Башҡорт теле – Telegram
Башҡорт теле
249 subscribers
23 photos
6 videos
11 links
Download Telegram
Ике көн инде, был яҙманан һуң, ҡара ҡайғыға сумып, өмөтһөҙлөккә батып, ауыр уйҙарға ҡалып йөрөйөм... Тормошомда ныҡ буталһам, "халҡым" тип йөрөгәндә ирекле уйҙарым өсөн тегеләр ныҡ дөмбәҫләй башлаһа, Зөһрә апай, һинең менән һөйләшеп, кире кеше хәленә ҡайта инем. Һин миңә бер саҡ шулай тинең: "Улар һине таксист булып эшләргә мәжбүр итһә лә, күңелең менән таксисҡа әйләнмә!" Хатта, Францияла эмигранттар тормошонан ниндәйҙер миҫал да килтерҙең. Баҡтиһәң, ысынлап та, режиссер-йырсы була тороп та, таксист, йә ашнаҡсы булып эшләһәң дә, һынмаҫ рухты һаҡлау мөмкин икән. Дуҫтар ярҙамында етәксе булып, бер-ике грант алыусы булып, ҙур премияға дәғүә итеүсе булыуға ҡарағанда... Һинең рухың һынған көн, апай, минең рухи үлемем көнө...
Ил инәһен илатҡан илдең киләсәге юҡ! Точно, как прежде не будет!
Мәрйәм инәй һәр бер бөртөк башҡорт балаһы өсөн ғүмер буйы көрәште, тел белһен, урыҫлашһа - милләткә кире ҡайтһын, тип. Хәҙер килеп һин ошо инде ҙурайған балаларҙы үлемгә оҙатыу яҡлыһың?!
"Ил" тигән булаһығыҙ, һаҡларға, тигеҙ. Ә ниңә беҙҙең мобилизацияланғандар башҡа төбәктәрҙән өс (!) тапҡыр артыҡ?! Нишләп тик башҡорттар һуң?!. Ҡуштау өсөн аңһыҙ халыҡтан һәм егеттәрҙән үс алыумы? Тик, ниңә, ул гениаль сценарийҙары буйынса Ҡуштауҙы Русфондҡа күсерҙеләр бит инде. Кемгә төртмә, НАТО янай тигән аргументтарынан башҡа икенсе аргумент юҡ. Хәҙер килеп янай инде, ә кем башланы был СВО-ны? Украина беҙҙең СВО арҡалы НАТОға инде.
Беҙҙең республикала былай ҙа бәлә етерлек ине: башҡорттарҙың һаны кәмеүе, балаларҙың тел белмәүе, маңҡортлоҡ, үҙаллылыҡ булмау, алтындарыбыҙҙы талау... Тик хәҙер, Мәскәүҙән ебәрелгән радиактив карателдәр төркөмө етәкселегендә, халҡыбыҙҙы тура мәғәнәлә үлтерәләр!
Мин сво башынан ҡаршы булдым, өгөтләнем! Минең яҙмаларымды уҡып, бер башҡорт ғүмерен һаҡлап алып ҡалһа - кешене үлемдән ҡотҡарыу сауабын бирәсәк Хоҙай Тәғәлә, иншалла. Ә һин был яҙыуҙан һуң ҡанға буялырға ҡурҡмайһыңмы? Повестка таратҡан, һайлауҙарҙа мутлыҡ эшләгән уҡытыусылар, тупаҫ агитация алып барған етәкселәр, һеҙ Алла язаһынан ҡурҡмайһығыҙмы?
Үҙем ҡайғырам, тик һаман, өмөт барҙыр, бәлки киләсәктә төп баштарына ултыртыу өсөн, был ҡылығың тик ваҡытлыса ярамһаҡланыуҙыр, тип һине аҡларға маташам. Юҡ шул. Өмөт юҡ. Ҡыҙғанысҡа, яңылышам...
Бәлки, һин "заложник"тыр? Бәлки, ультиматум ҡуйғандарҙыр һиңә?.. Тағы ла юҡ... Мин иҫәр! Сөнки һаман һиңә һәм һинең кеүектәргә, түрә булып ултырған интеллигенция вәкилдәренә, аҡлау эҙләйем.
Зөһрә апай, дуҫыңа әйт, бюджет аҡсаһына сығарған китаптары ла, үҙен-үҙе маҡтауы ла, тарихты юйыуҙары ла һәм активистарҙы төрмәгә тығыуҙары ла - нәҫеленән ҡан һәм күҙ йәшен юймаясаҡ! Динһеҙ батша артынан һуҡыр барыусылар, бәддоға һеҙгә!
Һин әйтешләй, без истерики ирҙәрен, улдарын, кейәүҙәрен ут эсенә ебәреп, үҙенең аңһыҙлығын, ҡараңғылығын, көсһөҙлөгөн яҡлар өсөн батша бойороғона сәпәкәйләгән, ирҙәренә "һин батыр, бар" тип ойоҡ бәйләп ултырған ҡатындар, күҙегеҙҙе асығыҙ! Аҡылығыҙға килегеҙ. Башҡа төбәк ҡатындары автобустарҙы әйләндереп, юлға арҡыры ятып, һәр бер ир өсөн көрәшә! Ә өнһөҙ Өфө ҡыуанып утҡа ул ташлай, ойоҡ бәйләй. Көслө ил ғәскәре өсөн - ыштан һәм марли ебәрә!
Былай оҙон итеп түгел, ҡыҫҡаса ошолай ғына тип яҙырмын тигән инем:
Азат, мине лә ал дуҫтар рәтеңә, мин дә етәксе була алам һәм ғүмер буйы йыйған абруйымды башҡорт егеттәрен күпләп үлемгә оҙатырға ярҙам итәсәкмен, тип... Тәүбә!
Барлыҡ мәҙәниәткә һинең дуҫыңдың хужа булып ултырыуы - Радий ағайҙың был өлкәгә төкөрөп ҡарауынан ғына. Ҙур түрәнең ниәте башҡа - ил байлығын батшаға һәм уның яҡындарына тиҙ арала законлы рәүештә биреү. Һәм был гениаль план инде үтәлде тигән һүҙ! Афарин!
Башҡортса диктанттар , тел сарлаған бөтмәҫ саралар, ҡайтанан терелткән геройҙар - бер аҙ ҡалған интеллегенция күҙенә саң өрөү, уларҙың ҡулдары менән планды артабан атҡарыу өсөн генә.
...Бәлки һинең "дуҫ" ваҡытлыса ярамһаҡланып йөрөп киләсәктә Башҡортостанға үҙаллылыҡ яулашыр?! Юҡ. Мин ахмаҡ!
RIP
Минзаля Яхина
15.06.1981- 03.10.2022.
👍8
Миңә яуап яҙып бот сабыусыларҙы бары тик ҡуштанлыҡ менән шөғөлләнеүселәр тип аңлап уҡығыҙ.
👍1
Ҡоллоҡ сире яман шул...🇷🇺

