Башҡорт донъяһы – Telegram
Башҡорт донъяһы
662 subscribers
3.12K photos
1.63K videos
1 file
290 links
Download Telegram
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Икмәк һатып алырға сыҡҡанда нисек кейенергә кәрәклеген белә инегеҙме? 😉

Видео: Гөлназ Ҡурамшина.
🔥9👍2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
"Ҡондоҙ менән ултырабыҙ" - шәп яңғырай бит?

Йәштәр араһында популяр йырға кавер. 😎

Видео: Ян Лира.
🔥94
Хәйерле иртә! Ҡариҙел районында йылға өҫтө ошолай матур итеп туңған, тип яҙалар. Тирә-яғыбыҙҙаға матурлыҡты күрә йөрөйөк!

🥰Көнөгөҙ уңышлы үтһен!
5
Баймаҡ ваҡиғалары башҡорт халҡы өсөн һабаҡ

Валитов Тимурҙың Баймаҡ фажиғәләренә арналған фильмын, ниһайәт, ҡарағандан һуң тыуған төп фекер ошо.
Фильм быға тиклем беҙҙең каналда тап Баймаҡ ваҡиғалары буйынса яҙылған фекерҙәр менән тулыһынса ауаздаш һәм уларҙы тағы ла бер тапҡыр дәлилләне. Бер генә фактка туҡталғанда.

Фәнзил Әхмәтшин видео яҙҙырып ябай халыҡтың хис-тойғоларында уйнап ҡыланыуҙан тыш, эйе, халыҡты беҙ ойошторҙоҡ, бының өсөн минең үҙемә лә алдан Баймаҡҡа барып, егеттәрҙе туплап ҡайтырға кәрәк булды тип белдерҙе.

Берәү ҙә теленән тартмай, көсләмәй, интервью барышында Фаил Алсынов* менән һөйләшеүҙәре хаҡында үҙ ирке менән бәйән итә. "Һине ултыртасаҡтар, бер ысул - Ҡуштау ваҡытындағы һымаҡ урамға халыҡты алып сығырға кәрәк" тигән кәңәш биреүен белдерә. Йәғни шантажлау, власты ҡурҡытыу өсөн улар халыҡты файҙалана. Урынға барып ойоштороу эштәрен (үҙе лә әйтеүенсә, Баймаҡта 40-лап ир-егетте туплай) тамамлағандан һуң ул ябай халыҡты суд бинаһы янында йыйыу өсөн "илай-илай" ана шул видеоһын төшөрә лә инде. "Егеттәр, ҡыҙҙар, Фаилды* яҡлап сыҡмаһағыҙ нисек йоҡларһығыҙ? " имеш.

Бөгөн 80-гә яҡын ир-егет төрмәлә. Фәнзил Әхмәтшин хәҙер үҙе нисек йоҡлай икән? Беҙҙеңсә нормально йоҡлай. Беҙҙә тыйылған социаль селтәрҙәрҙә ҡыҙының сәхифәһенән билдәле - Баймаҡ ҡорбандары халыҡтан аҡса йыйып, кредитҡа батып адвокаттар ялланғанда, Фәнзил Әхмәтшин Әбйәлил районында тотош Динопаркты ҡуртымға алып балаһына гөрләтеп туй үткәрә, районында мал үрсетә, ит-мал һатып аҡса эшләй. Һис тартынмай, ана, интервью бирергә лә йөрөгән.

Ә бына фильмды ҡарағанда күҙҙәргә йәш төйөлдө. "Яңылыш барып эләктек, үкенәбеҙ" тип рәшәткә артынан интервью биргән ир-егеттәрҙе йәлләп. Бигерәк тә тәү ҡарамаҡҡа
алтмышты күптән үткән оло ғына ағайҙың бер ҡатлы, үкенесле ҡарашы битараф ҡалдырманы. Уларҙы яҡлар өсөн Әхмәтшин да, блогерҙар ҙа халыҡты йыймай, үҙҙәре лә йөрөмәй. Сөнки һәр береһенә үҙҙәре, яҡындары, балалары ҡәҙерле.

