Башҡорт донъяһы – Telegram
Башҡорт донъяһы
679 subscribers
2.81K photos
1.52K videos
1 file
262 links
Download Telegram
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Юлай Ҡасимов клип төшөргән
🔥2
Ваҡыт әрәм итеп Руслан Ғәббәсов хаҡында нимәлер яҙырға иҫәп юҡ ине. Милләтебеҙ бәҫен ергә һалып тапаған һатлыҡйән өсөн һүҙ әрәм итке килмәй ине.


Ниңә һүҙ ҡатырға булдыммы? Башҡорт халҡы түбән тәгәрәй тип яр һалған кисә.
Насар милләттәр юҡ! Ә бына насар ҡылыҡлы кешеләр һәр халыҡта осрай. Бер әҙәмдең аңһыҙ ҡылығы миҫалында, мәҫәлән, мине, йә бөгөн хеҙмәттәре, ижады менән башҡорт халҡы үҫешенә ҙур өлөш индергән кешеләрҙе, халҡыбыҙҙы арттырып балалар үҫтергән күркәм ғаиләләрҙе бысратырға уның ниндәй хаҡы бар? Әлбиттә, юҡ!

Деградацияға килгәндә, сит илдәрҙә башҡорт халҡы исеменән үҙе менән бергә сығыш яһап йөрөгән арҡаҙашы Айгөл Гимрановаға төртөп күрһәтәйек. "Минең улым гей, һәм мин уның ошо һайлауын ҡабул иттем" тип киң мәғлүмәт сараларына интервью биргән Айгөл ниңә цивилиция күрһәткесе лә (Ғәббәсов Айгөлдөң көнбайыш "ҡиммәттәрҙе" үҙ итеүен бер ҙә тәнҡитләмәй!!! ), башына араҡы шешәһе ҡуйып бейегән ҡатын деградация күрһәткесе? Башҡорт халҡы уның "аҡыллы" фекерҙәренән башҡа йәшәй алмай тип үҙ һүҙен көсләп тағып маташа икән, Айгөл Ғимранованың халҡыбыҙҙың меңәр йыллыҡ динен, традицион йолаларын, ҡиммәттәрен тапауына ҡарата Ғәббәсов ниңә тура һүҙен әйтмәй?

P. S. Милли кейемдә башына араҡы ултыртып бейегән ҡатынды яҡлай тиһегеҙме? Юҡ! Уға оят, башҡаларға һабаҡ булырлыҡ видео. Уйындан уймаҡ тигәне ошо була инде.
👍3
Бына һиңә яңылыҡ! 24 августа Татарстанда «Татар аты» фестивале үтә.

Исеме генә түгел, программаһы ла «Башҡорт аты»ның күсермәһе.

Һөйөнөслө шуныһы, трендтарҙы Башҡортостан булдыра!

Күршеләр, мәҫәлән, “Тамыр” каналына эйәреп, бик күп ваҡыт үткәс, балалар телестудияһын асҡайны. Тағы ла улар тап беҙҙән һуң Татар теле буйынса тоталь диктант акцияһын башланы. Хәҙерге шарттарҙа туған телдәрҙе һаҡлау һәм пропагандалау, йәш быуын араһында ошондай эштәрҙе йәйелдереү алымдарын бер төптән, хатта бер-береңә эйәреп эшләү дөрөҫ! Был йәһәттән бер дәғүә юҡ.

Но аттар мәсьәләһенә килгәндә, бармы һуң ул татар аты? Бына бит төп һорау? (Хас та ҡурайға бәйле ише мәсьәлә! ).

Булдырһаң - була! Йоҡлап йөрөһәң, булғанынан да ҡолаҡ ҡағырға була.

«Башҡорт аты» фестивален уйлап сығарыусыларға, башҡорт тоҡомло аттарҙы һаҡлау, үрсетеү мәсьәләләрен дәүләт сәйәсәте кимәленә, ә сараның үҙен Халыҡ-ара әһәмәткә күтәреүселәргә тағы ла бер тапҡыр афарин!
👏1💯1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Книга в Башкортостане обрела «свой дом»!

Пространство для тех, кто любит читать и быть в атмосфере города. Большие панорамные окна позволяют быть в гуще событий.

Ждем вас на открытии магазина уже в эту субботу. Организаторы подготовили интересную программу для всех возрастов. До встречи!
👍31
Был ни хәбәр?

РФ Президенты ҡушыуы буйынса төбәк етәксеһе РФ Ҡораллы Көстәренә “ашығыс рәүештә кешеләр эҙләй”, имеш. Был ялған хәбәрҙе сит илдә йәшәгән Руслан Ғәббәсов* үҙ каналы аша таратып ята.

