Башҡорт донъяһы – Telegram
Башҡорт донъяһы
679 subscribers
2.81K photos
1.52K videos
1 file
262 links
Download Telegram
Башҡорт донъяһының матурлығын күрһәткән фотопроект авторы Гөлназ Ғәлимуллина-Макиева үҙенең эштәрендә милләтебеҙҙең ҡото булған замандаштарыбыҙҙы, милли кейемдәребеҙҙе һәм уларҙы тергеҙеүсе оҫталарҙы сағылдыра. “Мәҡәлдәр календары” фотопроекттың яңы серияһына биҙәүестәр эшләүсе оҫта егет Иҙел Хәкимов һәм бейеүсе Таңсулпан Сәғитованы йәлеп иткән. “Йәшлек ике килмәй” тип атала ул.

Образдың авторы Иҙел Хәкимов көнбайыш башҡорттарының милли кейемен һайлаған. “Образ һайлағанда тыуған яҡты өйрәнеүсе, тарихсы, традицион башҡорт кейеме буйынса эксперт (Пермь крайы) Альберт Махмудов менән кәңәшләшеп эшләнек. Минең маҡсатым - башҡорт милли кейеме буйынса стереотиптарҙы боҙоу. Сөнки милли кейемдәребеҙ шул тиклем бай. Уларҙың төрлөлөгөн халҡыбыҙ аңлаһа ине. Беҙҙә ҡашмау менән селтәр генә кеймәгәндәр, хәситә, ҡалпаҡ та кейгәндәр. Тарихты белмәгәнлектән милли кейемдәрҙе бутауҙар күренә”, – ти Иҙел.
4
https://news.1rj.ru/str/shagitulla/143

В честь дня Башкирского языка, мы - новоиспеченные папы, записали башкирскую версию популярной песни,посвященное для детей!

Хөрмәтле милләттәштәр. Башҡорт теле көнө уңайы менән беҙ, бер төркөм атайҙар кескәй дуҫтарыбыҙға һәм әлбиттә үҙебеҙҙең балаларыбыҙға киң билдәле йырҙы үҙебеҙҙең туған телгә һалып һеҙгә бүләк итмәксебеҙ.

Әгәр ошо видео-йыр таҫма һәр башҡорт ғаиләһенең өйөндә яңғыраһа был беҙҙең өсөн иң ҙур бүләк... әйткәндәй, дауамын үҙегеҙ ҙә төрлө хайуандар булып балаларығыҙға йырлап ишеттерһәгеҙ, улар өсөн был ғүмерлеккә иҫтә ҡаласаҡ.

Мөғжизәне ситтән эҙләмәйек замандаштар, ә үҙ ҡулыбыҙ, аңыбыҙ менән тыуҙырайыҡ!
🔥3
😍 Матурлығы күҙҙең яуын ала!

Ҡыҙыл ғына мәрйен хәситәмдең
Матурлығы күҙҙәр яуын ала.
Көмөш беләҙектәр беләгемдә,
Көмөш йөҙөк, сыңлай көмөш алҡа!

Автор - Миңзәлә Хәлилова.

🌻 Йәш дизайнерҙарҙың эштәрендә - заманса милли кейем.
Please open Telegram to view this post
VIEW IN TELEGRAM
Please open Telegram to view this post
VIEW IN TELEGRAM
4
Бала тыуыу башҡорт ғаиләһе өсөн һәр ваҡыт ҡыуаныслы, мөһим ваҡиға булған. Әсә кешегә ҙур хөрмәт һәм абруй менән ҡарағандар.

Гөманлы (ауырлы) булыуҙы хәбәр итеү ҙур шатлыҡ менән ҡабул ителгән. Ғәҙәт буйынса, килендең гөманлы булыуы хаҡында ололарға кейәү егеттең һеңлеләре еткергән.

Башҡорт ҡатындары, ҡорһаҡтары беленгәнгә тиклем, гөманлы булыуҙарын йәшерергә тырышҡан, беренсенән, тәрбиә әҙәбе, икенсенән, күҙ тейеүҙән һаҡлағандар. Буласаҡ әсәнең ҡорһағына ни тиклем әҙерәк ҡарайҙар, баланың сәләмәтлеге шул тиклем һаҡлаулы була, тип иҫәпләгәндәр. Шул сәбәпле, күп кенә ҡатындар бесән мәлендә – яланда, бүтән эш өҫтөндә, йәғни тейешле шарттар булмаған ерҙә бала тапҡан.

Гөманлы ҡатын-ҡыҙ, ғәҙәттә, ниндәйҙер айырым иғтибар талап итмәгән, башҡалар менән бер рәттән эшләгән, берҙәй тигеҙ донъя көткән. Хужалыҡта ҡатын-ҡыҙ хеҙмәте ҙур роль уйнаған, бөтә өй мәшәҡәте улар иңендә ятҡан.

ХIХ быуатта уҡ этнограф һәм тарихсы Павел Небольсин яҙып ҡалдырған: «Тирмәнән сығыу менән башҡорт ҡатындары бейә һәм һыйыр һауырға тотона, ҡымыҙ бешә, алдағы һаҡлыҡҡа май һәм ҡорот әҙерләй, яҙ көндәре етештереп ҡуйған киндерҙән кейем тегә, бөтә ғаиләгә етерлек ойоҡбаштар һәм бейәләйҙәр бәйләй, итектәр тегә, ғөмүмән, хужалыҡтағы бик күп эштәрҙе башҡара. Бесән ваҡытында ялан-ҡырҙарҙа эшләй, ә унан һуң йәнә өй мәшәҡәттәренә сума».
4
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Танылған диктор Әхәт Мортазиндың 6 февралдә тыуыуына 65 йыл.