Ә ни өсөн барған был ҡорбандар Баймаҡтың Суд бинаһы алдына? Был һорауға яуапты хөкөмгә тарттырылыусылар үҙҙәре белдерҙе. Баймаҡ, Урал аръяғы райондары халҡы араһында социаль селтәрҙәрҙә "ерҙәрегеҙҙе тартып алалар, яҡлап сығырға кәрәк" тигән саҡырыу таратылған. Кемдәр тарафынан икәне хәҙер инде аныҡ билдәле. Бер ҡатлы ябай халыҡ уларҙың алдағына ҡаба.

"Аҡсағыҙҙы һаҡлап ҡалырға кәрәк, банк картаһы номерын ебәрегеҙ" , йә "яҡынығыҙ ауыр хәлдә ҡалған тиҙ генә аҡса ебәрегеҙ" тип ябай халыҡты алдаған мошенниктарҙан былар күпкә ҡурҡынысыраҡ, яманыраҡ. Сөнки, халыҡ әйтмешләй, баш иҫән булһа, аҡса табыла. Ә былар күрәләтә үҙ халҡын ут эсенә алып барып тыҡты, уны уйынсыҡ итеп ҡулланды, яҙмыштар, ғаиләләр, бала бәхеттәрен емерҙе.

Я.Ө (яҙылғанға өҫтәп) Тимур Валитовтың ҡапыл сәйәси күҙәтеүсе, блогер, журналист булып китеүенә ҡараш икеле ине. Был хаҡта ла үҙ ҡарашыбыҙҙы белдергәйнек. Башҡортса һүҙ байлығы аҡһауы, фекерен еткереү ҡеүәһе етмәүе ышаныс уятмай килде. Ә русса сығарылыш шәп, ышаныслы килеп сыҡҡан

*Фаил Алсынов - террорсылар һәм экстремистар исемлегенә индерелгән.
👍20👎11💯5
Икмәк ашама! — ти ҡыҙым ,
— Икмәктән бары зыян! —
Күҙ алдына килтерәм дә,
Өшөнөп, ҡурҡып ҡуям...

— Беҙ үҫкәндә әфлисундар,
Банандар бит булманы,
Кинәнеп әпәй ашамай
Ҡорһаҡ бер ҙә тулманы.

Күмәк балаға көн һайын
Икмәк бешерҙе әсәй,
Ҡайһы берҙә ике тапҡыр
Бешергәне лә етмәй!

Өлпөлдәп торған телемгә
Хуш еҫле ҡаймаҡ һылап,
Рәхәтләнеп йыпырабыҙ!
Кәрәкмәй тороу һыйлап...

Икмәккә һары май һылап,
Шәкәр һипһәң — хан һыйы!
Ошо тәмлекәсте ашап,
Йүгерәбеҙ көн буйы.

Икмәк ашап, утын ярҙыҡ,
Бесән саптыҡ — эшләнек!
Беләктә көс, йөрәктә дәрт —
Хәләл ризыҡ тешләнек!

... Икмәктән тик зыян тиһең,
Юҡ икән файҙалары...
Нисек икмәк ашамаҫҡа?
Беҙ — икмәк балалары!

Ҡаймаҡ менән, картуф, бутҡа,
Аш янына, сәй менән,
Ҡоймаҡ менән, һис булмаһа,
Икмәкте икмәк менән —

Ашамаһаҡ, тамаҡ туймай,
Күңел булмай бит, балам!
Бөкөрөнө төҙәйтеүе...
Мин икмәк менән ҡалам!

Иң ҡәҙерле ризығыбыҙ —
Икмәкһеҙ ҡалайыҡмы?!
Әллә, балам, әпәкәйләп
Сәй эсеп алайыҡмы?

Фирүзә АБДУЛЛИНА.
👍94
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Ир-егеттәр, шулай итәһегеҙме? 😁

Видео: Фирғәт Мәтинов.
😁6👍1🤣1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Ҡунаҡты һеҙ ҙә шулай итәһегеҙме? 🤭

Видео: Зөлфиә Фәхретдинова.
👍8😁1🌚1
Хәйерле иртә! ☀️
4
🌸Заман һынауы🌸

Ни һуң яҡшы, яҡты, матур миндә,
Ни һуң миңә иң-иң ҡәҙерле —
Һиңә бирәм, йырым! Ал, күҙ нурым,
Үҙең ала алған ҡәҙерле...