"Шайморатов", "Доставалов",
Ике "Салауат Юлаев" -
Былар милли батальондар,
Ә төп дошман - украиндар...

Украинды ҡырған һымаҡ
Башҡортты ла ҡырған батша.
Быны онотҡандар - ахмаҡ,
Ҡоллоҡ сире яман башта.

Йырҙар йырлап, гармун тартып
Яуға китәләр башҡорттар.
Хатындар ҡала оҙатып,
Етем ҡалалар күп йорттар...

Башҡорт кәмеһә күберәк ,
Түрәләргә шатлыҡ ҡына.
Ерҙәр ҡалыр иркенерәк
Түрәләрҙең үҙ халҡына...

Кисә күрҙем интернетта:
Мулла елә БМП - ла...
Сит баҫыуҙар ике яҡта
Уға ләғнәт уҡып ҡала...

(Абай улы)
👍11
ҺУҒЫШ

Ҡаһармандар яһай заман
Кеше үлтереүсенән,
Мәжбүрилек, дусарлыҡтан
Ҡорбан килтереүсенән.

Ҡанлы алыштарҙа ала
Әҙәм әҙәмдең йәнен...
Еңеү хаҡы бына ошо
Ҡорал тотҡан бәндәнең.

Һөжүм итмәй, һәләк итмәй
Хатта йыртҡыс үҙ затын:
Айыу айыуын ашамай,
Юлбарыҫ юлбарыҫын.

Бойороусо бит бойорған,
Донъяға биргән бурыс:
Баҫҡынсыны һепереп ҡыра
Мөҡәддәс, изге һуғыш.

Кейек түгел, бәндә затын
Ҡоторта һаман шайтан.
Тетрәндерә йөрәгемде
Илбаҫар булған ватан.

Танһылыу Ҡарамышева
👍6
🙏🏻 ТЕЛ ТУРАҺЫНДА ШИҒЫРҘАР

Фәнил Бүләков.

Йәнем моңо минең - башҡорт теле,
Рухым сәңгелдәге һин, телем!
Тик тиңләшер затлы хазинама -
Тыуған ерем, әсәм һәм илем.

Тәүге тындан һуңғы һулышҡаса
Иркәләр тик ғәзиз телгенәм.
Үҙ теленән күпһенгәндәр генә
Бер йәнемде меңгә телгеләй.

Тормошома изге ҡотто биргән,
Ҡотло иткән беҙҙең ғүмерҙе,
Туған телем әсә һөтө кеүек
Һәр сабыйға шундай ҡәҙерле.

Туған телем - әсә һөтө үҙе,
Милләтемдең рухы, моң, ҡото.
Күңелдәрҙе беҙҙең туған иткән,
Милләт иткән телем башҡортто.

Айырмайыҡ бары сабыйҙарҙы
Ата-бабам биргән ырыҫтан.
Онотмайыҡ оло хәҡикәтте -
Тыумаған бит балаң урыҫтан.

Башҡорт теле - нурлы Уралымда
Алтындарға бирмәҫ хазина.
Халҡым рухын сағылдырып күктә
Сая бөркөттәре ҡағына.
_________

ТУҒАН ТЕЛЕМ.
Р. Әхмәҙиева

Башҡорт телендә һөйләшәм
Йырлап торған матур тел.
Бар булған башҡа телдәрҙән
Әсә теле яҡын- шуны бел.
Ата-бабаларың һөйләшкән
Аралашҡан ошо телдә,
Онотма туған телеңде-
Башҡорт милләтенән һиндә.
Салауат һәм Рәми теле миндә,
Илем бөтмәҫ, бөтмәһә телем,
Телем өсөн көрәшергә әҙер
Йөрәгемдән сыҡҡансы йәнем.
Башҡорт булып тыуғанһың икән
Үҙ телеңдә һөйләш- оялма.
Кеше ғәмһеҙлеге арҡаһында
Күпме тел юғала донъяла.
Ниндәй телдә аралаша балаң,
Ә балаңдың балаһы.
Туған телен белмәйҙәр икән-
Был һинең тәрбиәң баһаһы!
_______

Гөлназ ҠОТОЕВА

Туған телем минең, аҫылым,
Балҡып ҡына китер асылым,—
Башҡортсалап берәү өндәшһә,
Бер туғаны кеүек һөйләшә.

