🌸Заман һынауы🌸
Ни һуң яҡшы, яҡты, матур миндә,
Ни һуң миңә иң-иң ҡәҙерле —
Һиңә бирәм, йырым! Ал, күҙ нурым,
Үҙең ала алған ҡәҙерле...
Ә ҡалғаны! Ялған-таушалғаны
Үҙем менән бергә юғалыр.
Аҡ ҡылғандар шаулар унда йәйен,
Аҡ ҡуяндар ҡышын юл һалыр.
Аҡ ҡайын да, бәлки, килмәҫ унда,
Көлмәҫ унда, бәлки, гөлдәр ҙә...
Көйөҫ-көйөҫ, беләм, елдәр иҫер,
Тик туҡталып тормаҫ елдәр ҙә.
Ятыр тәнем! Ә, йырым, һин — йәнем,
Үтә алһаң ваҡыт һынауын,
Һөйлә кешеләргә кеше хисен,
Йондоҙло бер заман һулауын.
Шул заманым минең саф иманым,
Ир булырға ул бит өйрәтте.
Заманым, тип тамаҡ ярмаһам да,
Заман ярып үтте йөрәкте.
Тик алданма арзан дан-шөһрәткә
Осҡан саҡта ғүмер юлынан:
Йәшен балҡый тәүҙә, күк күкрәүе
Ишетелә бары һуңынан!
📌Заман һынауын үтә алған шағирҙарҙың береһе - Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың бөгөн тыуған көнө.

❤7👍4
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
📌 Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбай Өфө фән һәм технологиялар университетының башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультетына - 35 йыл, башҡорт теле һәм әҙәбиәте кафедраһы булдырылыуға 95 йыл тулыуға арналған тантаналы кисәлә сығыш яһаны.
✅ Ҡәҙим Әбделғәлим улы универтисетты тамамлауға 57 йыл, ул 1968 йылда ҡулына диплом алған. Шағир сығышында үҙенә һабаҡ биргән профессорҙарҙы иҫләп, барыһына ла рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
✅ Ҡәҙим Әбделғәлим улы универтисетты тамамлауға 57 йыл, ул 1968 йылда ҡулына диплом алған. Шағир сығышында үҙенә һабаҡ биргән профессорҙарҙы иҫләп, барыһына ла рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
👍5❤3🔥3
📌Башҡортостан һәм Беларусь
⚡“Башҡортостан-Беларусь ғүмер оҙайлығы” мөмкинлектәре киңәйә:
✅2 йыл эсендә 3 меңгә яҡын өлкән йәштәге кеше Беларусь Республикаһын барып күргән;
✅2025 йылдың 3 мартынан Өфө һәм Минск араһында икенсе аҙналыҡ авиарейс ойоштороласаҡ.
⚡Патриотик тәрбиә һәм йәштәр менән алмашыу:
✅Беларусь диаспораһы Өфөлә үтәсәк “Үлемһеҙ полк” акцияһында ҡатнашасаҡ;
✅Мәҙәни-тарихи мираҫ менән таныштырыу маҡсатында йәштәр менән алмашыу ойоштороласаҡ;
✅Еңеүҙең 80 йыллығына бергә саралар үткәреү ҡарала.
⚡Бәйләнештәрҙе нығытыу:
✅Өфөлә Беларусь Республикаһының Генераль илселеге асыласаҡ.