Ә ҡалғаны! Ялған-таушалғаны
Үҙем менән бергә юғалыр.
Аҡ ҡылғандар шаулар унда йәйен,
Аҡ ҡуяндар ҡышын юл һалыр.

Аҡ ҡайын да, бәлки, килмәҫ унда,
Көлмәҫ унда, бәлки, гөлдәр ҙә...
Көйөҫ-көйөҫ, беләм, елдәр иҫер,
Тик туҡталып тормаҫ елдәр ҙә.

Ятыр тәнем! Ә, йырым, һин — йәнем,
Үтә алһаң ваҡыт һынауын,
Һөйлә кешеләргә кеше хисен,
Йондоҙло бер заман һулауын.

Шул заманым минең саф иманым,
Ир булырға ул бит өйрәтте.
Заманым, тип тамаҡ ярмаһам да,
Заман ярып үтте йөрәкте.

Тик алданма арзан дан-шөһрәткә
Осҡан саҡта ғүмер юлынан:
Йәшен балҡый тәүҙә, күк күкрәүе
Ишетелә бары һуңынан!

📌Заман һынауын үтә алған шағирҙарҙың береһе - Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың бөгөн тыуған көнө.
7👍4
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
📌 Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбай Өфө фән һәм технологиялар университетының башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультетына - 35 йыл, башҡорт теле һәм әҙәбиәте кафедраһы булдырылыуға 95 йыл тулыуға арналған тантаналы кисәлә сығыш яһаны.

Ҡәҙим Әбделғәлим улы универтисетты тамамлауға 57 йыл, ул 1968 йылда ҡулына диплом алған. Шағир сығышында үҙенә һабаҡ биргән профессорҙарҙы иҫләп, барыһына ла рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
👍53🔥3
📌Башҡортостан һәм Беларусь

“Башҡортостан-Беларусь ғүмер оҙайлығы” мөмкинлектәре киңәйә:

2 йыл эсендә 3 меңгә яҡын өлкән йәштәге кеше Беларусь Республикаһын барып күргән;

2025 йылдың 3 мартынан Өфө һәм Минск араһында икенсе аҙналыҡ авиарейс ойоштороласаҡ.

Патриотик тәрбиә һәм йәштәр менән алмашыу:

Беларусь диаспораһы Өфөлә үтәсәк “Үлемһеҙ полк” акцияһында ҡатнашасаҡ;

Мәҙәни-тарихи мираҫ менән таныштырыу маҡсатында йәштәр менән алмашыу ойоштороласаҡ;

Еңеүҙең 80 йыллығына бергә саралар үткәреү ҡарала.

Бәйләнештәрҙе нығытыу:

Өфөлә Беларусь Республикаһының Генераль илселеге асыласаҡ.
👍5
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Милли хазина. Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының биҙәүесе.

Видео: Гөлнара Вәхитова.
8
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
📌 Ринат Рамаҙанов һәм тағы ике музыкант "Урал батыр" башҡорт халыҡ эпосына нигеҙләнгән музыкаль альбом әҙерләгән!

Бөтә көй-моңдарҙы түбәндәге төркөмгә инеп тыңларға буласаҡ: https://vk.com/ayyola.music

"AY YOLA — ул тыңлаусыларҙы боронғо "Урал батыр" эпосы тамырҙарына илткән музыкаль трио. Беҙҙең маҡсат - боронғо йолаларҙы һәм заманса музыкаль алымдарҙы берләштереп, был әҫәрҙең йөкмәткеһен заманса яңғыраш аша асыу",

- тип яҙған Ринат Рамаҙанов.

Йырсылар эпостың төп идеяларын һәм философияһын һаҡлап ҡалып, уны яңы форма аша аңлатырға теләй.