Башҡорт теле — тыуған илгенәм,
Иркәләп тә һөйөр елгенәм.
Әсәм ҡулдарының наҙы ул,
Күңелемдең шаулы яҙы ул.

Башҡорт телем минең — сабырлыҡ,
Инәйҙәрҙән ҡалған таһыллыҡ,
Башҡорт теле — минең тамырым,
Селләләрҙә көткән ямғырым.

Башҡорт теле — минең улғынам,
Киләсәккә илтер юлғынам.
Башҡорт теле — минең киләсәк,
Килер быуындарға бирәсәк.

Башҡорт телем минең, аҫылым,
Балҡып ҡына китер асылым,—
Башҡортсалап берәү өндәшһә,
Йәнем ирей.
Телем, мең йәшә!!!!
______

Башҡорт теле
ХӘСӘН НАЗАР

Башҡорт теле! Уралымда
Затым өсөн һин рух түле.
Миңә һин — яҙмыш, ә кемгә —
Сәхнәләгесә роль теле.

Башҡорт теле! Тарихында
Бер кемгә лә юҡ ләғнәте.
Тик үҙенсә иретмәктә
Көсәнмәне кем лөғәте.

Башҡорт теле! Һин — аҡбуҙат,
Һин — һандуғас, һин — ыласын.
Һәр өнөң ҡурай моңолай,
Барыһы тәбиғи ысын.

Башҡорт теле! Салауат теле,
Һәҙиә теле, Мостай теле.
Уларға бит " Урал батыр "
Иң шөһрәтле остаз ине.

Башҡорт теле! Мәктәптәргә —
Һаман ҡыҫырыҡлау еле.
Донъя тармы?! Былай ҙа бит
Вазифалы урыҫ теле.

Башҡорт теле! Быуаттарҙы
Үтеп тә һин, сарланып та,
Яҙҙыртаһың минән шиғыр,
Ғорурланып, зарланып та.

Башҡорт теле! Уралымда
Затым өсөн һин рух түле.
Һин бит беҙҙең хәтер иле,
Мәңге йәшә, башҡорт теле!
________

Туған тел
Минира Биканасова

Рәхмәтлемен атай-әсәйемә
Өйрәткәнгә туған телемде.
Әлифбамдың битен аса-аса
Башлап алдым тәүге ғилемде.
Хыял-уйҙарымда, йырҙарымда
Әсәм теле минең аңымда.
Уның аша күскән холоҡ-фиғел:
Башҡортлоғом аға ҡанымда!
Балаларым тыуҙы башҡорт булып
Милләт рухым күсте уларға.
Телем йәшәй, тимәк, ерем дә бар
Һауам да бар әле, һуларға.
Мәңге йәшә, йәшнә тыуған телем!
Үлемһеҙ бул- ошо теләгем!
Саф башҡортса өләсәй тип,ана!
Йүгереп йөрөй янда ейәнем...
________

Баязит Бикбай.

Ерҙә кеше һөйәгенән
Убалар үҫкән…
Тел – тере шишмә - үлмәгән,
Бөгөнгә еткән !
Шул тел менән тыуҙым,үҫтем,
Торам бөгөн дә.
Аңлай мине ғәзиз халҡым
Туған телендә.
Минең телем – тыуған ерем,
Әсәм тауышы,
Халҡымдың бай хазинаһы,
Таҙа намыҫы !
Ерҙә халыҡ йәшәй икән,-
Теле лә йәшәй !
Телен асҡанда,
һәр бала
Әйтәсәк «Әсәй !».
Мин сикһеҙ хөрмәт итәмен
Халҡымдың телен,
Ә кем уны һаңға һуҡмай,
Хурлай тик үҙен !..

#БашФонд #Башкортостан
👍9
Forwarded from КАСА
* * *
Зарланмайым заманыма,
Күҙен һирпеп ҡараһын,
Күҙ йоммаһа юлдарыма,
Үҙе күрер сараһын.

Һәр замандың үҙ заңы бар:
Тантанаһы, хурлығы,
Түбәнлеге, бейеклеге,
Ваҡлығы һәм ҙурлығы...

Заманына – һәр кем бала,
Ҡабатлай заман холҡон:
Күтәрәм мин бөтәһен дә,
Күтәргән кеүек халҡым!..

Рәми Ғарипов
👍8
Был һуғыш - барлыҡ һуғыштарҙың дә иң мәғәнәһеҙе. Бөйөк Ватан һуғышында бер яугир ҙә , контракт төҙөп, аҡса алып һуғышмаған .
Әгәр Илебеҙ, Еребеҙ өсөн барған һуғыш булһа , мобилизацияһын дә көтөп тормаҫ инек .
Ҡуштау , Ҡырҡтытау шуға дәлил.
Аҡса өсөн кеше ғүмерҙәрен ҡыйыу , һуғышты аҡлау , хатта рекламалау ДИН ӘҺЕЛЕНӘ килешкән эш түгел.Бигерәк тә милли батырыбыҙ исемендәге батальондар төҙөү , изге ҡиммәттәрҙе , ҡиблаларҙы бутау...
" Урал " урынына - " катюша " ...
Хәҙрәтебеҙ өнһөҙ - тынһыҙ ғына , 200 се егеттәребеҙга йыназа уҡып ҡына йөрөһә, ҙурыраҡ фәтиха алыр ине .

