, мин артыҡ борсолоуымдың юҡҡа икәнлегенә төшөнгәндәй булдым.
" "Йөрәк һүҙе" проекты халҡыбыҙға кәрәк икән, тимәк, беҙ уны матур итеп, тейешле кимәлдә уҙғарырға тейешбеҙ, Наилә апай, эфирға ҡайтарыуҙы ла хәстәрләрбеҙ - үткәндәрҙе онотайыҡ, алға бергә атлайыҡ. Башҡортостан - беҙҙең уртаҡ Йортобоҙ, унда тыныслыҡ хаким итергә тейеш",- тине ул.
Һөйләшеү оҙаҡ барҙы, Илшат Азамат улынан Азат Шамил улының бүлмәһенә күсеп, унда ла һүҙ дауам итте. Республикабыҙҙа үткән ваҡиғаларҙы ла, ике ярға бүленеп, аңлашмаусанлыҡ даръяһында тыуған мөнәсәбәттәрҙе лә, барыһын да, урап үтмәй, уртаға һалып әңгәмәләштек. Күберәген, әлбиттә, ул һөйләне, йәмғиәт, дәүләт эшендә эшләгәндәрен, борсолоуҙарын, уңышҡа килтергән тырышлыҡтарын һәм республикабыҙҙа йәшәгән барлыҡ халыҡ менән, берҙәм рәүештә, бергә алға атлау теләген әйтте. Уйҙары изге, ахырыһы, был егеттең тип тыңлап, ҡарап ултырҙым.
... Беләһегеҙме, ишеткәндәремә ышанаһы килә...
... Эх, матур, иҫ китмәле башҡорт Илендә татыу, тыныс, ҡулға-ҡул тотоношоп, йырҙа йырланғандай, бәхеттә-шатлыҡта ғына йәшәргә ине!..
...Уйлап ҡараһаң, бөтә нәмә үҙебеҙҙән тора бит, үҙебеҙҙең теләктән, таҙа, матур ниәттәребеҙҙән, ҡылған эштәребеҙҙән, күңел сафлығынан!..
...Эйе, бөтә нәмә үҙебеҙҙән тора!

Наилә Сәфәрғолова.
Дөрөҫмы ул?
ТУҒАН ТЕЛ. ШАҒИР ҺҮҘЕ. ИР НАМЫҪЫ
(Наилә Сәфәрғолова хәтирәләре тыуҙырған уйҙар)