👍5
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Милли хазина. Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының биҙәүесе.
Видео: Гөлнара Вәхитова.
Видео: Гөлнара Вәхитова.
❤8
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
📌 Ринат Рамаҙанов һәм тағы ике музыкант "Урал батыр" башҡорт халыҡ эпосына нигеҙләнгән музыкаль альбом әҙерләгән!
✅ Бөтә көй-моңдарҙы түбәндәге төркөмгә инеп тыңларға буласаҡ: https://vk.com/ayyola.music
- тип яҙған Ринат Рамаҙанов.
✅ Йырсылар эпостың төп идеяларын һәм философияһын һаҡлап ҡалып, уны яңы форма аша аңлатырға теләй.
Видео: Ринат Рамаҙанов.
✅ Бөтә көй-моңдарҙы түбәндәге төркөмгә инеп тыңларға буласаҡ: https://vk.com/ayyola.music
"AY YOLA — ул тыңлаусыларҙы боронғо "Урал батыр" эпосы тамырҙарына илткән музыкаль трио. Беҙҙең маҡсат - боронғо йолаларҙы һәм заманса музыкаль алымдарҙы берләштереп, был әҫәрҙең йөкмәткеһен заманса яңғыраш аша асыу",
- тип яҙған Ринат Рамаҙанов.
✅ Йырсылар эпостың төп идеяларын һәм философияһын һаҡлап ҡалып, уны яңы форма аша аңлатырға теләй.
Видео: Ринат Рамаҙанов.
❤7🔥3
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Аяҙ күк йөҙө һәм уңышлы эш көнө теләйбеҙ! 💚
❤8
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
📌 Һөйөнөслө хәбәр!
Роспатент Башҡортостандың яңы брендын – Башҡорт балаҫын теркәгән.
Был хаҡта Федерация Советының фән, мәғариф һәм мәҙәниәт комитеты рәйесе Лилиә Ғүмәрова социаль селтәрҙә хәбәр итә.
Видео: Гөлсәсәк Өмөтбаева.
Роспатент Башҡортостандың яңы брендын – Башҡорт балаҫын теркәгән.
Был хаҡта Федерация Советының фән, мәғариф һәм мәҙәниәт комитеты рәйесе Лилиә Ғүмәрова социаль селтәрҙә хәбәр итә.
Бөгөн республикала 10 бренд бар, ошо йүнәлештә эш дауам итә.
Видео: Гөлсәсәк Өмөтбаева.
🔥11
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Стәрлетамаҡта Ағиҙел аша күпер һалына.
Был хаҡта Башҡортостандың Башлығы Радий Хәбиров хәбәр итте.
- тине республика етәксеһе.
Яңы күпер 2026 йылға әҙер булыр, тип көтөлә.
Был Стәрлетамаҡ халҡы өсөн мөһим объекттарҙың береһе – ул башҡа ҡала-райондар менән бәйләп тороусы күпер.
Был хаҡта Башҡортостандың Башлығы Радий Хәбиров хәбәр итте.
“Иҫке күпергә быйыл 45 йыл. Беҙ халыҡҡа уны күптән төҙөкләндерергә вәғәҙә биргәйнек. Ҙур төҙөлөш эштәре осорона ваҡытлыса понтон күпер һалып торорғамы ла тип уйлағайныҡ, икенсерәк хәл иттек. Яңы ике һыҙатлы күпер элеккеһенең дублеры буласаҡ”,
- тине республика етәксеһе.
Яңы күпер 2026 йылға әҙер булыр, тип көтөлә.
Был Стәрлетамаҡ халҡы өсөн мөһим объекттарҙың береһе – ул башҡа ҡала-райондар менән бәйләп тороусы күпер.
👍5
📌19 февраль Башҡортостандың Милли музейында Халыҡ-ара туған телдәр көнөнә һәм М.А. Буранғоловтың «Урал батыр» башҡорт халыҡ эпосының яҙып алыуына 115 йыл тулыуға арнап, «Урал батыр» эпосы - хазиналар байлығы» уйыны ойошторола.
💥Квиз уйынында ҡатнашығыҙ һәм белемегеҙҙе һынап ҡарағыҙ!
💥Еңеүселәрҙе шәп бүләктәр көтә: төп приз – атта һыбай йөрөү өсөн сертификат!
✅Сара "Урал батыр" башҡорт халыҡ эпосын йәштәргә танытыу маҡсатында ойошторола. Ҡатнашыусыларға ҡыҙыҡлы уйын, тәмле самауыр сәйе, күтәренке кәйеф вәғәҙә итәләр.
⏰Уйын киске сәғәт 7-лә башлана.
✅Ҡатнашыу өсөн түбәндәге һылтанма аша үтеп командаларҙы теркәргә кәрәк. forms.yandex.ru/u/67ac1f45...
✅Командалар һаны сикле, инеү хаҡы - 300 һум.
Пушкин картаһы ғәмәлдә.
📍Милли музейҙың адресы: Өфө ҡалаһы, Совет урамы, 14-се йорт.
Бәйләнеш өсөн телефон һандары: 89639076965