ЯНЫУ.
(Поэманан өҙөк )

Һаҡла, Раббым, утлы һарайҙарҙан!
Янғындарҙан һаҡла! Эй, Аллам!
Халҡым менән ҡайсаҡ ғорурланам,
Халҡым өсөн ҡайсаҡ оялам.

Ғүмер баҡый мин көтөүсе булдым,
Миңә, ярай, уҡыу теймәне.
Ә һеҙ ҡайсаҡ юҡты һөйләйһегеҙ,
Бер дөйәләй итеп төймәне:

-Урыҫ-француз һуғышына башҡорт
Утыҙлап полк биргән!
-Йә? Шунан?!
-Төньяҡ амурҙары" исемләнеп,
Алғасҡыла йөрөгән!
- Йә? Шунан?!

Ул һуғыштың ҡуҡыш башындай бер
Фәтүәһе беҙгә тейһәсе!
Шуны тылҡыу һеҙгә мәртәбәме
Иҡтисади йәки сәйәси?

Һүҙҙәрегеҙ ҡыҫыр ғорурланыу,
Бер тамсы юҡ әрнеү юлағы.
Шуны ишеттемме, -
Йөҙйәшәр ҡарт –
Сабый ҡеүек килә илағым.

Уны белеү оло ғилем түгел,
Үә фән өсөн түгел ул һандар.
Ҡеүәтләрҙәр ғүмерендә бер ҡат
Һуғыш яланында булғандар.

Мин был хаҡта һөйләүҙәрҙе тыям,
Мин тыймаһам, һеҙҙе кем тыяр?
(Етмеш йәше тулған ҡарттарға һәм
Шағирҙарға ғына ихтыяр).

Мин бойорам! Сөнки дүрт-биш йылда
Әйләнермен ҡара тупраҡҡа.
Шуның өсөн минен һөйләгәнде,
"Тыуған ер һөйләй" тип тыңларға!

...Ул ғорурлыҡ түгел, бер ҡатлылыҡ,
Хатта меҫкенлек бит ул һандар.
Кем алдында тоғролоғоғоҙҙо
Иҫбатлайһығыҙ һеҙ, уландар!

Любезники, имеш, любизар, тип,
Ҡотос әйткән, тиҙәр. Ыстырам!
Сираттағы утҡа һөсләткән ул,
Һалпы яҡҡа һалам ҡыҫтырған.

Күпме башҡорт ҡайтмаған шул яуҙан! –
Беләме ул йырсы кисереп?
Ҡаһымдарҙы нисеҡ үлтергәнен,
Шул ҡотостар ағыу эсереп?

Өшөгәндә һеҙҙе йылыттымы
Сәмреғошло оло ил тажы?
Сит баһаға мохтаж халыҡмы беҙ,
Ситтәр баһаһына мохтажмы?

Сит баһаға тик ҡол ҡуҡырая,
Онотмағыҙ ошо һүҙҙәрҙе.
Кем һун улар, беҙҙе баһаларға,
Кем һуң әле улар үҙҙәре?

41-ҙәге һуғыш. Тағы башҡорт...
Тағы һыбай... Танк, туптарға
Ҡаршы сапты...
Ғәзиздәрем минең,
Ваҡыттыр бит аҡыл тупларға!

Ә һин, шағир, ҡыҫҡа хәтерлеһең.
Һин, ахыры, онота башланың.
Башҡорттарҙы ҡырыу хаҡындағы
Васыятын Петр батшаның.

Рәсәй тулы Петр вариҫтары,
Уяу булыу кәрәк ҡалай ҙа.
"Любезниҡи" тип, йә "воры" тип тә
Ҡыуалар

Рәйес Түләк .
👍13
Тарих

Ике башлы таяҡ тарих:
Бер осо - дан, берһе - ҡан.
Мең ҡорбанға бер еңеү тик,
Бер ғүмергә мең ҡорбан!

Ике яғы үткер бысаҡ -
Ҡайралған хәнйәр тарих.
Бер яғында илһаҡларҙар,
Бер яҡта баҫҡын халыҡ.

Көсләү менән мөхәббәттең
Айырмаһын тоймаусы,
Алға, тиеп ынтылғанда
Артҡа киткән ылаусы,

Уңаҡай ҙа, һулаҡай ҙа,
Тарих - сәйер сәйәхәт,
Бер бите аҡ, берһе ҡара,
Ике йөҙлө хәйләкәр.

Тарих - хәтер, хәтерһеҙлек:
Һәйкәлләнгән төбәктәр,
Онотолған, рәнйеп ятҡан,
Ерләнмәгән һөйәктәр!

Барыһы ла бер йөрәктә,
Бәғерендә халыҡтың.
Бер осо дан, бер осо ҡан:
Башы ике тарихтың...

2020 йыл

Танһылыу Ҡарамышева
👍11
Нисек нахаҡты кисерҙең,
Ил ағаһы Мортаза?..

Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов хаҡындағы иҫтәлектәрҙән:
2017 йылда беренсе тапҡыр уҙғарылған "Йөрәк һүҙе"нән һуң Мортаза Ғөбәйҙулла улы мине үҙенә саҡыртып алды.
- Һин унда бик шәп фестиваль уҙғарып ятаһың икән, халыҡты илатып бөткәнһең. Кеше шулай ти бит. Мин БСТ-ны ҡарамайым. Видеояҙмаһын килтерһен әле тигәйнем, алып килдеңме? - тип баҫып ҡулын биреп ҡаршы алды ул мине.