Быйыл Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың тыуыуына 90 йыл тула. Туған халҡыбыҙ өсөн оло ваҡиға. Зыялылар өсөн рухиәт өлгөһө ул бөйөк Рәми. Башҡорт теленең камиллығы,сикһеҙ гүзәллеге сағылған Рәми шиғриәте, ул үҙе яҙғанса, ғәзиз халҡының “сәскә күңеленән ынйы йыйыуға” тиң ине.
Ул йөрәге төпкөлөнән урғылып сыҡҡан гүзәл шиғырҙарын тыуған теленә, тыуған халҡына бағышланы, уларға дан йырланы, ошо изге юлынан һис бер тайпылмай атланы. Тап шуның арҡаһында ул барса халыҡ алдында кәмһетелеүгә дусар ителде, шиғырҙарының күпселеге йылдар дауамында баҫылмай ятты, власть әһелдәре тарафынан милләтен ололаған шағир ситкә тибелде. Ир-шағир йөрәге рәнйетелде, намыҫы тупаҫ рәүештә тапалды. Шағир трагедияһы ҡотолғоһоҙ ине, ул Есенин, Маяковский, Фадеев яҙмышына дусар ителде...
Замандашыбыҙ, рухлы вә талантлы мәҙәниәт эшмәкәре Наилә Сәфәрғолова 2017 йылдан бирле башҡорт шиғриәтенең рухи асылын сәхнә һәм телевидение аша халҡыбыҙға еткереү маҡсатында “Йөрәк һүҙе” исемле шиғриәт конкурсын ойоштороп, изге һәм сауаплы ғәмәлдәр ҡылды. Туған телдәрҙе “ҡыҫҡартыу” сәйәсәтенә ҡаршы тороу әмәлдәренең береһе булып ҡабул ителде ошо мәҙәни сара. Һис шикһеҙ, бындай саралар маҡтауға лайыҡ.
Әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тик ошондай алымдарҙы ғына ҡулланып, илебеҙҙә туған телдәрҙе сикләү (урыҫ теленән башҡаларын) сәйәсәтен бер нисек тә үҙгәртеп булмаясаҡ. Наилә туған “Йөрәк һүҙе”нең донъяға тыуыуы 2017 йылда башҡорт йәштәре (беҙҙең менән – аҡһаҡалдар менән берлектә) ойошторған тарихи митинг менән бәйле ине, ти. Эйе, был бик резонанслы сәйәси акт булды. Уны ойоштороусыларға, шул иҫәптән бән фәҡирегеҙгә лә, административ баҫым яһалды, суд процестары уҙғарылды, штрафтар һалынды. Әлбиттә, властың ҡара артын ялаусылар ҙа табыла торҙо. Шуларҙың береһе – ул саҡта Мәскәүҙә йәшәгән Азат Баҙранов атлы егет булды. Ул башҡорт телен яҡлап митинг ойоштороусыларға интернет селтәрендә ҡара яҡты, экстремизмда ғәйепләне, бән фәҡирегеҙҙе йәштәрҙе алама юлға алып сығыусы, тип атаны. Мин интернет селтәрендә, яуап итеп, ике мәртәбә Азат Баҙрановты фашлаусы материалдар баҫтырған инем ул саҡта. Шунан бирле Баҙранов дошманымын, ул әлегә тиклем, юлын табып, минән һәм минең ғаилә ағзалыранан үс ала килде.
Заманында А.С. Пушкин яҙған: “Не пропадёт ваш скорбный труд”, тип. Тап халыҡ ҡаршылығы арҡаһында ғына Рәсәйҙең юғары власы әһелдәре “Туған тел” предметын мәктәптәрҙең база уҡыу пландарының мотлаҡ уҡытыла торған дисциплиналары өлөшөндә ҡалдырырға мәжбүр булды. Юғиһә, ул факультатив предметҡа әйләндерелеп, бөтөнләйе менән юҡҡа сығыр ине.
Тап ошо ҡапма-ҡаршылыҡтан һуң Башҡортостан Хөкүмәте лә туған телдәрҙе һаҡлау һәм үҫтереү буйынса дәүләт программаһы ҡабул итте. Был программаның аҙмы-күпме файҙаһы барҙыр, әлбиттә. Әммә шаҡ ҡатырырлыҡ күренештәр ҙә пәйҙә булды: йәштәр кумиры Эльвин Грейға тап ошо программа буйынса (!!!!) йыр конкурсы уҙғарыу өсөн 30 миллион бюджет аҡсаһы бүленде. Ну, ҡалай шәп үҫтерҙе башҡорт телен Радик Юлъяҡшин, иҫ китмәле!
Шәхсән үҙем - аҡһаҡалдар ҡорона ингән заттарҙанмын. Йәшерәк сағымда сәйәсәткә артыҡ илтифат итмәһәм дә, ир еткәнемдә ул үҙе ошо мөхиткә тартып тигәндәй алып инде. Әлегәсә сыҡҡаным юҡ, ин-ша - Аллаһ. Һөнәрем өлкәһендә лә, сәйәсәттә лә, йәмәғәтселек эштәрендә лә ал-ялды белмәй эшләгәндәр иҫәбендә булдым. Хөрмәтле Президент М.Ғ. Рәхимов заманында ла, Р.З.Хәмитов башлыҡлығы осоронда ла, айырым баҫымдарға иғтибар итмәгән бер халәттә, башҡорт милли хәрәкәте йәшәне, нисек кенә булмаһын, үҙ һүҙен әйтә, юғарылағы чиновниктарға еткерә алды. Р.Ф. Хәбиров әфәнде килеп, Ағиҙелдең текә ярындағы Аҡ йортҡа улырыр-ултырмаҫтан, әүҙем башҡорттарға ҡара көндәр килде. Шүлгәндәр ҡалҡты өҫкә. Был - ысынбарлыҡ, ҡәҙимге сәйәси хәҡиҡәт. Ошо "яңыртылған" сәйәсәтте Баҙрандар ғәмәлгә ашыра башланы ла инде. Хаҡ эштәр ҙә, ямандары ла ерҙә ятып ҡалмай. Үткән замандарға, ҡылған эштәребеҙгә ваҡыт үҙе баһа бирәсәк. Тик шуныһы: балаларыбыҙға, ейәндәребеҙгә ата-бабалары өсөн ҡыҙарырға, аҡланырға тура килмәһен ине.
Һүҙ башына кире ҡайтып, шуны әйтәмен: әлбиттә, Наилә Сәфәрғолова ойошторған “Йөрәк һүҙе. Рәми” тип аталған шиғриәт бәйгеһенә тик уңыш ҡына теләйем. Рәми ағайыбыҙ башҡорт хәтерендә йәшәй һәм йәшәйсәк, уның үлемһеҙ рухы халыҡ ҡәҙеренә уғата лайыҡтыр.