Иҫкә алабыҙ.
3
О том, как Гете попросил Карла Хесса нарисовать башкирских воинов

Многим, возможно, знакома эта картина. Как установили уфимские историки, на ней изображена сцена, в которой командир 11-го конного башкирского полка Усман Гумеров беседует с воинами-башкирами в городе Веймаре в 1814 году.

Подробнее: https://dzen.ru/a/ZGyg2LPEAHMSk31Z
3
Бөрйән районының Нәби(Ҡуян) ауылы ҡатын-ҡыҙҙары. 1950-1960 йылдар
3
Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары

XIX быуат фотоһы.
5
Берәү ҙә уны ҡыҫманы. Уның быуыны "донъя балалары" рәтенән. Бары теләк һәм ҡыйыулыҡ ҡына булһын - хәҙер башҡортмо, татармы, сыуашмы, яҡутмы һин - һис мөһим түгел - бөтә ишектәр ҙә асыҡ. Тиңдәр араһында тиң булыр өсөн белемең, һәләтең, тырышлығың һәм ынтылышың ғына булһын.

Шуны дәлилләп, урыҫтар ҙа башҡортса һөйләшкән төпкөл генә Бөрйән районы егете үҙе мәктәпте тамамлағас та сит илдәргә сығып китә. Брейк-дансҡа ғашиҡ үҫмер, бынан ун биш йылдар самаһы элек, әле Төркиә йә Мысырҙағы ял беҙҙең халыҡ өсөн ярайһы һирәк күренеш булған саҡта, Ҡара, Ҡыҙыл диңгеҙ буйындағы ял йорттарында аҡса эшләй. Өфөгә ҡайтҡас, яйлап ҡына үҙ урынын эстрадала таба. Теремек хәрәкәтле репер заманса ритмдары менән популярлыҡ яулай. Үҙе әйткәнсә заказдары күп: дискотекаларҙа сығыш яһай, гастролдәр, корпоративтар. Республиканың төп театрында хатта роль дә бирәләр. Юғары сәнғәт өлгөһө булмаһа ла, йәштәр ҡушылып "һелкенгәс" эфирҙа ла йырҙары яңғырап тора. Блогер булараҡ та аҡсаһы тамып торғандыр.
Һөҙөмтә - ҙур ғына йорт алырға килем туплаған. Йырында йырланғанса, "ҡыйғас ҡаш, ирен ҡыҙыл башҡорт ҡыҙы"нан кәләш алған, былтыр ҡыҙы тыуған.

Килешегеҙ, был һүрәтләмә ҡыҫылып ҡына хөрт йәшәгәндәр өлөшөнә оҡшамаған.
Үкенескә ҡаршы, үҙ көсө менән төҙөгән тормошон күҙ асып йомған арала үҙ ҡулы, үҙ һүҙе менән емерҙе ул. Ирҙәрсә һалҡын аҡыл менән эш итәһе урынға, эмоцияларға бирелеп еңмеш ҡатындар ише илай-илай башҡа һыймаҫлыҡ нәмәләр һөйләп ташланы. Күрәһең, хайп сиген ныҡлап үтеүен, ҙур хата эшләүен үҙе шунда уҡ аңланы. Башҡортостанды ғына түгел, Рәсәйҙе ташлап ҡасты.
Артабан интернет селтәренә һалған видеояҙмалары шулай уҡ көйһөҙ һәм тотороҡһоҙ кәйефенә иш. Ҡыҙынан ғәфү үтенеү һәм үкенес, инстадуҫтарынан аҡсалата ярҙам һорап бахырланыу, үҙ яғыма ҡайтһам тип һағышланыу, йортон аҡса биреп үтескә алып тороусылар эҙләү... Аһа, уны онотмағандар икән дә, дискотекала уның йырына йәштәрҙең бейегәнен күреп йәнә илһамланыу. Һөҙөмтәлә - яңы клип.

Булып үткән ваҡиғаларға тәрән аҡыл менән анализ яһар өсөн ваҡыт ярайһы етерлек булды. Хатаһын, тап интернет селтәре аша Рәсәйҙә йәшәгән башҡа милләт вәкилдәрен күтәрелергә саҡырыуҙың ҙур яңылышлыҡ булыуын ысын егеттәрсә танырға кәрәк ине. Шуның урынына егет һаман ҡырмыҫҡа иләүенә таяҡ тыға, был үҙенең артынан башҡаларҙы упҡынға һөйрәүгә тиң
Алтын ай битен сабата менән ҡаплап булмай тиҙәр. Әгәр хаҡлы булһаң, ваҡыт үҙе раҫлар. Әлегә башҡаларҙы ҡазаларҙан һаҡла. Ситтә, йә ситлектә нужа һурпаһы һемергәнсе, өйҙәрендә яҡындары, әсәйҙәре һәм бесәйҙәре менән сәй эсеүсе башҡорттарҙы хәстәрләйек.