- Мортаза Ғөбәйҙуллович, алып килдем, рәхмәт, фестиваль түгел, шиғриәт бәйгеһе уҙғарҙым.
Башҡорт телен һаҡлау һәм яҡлау ниәте менән сентябрь айында урамдарға сыҡҡан милләттәштәребеҙҙең #Оран булып яңғыраған аһ-зарынан тыуған мәҙәни бер сара булды ул,- тинем.
- Ярар, ә кем ярҙам итте һуң уҙғарырға, ниңә миңә килмәнең? Бүләге лә шәп булған - машина!

- Илшат Азамат улы Тажетдинов ярҙам итте. Рәхмәт уға! Туған телдең бәҫен юғары тоторға кәрәк, ана бит "Һылыуҡай" конкурстарында еңеүселәргә ҡиммәтле тундар, машиналар бирәләр, ә "Туған телем", "Тыуған илем", "Тыуған ерем", "Ғәзиз халҡым" тип уның яҙмышы хаҡында борсолоп, оло сәхнәләрҙе халыҡ трибунаһы итеп, үҙ һүҙен ҡыйыу әйтә белгәндәргә баһа ла ҙур булырға тейештер бит, Мортаза Ғөбәйҙуллович, - тип һүҙемде дауам иттем.

- Дөрөҫ әйтәһең! Ҡара әле, Илшат рухлы ғына егет икән, маладис! Минән дә берәй премия булдырайыҡ. Тағы ла ҡасан үткәрәһең? - тип һораны ул ҡыҙыҡһынып.
- Әлегә был бәйгенең дауамы хаҡында уйламағайным. Һеҙ әйткәс 2018 йылда ла үткәрергә тырышырмын инде хәҙер, Мортаза Ғөбәйҙуллович.

- Халыҡ юҡҡа ғына шау-гөр килмәйҙер, халыҡ оҡшатҡас, тимәк, ул кәрәкле сара! Һин күп уйланма - мотлаҡ эшлә! Минән дә махсус премия булыр, - тип "Йөрәк һүҙе - 2017" яҙмаһын алып ҡалды.

Ә инде 2018 йылда үҙем барып саҡырыу ҡағыҙын ҡулына тотторғас, ул: "Килермен, мине белгәндәргә сәләм әйтә тор,"- тип арҡамдан һөйөп, йылмайып тороп ҡалды.

Беренсе Президентыбыҙҙы һуңғы минутҡа тиклем көттөм, бәйге башланғас та килмәнеме икән тип фойеға сығып-сығып ҡарап йөрөнөм - өмөт аҡланманы...

Ул бик теләһә лә, халыҡ араһына сығырға баҙнат итмәне шул... Ышанырлыҡмы ни, ял белмәгән, халҡынан башҡа үҙен бер генә секундҡа ла күҙ алдына килтерә алмаған Президент(!), шиғырҙа яҙылғанса, "8 йылға тере килеш күмелгәйне" бит ул саҡта!..

Шунан "Йөрәк һүҙе"нән һуң ике көн дә үтмәне, ул мине тағын үҙенә саҡырып алды. Уға шиғриәт бәйгеһендә уҡылған, Учалы егете Фәнил Бүләков менән уның ҡыҙы Азалия башҡарыуындағы видеояҙманы алып барҙым.

Ил ағаһы мине, аяғының ауыртыуына ҡарамаҫтан, ғәҙәттәгесә баҫып, ҡулын күрешергә һуҙып ҡаршы алды. Йүгереп килеп күрештем дә:

- Халыҡ Һеҙҙе көттө, бик көттө, Мортаза Ғөбәйҙуллович,- тинем.
- Ысынмы? Мин барырға йыйынып та бөткәйнем былай...
- Һеҙгә күстәнәскә бер шиғыр алып килдем әле бына. Тыңлайһығыҙмы?- тип флешканы уға һуҙҙым. Ул:
- Был нәмәне компьютерға ҡуя беләһеңме һуң үҙең, әллә ярҙамсымды саҡырайыммы? Тыңлағы килә, әлбиттә. Миңә әйттеләр ул һеҙгә арнап "Йөрәк һүҙе"ндә шиғыр уҡынылар тип. Халыҡ иланы, тамашасылар оҙаҡ итеп ҡул сапты тип тә әйттеләр, әйттеләр.

Әле мин шул осрашыуҙы иҫләйем дә, үҙем илайым, дуҫҡайҙарым...
Бына нисек булды ул:

Өҫтәлендәге монитор аша видеояҙманы бер тапҡыр ҡарағандан һуң, ул күҙ йәштәре аҡҡан йөҙөн күрһәтмәҫкә тырышып:
- Быны тағы ла бер тапҡыр тыңлап буламы? - тип һораны. Мин видеоны ҡабатлауға ҡуйҙым да ҡарарға ҡамасауламайым тип уның өҫтәленән ситкәрәк барып баҫтым.

Мортаза Ғөбәйҙулла улы, уң ҡулы менән битен ҡаплабыраҡ, Фәнил Бүләковтың "Ил ағаһы" исемле шиғырын тыңлай... Ваҡыты-ваҡыты менән, уның яҙмыш баҫҡан яурындары ҡалҡып-ҡалҡып ала, мышнап та, ауыр тын да алып ебәрә...