Видео: Ринат Рамаҙанов.
7🔥3
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Аяҙ күк йөҙө һәм уңышлы эш көнө теләйбеҙ! 💚
8
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
📌 Һөйөнөслө хәбәр!

Роспатент Башҡортостандың яңы брендын – Башҡорт балаҫын теркәгән.

Был хаҡта Федерация Советының фән, мәғариф һәм мәҙәниәт комитеты рәйесе Лилиә Ғүмәрова социаль селтәрҙә хәбәр итә.

Бөгөн республикала 10 бренд бар, ошо йүнәлештә эш дауам итә.


Видео: Гөлсәсәк Өмөтбаева.
🔥11
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Стәрлетамаҡта Ағиҙел аша күпер һалына.

Был хаҡта Башҡортостандың Башлығы Радий Хәбиров хәбәр итте.

“Иҫке күпергә быйыл 45 йыл. Беҙ халыҡҡа уны күптән төҙөкләндерергә вәғәҙә биргәйнек. Ҙур төҙөлөш эштәре осорона ваҡытлыса понтон күпер һалып торорғамы ла тип уйлағайныҡ, икенсерәк хәл иттек. Яңы ике һыҙатлы күпер элеккеһенең дублеры буласаҡ”,

- тине республика етәксеһе.

Яңы күпер 2026 йылға әҙер булыр, тип көтөлә.

Был Стәрлетамаҡ халҡы өсөн мөһим объекттарҙың береһе – ул башҡа ҡала-райондар менән бәйләп тороусы күпер.
👍5
📌19 февраль Башҡортостандың Милли музейында Халыҡ-ара туған телдәр көнөнә һәм М.А. Буранғоловтың «Урал батыр» башҡорт халыҡ эпосының яҙып алыуына 115 йыл тулыуға арнап, «Урал батыр» эпосы - хазиналар байлығы» уйыны ойошторола.

💥Квиз уйынында ҡатнашығыҙ һәм белемегеҙҙе һынап ҡарағыҙ!

💥Еңеүселәрҙе шәп бүләктәр көтә: төп приз – атта һыбай йөрөү өсөн сертификат!

Сара "Урал батыр" башҡорт халыҡ эпосын йәштәргә танытыу маҡсатында ойошторола. Ҡатнашыусыларға ҡыҙыҡлы уйын, тәмле самауыр сәйе, күтәренке кәйеф вәғәҙә итәләр.

Уйын киске сәғәт 7-лә башлана.

Ҡатнашыу өсөн түбәндәге һылтанма аша үтеп командаларҙы теркәргә кәрәк. forms.yandex.ru/u/67ac1f45...

Командалар һаны сикле, инеү хаҡы - 300 һум.
Пушкин картаһы ғәмәлдә.

📍Милли музейҙың адресы: Өфө ҡалаһы, Совет урамы, 14-се йорт.
Бәйләнеш өсөн телефон һандары: 89639076965
👍6
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
"Уйын ҡоралы "көйһөҙләнеп" торһа ла, үҙең көйһөҙләнеп йөрөмәһәң булды",

- ти икән Башҡортостандың халыҡ артисы Радик Динәхмәтов.

Ул ялға ҡайтҡан һәм "Юлдаш" радиоһына ҡунаҡҡа инеп сыҡҡан.

Видео: "Юлдаш" радиоһы.
8👍4
Бөгөн Бәра'әт кисе - гонаһтарҙан таҙарыныу кисе.

🌙Был Шәғбан айының 14-се һәм 15-се көнө араһында булған кисенә тап килә. Быйыл ул февраль айының 13-нән 14-нә ҡараған төндә үтә.

🌙БЫЛ ИЗГЕ КИСТӘ НИМӘ ЭШЛӘРГӘ?

тәүбә ҡылырға
намаҙ уҡырға
Махсус уҡыла торған был кистә намаҙҙар юҡ. Кемдең күпме хәленән килә, шул тиклем уҡый ала. Ҡөръәндән оҙон сүрәләрҙе уҡып, рүҡүғ һәм сәждәлә булыу хуплана.
Ҡөрьән уҡырға
зикр әйтергә
доғалар ҡылырға
👍7😇1