Ул әйтеүенсә, район башлыҡтары “эскеселәрҙе, әрәмтамаҡтарҙы һәм енәйәтле үткәндәре булғандарҙы” Минобр менән контракт төҙөргә өндәй. Ә Сибай мэры иһә, шундай кешеләрҙе таба алмау сәбәпле, үҙе китергә мәжбүр булған, имеш. Әммә, белеүегеҙсә, Азамат Юлдашбаев үҙ ирке менән МХО-ға юлланды.

Был дөрөҫһөҙлөк тағы ла бер мәғәнәһеҙерәк имеш-мимештәр тыуҙырҙы: йәнәһе лә, Темәс ауылынан 40-ҡа яҡын кеше алып кителгән. Был ялған.
Ә инде РФ ҠК-нең артыуында төрлө кимәлдә яугирҙарға һәм уларҙың ғаиләләренә күрһәтелгән ярҙамдың көсәйеүен генә ғәйепләргә мөмкиндер.

Ил эсендә дау ҡуптарырға торған ҡотҡосолар һүҙенә барып, Ватанды һаҡларға, тылдағыларҙы ҡурсыларға юлланған ир-егеттәребеҙ тураһында шундай ялған хәбәрҙәргә ышанмайыҡ!

*РФ территорияһында сит ил агенты булып танылған

https://news.1rj.ru/str/bashFCK
👍4
Ҡаҙағстанда үткән Бөтә донъя күскенселәр уйындарында Рәсәй йыйылма командаһы составында сығыш яһаған Башҡортостан спортсылары һынатманы.  Дөйөм яуланған 47 миҙалдың 15-е беҙҙең яҡташтарҙа.

ЕҢЕҮ ЯУЛАП ҠАЙТҠАН ЯҠТАШТАРЫБЫҘ БЫНА УЛАР, ҠОТЛАЙБЫҘ!🎊

📌Айырым ярышыусылар араһында:

🏆🥈“Мас-рестлинг” Ләйлә Шаһисолтанова – “көмөш” миҙал;

🏆🥈“Ҡаҙаҡ көрәше” Алена Фатихова, Алина Пухова – “көмөш” миҙал,
🥉Камилла Зөлҡәрнәева, Замират Кусаева, Виталий Балянов – “бронза” миҙал;

🏆🥇“Алыш” Алена Пухова – “алтын” миҙал,
🥉Артур Зөлҡәрнәев, Замират Кусаева – “бронза” миҙал;

🏆🥈“Йәйәү уҡ атыу” Ғәфүр Рахманғолов – “көмөш” миҙал;

🏆🥉“Көс экстримы” Денис Ваһапов – “бронза” миҙал.


📌Рәсәй Йыйылма командаһы составында:

🥇“Арҡан тартыш”та “алтын” миҙал - Вадим Сабиров;

🥉“Кокпар” буйынса "бронза" миҙал - Илдар Ғирфанов;

🥉“Кок бору” буйынса "бронза" миҙал - Нур Күсәрбаев;

🥉“Йәйәү уҡ атыу”ҙа "бронза" миҙал - Ғәфүр Рахманғолов.
5👎1
Ғәлиә Алсынова ваҡытында «Тамыр» телеканалында эшләй ине. 2017-се йылдарҙа булһа кәрәк – эшенән китә. Ярайһы абруйлы коллектив тормошҡа ашырған проекттар аша балаларҙа туған тел, мәҙәниәткә, тарихҡа һөйөү тәрбиәләү миссияһына ҡарағанда, тормош иптәше алып барған уйында ҡатнашыуҙы, күрәһең, нығыраҡ хуп күрә.

Эштән ебәрҙеләр тип яр һалырға ашығыу дөрөҫ булмаҫ. Фаил Алсыновтың* бер туған ҡустыһы Иҙел – 2023 йылға тиклем «Башҡортостан» дәүләт телерадиотапшырыуҙар компанияһының яңылыҡтар хеҙмәте хәбәрсеһе була. Иң популяр «Хәйерле иртә, республика» тапшырыуын алып бара. Яңылыҡтар хәбәрсеһе булараҡ, Республика Башлығы эшмәкәрлеген яҡтыртыусы журналистар рәтендә, Радий Хәбиров үткәргән кәңәшмәләрҙе, уның эш сәфәрҙәрен яҡтырта.

Фаил Алсыновҡа* мәғлүмәти киңлеккә әлегә юл ябыҡ. Әммә теманы ҡуйыртыу дауам итә. Башта уның зинданда яҙған шиғырҙарын адвокаты һалды, шунан ҡатыны. Хәҙер йәнәһе лә улы ижад иткән йыр тиражлана. Башланғыс синыф уҡыусыһын халыҡ аңы менән идара итеүҙә ҡулланыу урынлымы? Әлбиттә, юҡ. Үҫмер ҡорон да үтмәгән, тормошҡа шәхси ҡарашы формалашып өлгөрмәгән бала ярҙамында йәнә интернет киңлектәрендә Баймаҡ темаһы күтәрелә.

