Ҡаҙағстанда үткән Бөтә донъя күскенселәр уйындарында Рәсәй йыйылма командаһы составында сығыш яһаған Башҡортостан спортсылары һынатманы. Дөйөм яуланған 47 миҙалдың 15-е беҙҙең яҡташтарҙа.
ЕҢЕҮ ЯУЛАП ҠАЙТҠАН ЯҠТАШТАРЫБЫҘ БЫНА УЛАР, ҠОТЛАЙБЫҘ!🎊
📌Айырым ярышыусылар араһында:
🏆🥈“Мас-рестлинг” Ләйлә Шаһисолтанова – “көмөш” миҙал;
🏆🥈“Ҡаҙаҡ көрәше” Алена Фатихова, Алина Пухова – “көмөш” миҙал,
🥉Камилла Зөлҡәрнәева, Замират Кусаева, Виталий Балянов – “бронза” миҙал;
🏆🥇“Алыш” Алена Пухова – “алтын” миҙал,
🥉Артур Зөлҡәрнәев, Замират Кусаева – “бронза” миҙал;
🏆🥈“Йәйәү уҡ атыу” Ғәфүр Рахманғолов – “көмөш” миҙал;
🏆🥉“Көс экстримы” Денис Ваһапов – “бронза” миҙал.
📌Рәсәй Йыйылма командаһы составында:
🥇“Арҡан тартыш”та “алтын” миҙал - Вадим Сабиров;
🥉“Кокпар” буйынса "бронза" миҙал - Илдар Ғирфанов;
🥉“Кок бору” буйынса "бронза" миҙал - Нур Күсәрбаев;
🥉“Йәйәү уҡ атыу”ҙа "бронза" миҙал - Ғәфүр Рахманғолов.

❤5👎1
Forwarded from ХАЛЫҠ АРБАҺЫ - НАРОДНАЯ ТЕЛЕГА
Ғәлиә Алсынова ваҡытында «Тамыр» телеканалында эшләй ине. 2017-се йылдарҙа булһа кәрәк – эшенән китә. Ярайһы абруйлы коллектив тормошҡа ашырған проекттар аша балаларҙа туған тел, мәҙәниәткә, тарихҡа һөйөү тәрбиәләү миссияһына ҡарағанда, тормош иптәше алып барған уйында ҡатнашыуҙы, күрәһең, нығыраҡ хуп күрә.
Эштән ебәрҙеләр тип яр һалырға ашығыу дөрөҫ булмаҫ. Фаил Алсыновтың* бер туған ҡустыһы Иҙел – 2023 йылға тиклем «Башҡортостан» дәүләт телерадиотапшырыуҙар компанияһының яңылыҡтар хеҙмәте хәбәрсеһе була. Иң популяр «Хәйерле иртә, республика» тапшырыуын алып бара. Яңылыҡтар хәбәрсеһе булараҡ, Республика Башлығы эшмәкәрлеген яҡтыртыусы журналистар рәтендә, Радий Хәбиров үткәргән кәңәшмәләрҙе, уның эш сәфәрҙәрен яҡтырта.
Фаил Алсыновҡа* мәғлүмәти киңлеккә әлегә юл ябыҡ. Әммә теманы ҡуйыртыу дауам итә. Башта уның зинданда яҙған шиғырҙарын адвокаты һалды, шунан ҡатыны. Хәҙер йәнәһе лә улы ижад иткән йыр тиражлана. Башланғыс синыф уҡыусыһын халыҡ аңы менән идара итеүҙә ҡулланыу урынлымы? Әлбиттә, юҡ. Үҫмер ҡорон да үтмәгән, тормошҡа шәхси ҡарашы формалашып өлгөрмәгән бала ярҙамында йәнә интернет киңлектәрендә Баймаҡ темаһы күтәрелә.
Әсәй кешегә өндәшеү – үҙ яҙмышығыҙҙы селпәрәмә килтереү етмәне, ниңә ғүмере саҡ башланып торған баланың тормошон емерергә? Бөгөн зинданда ултырғандар яҙмышы – тап һеҙҙең упҡын ситендә бейеүегеҙҙең һөҙөмтәһе икәнен танырға кәрәк.
Туҡталырға ваҡыттыр, йәмәғәт. Бер тапҡыр йәлләүҙең, әлеге лә баяғы интернет аша ялҡынлы сығыштарға ышаныуҙың хаҡы ныҡ юғары булды. Урамға саҡырып сығарып, халыҡты хоҡуҡ һаҡлау органдарына ҡаршы ҡуйыу һөҙөмтәһендә күптәр СИЗОға эләкте. Әгәр Алсыновтар ғаиләһенә ярҙам итеүсе әшнәләре булһа, ҡалғандар үҙ проблемалары менән үҙҙәре генә тороп ҡалды.
15 ғинуар көндө илай-илай ғәм халыҡты Баймаҡҡа килергә саҡырған Ф.Әхмәтшин тарихына туҡталғанда. Уның өсөн һил тормош дауам итә. Һис тартынып тормаған - Әбйәлил районында урынлашҡан Динопаркты тотошлайы менән арендаға алып ҡыҙына байҙан бай туй уҙҙырған. Мал үрсетеп, үҙ эшен алып барыуын дауам итә. Ә уға ышанғандар хөкүм ҡарарын көтә... Был әсе ысынбарлыҡ!
*террорсылар һәм экстремистар исемлегенә индерелгән.