Иҫ китмәле, мәңге онотолмаҫ, тетрәндергес күренеш булды ул минең өсөн! Тын да алмай уны күҙәтәм - ул бирелеп китеп, хисләнеп тыңлай:

..."Ил ағаһын рәнйеттек беҙ,
Шул хаҡта ине һүҙем.
Хурлыҡтан бит күптәребеҙ
Йәшерҙе күргән күҙен.
Беҙҙең барлыҡ үткәндәрҙе
Тарих битенә яҙа.
Нисек нахаҡты кисерҙең,
Ил ағаһы Мортаза?.."

Субырлап аҡҡан күҙ йәштәре ҡаршылыҡһыҙ уның танауы буйлап ағып, имән өҫтәлгә суп-суп итеп тама...
Тынлыҡ...
👍11👎1
Күпмелер ваҡыт үткәс, ул миңә боролмай ғына:
- Һин бындамы әле ул, ҡыҙыҡай? Бар, ҡайт. Рәхмәт. Аҙаҡ "Йөрәк һүҙе"ңдең тулы яҙмаһын килтерерһең, йәме, - тине.

Быйыл "Йөрәк һүҙе" 18 апрелдә алтынсы тапҡыр уҙасаҡ, унһыҙ уҙасаҡ...
Әммә, иманым камил, халҡыбыҙ үҙ итеп ҡабул иткән шиғриәт бәйгеһе сәхнәһенән яратҡан Президентыбыҙ Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов хаҡында шиғырҙар мотлаҡ яңғыраясаҡ!

@ Наилә Сәфәрғолова

***

Ил уланы башын эймәй
Халҡына булды ҡалҡан.

"Йөрәк һүҙе"ндә Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимовҡа арналған шиғыр

Фәнил:
Салауаттың язаһынан
Үткән, балам, күп ғүмер.
Тик тарихтың усағында
Һүнмәгән ошо күмер.
Баҙлап ҡына ятҡан утта
Ҡыҙа, ҡыҙара тимер.
Илһөйәрҙәргә баҫыла
«МИЛЛӘТСЕ» тигән мөһөр.
Телһөйәрҙәргә тағыла
Шул уҡ «Милләтсе» һүҙе.
Һуҡыр булып ҡала күптәр
Булһа ла күрер күҙе.
Ил ағаһы исемен дә
Әйтеү беҙгә тыйылды
Ҡол булдыҡмы, ҡурҡаҡмы беҙ
Өндәребеҙ тығылды!..
Ил ағаһы һигеҙ йылға
Тере килеш күмелде!.
Ошо ауыр хыянат гел
Ҡырып тора күңелде.

Азалина:
Һуҡыр булып ҡала күптәр
Күрһә лә күрер күҙе,
Тигән инең миңә, атай,
Әсенеп кенә үҙең,
Ни хаҡта ине һүҙең?

Фәнил:
Ил ағаһын рәнйеттек беҙ,
Шул хаҡта ине һүҙем.
Хурлыҡтан бит күптәребеҙ
Йәшерҙе күргән күҙен.
Беҙҙең барлыҡ үткәндәрҙе
Тарих битенә яҙа.
Нисек нахаҡты кисерҙең
Ил ағаһы Мортаза?
Бөгөн килеп данлайбыҙ ҙа
Һинең оло исемде.
Ярамһаҡҡа индермәгеҙ
Зинһар, минең есемде.
Теҙләндерер саҡта донъя
Һынманы халҡым улы.
Милләтенә һуҙҙы һәр саҡ
Мәрхәмәт тулы ҡулын.
Ил уланы башын эймәй
Халҡына булды ҡалҡан.
Ялғандан тормош тирмәне
Яһай һәр саҡ он-талҡан

Азалина:
Ил ағаһын күргем килә,
Ул бит миңә олатай!
Ул төҙөгән мәктәпкә лә
Мин йөрөр инем, атай.

Фәнил:
Ил ағаһы арабыҙҙа
Милләтемдең ул ҡото
Йөрәгенә өмөт һалып
Уятты ул башҡортто
Ил уланы үҙ халҡының
Рухын ҡурсыған атай.
Иле өсөн янып көйгән
Аҡһаҡал ул олатай.
Ул астырған күп мәктәпкә
Эленгән бөгөн йоҙаҡ.
Халҡым киләсәге өсөн
Ҡоролған ошо тоҙаҡ.
Сабылған беҙҙең тамырға
Милләт ҡанһырар балта
Туған телем киләсәген
Томандар тора ҡаплап.
Үҙ телемдә уҡытырға
Яҙам һиңә ғариза.
Киләсәгем ҡайҙа илтер
Эштәр ҡалғас ҡағыҙға.

Азалина:
Хаҡлыҡ ҡалҡа, һыуға батмай
Ошо дөрөҫмө, атай?
Беҙ башҡорттар булырбыҙмы
Шул борсой мине, атай?

Фәнил:
Башҡорттарҙың киләсәге -
Берҙәмлектә, берлектә.
Илен яҡлап һүҙен әйтеү
Яҡлай алыу, ирлектә.
Берҙәмлектең усағында
Гел дөрләп торһа ялҡын.
Дәүерҙәрҙе атлап сығыр
Илһөйәр ғәзиз халҡым.
Хөрмәт итһә үткәндәрен,
Телһөйәр булһа балам,
Киләсәккә милләтемдең
Ышаныс менән бағам.

© Фәнил Бүләков
👍12👎1
Иң бөйөк һүҙ әле әйтелмәгән
Иң бөйөк көн әле ул алда
Килер ул көн, килер ул ҙур байрам
Туй яһарбыҙ шауҙап урамда.