Вәлиәхмәт Бәҙретдинов
Иң беренсе Зөһрә Бураҡаева, шунан Наилә Сәфәрғолова. Артабан кем, Рауфа Рәхимова?
Әй, Баҙрән Баҙрән!
Роль

Урын биләнеләр күңелемдә,
Йәнәшәлә булды барған юл.
Бер көн килеп дуҫтар юҡҡа сыҡты,
Тамам булғас инде уйнар роль...
Спектакль тамам. Шаршау ябыҡ.
Үҙ-үҙенә ҡайтҡан актерҙар.
Ярһынғандар инде тынысланған,
Хәсрәтлеләр инде шуҡ, йорҙар.
Асыҡланған инде дирижерҙар,
Бар хәҡиҡәт, ялған беленгән,
Кем китергә тейеш, шулар киткән,
Кем килергә тейеш, шул килгән.
Тәхет мөнбәрендә ҡалабыҙ тип,
Ҡоралланып тамаҡ ярғандар -
Илбаҫарҙар менән йәнбаҫарҙар
Бөркәнсекһеҙ тороп ҡалғандар.
Ысын йөҙө инде асыҡланған
Гераклдай булған туғандың
Көлөр өсөн күҙҙәренә ҡарап
Халыҡ ҡанын эскән тирандың!
Төнәй әле, китәм, тимәй һаман
Тауыҡ кетәгендә төлкөләр.
Ҡояш нурын һөймәй, һәр ваҡытта
Ҡараңғыға ҡарай өкөләр.
Үткәндәргә ҡарай, артҡа баға
Ғүмерҙәрен һыуға һалғандар:
Тарих сәхнәһенең арттарында
Суфлер ролдәрендә ҡалғандар...

Танһылыу Ҡарамышева
«Башҡортостан ватансылары” республика йәмәғәт ойошмаһының башҡорт халҡына һәм йәмәғәтселегенә
М Ө Р Ә Ж Ә Ғ Ә Т Е

Хөрмәтле ватандаштар һәм милләттәштәр !
Һеҙҙең барығыҙға ла билдәле булыуынса, яңы башланған 2022 йыл халҡыбыҙ һәм республикабыҙ өсөн бик ауыр ваҡыт булыр кеүек күҙаллана. Йылдың тәүге көндәрендәге Ҡаҙағстан ваҡиғалары һәм әлеге мәлдә Украина менән Рәсәй араһында хәрби көсөргәнешлек барлыҡҡа килеүе илгә генә түгел, барса донъяға хәүеф янауын раҫлай. Ошондай хәүеф бары тик АҠШ-тан һәм Көнбайыш Европанан ғына килмәй, ә ул беҙҙең Рәсәй иленең хәҙерге сәйәсәте менән дә бәйле.

Рәсәйҙең эске сәйәсәте милли республикаларҙың киләсәге өсөн дә үтә хәүефле. Федераль властың дәүләт именлегенә, ил бөтөнлөгөнә яуапһыҙ ҡараған ҡайһы бер Рәсәй сәйәсмәндәренең күптәнге хыялына юл асыуы мөмкин. Был сәйәсәт Рәсәй субъекттарын эреләтеү менән бәйле. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, федераль үҙәктең яҡын киләсәктә Рәсәй төбәктәрен ҡыҫҡартыу планын ғәмәлгә ашыра башлауы мөмкин. Эреләтеүҙең төп эҙемтәһе – РФ республикалары дәүләтселеген юғалтасаҡ, Рәсәй элекке империя хәленә ҡайтасаҡ.

Бындай ҡатмарлы сәйәси ситуацияла башҡорт халҡы һәм йәмәғәтселеге ошондай антиконституцион сәйәсәткә протест белдерә. Федерализм принциптары тейелгеһеҙ ҡалырға, яңы проекттар Рәсәй Конституцияһына ярашлы төҙөлөргә тейеш. «Башҡортостан ватансылары” ойошмаһы республика дәүләтселеген яҡлауҙы һәм һаҡлауҙы яуаплы һәм изге эш тип иҫәпләй. Башҡа мәсьәләләрҙән башҡорт халҡы һәм йәмәғәтселеге өсөн иң мөһиме булып хәҙерге ваҡытта тел яҙмышы тора. “Тел бөтһә - халыҡ та бөтә», «Теле юҡтың – иле юҡ!» - халҡыбыҙ фекере хаҡ.