👍6
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
"Уйын ҡоралы "көйһөҙләнеп" торһа ла, үҙең көйһөҙләнеп йөрөмәһәң булды",
- ти икән Башҡортостандың халыҡ артисы Радик Динәхмәтов.
Ул ялға ҡайтҡан һәм "Юлдаш" радиоһына ҡунаҡҡа инеп сыҡҡан.
Видео: "Юлдаш" радиоһы.
❤8👍4
Бөгөн Бәра'әт кисе - гонаһтарҙан таҙарыныу кисе.
🌙Был Шәғбан айының 14-се һәм 15-се көнө араһында булған кисенә тап килә. Быйыл ул февраль айының 13-нән 14-нә ҡараған төндә үтә.
🌙БЫЛ ИЗГЕ КИСТӘ НИМӘ ЭШЛӘРГӘ?
✅ тәүбә ҡылырға
✅ намаҙ уҡырға
Махсус уҡыла торған был кистә намаҙҙар юҡ. Кемдең күпме хәленән килә, шул тиклем уҡый ала. Ҡөръәндән оҙон сүрәләрҙе уҡып, рүҡүғ һәм сәждәлә булыу хуплана.
✅ Ҡөрьән уҡырға
✅ зикр әйтергә
✅ доғалар ҡылырға

👍7😇1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
"Асылыкүл" тәбиғәт паркында мышыларҙы төшөрөп алғандар 🫎
Бында ысын ҡыш 🩵
Бында ысын ҡыш 🩵
❤5👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
"Салауаттың рухы башҡорт, Шайморатов генарал"
тип йыр сығарған "ағайға ҡунаҡҡа килгән" егет 🔥🔥🔥
❤8🔥5
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Ошо видеоны күргәс, бала саҡ хәтергә төштө 🥰
Видео: Арыҫлан Тимеров.
Видео: Арыҫлан Тимеров.
🥰8👏3
Хәйерле иртә!
☀️Нарыташ тауы (1171 м). Белорет районы.
Фото: Анатолий Ермоленко
👍9🔥2
❗Китап бүләк итегеҙ!
📚З. Биишева исемендәге "Китап" нәшриәте "Ватанды һаҡлаусылар" фондының БР-ҙығы филиалы менән берлектә "Һөйөү менән китап бүләк итегеҙ" тигән акция ойоштора.
📚Йыйылған барлыҡ китаптарҙы фонд Һуғыш ветерандары республика клиник госпиталенә тапшырасаҡ һәм Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаилә ағзаларына ярҙамға йүнәлтәсәк.
📌АКЦИЯЛА ҠАТНАШЫУ ӨСӨН:
14-23 февралдә китапты ҡабул итеү урындарына алып килергә кәрәк.
📚ИҒТИБАР: 2022 йылдан алып нәшер ителгән китаптар яҡшы торошта булырға тейеш.
📚АДРЕСТАР:
📍 «Китап» магазины, Өфө ҡ., Ленин ур., й. 26
📍 «Китап» киоскы, Өфө ҡ., Туҡай ур., й. 46
📍 «Китап» нәшриәте, Өфө ҡ., Октябрҙең 50 йыллығы ур., й. 13.
Бөгөн Халыҡ-ара китап бүләк итеү көнө билдәләнә.

❤3