💯3👎2
“ТАМҒА” ХАЛЫҠ-АРА БАШҠОРТ МИЛЛИ КЕЙЕМЕ ОҪТАЛАРЫ КОНКУРСЫНА КИСӘГЕ ЙОМҒАҠ ЯҺАЛДЫ.
Дүртенсе тапҡыр ойошторолған конкурста быйыл 60-тан ашыу оҫта үҙенең ҡул эштәрен тәҡдим иткән.
💯Гран-приға Өфө районынан Гөлсөм Хөсәйенова лайыҡ булды. Уға 150 мең һумлыҡ сертификат бүләк иттеләр.
💥1 дәрәжә лауреаттар:
✅“Балалар кейеме – реконструкция” номинацияһында - Гөлгөнә Мәмбәтов (Ишембай ҡалаһы).
✅“Башҡорт традицион костюмы аксессуарҙары – реконструкция” номинацияһында – Әлиә Аллағолова (Өфө ҡалаһы).
✅“Башҡорт халыҡ кейеме – реконструкция” номинацияһында – 🙎♂️иң шәп ир-егет кейемен Өфө районынан Роберт Хәмиҙуллин, 🙎♀️иң шәп ҡатын-ҡыҙ кейемен Балаҡатай районынан Сәйҙә Әхтәмова алып килгән.
✅Тәүге тапҡыр ойошторолған ижади ғаиләләр конкурсында Өфөнән Рауза Ғәлиуллина 1 дәрәжә дипломға лайыҡ булды.
Быйыл конкурста Башҡортостан, Силәбе, Ҡурған, Ырымбур өлкәләренән, Мәскәүҙән, Италия һәм Турция илдәренән оҫталар ҡатнашҡан.

❤3
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Башҡорт моңо!
Быуат ашаһынан ағылаһың,
Күңелдәрҙе нурлы һыҡтатып.
Бар донъяны туфан баҫҡанда ла
Булмаясаҡ һине туҡтатып,
Булмағандай таңды йоҡлатып.
[Ихсан Әхмәтйәнов шиғыры]
Видео: https://vk.com/bashbst
Быуат ашаһынан ағылаһың,
Күңелдәрҙе нурлы һыҡтатып.
Бар донъяны туфан баҫҡанда ла
Булмаясаҡ һине туҡтатып,
Булмағандай таңды йоҡлатып.
[Ихсан Әхмәтйәнов шиғыры]
Видео: https://vk.com/bashbst
❤5👍1🤣1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ирек Байышев һәм Азат Ҡужин бер төркөм милләттәштәр менән Германиялағы Шварца ҡалаһында урынлашҡан, көмбәҙендә башҡорт уғы ҡаҙалып торған Изге Лауренция сиркәүе янында тороп, “Тамға” Халыҡ-ара башҡорт милли кейеме оҫталары конкурсанттарын сәләмләгән.
🔥1🤣1
#ғәжәйепдонъя
Дәүләкән районында торналар уйнауын күҙәтеп, фотоға төшөрөп алғандар.😍🥰
📌Әйткәндәй, быйыл сентябрь айында Башҡортостанда торналарҙың “иҫәбен алыу” бара.
✅Орнитологтарға йылы яҡҡа осорҙан алда ҡайһы тораҡ пункт эргәһендә, ҡасан нисә һоро торна (серый журавль) тупланыуы тураһында хәбәр итергә кәрәк.
✅Мөмкинлек булһа, фотоға һәм видеоға төшөрөп тә ебәрегеҙ.
✅Хәбәр итергә: E-mail: rbcu_rb@mail.ru, WhatsApp: 8937-35-61-340.