Һуңғы ваҡытта Башҡортостанда башҡорт теленең дәүләт теле булараҡ функциялары юҡҡа сыҡты. Уның сәбәптәрен асыҡлап, «Башҡортостан ватансылары” ойошмаһы 2021 йылдың 14 декабрендә (башҡорт теле көнө) баҫылған мөрәжәғәтендә яҙып сыҡҡайны. Башҡортостанда дәүләти башҡорт телен ҡурсалаған берҙән бер «Башҡортостан халыҡтарының телдәре тураһында» тигән закон бар, әммә ул да ысынбарлыҡта эшләмәй. 2020 йылда ул законға байтаҡ ҡына төҙәтмәләр, үҙгәрештәр индерелде, һәм уның күп кенә статьялары йомшартылды. Мәҫәлән, быға миҫал итеп закондың ҡайһы бер положениеларын, статьяларын атап үтеп була. Республиканың муниципаль һәм дәүләт власы органдарында башҡорт телен рус теле менән бер рәттән ҡулланыу мөмкинлеге генә теркәлгән, ә зарурлығы түгел (10 статья 1 пункт). Шулай ҙа закон башҡорт халҡының мәнфәғәттәрен сағылдыра һәм, билдәле бер кимәлдә булһа ла, дәүләти башҡорт телен ҡурсалай.
Закон буйынса башҡорт милләтенән булған һәр граждан район, ҡала муниципаль һәм республика власы органдарына башҡорт телендә мөрәжәғәт, ялыу, ғариза һәм хат яҙа ала. Власть органдары яуапты шул уҡ телдә бирергә тейеш (13 статья, 4-5 пункт). Үкенескә ҡаршы, закондың был статьяһы менән положениеһы власть органдары тарафынан үтәлмәй. Улар башҡорт телендә яҙылған хаттарҙы, мөрәжәғәттәрҙе, ялыуҙарҙы ҡабул итһәләр ҙә, яуапты рус телендә бирә. Мәҫәлән, республика Башлығы хакимиәтенән беҙҙең ойошма тарафынан яҙылған мөрәжәғәттәргә гел рус телендә яуаптар килде. Ул ғына ла түгел, беҙҙең Бөтә донъя башҡорттар ҡоролтайының башҡарма комитеты (БДБҠ БК) ла башҡорт телендә яҙылған хаттарға русса яуап ебәрә. Әгәр ошо БДБҠ БК ла шундай үрнәк күрһәткәс, башҡа башҡорт милли баҫмалары, учреждениелары, нәшриәттәре хаҡында яҙып тороуҙың бер кәрәге лә юҡ. Ғөмүмән, телде ҡурсалауҙы ана шул учреждениеларҙан, нәшриәттәрҙән, баҫмаларҙан башларға кәрәк.
Закондың 6 - сы статьяһында дәүләти рус һәм башҡорт телдәренең тиң хоҡуҡлы рәүештә ғәмәлгә ашырылыуын тәьмин итеү нормаһы теркәлгән. Шулай уҡ Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай, даими комитет, комиссия ултырыштарында, парламент тыңлауҙарында һәр бер депутатҡа дәүләти башҡорт телендә сығыш яһау хоҡуғы бирелгән (10 статья 2 пункт). Республика Башлығына ла дәүләт телдәрен белеү кәрәклеге нығытылған (10 статья, 4 пункт).
Юғарыла күрһәтелгән закон статьяларының һәм положениеларының ғәмәли үтәлеүе күптәрҙә икеләнеү тыуҙыра. Мәҫәлән, закондың 10-сы статьяһын ҡарайыҡ. Унда дәүләт телдәренең ҡулланылыуы тураһында яҙылған. Статья буйынса рус теле менән бер рәттән дәүләти башҡорт телен дәүләт власы һәм урындағы үҙидара органдарында ҡулланырға мөмкин, тип күрһәтелгән. Ошо норманы республикабыҙҙың көнсығыш, көньяҡ – көнсығыш, төньяҡ – көнсығыш райондарында бер ниндәй ҡаршылыҡһыҙ ғәмәлгә ашырырға мөмкин: унда йәшәгән халыҡтың күпселеге башҡорттар һәм урындағы муниципаль власть һәм үҙидара органдарында ла күп осраҡта беҙҙең милләттәштәр ултыра.
Бер-ике йыл элек ул яҡта башҡорт теленең район муниципаль власть органдарында ҡулланылыуы тураһында ишетелеп ҡалғайны. Район, ҡала башлыҡтарының оперативкаларҙы башҡортса алып барыуҙары, башҡорт телендә мөрәжәғәт, ялыу, ғариза ҡабул итеүҙәре, йыйылыштарҙа, ултырыштарҙа башҡортса сығыш яһауҙар булып алғайны. Әммә уларҙың даими рәүештә дәүләти башҡорт телен ҡулланыуы тураһында мәғлүмәттәр әлегә юҡ. Был райондар, ҡалалар хакимиәттәрендә рус теле өҫтөнлөк итә.