Әсәй кешегә өндәшеү – үҙ яҙмышығыҙҙы селпәрәмә килтереү етмәне, ниңә ғүмере саҡ башланып торған баланың тормошон емерергә? Бөгөн зинданда ултырғандар яҙмышы – тап һеҙҙең упҡын ситендә бейеүегеҙҙең һөҙөмтәһе икәнен танырға кәрәк.

Туҡталырға ваҡыттыр, йәмәғәт. Бер тапҡыр йәлләүҙең, әлеге лә баяғы интернет аша ялҡынлы сығыштарға ышаныуҙың хаҡы ныҡ юғары булды. Урамға саҡырып сығарып, халыҡты хоҡуҡ һаҡлау органдарына ҡаршы ҡуйыу һөҙөмтәһендә күптәр СИЗОға эләкте. Әгәр Алсыновтар ғаиләһенә ярҙам итеүсе әшнәләре булһа, ҡалғандар үҙ проблемалары менән үҙҙәре генә тороп ҡалды.

15 ғинуар көндө илай-илай ғәм халыҡты Баймаҡҡа килергә саҡырған Ф.Әхмәтшин тарихына туҡталғанда. Уның өсөн һил тормош дауам итә. Һис тартынып тормаған - Әбйәлил районында урынлашҡан Динопаркты тотошлайы менән арендаға алып ҡыҙына байҙан бай туй уҙҙырған. Мал үрсетеп, үҙ эшен алып барыуын дауам итә. Ә уға ышанғандар хөкүм ҡарарын көтә... Был әсе ысынбарлыҡ!

*террорсылар һәм экстремистар исемлегенә индерелгән.
💯3👎2
“ТАМҒА” ХАЛЫҠ-АРА БАШҠОРТ МИЛЛИ КЕЙЕМЕ ОҪТАЛАРЫ КОНКУРСЫНА КИСӘГЕ ЙОМҒАҠ ЯҺАЛДЫ.

Дүртенсе тапҡыр ойошторолған конкурста быйыл 60-тан ашыу оҫта үҙенең ҡул эштәрен тәҡдим иткән.

💯Гран-приға Өфө районынан Гөлсөм Хөсәйенова лайыҡ булды. Уға 150 мең һумлыҡ сертификат бүләк иттеләр.

💥1 дәрәжә лауреаттар:
“Балалар кейеме – реконструкция” номинацияһында - Гөлгөнә Мәмбәтов (Ишембай ҡалаһы).

“Башҡорт традицион костюмы аксессуарҙары – реконструкция” номинацияһында – Әлиә Аллағолова (Өфө ҡалаһы).

“Башҡорт халыҡ кейеме – реконструкция” номинацияһында – 🙎‍♂️иң шәп ир-егет кейемен Өфө районынан Роберт Хәмиҙуллин, 🙎‍♀️иң шәп ҡатын-ҡыҙ кейемен Балаҡатай районынан Сәйҙә Әхтәмова алып килгән.

Тәүге тапҡыр ойошторолған ижади ғаиләләр конкурсында Өфөнән Рауза Ғәлиуллина 1 дәрәжә дипломға лайыҡ булды.

Быйыл конкурста Башҡортостан, Силәбе, Ҡурған, Ырымбур өлкәләренән, Мәскәүҙән, Италия һәм Турция илдәренән оҫталар ҡатнашҡан.
3
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Башҡорт моңо!
Быуат ашаһынан ағылаһың,
Күңелдәрҙе нурлы һыҡтатып.
Бар донъяны туфан баҫҡанда ла
Булмаясаҡ һине туҡтатып,
Булмағандай таңды йоҡлатып.

[Ихсан Әхмәтйәнов шиғыры]

Видео: https://vk.com/bashbst
5👍1🤣1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ирек Байышев һәм Азат Ҡужин бер төркөм милләттәштәр менән Германиялағы Шварца ҡалаһында урынлашҡан, көмбәҙендә башҡорт уғы ҡаҙалып торған Изге Лауренция сиркәүе янында тороп, “Тамға” Халыҡ-ара башҡорт милли кейеме оҫталары конкурсанттарын сәләмләгән.
🔥1🤣1
#ғәжәйепдонъя

Дәүләкән районында торналар уйнауын күҙәтеп, фотоға төшөрөп алғандар.😍🥰

📌Әйткәндәй, быйыл сентябрь айында Башҡортостанда торналарҙың “иҫәбен алыу” бара.

Орнитологтарға йылы яҡҡа осорҙан алда ҡайһы тораҡ пункт эргәһендә, ҡасан нисә һоро торна (серый журавль) тупланыуы тураһында хәбәр итергә кәрәк.

Мөмкинлек булһа, фотоға һәм видеоға төшөрөп тә ебәрегеҙ.

Хәбәр итергә: E-mail: rbcu_rb@mail.ru, WhatsApp: 8937-35-61-340.
2🤣1