❤2🤣1
📌Кисәге Президент Владимир Путин яңы һайланған төбәк етәкселәре менән осрашыу үткәрҙе.
Кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты.
Осрашыуҙан төп фекерҙәр:
✅Президент һайлауҙарҙа еңгән алдан эшләгән етәкселәргә лә, яңы кешеләргә лә ышаныс юғары булыуын белдерҙе.
✅Берҙәм һайлауҙар көнө тарихында ҡатнашыусылар һаны буйынса был юлы иң юғары күрһәткес теркәлгән. Халыҡ ил тормошонда ҡатнашыуҙың мөһимлеген аңлай.
✅Президент граждандарҙың власҡа ҡарата талаптары артыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Етәкселәрҙән тулыһынса бирелеп эшләүҙәрен һәм урындағы халыҡ менән асыҡ һөйләшеүҙәрен көтәләр.
✅Милли проекттарҙың һөҙөмтәлелеге төбәктәрҙәге эшмәкәрлеккә туранан-тура бәйле. Президент быны шәхси контролдә тоторға ҡушты.
✅Хәрбиҙәргә һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам мәсьәләләренә айырым иғтибар бүленде. Был яуаплылыҡ федераль һәм төбәк властар иңенә берҙәй һалынған.
📍Радий Хәбиров һайлауҙа 80,21 процент тауыш йыйҙы. Унда халыҡтың 72,34 проценты ҡатнашты, был 2,1 миллион кеше тигән һүҙ.
https://news.1rj.ru/str/glavbash/15293

Бынау бәхетле балаларҙың нурлы йөҙҙәренә ҡарағыҙ әле!😍🥰
Өфө районы Урыҫ Юрмашы ауылында капиталь ремонттан һуң асылған “Урман әкиәте” балалар баҡсаһының шат тәрбиәләнеүселәре былар.
💥“Республиканың мәктәпкә тиклем белем биреү системаһы әүҙем үҫешә. Беҙ милли проекттарҙы бойомға ашырыуҙа ҡатнашабыҙ.
Йыл һайын уртаса 10 балалар баҡсаһын төҙөйбөҙ һәм яңыртабыҙ.
Республикабыҙҙа һәр бала сифатлы мәктәпкәсә белем алһын өсөн тырышып эшләүҙе дауам итәбеҙ, тине Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.

👍4
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
“Был Башҡортостан студенттарының үҙидара активы – студент советтары, ятаҡханалар лидерҙары, спорт, мәҙәни, студенттарҙың ирекмәндәр клубтары етәкселәре. Улар ҙур эш атҡара – студенттарҙың хоҡуҡтарын яҡлай, ятаҡтарҙа тәртип һаҡлай, файҙалы саралар ойоштора, мохтаждарға ярҙам итә һәм үҙҙәре кеүек үк йәштәр өсөн иңдәренә яуаплылыҡ алыуҙан ҡурҡмайҙар.
Бөгөн осрашыуҙа яңы исемле стипендия булдырырғә килештек. Юғары өлгәшкән осраҡта, әлбиттә – уҡыуҙы ҡалдырырға ярамай. Беҙҙең Мәғариф һәм фән министрлығына эшләргә ҡуштым”, - тип яҙҙы шәхси битендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.
Һәм йәштәр менән даими күрешергә вәғәҙәләне.
https://news.1rj.ru/str/radiyhabirov/8451

👍2🔥1
Forwarded from Уйҙар,эҙләнеүҙәр,цитаталар... (ШАГИТ ШАГИТ)
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Салауат Юлаев һүҙҙәре
❤6👎1