Дәүләт власы органдарына килгәндә, 2020 йылдың көҙөндәге хөкүмәт ултырышында бер тапҡыр ғына башҡорт телендә вице-премьер Ф.М.Йәғәфәров сығыш яһаны. Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙа ла рәйес К.Б.Толкачевтың ҡушыуы буйынса бер депутат башҡорт телендә доклад һөйләгәйне. Ләкин һуңынан былар барыһы ла онотолдо. Хәҙерге ваҡытта республика дәүләт власы органдарының бер генә ултырышында ла башҡорт теле ҡулланылмай. Был мәғлүмәттәрҙең барыһы ла «Башҡортостан халыҡтары телдәре тураһында” тигән закондың (6 статья) үтәлмәүен иҫбатлай.
Закондың 14-се статьяһында дәүләти телдәрҙең (рус һәм башҡорт) рәсми делопроизводствола ҡулланыу тәртибе теркәлгән. Уны ғәмәлгә ашырыу өсөн башҡорт телен делопроизводствоға индереү тураһында айырым закон ҡабул итеү кәрәклеге лә билдәләнгән.
Закон буйынса дәүләти башҡорт телен ҡулланыу мөмкинлеге тик башҡарма һәм вәкәләтле власть органдарының эшмәкәрлеге менән генә сикләнмәгән. Уны суд производствоһында ла, нотариатта ла ҡулланырға мөмкин( 16-17 статья).
Айырыуса транспорт, энергетика, элемтә, сәнәғәт (промышленность) өлкәләрендә дәүләти башҡорт телен ҡулланыу мөмкинлеге (19-сы статья) башҡорт йәмәғәтселеге һәм халҡы өсөн бик мөһим. Әгәр ҙә республика хөкүмәте был өлкәләрҙә лә законды ғәмәлгә ашырһа, ул саҡта беҙ Башҡортостандың ғәмәли үҙаллылығын аҙ булһа ла тойор инек. Хәҙерге мәлдә тик Өфөлә генә транспорт өлкәһендә дәүләти башҡорт теле ҡулланыла. Ҡала автобустарында туҡталыштар, автовокзал, тимер юл вокзалындағы рейстар ике дәүләт (башҡорт һәм рус) телендә иғлан ителә. Әммә республиканың барса ҡалаларында һәм райондарында ла ошо норманы үтәү ҡағиҙәгә әйләнмәгән. Ҡайһы бер ҡалаларҙың автовокзалдарында рейстар рус телендә генә иғлан ителә (мәҫәлән, Күмертау ҡалаһы һәм башҡалар). Автостанцияларҙа рейстар ике дәүләт телендә иғлан ителмәгәс, ҡала йәмәғәт транспортында шул уҡ хәл инде.
Закондың 21-се статьяһына иғтибар итмәйенсә булмай. Унда географик объекттарҙың, юл һәм башҡа күрһәткестәрҙең дәүләти башҡорт һәм рус телдәрендә дөрөҫ яҙылыу кәрәклеге теркәлгән. Был статья ла урындағы муниципаль власть органдары һәм төрлө юридик, физик шәхестәр тарафынан боҙола. Байтаҡ урындарҙа ауыл, йылға исемдәре күрһәткестәрҙә тик русса ғына яҙыла. Мәҫәлән, Ағиҙел менән Ҡариҙел йылғалары атамалары күрһәткестәрҙә “Белая” һәм “Уфа”, тип кенә яҙылып ҡуйылған. Ана шундай хаталы күрһәткестәр республикала етерлек.

“Законды боҙған өсөн кем яуаплылыҡ тота?” – тигән һорау тыуа. Әлбиттә, иң беренсе сиратта был өлкәлә хөкүмәт менән урындағы муниципаль власть органдары яуаплы. Улар законды боҙған өсөн ошо закондың 25-се статьяһы нигеҙендә юридик һәм физик шәхестәрҙе яуапҡа тарттырырға тейеш. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, республика хөкүмәте (премьер-министр А. Назаров) ошо законды ғәмәлгә ашырыу барышын контролдә тотмай. М.Ғ.Рәхимов президент булған осорҙа терминологик комиссия эшләй ине. Уның етәкселегендә урындарҙағы комиссиялар башҡалабыҙ Өфөлә, башҡа ҡала һәм ҡасабаларҙа урам, ойошмалар, сауҙа учреждениелары һ.б.