Ул туйға мин бәлки барып етмәм,
Ярһыу атым янып йығылыр.
Тик минһеҙ тулы булыр ул туй,
Мин белмәгән дуҫтар жыйылыр.

Һөйҙәшһәләр әгәр туған телдә,
Телгә алыр алар мине лә.
Сөнки мин киләсәк менән бергә
Һаҡтап саптым, телем, һине лә.

Рәми Ғарипов
👍26👎1
Forwarded from Ядерный муравей 🐜 (Ruslan Suleiman)
Нәсихәттәр

Иң әүүәл кәрәк нәмә — иман, тигән,
Әхирәт эштәренә инан, тигән.
«Хоҙай, кисер!» — тигән менән эш бөтмәйҙер,
«Иман шарты»н өйрәнмәһә — Иван, тигән.

Икенсе ҡиммәт нәмә — күңел, тигән,
Күңеле боҙоҡ әҙәмдән төңөл, тигән.
Боҙоҡҡа ер өҫтөнән аҫты артыҡ,
Булмаһа күңел таҙа — күмел, тигән.

Өсөнсө ҡиммәт нәмә — аҡыл, тигән,
Аҡылһыҙҙа тәүфиҡ яғы таҡыр, тигән.
Аҙ эшкә асыуланып, динен боҙор,
Иманын көфөрлөккә һатыр, тигән.

Дүртенсе ҡиммәт нәмә — шөкөр, тигән,
Ниғмәткә шөкөрһөҙлөк — көфөр, тигән.
Ятҡан ерҙән: «Хоҙай, кисер», — тигән —хурлыҡ,
Сәбәп эҙләп, төҙ юл менән йүгер, тигән.

Бишенсе ҡиммәт нәмә — әҙәп, тигән,
Әҙәп тигән — мөхәббәткә сәбәп, тигән.
Көфөрлөк әҙәплелә тормағандай,
Әҙәпһеҙҙә иман тороу ғәжәп, тигән.

Алтынсы ҡиммәт нәмә — сабыр, тигән,
Сабыр кеше моратын табыр, тигән.
Һәр эштә сабырһыҙҙың төбө — хурлыҡ,
Сабырһыҙлыҡ башҡа бәлә һалыр, тигән.

Етенсе ҡиммәт нәмә — ихлас, тигән,
Ихласһыҙҙың эше ҡабул булмаҫ, тигән.
Аҡыллылар ошо һүҙҙе белһә кәрәк:
Иман, аҡыл, әҙәп, ихлас — юлдаш, тигән.
👍15👎1
Forwarded from Туркестан и Поволжье (Iskandar)
Прародитель тюрок

«Все люди, которые высадились с корабля, заболели. Пророк Нух, его три сына и его три невестки выздоровели, все же другие люди умерли. После этого пророк Нух каждого из своих трех сыновей послал в разные земли. Сына своего по имени Хам он послал в землю Хиндустанскую, сына своего по имени Сам послал в страну Иранскую, сына своего по имени Яфес (Иафет) послал в сторону северного полюса.

И сказал он всем им троим: "Из чад адамовых, кроме вас троих, никого не осталось. Теперь вы трое селитесь в трех юртах, а когда у вас станет много сыновей, детей, — превратите эти земли в свой юрт и живите там".

О Яфесе некоторые говорят, что он был пророком, а некоторые говорят, что он не был пророком. Яфес, по воле своего отца, покинул гору Джуди и отправился к берегам Итиля и Яика. Он прожил там двести пятьдесят лет, потом скончался.

У него было восемь сыновей; потомство от них было весьма многочисленное. Имена его сыновей следующие: Тюрк, Хазар, Саклаб, Рус, Минг, Чин, Кемери, Тарых.

Яфес, умирая, посадил на свое место своего старшего сына Тюрка, а другим сыновьям своим сказал: "Тюрка считайте своим государем, из повиновения ему не выходите!".»

– Абулгази Бахадур-хан. Родословная туркмен
👍12👎3
Forwarded from Туркестан и Поволжье (Iskandar)
Башкиры, казахи и суфизм

С XV в. в Урале и Поволжье Яссавийа начинает постепенно вытесняться братством Накшбандийа, объединившем школы Ахмада Яссави и Абдулхалика Гиждувани (1118-1180 (1220?) гг.).

Сибирский хан Кучум (до 1525-1598 гг.) распространял ислам среди народов Западной Сибири с помощью сейида Ярыма и суфийских шейхов. После вторжения в 1582 г. атамана Ермака он начал борьбу с ним. В этой борьбе приняли участие башкирские племена Табын и Сынрян. После гибели хана его дело продолжили потомки: сыновья Али (ум. 1608 г.) и Ишим (ум. 1624 г.), внуки Аблай, Тевкель (захвачены в плен в 1635 г.) и Давлетгирей.

Правнук Кучук, объявленный башкирским ханом, был одним из руководителей восстаний 1682-1684; 1707-1711 гг. Помощь этим движениям оказывал казахский суфий Тауке (ум. 1715 г.), избравший своей резиденцией священный для мусульман-суфиев. Туркестан (Ясы). Примечательно, что и Кучук и Тауке похоронены в мемориальном комплексе Ахмада Яссави. Известно, что главного предводителя восстания 1682-1684 гг. Сейида Сафира народ почитал «святым» и «чудотворцем».

Источник: С.У. Таймасов. Роль суфизма в Башкирско-казахских отношениях конца XVII – первой половины XVIII века
👍19👎13
Башҡорт теле
Video
Провокатор служащий тагуту, а не мусульманский шейх.
👍6👎1
Беҙҙең каналда башҡорт халҡының "Башҡорт рухы" исемле ғәҙәттәре (халыҡ йолалары) йыйынтығы сыға башланы. Көн һайын бер әҙәт баҫылып сығасаҡ.
Беренсе "Ер" бүлегенән башлайыҡ.
👍4
Наш канал начинает выпускать сборник адатов (народных традиций) башкирского народа под названием "Башҡорт рухы". Каждый день будет выходить по одному адату. Начнем с первой главы "Земля".
БАШҠОРТ ХАЛҠЫНЫҢ ҒӘҘӘТТӘРЕ

«Башҡорт рухы»

Ер йөҙөндә йәшәгән һәр боронғо халыҡтың быуаттар буйы булдырылған үҙ традициялары һәм ғөрөф-ғәҙәттәре була. Был ғәҙәттәр (халыҡ ҡағиҙәләре) халыҡҡа үҙ йөҙөн һаҡлап ҡалырға ярҙам итә. Башҡорт халҡы — Урал тауҙары һәм уларға яҡын ерҙәрҙә формалашҡан бик боронғо халыҡ. Уның да йәмғиәт тәртибен көйләгән үҙ ҡағиҙәләре, йәғни ғәҙәттәре булған.
Беҙ ошо ҡағиҙәләрҙе бер йыйынтыҡҡа тупланыҡ, уларҙы заманса донъяға яраҡлаштырҙыҡ, шул уҡ ваҡытта ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙең асылын боҙмаҫҡа тырыштыҡ. Был ғәҙәттәр йыйынтығына башҡорт тормошондағы төрлө мәсьәләләр — ергә ҡарата мөнәсәбәттән ғаиләгә һәм башҡорт теленә тиклем — индерелде.
Ошо йыйынтыҡта тупланған ғәҙәттәр халҡыбыҙҙы яңынан үҙ иманына, традицияларына, телде һөйөүгә ҡайтара алыр тип ышанабыҙ. Башҡорт халҡы мең йылдар буйы йәшәһен, үрсеп артһын, үҫешһен һәм донъяны үҙенең бай мәҙәниәте менән байытһын.
Амин!
👍11👎1
У каждого древнего народа живущего на земле есть свои традиции и обычаи, которые вырабатывались веками. Эти адаты (народные законы) помогли сохраниться народу таким, каким он в итоге стал на сегодняшний день. Башкирский народ — это очень древний народ, который сформировался на территории Уральских гор и вокруг этих гор. И конечно у него также были выработаны свои непреложные законы поведения внутри своего общества. Мы собрали эти законы в один сборник, привели их в соответствие с современным миром стараясь не разрушать основу башкирских обычаев и традиций. В этот сборник адатов собраны разные аспекты жизни башкирского народа начиная от отношения к земле, заканчивая семьей и башкирским языком.
Надеемся, что собранные здесь адаты помогут вновь повернуть наш народ к своей вере, своим традициям, любви к языку чтобы башкирский народ жил тысячелетия, размножался, развивался и обогащал мир своей богатой культурой.
Аминь!
👍9👎1
Ер
Һәр башҡорт шуны аңларға тейеш: ошо ил беҙгә бер кем тарафынан да бүләк ителмәгән һәм беҙҙе бында бер кем дә күсереп килтермәгән. Был ерҙәр — беҙҙең төп ерҙәребеҙ. Улар борон-борондан башҡорттоҡо булған. Халыҡ булараҡ беҙ тап ошо ерҙәрҙә формалашҡанбыҙ. 922 йылда уҡ Ибн-Фаҙлан үҙенең яҙмаларында беҙҙе телгә алған. Белеүегеҙсә, ул тап беҙҙең ерҙәр буйлап сәйәхәт иткән. 1073 йылда Мәхмүт әл-Кашғари үҙенең энциклопедик хеҙмәте — «Төрки телдәр һүҙлеге»ндә лә беҙҙе, башҡорттарҙы, төп егерме төрки халыҡ араһына индерә.
Ошо ерҙәрҙә мең йылдар буйы йәшәйбеҙ, һәм был ерҙәр беҙгә Аллаһ тарафынан васыят ителгән. Беҙҙең ата-бабалар ватаныбыҙ өсөн ҡан түккән, баҫҡынсыларға ҡаршы арыҫландай һуғышҡан. Ә бит ошо быуаттар эсендә күп кенә халыҡтар юҡҡа сыҡты: болғарҙар, скифтар, ғүндар, сарматтар, жунғарҙар, ҡыпсаҡтар... Ә башҡорттар һаҡланып ҡалды. Халҡыбыҙға төшкән шул ауыр һынауҙарға ҡарамаҫтан, беҙ үҙ еребеҙҙә йәшәп киләбеҙ, уны һаҡлап алып ҡалдыҡ.
Әлбиттә, беҙҙең ҡайһы бер ерҙәребеҙ ваҡытлыса урыҫтар тарафынан баҫып алынған. Ләкин бөгөнгө көндә иң мөһиме — үҙебеҙҙә ҡалған ерҙе һаҡлап ҡалыу. Тарих шуға шаһиттыр: кисәнге баҫҡынсы иртәгәһенә үҙе һөрөлгән хәлгә төшә, һәм киреһенсә.
Шуға өмөттө өҙмәйек!
👍11👎2